«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮҘЕҢДЕҢ КӨСӨ БУЛҺЫН, УНЫ КИРЕ УЙҘАР МЕНӘН БЫСРАТМА!
+  - 


Әлеге ваҡытта Балыҡтар дәүеренең Һыуғояр дәүеренә күсеү осоро бара һәм ул 2021-2023 йылдарҙа дауам итә, ти ошо өлкәне өйрәнеүселәр. "Һыуғоярҙар эраһы - ул белемле, мәҙәни, мәғрифәтле, мөхәббәтле кешеләр заманы. Һыуғоярҙар дәүере кешеләре әйләнә-тирәһендә тәртип булдыра, үҙенең ғүмере, йәшәйеше, хатта Ер шарындағы именлек өсөн яуаплылыҡ ала, бар кешелеккә Һөйөү энергияһын йүнәлтә. Осраҡлылыҡтар булмай икәнен белеп, барыһын да белеменә, аңына, Һөйөү менән һуғарылған асылына таянып эшләй", - тип яҙғайныҡ гәзитебеҙҙең былтырғы һуңғы һанында. Бөгөн ошо темаға һөйләшеүҙе космоэнергетика прогрессоры Рауфан МОРТАЗИН менән дауам итәбеҙ.

Космоэнергетика тәғлимәтенә нигеҙләнеп, һеҙ ҙә Ерҙең бер үлсәмдән икенсеһенә күсеүе тураһында мәғлүм итәһегеҙ, кешенең ыңғай, яҡшы, рухи яҡтан үҫешен, гармонияла, мөхәббәттә йәшәүен пропагандалайһығыҙ. Шулай уҡ Һыуғояр дәүере лә ошо сифаттарҙы алға һөрөү менән бер рәттән, яһалма интеллект барлыҡҡа киләсәк, фән үҫешәсәк, яңынан-яңы фәнни асыштар буласаҡ, тип фаразлай. Әммә ысынбарлыҡта еңеллек тойолмай...

- Гәзит уҡыусыларға аңлашылһын өсөн башта үлсәмдәр тураһында аңлатып китәйек. Йыһанда беҙ, кешеләр генә түгел, башҡа йән эйәләре лә йәшәй, әммә беҙ уларҙы күрмәйбеҙ, сөнки улар икенсе үлсәмдәрҙәләр һәм бындай үлсәмдәр бик күп. Мәҫәлән, беҙ бик йыш фәрештәләр тураһында һөйләйбеҙ, ысынбарлыҡта улар бар һәм 5-се үлсәмдә йәшәй. Архангелдар - етенселә. Беҙ китаптарын яратып уҡыған Крайон 9-сы үлсәмдә. Беҙҙең ғаләм менән лорд һәм леди Райза идара итә, тиҙәр, улар 500-сө үлсәмдә. Үлсәмдәр ни тиклем юғарыраҡ, уларҙа шул тиклем мөхәббәт, яҡтылыҡ, изгелек, энергия күберәк була бара.
Әле беҙ Ерҙә 3-сө үлсәмдә йәшәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа 4-се үлсәмгә күскән кешеләр ҙә бар. Ғайса бәйғәмбәр һыу өҫтөнән йөрөй алған кеүек, дүртенсе үлсәмгә күскәндәр ҙә һыу өҫтөнән ҡурҡмай атлап йөрөй. Ундай кешеләр Ер шарында күбәйгәндән-күбәйә. 5-се үлсәмгә күсеүселәр ҙә, кире ҡайтыусылар ҙа бар. Бынан сама менән 7-8 йыл элек Тибетта 2000 монах йыйылып, 5-се үлсәмгә күсә һәм улар Ерҙән юғала. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙың 1200-ө кире Ергә ҡайта, 800-ө Ер тирәһендә 5-се үлсәмдә тороп ҡала. Ошо әйләнеп ҡайтыусылар һаман да мантралар уҡып, Ерҙең тирбәлешен, беҙҙең аңды юғарыраҡ күтәрергә ярҙам итә, төрлө илдәргә барып, семинарҙар, тренингтар үткәрә. Береһе йыл һайын Мәскәүгә лә килеп йөрөй.
Был тәжрибәне улар ни өсөн үткәргәндәр? Ерҙең 5-се үлсәмгә күсергә әҙерме, түгелме икәнен белер өсөн. 2000 монах 5-се үлсәмгә күсә алғас, башҡалар ҙа күсә ала, әммә уларҙы әҙерләргә кәрәк. Әҙер булыу өсөн ҡурҡыу тойғоһонан арыныу зарур. 2013 йылдың яҙында водород атомының диаметры 4 процентҡа кәмене. Водород атомы - ул һыу. Кеше нигеҙҙә һыуҙан торғас, тимәк, беҙҙең органика ла, шул иҫәптән беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Быны кешеләрҙең оҙағыраҡ йәшәүендә һәм тиҙ ҡартаймауында ла күрәбеҙ. Мәҫәлән, беҙ бәләкәй саҡта 60 йәшлектәр ҡарт әбей-бабайҙар ине, хәҙер улар йәшендәгеләр үтә йәш күренә, күңелдәре лә 18 йәшлектәрҙеке һымаҡ. Һуңғы 10 йылда биология ла ныҡ үҙгәрҙе, ошо осорҙа ДНК, молекула, атом буйынса бик күп яңы асыштар булды. Беҙҙең, 5-се расаның ДНК-һы 12 булырға тейеш булһа, ул икәүгә генә ҡалдырылғайны. Хәҙер йылдан-йыл башҡа ДНК-ларыбыҙ асылғандан-асыла бара, был иһә кешеләрҙең телепатия, телепортация кеүек һәләттәре асылыуға килтерә. Бигерәк тә был сифатты бәләкәй балаларҙа күҙәтергә мөмкин. Улар 4-5-се үлсәмде күрә ала, өй эйәһен күрә, уның менән һөйләшә. Шундай мөғжизәле заман.
Киләсәктә беҙҙе нимә көтә? Һуңғы йылдарҙа бик йыш ошо һорауҙы бирәләр. Хәҙер бик ҡатмарлы ваҡыт, сөнки күсеү осоро бер ваҡытта ла еңел булмай. Әлеге ваҡытта Ер менән Йәшерен ҡара хөкүмәт (глубинное государство) идара итә. Беҙ әле һаман уларҙың тәртибе буйынса йәшәйбеҙ, уларҙың йоғонтоһонан сыҡмағанбыҙ. Шул уҡ ваҡытта хәҙер ергә күберәк яҡты көстәр килә, яҡты энергиялар бирелә. Ерҙең тирбәлеше үҫкәндән-үҫә - был иң яҡшы яңылыҡ. 1987 йылға тиклем ерҙең тирбәлеше 7,8 герц ине, ошо йылдарҙа ул артҡандан-арта.
Иң ауыр осорҙо 2020 йылда кисерҙек, сөнки ул нуль менән тамамлана. Тап ошо йылда тажзәхмәт сирен тараттылар. Донъяла биолабораториялар бик күп һәм ковид - ул яһалма тыуҙырылған вирус булды.
2021 йылда бер һаны килеп сыҡты - ул да ауыр йыл булды, әммә нулгә ҡарағанда яҡшыраҡ. 2022 йылда 2 килеп сыҡты - ул бергә ҡарағанда ике тапҡырға һәйбәтерәк, сөнки Ерҙә Яҡтылыҡ менән Ҡара көстәрҙең ҡаршы тороуы (борьба Света и Тьмы) Махсус хәрби операция (СВО) менән башланды. Йәшерен ҡара хөкүмәткә буйһоноуҙан беренсе булып Рәсәй сыҡты, беренсе булып баш күтәрҙе. Махсус операция - ул Рәсәй менән Украина һуғышы, хатта Рәсәй менән НАТО көрәше лә түгел. Башҡа илдәр әлеге ваҡытта барыһы ла Рәсәйгә ышаныс менән ҡарай, ҡабат тубыҡланмағыҙ, ти. Әммә Йәшерен ҡара хөкүмәт беҙгә тын алыу мөмкинлеге бирмәҫкә тырыша, бының өсөн төрлө санкциялар ҡулланыла, ләкин Рәсәй бай, халыҡ көслө һәм беҙ еңеп сығасаҡбыҙ, сөнки тап Рәсәйгә яҡты көстәр ярҙам итә һәм һаҡлай.
2023 йылда 3 һаны килеп сыға, 3 - ул ҡәнәғәтләнеү билдәһе, үҙгәрештәр ыңғай яҡҡа бара. Шулай ҙа ауырлыҡтар бөтмәй әле. 2024 йыл - яҡшыраҡ, 2025 йылда "бик яҡшы" билдәһе килеп сыға, әммә барыһы ла яҡшы тип әйтеп булмай, сөнки кешенең аңы үҙгәрһә лә, иҡтисадты күтәрергә кәрәк була әле. Иҡтисади йәһәттән ошо Йәшерен ҡара хөкүмәттең йоғонтоһонан сыҡһаҡ, технологиялар, хатта мәңгелек двигатель күптән бар. Әле ундай асыштарҙы ҡулланырға Йәшерен ҡара хөкүмәт рөхсәт итмәй, әммә киләсәктә беҙ уларҙың барыһын да ҡулланасаҡбыҙ. Хәҙер күп кешелә борсолоу, ҡурҡыу тойғоһо бар, сөнки улар күсеү осоронда ниндәй ваҡиғалар барғанын аңламай. Әммә хәл-торош йылдан-йыл яҡшыра бара, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ.
Мин 20 йыл космоэнергетика менән шөғөлләнәм, әлегә тиклем дауалап булмай торған сирҙе осратҡаным юҡ. Космоэнергетика йыһандан, сығанаҡтан килгән нурҙарҙы ҡуллана һәм был киләсәк медицинаһы. Скальпель кәрәкмәйәсәк, әйткәндәй, ул бөгөн дә кәрәкмәй. Бөйөрҙә, үт ҡыуығында булған таштар, киста, миома юҡҡа сыға, сөнки эфир тән нормаға керә. Эфир тән нормалләшә икән, физик тән дә нормаға керә - физик тән эфир тәндең күсермәһе. Шулай уҡ сеанстарға йөрөгәндәрҙең астраль тәне - тойғолар тәне, менталь тәне - уйҙар тәне, каузаль тәне нормаға керә, һөҙөмтәлә тормош та нормалләшә. Шулай итеп, бер ниндәй ҙә дарыу кәрәкмәй, киләсәктә беҙ аң менән дауаланасаҡбыҙ. Кешенең аңының әһәмиәте бик ҙур, беҙ уны белмәйбеҙ, беҙгә элек-электән "Һеҙ ҡол, һеҙ гонаһлы", тип мейегә һеңдергәндәр. Шуның өсөн кеше әле һаман үҙенең бөйөклөгөн аңламай. Шул уҡ ваҡытта уянған, аңлаған кешеләр, мәҫәлән, Анатолий Вострецов (йәш сағында бөйөрөнә операция эшләп, алған булғандар) 65 йәшендә бөйөрөн яңынан матдиләштерә. Шундай, булмаған ағзаны матдиләштергән осраҡтар күп. Әммә бының өсөн кешенең һүҙенең көсө булырға тейеш. Ә күп кеше үҙенең һүҙенең көсөн юғалтҡан, үкенескә ҡаршы.

Һүҙ көсө тинегеҙ, ул нисек булырға тейеш...

- Мәҫәлән, кеше "Мин - ҡол", тип әйтә икән, ул шунда уҡ һүҙ көсөн юғалта, сөнки ҡолдоң һүҙ көсө, хатта һүҙ әйтергә хоҡуғы юҡ, булырға тейеш түгел. Диндә булған күптәрҙән "Беҙ - Аллаһ ҡоло", тигәнде ишетергә тура килә. Аллаһ - ул ҡол биләүсе түгел, уға ҡолдар кәрәкмәй. Киреһенсә, ул барлыҡ кешенең шатланып-ҡыуанып йәшәгәнен теләй. Кеше шатланып-ҡыуанып йәшәһә, уның тирбәлеше күтәрелә, тирбәлеше күтәрелһә, шаяртһа, йылмайһа, эргәһендәге кешеләрҙең тирбәлеше күтәрелә, тимәк, Ерҙең, барлыҡ йыһандың тирбәлеше күтәрелә. Беҙ тормошто үҙебеҙ ҡатмарлаштырабыҙ, ә унда йәшәү еңел, барыһы ла ябай ғына. Бары тик һүҙҙең көсөн кире ҡайтарыу бик мөһим. Әгәр һүҙ көсөн кире ҡайтарһа, ул саҡта кеше төрлө мөғжизәләр барлыҡҡа килтерә, мәҫәлән, төрлө нәмәләрҙе матдиләштерә ала. Ундайҙар хәҙер күбәйгәндән-күбәйә.

2020 йыл тураһында нуль - насар, буш йыл тинегеҙ. Киләсәктә барыбер шул нолгә тағы ла барып етәбеҙ бит... Унда ниндәй киләсәк көтә, ваҡиғалар циклдар буйынса ҡабатланып торамы?

- Ул саҡта нуль - бөтөнлөктө, артабанғы һандар йылдан-йыл яҡшыра барыуҙы аңлата.

Хәҙерге ваҡытта барлыҡ халыҡтың бер генә теләге барҙыр, моғайын, тиҙерәк хәрби хәрәкәттәр тамамланһын. Был мәсьәләгә фаразығыҙ ниндәй?

- Бик әһәмиәтле һорау, сөнки барса халыҡ шуны көтә. Әммә был көрәште кинәт туҡтатырға ярамай. 2022 йыл алдынан, пандемия була, тип иҫкәрттеләр. Махсус операция башланғайны - пандемия бөттө. Халыҡ саҡ ҡына тынысланғайны, пандемия көҙ көнө була, тип иҫкәрттеләр. Мобилизация иғлан ителгәйне - пандемия бөттө. Рәсәйҙә генә түгел, бөтә Ер шары буйынса пандемия булманы. Махсус операцияның иң ҙур әһәмиәте шунда, сөнки ул башланмаһа, Йәшерен ҡара хөкүмәт пандемия иғлан итер һәм тағы ла битлектәр кейергә мәжбүр булыр инек. Ковид һәм сикләүҙәр һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә халыҡ 1 миллион самаһына кәмене, сөнки кешелә ҡурҡыу тойғоһо тыуҙырылды, ҡурҡыу кешене үлтерә. Күптәр үҙҡурсаланыуға күсте, ә күп фатирлы йорттарҙа юғары ҡаттарҙа йәшәү - ул организмға ныҡ зыян килтерә, сөнки беҙҙең биология, ДНК магнитлы. Тимәк, беҙ ерҙә атлап йөрөргә, ергә яҡыныраҡ йәшәргә тейешбеҙ. Ни өсөн оло әбей-бабайҙар йәй көнө эскәмйәгә булһа ла сығып ултыралар йәки урамда йөрөргә тырышалар. Кешегә магнит энергияһын арттырыу мотлаҡ. Ҡара көстәр был хаҡта белә һәм шуға күрә ошо сикләүҙәрҙе индерҙе.
Был бәрелеш ҡасан бөтәсәк? Европа халҡы уянғас. Хәҙер унда уяна, аңлай башланылар. Халыҡ уяна, баш күтәрә, забастовкалар башлана һәм улар ни өсөн нацистик Украинаға ярҙам итәһегеҙ тигән һорау бирә, Рәсәйҙең беренсе булып Йәшерен ҡара хөкүмәткә ҡаршы баҫҡанын аңлай, бөтөн Ер шары буйлап халыҡ Рәсәйҙе хуплай башлай. Был процесс бер башланһа, ул геометрик прогрессия буйынса үҫә. Быйыл яҙҙан башлап ыңғай ваҡиғалар күп буласаҡ. Был тап Рәсәй менән бәйләнгән һәм күп илдәр беҙгә икенсе күҙлектән ҡарай башлаясаҡ.
Хәҙер Ҡытай, Һиндостан, Сәғүд Ғәрәбстаны, башҡа илдәр ҙә Рәсәй яғына күсә, долларҙан ҡотолорға тырыша. Күптәр, долларҙы Америка сығара, тип уйлай. Америка түгел, ә ФРС - ул тап ошо Йәшерен ҡара хөкүмәттең бер ағзаһы. Уның етәкселәре - шәхси кешеләр, уларҙың урынлаштырған тәртибе буйынса ерҙә булған бөтөн нәмә, бөтә байлыҡ, бөтә ресурстар - нефть, газ, алмас, алтын һ.б. - уларҙыҡы булырға тейеш һәм улар доллар арҡаһында ерҙең барлыҡ ресурстарын, ғалимдарҙы һатып алалар. Хәҙер доллар заманы яйлап-яйлап һуңғы көндәренә яҡынлаша. Күп илдәр үҙҙәренең милли валютаһын көсәйтә һәм уның менән алыш-биреш итә.

Өсөнсө үлсәмдән юғарыраҡ үлсәмгә күсеү өсөн халыҡ нимә эшләргә тейеш, йәғни халыҡты нисек аңға ҡайтарырға? Әле аңдары асылып етмәгәндәр бик күптер бит...

- Бында дөрөҫ мәғлүмәтте таба белергә, дөрөҫ мәғлүмәтте уҡырға кәрәк, сөнки телевизор-радио, башҡа киң мәғлүмәт саралары был хаҡта әйтмәйәсәк - улар барыһы ла Йәшерен ҡара хөкүмәткә буйһона. Мин рухиәтте күтәрә торған сайттағы мәғлүмәттәрҙе уҡырға тәҡдим итер инем. Мәҫәлән, "Держава света". Ул Рәсәй сайты, бәлки, унда яҙылғандарҙы ҡабул итеүе ауырыраҡтыр, әммә дөрөҫөн яҙалар. Шул уҡ ваҡытта был сайттарҙа ла мәғлүмәт 100 процентҡа дөрөҫ тип ҡабул итергә ярамай. Төрлө рухи сайттарҙы уҡып, пазлдан бер картина төҙөгән кеүек, сағыштырмаса дөрөҫ мәғлүмәт табырға була.
Шулай уҡ бына 1989 йылда Крайондың "Последние времена" тигән китабы сыҡҡайны. Шундағы мәғлүмәттең барыһы ла тормошҡа ашып килә. Ул ваҡытта Крайон үҙенең магнетизм хеҙмәтенең Ер менән эшләйәсәге тураһында яҙа. Һәм ул Ерҙең күсәрен үҙгәртеүе, тирбәлешен күтәреүе тураһында белдерә. Был процестар әле дауам итә. Һөҙөмтәлә һәләтле балалар тыуа һәм кешелә рухиәтлек артасаҡ. Әлеге ваҡытта ошолар тормошҡа аша.

Рухиәт, тигәндә, уны күптәр дини белем, дини ғилем тип аңлай. Ғәмәлдә нимә ул рухиәтлек?

- Үкенескә күрә, рухиәтлек - ул дини ғилем түгел, сөнки Йәшерен ҡара хөкүмәт барлыҡ институттарға, шул иҫәптән дингә лә ныҡ тәьҫир итә. Хәҙерге заманда барыһы ла юрғанды үҙҙәренә тарта. Йәғни - йотоусылар, ҡулланыусылар. Ғәмәлдә иһә, беҙ - булдырыусылар. Әгәр кеше үҙенең булдырыусы, ижад итеүсе икәнлеген аңлаһа, ул үҙенең аңы менән бөтөн нәмәне барлыҡҡа килтерә. Яҡты көстәрҙе алғанда, улар юрғанды үҙҙәренә тартмай, ә киреһенсә, башҡаларға ябырға тырышалар. Ҡояш нурын барыһына ла тигеҙ һибә бит. Рухиәтле кеше - ошо ҡояш һымаҡ, барыһын да тиң күрә, барыһына ла изгелекле. Ә кемгәлер буйһоноп, тубыҡта теҙләнеп тормай.

Хәҙер күп нәмә матди етешлеккә бәйләнгән. Кеше бер-береһе менән ярышып матди байлыҡ йыя. Шул уҡ ваҡытта һуңғы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, хатта ауылдарҙа бәләкәй генә пенсия алыусы әбей-бабайҙар ҙа хәрби хәрәкәттәрҙәге егеттәргә ярҙам йөҙөнән аҡса бирә, ҡулынан килгән ярҙам күрһәтә.

- Беҙ үҫеш, үҙебеҙҙең һәләттәрҙе арттырыу һәм йыйыу өсөн тыуғанбыҙ. Балалар бәләкәй саҡтан нимәлер йыя башлай - открытка, уйынсыҡ, үҫә барған һайын талаптар арта һәм аҙаҡ ул матди әйберҙәр йыйыуға әүерелә. Кеше миллиардер булыуы мөмкин, әммә үлем алдынан бәхеттең аҡсала түгел икәнлеген аңлай. Бөтөнләй икенсе нәмә йыйырға кәрәк булған икән. Ә икенсе нәмә нимә ул? Беҙҙең каузаль тәндә рәхмәттәр аккумуляторы бар. Унда барлыҡ рәхмәттәр йыйылып бара. Беҙ шуны тулыландырырға, рәхмәттәр менән байырға тырышырға тейешбеҙ. Ни тиклем күберәк рәхмәт алабыҙ, аккумулятор ҙурая, киңәйә һәм унда тупланған рәхмәт бер тормоштан икенсеһенә күсә бара. Әгәр йән бер тапҡыр ғына йәшәһә, уның әһәмиәте булмаҫ ине, әммә йән күп тапҡыр йәшәй һәм ошо рәхмәттәрҙең әһәмиәте ҙур. Рәхмәттәр йыйынтығы тулы булһа, ул - сәләмәтлек, ул - ғаилә именлеге, ул - рухи һәм матди байлыҡ. Шул уҡ матди әйберҙәр ҙә кәрәк. Уйлап ҡараһаҡ, йыһан ул сикһеҙ, унда бөтә нәмә бар. Мәҫәлән, яҙын бер бойҙай сәсһәк, көҙөн бер башаҡтан йөҙ бойҙай алабыҙ. Ике балыҡты һыуға ебәрһәк, көҙгә унда, бәлки, йөҙәр мең балыҡ булыр. Бер емеш ағасы ултыртһаҡ, көҙгә күпме емеш йыябыҙ. Матди яҡ та булырға тейеш, һәм кеше үҙенә күпме кәрәк - шунса ҡулланырға тейеш.

Ә нисек рәхмәт алырға? Кемдер ала белә, кемдер белмәй...

- Әгәр ҙә беҙ ерҙең ресурстарын арттырабыҙ икән, беҙгә күберәк бирәләр. Киреһенсә, ерҙең ресурстарын кәметергә тырышҡанда - шул уҡ нефтте, шул уҡ газды, ҡаҙылма байлыҡтарҙы, урмандарҙы - был, киреһенсә, ярлылыҡҡа килтерә. Шуға күрә ағастарҙы ҡырҡырға ғына түгел, уларҙы ултыртырға, тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланырға ғына түгел, уларҙы һаҡларға ла кәрәк. Шул ваҡытта күберәк аласаҡбыҙ ҙа.

Рәхмәттәр тупланмаһына килгәндә, хәҙер бит шундай заман - кемдер уны ихлас күңелдән, ысын йөрәктән әйтә, бәғзеләр ярамһаҡланып йәки мәғәнәһеҙ булып күренмәҫ өсөн генә әйтергә мөмкин. Ошо аккумуляторҙа туплана торған рәхмәт ниндәй булырға тейеш?

- Ысын күңелдән булырға тейеш, шул уҡ осраҡта кеше рәхмәт әйтмәһә лә була. Иң мөһиме - уның күңелендә рәхмәт тойғоһо, ҡыуаныс тыуһын. Мәҫәлән, балаларға ҡарҙан тау эшләнегеҙ икән, улар шыуған һайын ҡыуана, уларҙың хис-тойғоһо рәхмәт тупланмаһын байытырға ярҙам итә. Бында һүҙ менән әйтеүгә ҡарағанда тойғолар мөһим. Эшләгән изгелеккә рәхмәт көтөргә кәрәкмәй, ә уны эшләүҙән ләззәт табырға кәрәк. Йәғни эшләгән изгелегең кеше генә түгел, үҙең дә ҡыуанырлыҡ булһын.

Ерҙең тирбәлеше арта, тинегеҙ, тимәк, энергия күп бирелә. Ә ошо тирбәлешкә, көслө энергияға кеше нисек сыҙарға тейеш? Уға әҙер булғандар бар, әҙер булмағандар бар...

- Юғары тирбәлешкә һәм көслө энергияға әҙерләнергә кәрәк. Мәҫәлән, кеше саунаға инһә, унда температура 100 градус һәм эҫе һымаҡ. Ләкин бер аҙ ултырһа, кеше ошо температураға өйрәнә башлай. Һуңынан температураны күтәрһәләр, эҫе һымаҡ, сығып ҡасҡы килә. Бер аҙҙан тағы ошо температураға өйрәнә. Шуның һымаҡ, тирбәлешкә лә яйлап-яйлап өйрәнәбеҙ. Әммә был тирбәлеш, көслө энергия кешегә, әгәр уның аураһы бысраҡ булһа, насар тәьҫир итеүе мөмкин. Шуға аураның таҙа булыуы бик мөһим. Ә аура нисек бысрай? Ситтән йоғонто яһап бер кеше лә беҙҙең аураны бысрата алмай. Кеше уны үҙе насар уйҙар, насар тойғолар менән бысрата. Хәҙер хатта ғалимдар ҙа насар уй - ул бысраҡ энергия, тип белдерә. Шуға күрә уйҙар, тойғолар яҡшы, аура таҙа булырға тейеш. Әгәр кеше ҡыуанып-шатланып йәшәһә, иртән тороу менән барыһына ла, барлыҡ тереклеккә мөхәббәт ебәрһә - уның тирбәлеше нығыраҡ күтәрелә. Кемдең аураһы таҙа, кемдең тирбәлеше юғары, кем барыһына ла изгелек ҡыла, изгелек теләй - уларҙың ауралары таҙа була һәм улар 4-5-се үлсәмгә Ер менән бергә күсә.

Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерерһегеҙ?

- Ҡурҡыу тойғоһонан арынырға кәрәк, сөнки уны тажзәхмәт, төрлө вирустар, һуғыштар аша Йәшерен ҡара хөкүмәт таратырға тырыша. Шулай уҡ иҫке программаларҙан арыныу, уларҙан баш тартыу зарур - улар беҙгә ныҡ зыян килтерә. Ергә килгән яҡты энергияларҙы ҡыуанып-шатланып ҡабул итергә кәрәк. Киләсәктә барыһы ла яҡшы буласаҡ, ә бөгөнгө ауырлыҡтар - улар барыһы ла ваҡытлыса. Әгәр кеше шуны аңлаһа, унда ҡурҡыу тойғоһо булмай, уны бер нисек тә, бер нәмә менән дә ҡурҡытып булмай.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.07.23 | Ҡаралған: 374

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru