«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫШАНМАҒЫҘ БЕҘГӘ, АУЫЛДАР…
+  - 


Мәшһүр шағирыбыҙ Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын йәш сағымдан яратып уҡыйым. Уның төрлө тормош нескәлектәренә иғтибар итеп, уларҙы асыҡ сағылдырған әҫәрҙәрен күп осраҡта тыныс ҡына уҡып та булмай. Халыҡтар дуҫлығы, Тыуған илгә тоғро хеҙмәт, туған тел, ғаилә мөнәсәбәттәре, йәш быуынды тәрбиәләү темаларын һәр саҡ алғы планға ҡуйған был шәхестең ижады илебеҙгә, милләтебеҙ тормошона тәрән һөйөү рухы менән һуғарылған. Уның "Ҡара икмәк" тип аталған шиғырын яттан белмәүселәр һирәктер. "Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп, имеҙлеккә һалып биргән дә, үҙе киткән ураҡ урырға. Илағанмын, ләкин сыҙағанмын. Икмәк менән була торорға…" Икмәктең ниндәй көс түгеп табылғанлығы, уның ҡәҙерен белеү мотлаҡлығы хаҡында яҙылған был шиғыр.

Атаһы яу ҡырында ятып ҡалған, бала сағын ауыр һуғыш йылдары "төпһөҙ ыштан кейеп", аслыҡ-яланғаслыҡта үткәргән был шағирҙың "Кейем юҡлығына түҙеп була, алдап була тамаҡ туҡлығын. Әммә бер ни менән алыштырып булмай икән атай юҡлығын…" тигән шиғыр юлдарын күҙ йәшһеҙ уҡый алмай торғайным (әле лә шулай). Атай ҡәҙерен белеү зарурлығы хаҡында шундай матур итеп яҙған был әҙиптең "Аҡыл сыбығы" исемле шиғырын да әле булһа ҡабат-ҡабат уҡып алам. "Беҙҙең өйҙә бер сыбыҡ бар ине, ҡыҫтырылған ине матсаға. (Ул ҡоралһыҙ мөмкин булмағандыр ете-һигеҙ бала-сағаға). Саманан тыш бик уҙынып китһәк, йә туҙынып китһәк әрептә, ошо сыбыҡ бер һыҙғырыу менән һала ине беҙҙе тәртипкә…". Йыш ҡына юморҙың да бик урынлы һәм уңай итеп ҡулланылыуы был әҙиптең әҫәрҙәрен тағы ла уҡымлыраҡ итә.
Мәҡәләмде ни өсөн ошо шағирыбыҙҙың ижады менән башлауым да тигенгә түгел. Сөнки уның күп кенә шиғырҙары бөтә илде туйындырып торған әлеге ауыл тормошона бәйләнгән. Ә бит, төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, ауылдарыбыҙ беҙҙе туйындырып ҡына ҡалмай, унда туған телебеҙ, милләтебеҙ бөтөнлөгө һаҡлана. Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә. Үҙе ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ, шағирыбыҙ үҙенең әҫәрҙәрендә йыш ҡына ауыл тормошон ҡала менән йәнәш ҡуйып һүрәтләй. Шағирыбыҙҙың "Ышанмағыҙ" тип аталған бер әҫәрен тулыһынса килтерергә булдым. Шағир халҡы ғына түгел, ә ҡасандыр тыуған ауылынан бөтөнләйгә киткән һәр яҡташыбыҙ уны тәрән хистәргә бирелмәй уҡый алмаҫ, тигән инаныуҙамын. "Ҡайтам" тинем, тағы ҡайталманым, мин алданым һине, ауылым; Төҙәлмәҫлек, терелмәҫлек булып ҡала сире менән ауырыным. Ҡала сире һеңде аҡылыма, йөрәгемә, бөтә тәнемә, кейемемә, атлап йөрөшөмә, һөйләшемә, ғәҙәттәремә… Ҡала сире һеңде, бер дарыу юҡ медицина фәне ҡулында; Аяҡтарым Өфө урамында, хыялдарым Әри буйында. Бер мин генә түгел - башҡалар ҙа, барыбыҙ ҙа, ахыры шундайбыҙ: Торған ҡалабыҙға ғашиҡ булып, тыуған ауылыбыҙҙы уйлайбыҙ. Тыуған ауылыбыҙҙы һағынып, ауыҙ һыуыбыҙҙы ағыҙып, күҙ йәштәрен хатта тамыҙып, "ҡайтам" тиеп йырҙар яҙабыҙ, гонорарын һалып алабыҙ ҙа, ҡалабыҙҙа тороп ҡалабыҙ. Аҡылһыҙҙар беҙҙе аңламайҙар, аҡыллылар беҙҙән көләләр. Шағирҙар бит ауылдарҙа тыуа, ҡалаларға килеп үләләр. "Бөтөнләйгә инде ҡайтам", тиһәк, ышанмағыҙ беҙгә ауылдар; Улдарығыҙ терелмәҫлек булып, ҡала сире менән ауырыған". "Көслө заттан" булыуыма ҡарамаҫтан, ошо шиғырҙы уҡып бөтөүемә, ғәҙәттә, минең биттәрем күҙ йәшенә мансылған була …
Саф башҡортса һөйләшеүсе, хатта бөтөнләйгә таныш та булмаған берәүҙе ҡала ерендә осратһаң, һис кенә икеләнмәй, ул кешенең ауылда тыуып үҫкәнлеге хаҡында фаразларға була. Таныша башлағанда уҡ уның ҡайһы райондан булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынып, уны элекке танышыңдай яҡын күрә башлауыңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Әңгәмә йыш ҡына ауыл хәлдәре хаҡында бара. Бер-береңә бирелгән һорауҙар, яҡынса, ошолайыраҡ була инде: "Туғандарығыҙ ауылда бармы? Мал-тыуырҙары ишлеме? Бесән нисек икән быйыл? Ауылығыҙҙа йәштәр күпме? Фермерсылыҡ менән шөғөл итеүселәр ҙә барҙыр, ситкә китеүселәр ҙә етерлектер инде?... Нисә йыллыҡ мәктәбегеҙ бар?"
Үҙеңдең инде тиҫтәләгән йылдар элек ауылдан (бөтөнләйгә!) киткәнеңде бер аҙ онота биреп, алтын бала сағыңда яланаяҡ йүгереп йөрөгөн болондарыңды, дуҫ-иштәреңде иҫләй-иҫләй, ауыл урамы буйлап еңгәйҙәрҙең көйәнтә аҫып һыуға барғандарын, урам тышындағы эскәмйәләрҙә һөйләшеп ултырған олатайҙар, инәйҙәрҙе күҙ алдына килтерә-килтерә был яҡташың менән гәпләшеп туя алмайһың. Ағайҙарҙың ат егелгән арбаға бер нисә баланан торған ғаиләһен тейәп, келтерҙәп бесәнгә юлланғандары бөгөнгөләй күҙ алдына килеп баҫа, күңел тула. Һәр ихата тиерлек тулы бала-сағаның сыр-сыуы ҡолаҡ төбөңдә сыңлап киткәндәй була. Әңгәмәсең бер аҙҙан "Ярай, ағай, минең фәлән ергә бараһым бар…" тип һине ташлап китә башлағас, берәй кинофильмдың иң ҡыҙыҡлы урынында кинәт кенә туҡталып ҡалыуы һымағыраҡ хистәр кисерһең. Хатта ауылға хәҙер үк ҡайтҡың килеп китә. Әммә, ян-яғыңдағы ҡала шау-шыуы бындай нескә тойғоларыңды йәһәт кенә күмеп тә ҡуя… "Киске Өфө"нөң һәр һанында тиерлек ауыл темаһы күтәрелеп тора. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре, башҡа авторҙар - бар булмышына ауыл рухы һеңгән, ауылдың тын алышын тойған кешеләр булғанғамылыр, ошо мәсьәләгә айырыуса ныҡ иғтибар бүлә, шуныһы һөйөнөслө. Бер нисә йыл элек, Бөрйән районында йәшәүсе Фәнүзә Ишбаеваның бер мәҡәләһе сыҡҡайны. "Аңыбыҙ асылһын ине" тип аталған ошо бәләкәй генә мәҡәләлә ул башҡорт еренең иҫ киткес ҙур тәбиғәт байлығы хаҡында, ана шул гүзәллектең ҡосағында ауылда йәшәүселәрҙең ни тиклем бәхетле булыуы тураһында яҙғайны. Шул уҡ ваҡытта, ҡаланың таш диуарлы йорттарында ғүмер иткән, пандемия сәбәпле өйҙәренән сыға алмай бикләнеп ултырған яҡташтарыбыҙҙы ла йәлләгән. Ошо ҡатмарлы осорҙа һәр төрлө ауырлыҡтарға баш эймәй, "тау артындағы хыял-маҡсаттарҙы ауыҙлыҡлап", ситтәге зиннәткә ҡыҙыҡмай, ҡулыбыҙҙа булған ана шул байлыҡтың ҡәҙерен белеп, файҙаланып, "атты арытмаҫ, тунды туҙҙырмаҫ", хәлебеҙҙән генә килерҙәй ғәмәлдәр атҡарып йәшәргә саҡырған ине был аҡыллы гүзәл зат. Бәләкәй генә ошо яҙмаһында халҡыбыҙың тел байлығын бик уңайлы итеп сағылдырған ағинәйебеҙ, гүйә, үҙе бер "башҡорт теле энциклопедияһы"! Әллә күпме мәҡәл-әйтемдәрен, туған телебеҙгә генә хас булған, әммә лөғәтебеҙҙән төшөп ҡала барған шундай матур һүҙбәйләнештәр килтергән. Күптәрен тәүге тапҡыр ишеттем. Уларҙың һәр береһен һөйләмдең тейешле урынына йәтеш кенә итеп ҡуя белеү ҙә кәрәк бит әле! Бына тағы ниндәй хазиналар бар икән ауылдарыбыҙҙа!
Гәзитебеҙҙең быйылғы 15-се һанында Ләйсән Вәлиеваның республикабыҙҙың билдәле шәхесе Рәис Низаметдинов менән ҡоролған "Мунсаһыҙ баҡса… ерһеҙ башҡорт булмай!" тип аталған әңгәмәһе баҫылып сыҡты. Уҡыусыға ҡала кешеһе тип иҫәпләнһә лә, бик күп милләттәшебеҙҙең ауыл еренә тартылыуы хаҡындағы фекер еткерелгән унда.
Ауыл кешеһе тураһында үҙеңдең уй-хистәрең менән әленен-әле бүлешеп алғы килә. Баштараҡ әйткәндәй, күптәребеҙ ҡала еренә бик тәрән тамыр ебәреп өлгөргәнбеҙ шул. Әлбиттә, беребеҙҙе лә ғәйепләрлек урын юҡ. Тормош бит. Ниндәйҙер аныҡ функция үтәп йәшәгән күп кенә милләттәшебеҙ, ысынлап та, бында - ҡала ерендә кәрәгерәктер ҙә, сөнки күптәренең һөнәре, шөғөлө фәҡәт ҡала еренә генә яраҡлы. Әлеге көндә ҡалаларҙа ғүмер иткән бихисап күренекле шәхестәребеҙ ҙә республикабыҙҙың төрлө район ауылдарында тыуып үҫкән. Әллә ҡасан уҡ ауыл мөхитенән айырылыуына ҡарамаҫтан, күп кенә зыялыларыбыҙҙың, шул иҫәптән, яҙыусыларыбыҙҙың ауылдарҙы һағыныуы, милләтебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәтен, телен һаҡлап алып ҡалыу өсөн борсолоуы - маҡтаулы. Әммә, ауылыбыҙ, милләттебеҙ, телебеҙ хаҡында күпме генә уйланып, матур-матур шиғыр һәм проза әҫәрҙәре ижад итһәк тә, Әнғәм Атнабай әйтмешләй, бар булмышыбыҙға "ҡала сире" һеңгән кешеләр беҙ. Бәғзе ваҡыт, хистәргә бирелеп, ошо юҫыҡтараҡ һүҙ сығара ла башлаһаң, ҡайһы берәүҙәр еңел генә итеп: "Бәй, ауылға күсеп ҡайт һуң!.." тип кәңәш итә. Әммә әйтеүе генә анһат. Йәш саҡта ҡала еренә килеп тамыр йәйеп, балаларың да ошонда тыуып үҫеп, ҡала мөхитендә нығынып алғас, ҡаланың "таш диуарлы йорттарында" ғүмер ахырыһына ҡәҙәре йәшәмәй ҡайҙа бараһың инде. Ҡапыл да айырылып китеп тә булмай шул. Күптәр ваҡыты еткәс, үҙен тыуған ауылына алып ҡайтып ерләүҙәрен үтенеп… васыят ҡына әйтеп ҡалдыра.
Әйткәндәй, "Ауылға яңынан ҡайтып булмайҙыр", тигән бер аҙ пессимистик ҡараш, бәлки, минең һымаҡ оло йәштәге кешеләргә генә хастыр. Бөгөн ауылдарҙың бөтөүенә юл ҡуймаҫтай эшлекле йәштәребеҙҙең дә байтаҡ булыуы хаҡында хәбәрҙармын, шуныһы һөйөнөслө. Тейешле шарттар булдырғанда көстәре ташып торған йәштәребеҙ ауылдарға ҡайтып, ысынлап та, ҙур ғына эштәр атҡара алыуы бик мөмкин. Ишетеүемсә, ауыл ерендә уртаса ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә бай булып йәшәгәндәр хаҡында әллә күпме миҫалдар бар. Донъя малы менән булышып, шул уҡ ваҡытта башҡа рухи ҡиммәттәрҙе, боронғо ата-бабаларыбыҙҙың һәр төрлө гүзәл йолаларын онотмай, телен, мәҙәниәтен, динен һаҡларлыҡ балалар тәрбиәләп, ғүмер итеп килгән йәш кешеләребеҙ булыуы хаҡында ла гәзитебеҙҙә мәғлүмәттәр күреп шатланам. Ғөмүмән, йәштәребеҙгә оло ышаныс бағларға була, тимәксемен. Әлбиттә, ҡалалағы милләттәштәребеҙ араһында ла үҙ балаларын башҡорт рухында тәрбиәләп, тап-таҙа башҡорт телендә уҡый-яҙырға өйрәтә алыу бәхетенә ирешкәндәр бар ул, әммә ундайҙар ифрат аҙ шул.
Һүҙ аҙағында. Шулай ҙа бик тә һағынып китһәм, ҡайһы берҙә тыуған ауылыма ҡайтып, бала сағымда йүгереп уйнап үҫкән урамдарым буйлап үткеләйем мин. Бөгөнгө ауыл, һис һүҙһеҙ, бөтөнләйгә элекке һымаҡ түгел. Тимер ҡоймалы, ҡалай ҡыйыҡлы, эре-эре матур йорттар күбәйгән хәҙер ауылда. Байтаҡтарының ихатаһында трактор (уға тағыла торған арба, һәнәк, һоҫҡо, һөргөс), ялан кәртәләрендә эре-эре бесән эҫкерттәре лә күренгеләй. Шуларға ҡарап, ауылыңда тырышып, яҡшы йәшәп ятҡандарҙың булыуына һөйөнәһең. Тик, ни өсөндөр, ауыл урамдары буп-буш, шуныһы күңелде өйкәй. "Фәлән ауылдаш иҫәнме әле, хәҙер ҡайҙа йәшәй?" тигән һорау бирер өсөн дә бер кемде тапмаҫһың. Ауылымдың бер осонан икенсеһенә тиклем үтеп тә, ҡайсаҡ берәүҙе лә (хатта тышта уйнап йөрөгән бала-сағаны ла!) осрата алмаған мәлем булманы түгел! Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйем: "Мин генә, эшһеҙ пенсионер булараҡ, урам ҡыҙырып йөрөйөм, ахырыһы, ә ауылдаштарымдың һәр кемеһе ысын эш менән мәшғүлдер", - тип, үҙемде тынысландырырға тырышам…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.07.23 | Ҡаралған: 142

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru