«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ – 1
+  - 


I

1942 йылдың авгусы. Колхоздың йылҡы көтөүсеһе Ғилмишәриф менән ошоғаса Суртан приискыһында старателдәрҙән алтын ҡабул итеүсе булып эшләгән "Мәте" ҡушаматлы Заһретдин бер купеға эләкте. Армияға алыныусыларҙы теплушкаларға тейәп оҙатһалар ҙа, былар нишләптер ултырып, хатта ятып бара торған вагонға тура килде. Ғилмишәриф, ҡайыш менән уратып быуылған һары сумаҙанын көскә вагонға һөйрәп инеп килеүсе ауылдашын күргәс тә шатлығынан:
- Ә, Заһретдин ағай, һаумы! - тип һөрәнләп ебәрҙе. Тегеһе Ғилмишәрифкә күҙ һирпеп алды ла:
- Һау, һау! - тип ауыҙ эсенән мығырҙаны.
- Һин, ағай, вәйәнкәматта күренмәгәйнең, мына бергә килеп эләктек! Ҡайһылай ҙа йәтеш булды, - тип Ғилмишәриф өҙөлөп ҡалған хәбәрҙе ялғарға тырышты. - Һин дә, ағай, армиәгә китеп барыуҙыр бит?
- Кәнишнә, әрмиәгә! Әллә өләпсәңә ҡунаҡҡа бара тип уйлағайныңмы? - тип ул яуабын ҡырт киҫеп, һүҙҙе сомторайтырға самаланы.
Бите көнгә ялтырап янған Ғилмишәриф, моҡсайын аяҡ араһына ҡыҫтырып, ауылдашы ҡаршыһына ултырҙы. Уның өҫтө-башы ла мөсһөҙ генә. Заһретдиндың диҡҡәт менән ҡарауынан оялыпмы, Ғилмишәриф ҡулдан тегелгән, гармун күреге шикелле сырышып бөткән кәзәкиен, ҡайышланып бөткән салбар балаҡтарын һыпырып алды. Ә Заһретдиндың йәне көйә: "Исмаһам, бер йүнле кеше менән эләгеп булманы. Өҫ-башы ни рәүешле бит!"
Быларҙы билдәһеҙ тарафтарға алып китәһе паровоз, ҡайғылы тауыш сығарып, гудогын ҡысҡыртты, йөгөн самалаған ҡарт ат шикелле, бер нисә тапҡыр алға-артҡа сигенеп алды ла урынынан ҡуҙғалды. Заһретдин тәҙрәгә ҡапланды - ҡатыны Маһитап оҙатырға килгәйне, тубығына хром йәбештереп тегелгән галифеһынан сигеүле батист ҡулъяулығын сығарып, вагон артынан йүгерә-атлай килгән бисәһенә болғаны-болғаны ла, тегеһе күҙҙән юғалғас, күҙ йәштәрен һөртөп, кире урынына ултырҙы. Йәшел фуражкаһын алып, сәсе ҡойола башлаған ялтыр башын һөртөп алды, тағы урынынан тороп, оҙон ҡуңыслы хром итеген шығырлата баҫып тамбурға сығып китте. Күренеүенсә, үҙенә урын да, толҡа ла таба алмай: нисек инде Заһретдин ише Заһретдинды тоттолар ҙа, бронен һыпыра тартып алып, армияға оҙаттылар. Армияға алыныу тураһындағы уй уның башына ла килмәгәйне. Ирәндек тауының көнсығыш битендәге Дарыуҙы һыуы буйында, сылтырап аҡҡан көмөштәй таҙа шишмә тауышын тыңлап ҡына ултырып, старателдәрҙән алтын ҡабул итә ине бит ул. Нисә йылдар инде донъя ғәме, тормош хәсрәте уны урап үтте. Бисәһенең кейгәне атлас та ебәк, биҙәкле сатин да либерти ине. Ә үҙ кейеме һуң! Бостон да шевиот, габардин, ашағаны француз булкаһы ла керәндил, эскәне ялтыр ҡалай ҡумталы "стопитый" йәки цейлон сәйе. Ә аяғында табанлыҡ араһына ҡайын туҙы һалып тегелгән, баҫҡан һайын шығырлап торған ялтыр хром итек. Ә тәхил шарабы тураһында һөйләйһе лә юҡ. Тап-таҙа туҡһан алты градуслы зәмзәм һыуы өҫтәл тояғы ҡырында фанера менән ябылған биҙрәлә ултыра - һоҫоп ал да эс! Ҡайһы саҡтарҙа көрөшкәне батырыбыраҡ һемереп ебәрһәң, әсең өҙөлөр, өҫтәл артында ултырып кәйефләнеп тә алаһың:
Ана килә афтамабиль,
Тейәгәне таш күмер...
Нисә йылдар алтын ҡабул итеп эшенең яйына ла төшөнөп бөткәйне. Бына үҙҙәренең машерт* станогында көн буйы һары балсыҡ, алтын ҡомо йыуып арыған, брезент курткалары һарғайып бөткән старателдәр көн ауышыуға төрлөһө төрлө яҡтан алтын ҡабул итеү урынына ағыла - алтын тапшырырға сиратҡа тора. Тояҡтары ергә батырылып, ҡарағай таҡтаны йышып эшләгән өҫтәлдең һул мөйөшөндә ниндәйҙер шыйыҡса һалынған оҙонса ҡалай һауыт бар. Ә Заһретдиндың күкрәгенә тейеп тигәндәй, үлсәгес, старателдәр әйткәненсә, "мыҫҡал" тора. Был мыҫҡал алтын эҙләүселәрҙе һирәк-мирәк байыта ла, йышыраҡ ярлыға ҡалдыра.
Шуға күрә лә улар алтынына ла, "мыҫҡалы"на ла ҡул һелтәп кенә ҡарай. "Алтын табып кем йәлсегәне бар. Алтын нисек килә, шулай китә", - тиҙәр. Шуға күрәлер ҙә, алтын табып, ҡулына әҙерәк мал керһә, старатель, эшен ташлап, байлығы бөткәнсе аяҡ тибеп, кәпәс ташлап байрам итә. Мәгәр донъя юҡлығы, аслыҡ уны яңынан машертына килеп көрәгенә тотонорға мәжбүр итә.
Сират торған старателдәр терегөмөш ярҙамында тотолған ваҡ ҡына бөртөклө алтын валсыҡтарын төргән ҡулъяулыҡтарын сисәләр ҙә, баяғы шыйыҡсалы һауытҡа һалалар. Һаҡ ҡына һалалар ҙа, ике күҙҙе алмай көтә башлайҙар. Ҡалғаны Заһретдиндың эше. Ул йылтыр тимерҙән эшләнгән ҡыҫҡысты уң ҡулына ала ла һалынған алтынды бутарға керешә. Уны балсыҡтан, тупраҡтан, башҡа ҡушымталарҙан, терегөмөштән айырған ваҡытта янып ҡарайған төтөн ҡоромдарынан таҙарта. Үҙенең тәбиғи һары төҫөнә ингән алтын бөртөктәрен мыҫҡал тәрилкәһенә һалып үлсәй ҙә бөтә кеше ишетерлек итеп иғлан ҡыла: "Хәким ағай! Һинең алтының бер мыҫҡал!"* "Зәйнулла ҡоҙа! Һинеке ярты мыҫҡал". Шунан һәр кемдең тапшырған алтынына күрә кәпитәнсә яҙып бирә лә эше тамам. Старателдәр ҡағыҙҙы тотоп контораға - бонға** йүгерә. Ә инде бонға - аҡса ҡағыҙынан эшләнгән ҡөҙрәтле нә-мәгә, ҡош һөтөнән ғәйре бөтә йәнеңә кәрәкте һатып алып була.
Старателдәрҙән алтын ҡабул итеп, сейфҡа тапшыра ла, Заһретдиндың хеҙмәте тамам: кеҫәһенән әлеге батист карманайҙы сығарып, йәмшек табалай ҡып-ҡыҙыл битен һөртөп ала, фанера өҫтөндә түңкәреүле ятҡан алюмин көрөшкәгә тотона. Бер ун-ун биш минут үтеүгә, уның кәйефе күтәрелеп, зәңгәр күктә Ирәндек тауы яғына әкрен генә йөҙгән болоттарға барып олғаша ла, тағы:
Ана килә афтамабиль,
Тейәгәндәр таш күмер...
Бына кем ине ул Заһретдин ағағыҙ! Ул үҙ баһаһын бик яҡшы белде. Теләһә кем менән уралманы, килгән-киткән менән ултырҙаш булманы. Алтын тапҡан кешеләрҙән дә һый-хөрмәт ҡабул итмәне. Старателдәр янында шундай, ә инде участка начальнигы, артель башлығы алдында баҫма булып ятырға ла риза. Әллә ҡайһы тарафтарҙан килен булып төшкән ҡатыны Маһитап уны шулай өйрәткән. "Шул ҡатып бөткән ауылдаштарың менән сыбалма! Башыңды һәләк итерҙәр һинең ул ҡырағайҙарың", - тип Заһретдинды көн һайын киҫәтеп кенә тора. Ә Заһретдин ҡатынын бик тә ярата, һүҙенән бер генә ҡарыш та ситкә сыға алмай.
Бына шулай ғүмер һөрҙө ул Заһретдин.
Әллә ҡайҙан һуғыш башланып китте. Мәгәр бының башындағы бер сәсе лә ҡыбырламаны: военком бер аҙна үтеүгә районға саҡырып, ҡулына бронь тоттороп ҡайтарҙы. Һуғыш бөткәнсе, май эсендәге бөйөр шикелле, ғәмһеҙ генә донъя көтөп ятырға ине ниәте. Ләкин эш үҙе уйлағанса барып сыҡманы: старателдәрҙең күбеһе кәйлә-көрәктәрен - мылтыҡҡа, һары балсыҡҡа буялған брезент көпөләрен шинелгә алмаштырҙы. Алтын эшләү һүнде, старателдәр артелен яптылар, юҡҡа хисап булғас, ҡабул итеү пунктын да бөтөрҙөләр. Шулайтып, Заһретдиндың хәжәте ҡалманы. Хәрби комиссариат повесткаһы уны ла эҙләп тапты. Районға барғас, ул: "Как же, минең бронем бар бит!" - тип ауыҙ ғына асҡайны, уныһын тартып алдылар ҙа ҡулына икенсе документ тотторҙолар. Сургучлы мисәт баҫылған конверт тышына: "Командиру воинской части V... при Н... кавалерийском училище", - тип яҙылғайны. Хәрби комиссариатта: "Минең менән тағы кемдәр бара? Ул ниндәй часть һуң ул?" - тип һорашырға ла самалағайны, ҡулына документ тотторған лейтенант Заһретдиндың бер унда, бер бында һуғылып, ни эшләргә белмәй йөрөгәнен күреп: "Иптәш Итәлмасов! Документығыҙ ҡулығыҙҙа, бөгөнгө киске поезга өлгөрөгөҙ! Шагом марш!" - тип екерҙе. Хәрби комиссариат менән тамам хушлашып, тышта көтөп ултырған ҡатыны янына сыҡты. Иренең һөмһөрө ҡойолоп килеүенән Маһитап эштең хөрт икәнлеген төшөнөп алды.
- Нишләй, нимә тинеләр? Ҡалдырҙылармы?
- Эйе, ҡалдырҙылар! Көтөп тор! Ҡана, дилбегәне бир! Хәҙер стансаға, киске поезға барып етергә кәрәк, - тип Заһретдин атын Ҡаръятмаҫ тауы яғына борҙо.
Ҡаръятмаҫты күтәрелеп, юл һарҡыуға табан киткәс, Заһретдин галифе кеҫәһенән теге конвертты сығарып, яңынан яҙыуын уҡыны ла: "Бер үҙемә конверт биргәс, бигүк юҡ часть түгелдер әле. Йә шул командирҙарына урынбаҫар-фәлән кәрәктер, унда ла беҙҙең һымаҡ эш мәнеһен, донъяның рәт-сиратын белгән кешеләр кәрәкмәй тиһеңме ни?" - тип уйланы ла бер аҙ кәйефе күтәрелеп, күңеле тыныслана төштө.
Тик, инәһеҙ, мынауы "кавалерия" тигән һүҙе генә эсте бошора бит әле. Заһретдин күҙен йомоп уйға сумды. Ауылда тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, малайҙар шикелле, атҡа әүәҫлеге булманы. Биш-алты йәштә ат һуғарырға тип барғанда яй ғына юртып киткән бейәнән йығылып ҡалды ла бүтәнсә ат менеү түгел, эргәһенә бармаҫ булды. Хатта һуғарырға ла теҙгененән етәкләп кенә алып бара. Бына ошо кешене кавалерияға яҙғандар!..
- Ҡайтҡас, ауылдаштар һорашһа-нитһә, теләһә ни һөйләп йөрөмә. Уға ғына ҙур конверт тоттороп, үҙен генә махсус часҡа оҙаттылар, тиерһең, - тине мыштайып килгән ҡатынына.
Кем белә, хата булған тип, кире ҡайтарып ебәрерҙәр әле. Улай тигәс тә, "Главзолото" начальнигы Серебровский үҙе ҡул бирешеп күрешә торғайны бит...

II

Вагон тәгәрмәстәренең шаҡылдауын тыңлап, икеһе ике төрлө уйға сумған ауылдаштар оҙаҡ ҡына өндәшмәй барҙы. Заһретдин бик ғәмһеҙ күренгән юлдашына тағы бер ҡарап алды ла йәлпәк битенә етдилек йүгертеп, бер нисә тапҡыр тамағын ҡырҙы. Шунан тауышын ҡалынайтыбыраҡ Ғилмишәрифкә өндәште:
- Самаңа ҡарағанда, земляк, һин дә шул әрмиәгә китеп бараһыңдыр инде? Юлың уң булһын! - тигән булды.
- Эйе. Былай колхоз хужаларының мине алып ҡалырға ниәттәре лә юҡ түгел ине, ләкин ҡырталашып китеп барған көн. Мынауындай хәтәр заманда ниндәй йөрәк менән сыҙап ятмаҡ кәрәк? Ил күргәнде күрмәй әмәл юҡ.
Мәте Заһрый юлдашына аптырабыраҡ ҡарап ултырҙы ла: "Ҡара, ҡара, ниндәйерәк хәбәр һөйләгән була: йәнәһе лә, уны колхоз алып ҡалырға тырышҡан, һинең хәжәтең дә колхозыңа шул үҙең саҡлы ғына инде!" - тип уйлап ҡуйҙы.
Станция һайын уларҙы ҡыҫырыҡлап вагонға килеп тулған кешеләр башланған әңгәмәне йыш ҡына өҙөргә мәжбүр итте. Елкәләренә тоҡ аҫҡан, ҡулдарына ҡайһыһы фанер сумаҙан, ҡайһыһы ҡумтаға оҡшаған һандыҡтың йоҙағынан тотоп инеп-сығып тороусылар бер-береһен этә-төртә шаулашып ҡыҫыҡ вагонда урын дауланы. Ә былар баштан инеп алған урындарында, йомортҡа баҫҡан тауыҡ шикелле, ултыра бирҙе. Шулай ҙа Ҡарталы станцияһына етеп, көньяҡҡа - Ташкент, Ырымбур, Кустанай яғына барыусылар шау-гөр килеп вагондан төшөп ҡалғас, Силәбегә китеүселәрҙең һаны байтаҡҡа кәмене. Заһретдин Ҡарталыла төшөп, әҙерәк перронда йөрөп инде лә тағы ауылдашының ҡаршыһына ултырҙы.
- Ҡайҙәле, ауылдаш! Документтарыңды күрһәт! Ҡайҙа сәфәр тотаһың икән? Ҡарайыҡ әле, - тине.
Әммә Ғилмишәриф, ауылдашы уйлағанса, бигүк бер ҡатлы булып сыҡманы:
- Нимәгә кәрәк ул һиңә? Урын-еренә барып еткәс, кәрәкле кешеһенә күрһәтермен, - тине.
Ғилмишәрифтең яуабы Заһретдинды аптырауға ҡалдырҙы.
- Мин ни... былай ғына... ауылдаш тип ҡайҙа барыуыңды белергә тип ҡыҙыҡһынғайным, - тигән булды. Бер аҙҙан Заһретдин аяғүрә баҫты ла галифе кеҫәһенән хәрби комиссариат биреп ебәргән пакетты сығарҙы, бөтә кеше ишетерлек итеп конверт тышына яҙған адресты уҡып ишеттерҙе.
- Бына шулай, Ғилмишәриф ҡусты, бер үҙемә бер пакет тотоп, ҙур командир ҡарамағына китеп барам. Райондың военкомы Белоногов кабинетында үҙ ҡулы менән тапшырҙы. "Бына иптәш Итәлмасов! Ошондай яуаплы вазифаны йөкмәтеү өсөн, районда эҙләп-эҙләп ҡараныҡ та, һинән дә ҡулайыраҡ кеше табалманыҡ. Тапшырылған бурысты урын-еренә еткереп үтәрһең, тип ныҡ ышанабыҙ", тип ҡулды ҡыҫты. Яуаплы етәкселәр бөтә урында ла: әрмиәлә лә, тылда ла кәрәк ул", - тип Заһретдин һүҙен осланы.
Ғилмишәриф бер ни өндәшмәһә лә, ауылдашы менән үҙенең бер часҡа китеп барыуын белде. Шулай ҙа, был бер ҙур урынға тәғәйенләнгән икән, тип фекер йөрөттө.
Бер аҙ бара биргәс, Заһретдин түбәнге кәштәгә баҫты ла өҫтә ятҡан сумаҙанын төшөрөргә уйланы. Таш тултырғандай ауыр сумаҙанын тартҡыслап ҡараны ла Ғилмишәрифкә:
- Ҡусты! Ҡана, әҙерәк ярҙам итсе әле, ошо сумаҙан булған нәмәне аҫҡа төшөрәйек, - тине. Ғилмишәриф бер аяғына ғына баҫты ла икенсе ҡулы менән елтерәтеп сумаҙанды аҫҡы кәштәгә, ауылдашы алдына ҡуйҙы. Заһретдин, һөйләнә-һөйләнә, сумаҙан ҡайыштарын сисергә тотондо.
- Юлда килә торғас, ҡорһаҡ та асҡан әле. Әҙерәк әүҡәтләнеп алырға кәрәк, - тигәнен генә аңланы ауылдашы.
Заһретдин ҡағыҙға, аҡ сепрәккә төрөлгән аҙыҡты үҙ эргәһенә һалды ла сумаҙанының өҫкө ҡапҡасынан өҫтәл яһап, бәләкәй генә сигелгән ашъяулыҡ йәйҙе. Сумаҙаны төбөнән мөгөҙ һаплы ялтыр бәке сығарып, ҡаҡлаған колбаса, йылҡы ҡаҙыһы тураны, сепрәгенә майы һеңгән ҡаҡлаған ҡаҙ сығарып, бер ботон айырып һалды. Алтын лавкаларында ғына һатыла торған француз булкаһын киҫәк-киҫәк итеп телде лә бер-береһе өҫтөнә өйҙө. Шунан ыҡсым ғына тоҡсайҙан сабый бала дәүмәллеге бөкөлө быяла һауыт сығарҙы, тотҡаһына йылтыр тимер сынйыр бәйләнгән алюмин көрөшкәһенә спирт һалды. Был шулай бара, ә тоҡтары, сумаҙандары өҫтөнә ултырған кешеләр вагон эсен солғап алған тәмле-томло аҙыҡ, спирт еҫенә мырш-мырш итеп танауҙарын тартып ала. Заһретдин күкрәген тултырып эскә тын алды ла, күҙен йомоп, алюмин көрөшкәне бушатып ҡуйҙы. Шунан оҙаҡ ҡына "һә... һә!.." тип ситкә тын бөрккәс, ҙур ләззәт менән ашарға кереште.
Бер аҙ ашап алғас, Заһретдин сумаҙан өҫтөндә ултырған көрөшкәне ҡулына алып төбөнә текләп ултырҙы ла кире урынына ҡуйҙы. Кирелә биреп бөтә вагонға ишетелерлек итеп кикерҙе, ашъяулығын йыйып, сумаҙанына кире тыҡты.
- Ғилмишәриф ҡусты...
Поезд йөрөшөнә ҡаршы йүгергән даланы, унда-бында үҫкән сауҡалыҡтарҙы ҡарап барған Ғилмишәриф үҙ исемен ишетеп һиҫкәнеп ҡуйҙы - Заһретдин өндәшә икән.
- Ғилмишәриф ҡусты! Мынауы сумаҙанды кире урынына ҡуйсы әле!
Ни хәл итһен, йәш кеше ауыр сумаҙанды өҫкө кәштәгә ырғытты ла кире урынына ултырҙы. Бер аҙ барғас, үҙе лә тамаҡ ялғарға булды. Мөйөштә ятҡан ауыҙы бәйле моҡсайынан ҡалай көрөшкә сығарып, титандан ҡайнар һыу килтерҙе. Бер төйөнсөктән көлдә бешкән өшә һындырып ашай башланы. Уның икмәген таҙа тештәре менән сытырлатып сәйнәүенән Заһретдин сөсө икмәгенә киндер орлоғо ҡушып бешерелгәнен аңланы. Ул нишләптер Ғилмишәрифтән күҙен алмай өҙлөкһөҙ текләп ултырҙы, бер нисә тапҡыр уға ниҙер әйтергә теләгән шикелле эйелеп тә ҡуйҙы, ләкин өндәшмәне. Ғилмишәриф бер-ике уртлап һыу эсте лә икенсе моҡсайынан сығарып һыулы көрөшкәһенә талҡан һала башланы. Шуны иҙеп, бутҡа һымаҡ нәмә яһаны.
Заһретдин ерәнгән кеүек ҡарап алды ла тамбурға сығып китте. Йәнәһе лә, бергә барһалар ҙа, икеһе ике кеше. Шулайтып, урынға килеп еткәнсе, быларҙың береһе вагонда рәхәтләнеп тәмле-татлы ашап, ә икенсеһе ҡайнаған һыуға талҡан болғап туҡланып килде.

III

Уларҙың хеҙмәт итәһе часы Н. ҡалаһының көнсығышында урман араһындағы землянкаларҙа урынлашҡан булып сыҡты. Штабтың строевой бүлегендә документтарын тапшырыр алдынан оло сумаҙанын һөйрәп арманһыҙ булған Заһретдин, ер аҫтына төшөп киткән ҡараңғы коридорға килеп ингәс, Ғилмишәрифтең еңенән тартты ла:
- Земляк, сабыр ит әле! Документты мин алдан бирәйем, - тине.
- Әйҙә, әйҙә! Тапшыра күр.
Заһретдиндың үҙ уйы бар: штабта тегенең документын алдан ҡарап, миңә тәғәйен урынға яңылыш уны ебәреп ҡуймаһындар. Шунан "Строевая часть" тип яҙылған ишеккә башын тығып:
- Разрешти! - тип ҡысҡырҙы. Өҫтәл артында ниҙер яҙып ултырған өлкән сержант быларға әйләнде лә, был ике кешене баянан бирле көтөп ултырғандай:
- Ваши документы! - тине.
Заһретдин документын беренсе булып һондо. Сержант конвертты шатыр-шотор һүтте лә, эсендәге ҡағыҙға күҙ йүгертеп, иғтибарһыҙ ғына ситкә этеп ҡуйҙы. Уның шулай бик һаҡһыҙ ҡыланыуы Заһретдиндың эсен бошорҙо. Заһретдин бит өлкән сержант торған барьерҙың бәләкәй ишеген асып сығыр ҙа ҡосаҡтарын йәйеп: "Уй, иптәш Итәлмасов, килеп еттеңме инде! Беҙ һине командир менән күптән көтә инек!" - тип өтәләнергә тотонор тип уйлағайны. Өлкән сержант Ғилмишәрифтең дә документын әлеге ҡағыҙ өҫтөнә ырғытты, шунан телефондан кемделер саҡырҙы. Күп тә үтмәй, киң яңаҡлы, ҡыҫыҡ күҙле, ҡамыт аяҡлы старшина, шпорҙарын сылтыратып, быларҙы үҙе артынан эйәртеп алып китте. Ғилмишәриф: "Минең земляк артта ҡалды бит, көтөп алайыҡ", - тип эргәһендә барған старшинаға ишара яһаны. Ә тегеһе артына әйләнеп ҡараны ла:
- Давай, давай, повеселее! - тип ҡысҡырҙы.
Заһретдин, сумаҙанын хром итегенең ҡуңысына һуға-һуға килеп етте лә, аһылдап, сумаҙаны өҫтөнә ултырҙы.
- А ну встать! Вишь расселся, как князь! - Старшина ҡысҡырып ебәрҙе. - Һин нимә? Сумаҙаныңа таш тейәп килә ятаһыңмы әллә?
Ауылдаштар эсе үҙҙәре кеүек кешеләр менән шығырым тулған ҡараңғы землянкаға барып инде. Старшина ике ҡатлы ҡаҡ һәндерәнең бер мөйөшөнән урын күрһәтте лә ҡайҙалыр китеп юғалды.
Бер аҙҙан:
- Бөгөн бер ниндәй ҙә йылы аш көтмәгеҙ! Ни алып килгәнһегеҙ, шуның менән туҡланып ятығыҙ! - тигән команда булды.
Һәр кем үҙ йүнен үҙе күреп ятырға әҙерләнде. Заһретдиндың тамағына аш барманы. Бер аҙ ултырғас, ул спирт һалып эсеп, тамағына ҡапҡылап та ҡараны, ләкин күңеле үҫмәне, күңелен ҡара һөрөм, ауыр болот баҫты.
Иртәнге сәғәт алтыла "подъем!" иғлан иттеләр. Силғау, аяҡ, тир еҫе аңҡыған бөркөү коридорҙа һуҡыр шәм яҡтыһында аяҡ тыпырлауы, бер-береһе менән төртөшөп һүгенеү тауыштары ишетелде. Иҙән уртаһында баҫып сәғәтенә ҡарап торған старшина:
- Живее, живее! Быстрее в строй! - тип ашыҡтырҙы.
Кейенеп бөткәндәре стройға йүгерҙе. Иң аҙаҡтан булһа ла, Заһретдин да барып баҫты. Кешеләр урындарын алып тынысланғас, старшина саф алдына сығып баҫты ла, шпорҙарын зыңлатҡанса үксәһен үксәгә һуғып:
- Иптәштәр! Һеҙ Ҡыҙыл Армия, уның данлыҡлы кавалерияһы өсөн менге аттарҙы өйрәтә торған училище янындағы ремонт часына хеҙмәткә саҡырылғанһығыҙ, - тип белдерҙе.
- Вот это да!
- Вот это здорово! Мин ат тигән хайуанды ғүмеремдә күргәнем дә юҡ! - тигән тауыштар ишетелеп ҡалды. Былай ҙа эсе бошоп саҡ торған Заһретдиндың йәне алҡымына килде. Ул ат өйрәтеү түгел, атҡа атланғанын да хәтерләмәй.
- Бына ошо часҡа килгән аттарҙы менгегә, тәүге кавалерия алымдарына өйрәтәбеҙ ҙә, уларҙы Ҡыҙыл Армияға тапшырабыҙ. Эскадрон писары һеҙҙең исемегеҙҙе алып бөткәс, иртәнге ашҡа барабыҙ. Ә унан һеҙҙе мунса төшөрөп, обмундирование таратып бирәбеҙ. Аңлашыламы? Һорауҙар бармы?
- Атта йөрөй белмәгән кешеләрҙе нишләтәһегеҙ? Пример, бына мин үгеҙҙән башҡа хайуан менән эш иткәнем юҡ! - тип ҡысҡырҙы берәү.
- Башта үҙегеҙҙе өйрәтәбеҙ. Ә шунан инде һеҙ үҙегеҙгә беркетелгән аттарҙы өйрәтергә тотонаһығыҙ. Ясно?
- Ясно!

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.07.23 | Ҡаралған: 97

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru