«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАШҠОРТ АТЫ" БАЙРАМЫНА КИЛЕГЕҘ!
+  - 

11 августан 13-нә тиклем Баймаҡ районы Граф күле буйында икенсе тапҡыр "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивале уҙғарыласаҡ. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү һәм һөнәрселек традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.

Ҡыҙыҡ буласаҡмы?

Фестиваль программаһы бик бай. Беренсе көнөндә, 11 август (йома), ат спорты ярыштарының һайлап алыу турҙары уҙғарыла. 12 август (шәмбе) - фестивалдең төп көнө. Был көндә ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн үҙәгендә башҡорт аты булған күркәм тамашалар ойоштороласаҡ. Улар араһында түбәндәгеләр бар:
- Бәйге. Еңеүсегә - автомобиль.
- "Ауҙарыш" (һыбай көрәш), "Ылаҡ" (командалар уйыны, ҡаршы яҡтың ҡаҙанына "гол" индерергә кәрәк, төп бүләк - миллион һум аҡса) кеүек милли спорт төрҙәре буйынса ярыш. Атты менгегә өйрәтеүселәрҙең "Тай-тулаҡ" чемпионаты, һыбай уҡ атыу. - Төрлө тоҡом аттары күргәҙмәһе.
- Ҡымыҙфестта республиканың ҡымыҙ етештереүселәре иң оҫта ҡымыҙсы исемен алыу өсөн ярыша, ә ҡунаҡтар данлыҡлы башҡорт ҡымыҙынан ауыҙ итеп ҡарай ала.
- 11 август кисендә фестиваль ҡунаҡтары өсөн башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм саҡырылған артистар матур мәҙәни сара әҙерләй.
- "Йылҡы малы тоҡомон үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү мәсьәләләре" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Унда Дағстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Әзербайжан илдәренән, Ҡырым, Ҡырғыҙ, Чечен республикаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән сығыш яһаусылар көтөлә.
Фестивалдең тулы программаһы менән уның рәсми сайтын асып танышырға мөмкин. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн сауҙа итеү, йәмәғәт туҡланыуы урындары һәм бушлай туҡталҡалар булдырыласаҡ.

Балаларға ҡыҙыҡмы?

Фестиваль сиктәрендә балалар өсөн интерактив уйындар ойошторола, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының спектакле күрһәтелә, "Суҡмар ырғытыу", "Таш күтәреү", "Тартыш", "Таяҡ тартыу", "Көрәш", "Ҡымыҙ миле" йүгереүселәр ярышы, "Тарт-эт" кеүек милли уйындар һәм спорт ярыштары ла буласаҡ.

Ҡайһы юлдан барырға?

Шәхси автомобилегеҙ менән булһағыҙ, түбәндәге юлдар буйлап барырға мөмкин:
- Сәрмән - Баймаҡ: Темәс - Түбә - Иҫән - Грф күле йәки Баймаҡ аша - Граф күле;
- Ира - Магнитогорск: Юлдыбай аша - Баймаҡ - Граф күле;
- Магнитогорск - Ира: Сибай аша - Баймаҡ - Граф күле.
Фестиваль уҙғарылған урындың GPS-координаттары: 52.6493197, 58.3256030, Өфөнән 410 километр алыҫлыҡта. Юл буйында күрһәткестәр ҡуйыласаҡ.
Йәмәғәт транспорты менән юлланған осраҡта, Баймаҡҡа тиклем килеп еткәс, фестиваль уҙғарылған урынға тиклем махсус маршрут автобустарына ултырып барырға мөмкин. Ул ни бары өс километр юл араһында.

Ҡайҙа йәшәргә була?

Яҡындағы ял базаларында йоҡларға урындар етмәйәсәк! Шуға Баймаҡ ҡалаһы һәм районы, Белорет, Сибай ҡалалары, Белорет һәм Әбйәлил райондары ҡунаҡханаларында туҡтарға мөмкин. Урындарҙы алдан үҙаллы хәстәрләп ҡуйырға кәрәк булыр.

Бәйгелә нисек ҡатнашырға?

Бәйгелә һәм спорт ярыштарында ҡатнашыу өсөн bashkort-aty.ru һылтанмаһы буйлап, фестивалдең рәсми сайтында "Теркәлеү" бүлегендә теркәлеү үтергә кәрәк.

Һорауҙар булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Фестивалгә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар буйынса 112, өҫтәлмә 4 һандары буйынса Республика ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә.

Шулай итеп...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында былай тине:
- Был сара башҡорт тоҡомло атҡа бәйләнешле. Йылдан-йыл уның әһәмиәте артырға тейеш. Ваҡыт үтеү менән төбәк-ара фестивалгә әүерелеп тә китер. Ҡалмыҡ, ҡарасай-черкес, татарҙар беҙҙең менән был йүнәлештә һөйләшергә теләй. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Туризм министрлығы аша күберәк кеше килә алһын тип килештек. Урал аръяғының яҡын райондары хакимиәттәре башлыҡтарына халыҡ килеп, сараны күтәрмәләшһен, тип мөрәжәғәт итәм. Был Баймаҡ ҡына түгел, республика фестивале".
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев быға яуап итеп, әле әҙерлек эштәре барыуы һәм уңышлы тамамланырын ышаныс менән раҫланы.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.07.23 | Ҡаралған: 108

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru