«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
…БУЛҺАҢ, "КИСКЕ ӨФӨ"НӨ УҠЫР ИНЕҢ
+  - 


Ошо һүҙбәйләнештәге "... булһаң" тигәндең алдынан кешенең сифаттарынмы, ғәмәлдәренме белдергән бик күп һүҙҙәр ҡуйырға мөмкин: мәҫәлән, "Аңлы булһаң", "Илһөйәр булһаң", "Телһөйәр булһаң", "Ғәмле булһаң" һәм башҡалар. Әйткәндәрем менән ысынлап та гәзит, журнал, китаптан айырылған милләттәштең сәмен уятмаҡсымын әле: эйе, аңлы, илһөйәр, телһөйәр булһаң, һин "Киске Өфө"нө, шулай уҡ башҡорт телендә сыҡҡан башҡа баҫмаларҙы ла уҡыр инең. Хәйер, был ишара әлеге ваҡытта "Киске Өфө"нән айырылмаған уҡыусыларыбыҙға төбәлмәй, әйтелгәндәрҙе үҙ адресығыҙға ҡабул итеп ҡуймағыҙ берүк.

Эйе, башҡалар ҙа уҡымай тормайҙыр. Ләкин нимә уҡый бит! Башлыса халыҡ социаль селтәрҙәрҙәге сүп-сар, юҡ-бар хәбәрҙәр менән тултыра мәғлүмәт тоҡсайын. Шундай еңел-елпе хәбәрҙәрҙе беҙ "һары матбуғат" тип атаған ниндәйҙер ҡағыҙ баҫмаларҙан да уҡырға мөмкиндәр. Ошо арала бер ҡатындың шулай тип һөйләгәне ҡолағыма салынып ҡалды. Эргәһендәге әхирәте менән әңгәмәләшә был.
- Беләһеңме, шул тиклем шәп бер гәзиткә юлыҡтым. Нисек уны быға саҡлы белмәгәнмендер...
- "Киске Өфө"нө әйтәһеңме? Эйе, мин дә уны Өфөләгеләр өсөн генә сыға икән тип, байтаҡ алдырмай йөрөнөм, - тигән ҡатындың һүҙен икенсеһе йөпләр тип ышанып, тын ҡалдым.
- Юҡ, был беҙҙең гәзит түгел. Татарстанда сыға. Донъяуи йөкмәткеле. Ғүмер буйы ир менән йәшәп, уны нисек әҙәмгә әйләндереү тураһында ла белмәгәнмен. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре тураһында күп яҙалар... Кешеләрҙәге яман ғәҙәттәр тураһында фәһем алырлыҡ материалдар баҫтыралар. Ул төрлө кәңәш-төңәштәр тиһеңме...
- Һуң, ундай материалдар беҙҙең гәзиттәрҙә лә баҫыла инде...
- Юҡ, юҡ, былар бик матур итеп яҙа. Журналистары шунда уҡ эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр алып барып, мәҫәлән, ир менән ҡатындың ни өсөн айырылғанын, ниңә хыянат иткәненә тиклем асыҡлап, тикшереп, төбөнә тоҙ ҡуйып уҡ ҡуя...
- Бөтә донъя ғәйбәте шунда инде әтеү. Мин ундай гәзиттәрҙе уҡырға яратмайым...
Ярай әле әхирәттәрҙең береһе тәүгеһенән аңлыраҡ булып сыҡты. Ә бит бөгөн күптәр ошолай: уларҙы тормоштағы ғәйбәт-ғибрәт кенә ҡыҙыҡһындыра. Бик йәл...

...Ә беҙ бына егерме йыл инде милләтте тәрбиәләргә, уға дөрөҫ юл күрһәтергә, дөрөҫ ҡиммәттәр һеңдерергә тырышып ижад итәбеҙ "Киске Өфө"бөҙҙө. Үтә яуаплы бурыс атҡарабыҙ, тигән ышаныстабыҙ. Әммә... Беҙ һуңлағанбыҙмы, йәғни бындай гәзитте уҡыусылар үткән заманда тороп ҡалғанмы? Әллә "поездан алда йүгерәбеҙме", йәғни киләсәк кешеләренә төбәлгәнме беҙ яҙғандар? Бөгөн тиражыбыҙҙың кәмегәндән-кәмегәнен күреп, шулай тип ярһып уйланабыҙ. Бына әле быйылғы йылдың икенсе яртыһы өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу һөҙөмтәләрен ҡарап, ғәжәпкә ҡалып ултырыуыбыҙ. Хатта гәзитебеҙҙе иң күп алдырған Баймаҡ районында ла 200-ләп кенә уҡыусыбыҙ ҡалған...

...Шундай риүәйәт иҫкә төшә: "Бер кеше Аҡһаҡал эргәһенә килгән дә, шулай тигән: "Һеҙ бына гел аҡыллы һүҙҙәр һөйләйһегеҙ, өгөт-нәсихәт уҡыйһығыҙ, иманға саҡыраһығыҙ. Ләкин һеҙҙең арттан берәү ҙә эйәрмәй, һөйләгәндәрегеҙгә ҡолаҡ һалмай. Мин иһә кешеләргә төрлө ахмаҡлыҡтар, аҙғындар, эскеселәр тураһында һөйләйем, ниңәлер минең арттан эйәрәләр..." - тигән. "Эйе, мин үҙемдең вәғәздәрем менән кешеләрҙе бейек тауға менергә өндәйем бит, ләкин тауға үрмәләргә һәр кемдең хәленән килмәй. Һәр кем дә ысын Хәҡиҡәт юғарыла, тау башында икәнен белмәй, белер ине лә, тик беҙҙең аҡылды тыңламай", - тип яуап биргән Аҡһаҡал".
Был риүәйәттәге ишараны шәйләгәнһегеҙҙер, ул бөгөн туған телдә сыҡҡан баҫмаларҙы уҡымаған милләттәштәргә лә ҡағыла булыр...

...Әйткәндәй, ошо көндәрҙә вацаптағы чаттарҙа бер видеояҙма йөрөнө. "Япондар ни өсөн оҙаҡ йәшәй?" тигән һорау ҡуйылғайны унда. Япондарҙа бөгөн биш йөҙ меңләп йөҙ йәште уҙғандар йәшәүе, ун биш йылдан уларҙың һаны миллионға етәсәге тураһында хәбәр итте сығыш яһаусы. Бындай хәл башҡа бер илдә лә булмауын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан был хәлдең серен былай тип аңлатты: "Йөҙйәшәрлеккә уларҙың туҡланыуы, сей балыҡ, емеш-еләк ашауы сәбәпсе тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Былай туҡланыусы илдәр бихисап, иллә-мәгәр уларҙа оҙаҡ йәшәүселәр барыбер күпкә кәмерәк. Был хәлдең сере - япон кешеһе үҙ уйҙарын, үҙ һүҙен контролдә тоторға өйрәнгән. Улар кем менән генә һөйләшкәндә лә уның кәйефен төшөрөрлөк һүҙ әйтеүҙән, юҡ тип әйтеүҙән тыйыла. Улар үҙҙәренең лөғәтенән негативты ла, юҡ тигәнде лә алып ташлаған. Улар насар уй, насар хәбәр, ғәйбәт-фәләндең кеше кәйефенә генә түгел, һаулығына ла насар йоғонто яһағанын белә. Бына шундай позитив көйләнештә булған өсөн дә улар иҡтисади яҡтан иң алға киткән илдә йәшәй. Ә бит Японияла дөгө сәсерлек тә ер, ҡаҙылма байлыҡтар ҙа юҡ..."
Эйе, беҙ артыҡ ныҡ бирелдек Негатив ғали йәнәптәре йоғонтоһона, беҙҙең бар бәләләргә, бар сир-ҡазаларға уйҙарыбыҙ сәбәпсе, тип саң ҡаға бөгөн Кешелектең йәшәйеше өсөн борсолған ғалимдар, зыялылар. Ошоно аңлап, яҡты уйҙар менән йәшәгәндәр, әлбиттә, Аллаһ хозурында, фатихаһында, һөйөүендә... Ә бына негативҡа, ҡурҡыуға, нәфрәткә, асыуға, үпкәләүҙәргә, ҡыҫҡаһы, кешенең нәфселе сәмен ҡуҙғытыуға юлыҡтыра торған мәғлүмәт сығанаҡтары уны Аллаһ хозурына ирештерә алырмы? Һығымтаһын үҙегеҙ яһағыҙ...

...Ә шулай ҙа беҙ гәзитебеҙ биттәрендә урын алған хәҡиҡәти һүҙҙең, зыялыларыбыҙ фекерҙәренең бар милләттәштәргә лә барып етмәүенә көйөнә-көйөнә, аҙ ғына тираждар менән булһа ла, баҫмабыҙҙы нәшерләүҙе дауам итәбеҙ әле. Нисек кенә булмаһын, аҡ ҡағыҙ биттәре аша кешеләргә өгөт-нәсихәт, донъяуи тәжрибә-һабаҡтар, изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышаныу кеүек ҡиммәттәрҙе еткереүҙе туҡтатырға ярамай, тибеҙ. Әгәр ҙә беҙ булмышыбыҙҙан ситләшәбеҙ, аңыбыҙҙы, уйҙарыбыҙҙы үҙлегебеҙ ерлегендә ҡормайбыҙ икән, юҡҡа сығыуҙың сәбәбе ошо булырға ла мөмкин. Ошо хәҡиҡәтте аңларға ярҙам итеү бурысыбыҙ. Әйҙәгеҙ, "Киске Өфө" гәзитендәге аҫыл һүҙҙәрҙе уҡып, бергәләп уйланайыҡ, донъяуи һорауҙарға бергәләп яуап эҙләйек, бергә-бергә фекер ҡорайыҡ, аҡыл тирәйек, кәңәш-төңәш итәйек. Рухланайыҡ, тип әйтмәксе инем...

Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.23 | Ҡаралған: 134

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru