«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

"Урал батыр" эпосы - башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары хаҡында ҡиммәтле сығанаҡ

Башҡорт фольклоры ("Урал батыр" эпосы)

5. Башҡорт фольклорында Авесталағы уңдырышлылыҡ алиһәһенә арналған гимнға "Аҡбуҙат" эпосы тап килә. Әгәр Авестала, Ардви Сураға ҡорбан килтереп, унан күп башлы йылан рәүешендәге дейеүҙәрҙе, сихырсыларҙы, яуыз ендәрҙе еңергә, йә иһә иҫәпһеҙ йылҡы көтөүҙәренә эйә булырға ярҙам итеүҙе үтенһәләр, "Аҡбуҙат" эпосында Шүлгәндең һыу аҫты батшалығы һүрәтләнә, унда барса ошо яуыз һәм изге көстәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ хайуандар Шүлгән ҡарамағында булып, уға хеҙмәт итә. Улар араһында ун ике башлы Ҡәһҡәһә (Авестала - Дахака) батша власының төп терәге була. //Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том. Эпос. - Өфө, "Китап", 1998. 150-се бит.
Эпос геройы Һәүбән - легендар Сура батырҙың улы - Аҡбуҙатты үҙенә буйһондорғас , дейеүҙәр ҡасып бөтә. (Шунда уҡ. 151-се бит).
Улар икәүләшеп Шүлгәнде еңә һәм тотҡонлоҡта яфа сиккән барса ер ҡыҙҙарын азат итә; улар ерҙәге батшаны - Мәсем ханды еңеүгә өлгәшә. Һуңынан Һәүбән яраланған ҙур ҡошто осратып, уның яраһын дауаларға ярҙам итә, шунан һуң был ҡош үҙенең ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһын ҡурсалаусы Һомай икәнен белдерә. (Шунда уҡ. 173-сө - 174-се биттәр). Һәүбән Һомайҙың легендар башҡорт геройы Урал батырҙың ҡатыны булғанын белә. Һәүбән үҙе һыу аҫты батшалығы батшаһының ҡыҙы Нәркәскә өйләнә. Уның менән һыуҙан йылҡы өйөрҙәре, һыйыр, һарыҡ көтөүҙәре килеп сығып, ер йөҙөнә тарала. (Шунда уҡ. 177-се бит).
Эпоста Сура батыр заманында кешеләрҙең ерҙә иркен йәшәүе, йылға һәм күл һыуҙарын файҙаланыуы хаҡында бәйән ителә. Башҡа эпостарҙа Сура батыр образы осрамай. Был "Аҡбуҙат" эпосының иң боронғо варианттарында шәхсиләштерелгән Сура батыр образының Авесталағы һыуҙы һәм уңдырышлылыҡты ҡурсалаусы илаһ Ардви-Сураның башҡорт варианты булараҡ барлыҡҡа килеүе хаҡында фекер тыуҙыра. "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостарында кешеләрҙе, ҡойоға йә иһә күлгә ташлап, батырып үлтереү күренештәрен сағылдырған сюжеттар бар. Был, күрәһең, һыуҙы ҡурсалаусыға кешеләрҙе ҡорбан итеү менән бәйле бик боронғо йолаларға барып тоташа. (Шунда уҡ. 163-сө, 172-се биттәр).

6. "Урал батыр" эпосы геройы Урал батыр Самрау батша һәм Ҡояш ҡыҙы Һомай ҡулынан ҡанатлы ат - Аҡбуҙатты һәм булат ҡылысты - көс-ҡеүәт символын ала. Аҡбуҙат ярҙамында Урал батыр барса дошмандарын еңә, һәм Уралда тыныслыҡ тантана итә. (Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. - Өфө: Китап, 2013. 132-се бит). Килтерелгән миҫал боронғо башҡорттарҙың үҙҙәрен Ҡояш тоҡомонан, тип иҫәпләүенә һәм уны хөрмәт итеүенә дәлил булып тора. Быны Ибн-Фаҙлан мәғлүмәттәре лә раҫлай: X быуатта башҡорттар үҙҙәре табынған 12 илаһ араһында күктәге илаһты, йәғни Ҡояшты баш илаһ, тип һанаған.

7. Хәҙерге башҡорттарҙа "Ахыр Заман" тураһында ҡараш киң таралған, ул донъя бөтөүен аңлата. Ысынбарлыҡта ошондай төшөнсәләр, күҙаллауҙар Ерҙәге тормоштоң һүнеү эпохаһы башланыуы менән түгел, ә Ахура Мазданың - донъяны барлыҡҡа килтереүсе төп көстөң - идеаль илаһи донъяһының нығыныуы хаҡындағы ҡараштар менән бәйле. Ахура Мазданың изге идеялары Анхра-Маньюның ҡара, яуыз көстәрен ахырынаса еңгәс, Ерҙә барыһы өсөн "имен тормош", "муллыҡ", "уңышлы тоҡом", "күп йылдар буйына һуҙылған ғүмер" тантана итәсәк" (Авеста... 23-сө бит). Ахура Мазда идеяларының ошо рәүешле үҫеш перспективаларын барлау, ирекһеҙҙән, уны төрки халыҡтары араһында, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, киң таралған "Ахыр Заман" төшөнсәһе, йәғни Ерҙә даими тыныслыҡ һәм именлек урынлашыу ваҡыты хаҡындағы ҡараш менән сағыштырырға ерлек бирә. Бында "Ахыр Заман"ды боҙоп әйтелгән Ахура Мазда исеме, тип фараз итергә генә ҡала.

Авеста (Дүшәнбе. 1990)

5. Һыу һәм уңдырышлылыҡ алиһәһе Ардви хөрмәтенә арналған гимн Авестаның бик мөһим бүлеге булып тора, ул даими рәүештә Сура (көслө) һәм Анахита (пак) эпитеттары менән нарыҡлана. Уны дүрт дәү аҡ айғыр егелгән ике тәгәрмәсле арбала бер туҡтамай елдереп йөрөүсе образында күҙаллайҙар. Ардви-Сура ҡурсалаған һыу ерҙәге тормош, уның сәскә атыуы өсөн иң мөһим булған шарттарҙың береһе; шәфҡәтлеләндереү маҡсатында, уның хөрмәтенә төрлө илаһтар, шул иҫәптән "иҫ китмәле Йима... өс башлы Дахака-Йылан", ҡорбан салған: "йөҙ айғыр, һәм мең һыйыр, һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡуй малы" (26-сы - 52-се биттәр). Ҡорбан салғанда күп илаһтар теләктәрен белдергән:
"Изге Ардви-Сура,
Власҡа эйә булһам ине
Мин кешеләр һәм дейеүҙәр,
Сихырсы ҡарсыҡтар, тылсымсылар,
Кавий тирандары
Һәм уҫал карапандар өҫтөнән.
Дейеүҙәрҙән ҡотҡарһам ине
Байлығымды һәм мөлкәтемде,
Малдарымды һәм баҫыу ашлылығын,
Ҡәнәғәт һәм хөрмәтле булыуымды..." (31-се бит).
Герой үтенә:
" Даландың бир шундайын,
Изге Ардви-Сура,
Өс башлы Йылан-Дахаканы еңер өсөн.
Өс ауыҙлы, алты күҙле,
Мәкерле, ҡыйыш йәнле,
Дейеүҙәр киҫәүе, яуыз,
Ҡеүәтле, көслө,
Ул Анхра-Маньюны эшкәртте
Ялғанда иң көслө булырға
Бар донъяның һәләкәтенә юрап". (32-се бит).

6. Ҡояш айырым табыныу объекты, "иң яҡшы Илаһ", тип ҡабул ителгәнлектән, уның хөрмәтенә Авестаға махсус гимн индерелгән. Ҡояш "етеҙ аттары булған Үлемһеҙ Яҡтылыҡ" рәүешендә күҙалланған.
"Ҡояш сыҡҡан саҡта
Мазданан бирелгән
Яҡтыра ер,
Яҡтыралар барса һыуҙар,
Ағып ятҡандары ла,
Сығанаҡтары һыуҙың,
Аҡмаған һыуҙар,
Һәм диңгеҙ һыуҙары.
Яҡтыра яралтмыштарының
Барсаһы изге Рухтың.
Сыҡмаһа Ҡояш,
Дейеүҙәр юҡ итә
Ерҙәге бар булғанды,
Һәм бында күктә йәшәүселәр
Тәндәр донъяһында
Ҡала алмайҙар" //Шунда уҡ. 54-се - 55-се биттәр.

7. Авестала Ахура Мазда хөрмәтенә арналған гимн бар:
"... Булдырыусы - мин, Ҡурсалаусы,
Һаҡлаусы һәм Барыһын да белеүсе.
Иң изге Рух минең исемем,
Һәм Дауалаусы минең исемем..." (17-се бит). Ахура Мазданың илаһи сифаттары, төп изгелек ҡылыусы булараҡ, 50-нән ашыу ошондайыраҡ һүҙҙәр менән нарыҡлана: "бөйөк", "еңеүсән", "ҡыйратыусан", "зиһенле", "хәҡиҡәт", "асыу тотмаҫ", "иң көслө", "барыһын да күреп тороусы" (15-се - 24-се биттәр). Уның барса үлемһеҙ эшмәкәрлеге Анхра-Манью образында тупланған яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.23 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru