«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ – 2
+  - 


Сафтың ҡойроғонда торған Заһретдин иң һуңғы минутҡа тиклем ниндәйҙер мөғжизәгә ышанды. Был уҫал старшина уның яғына күҙ ташлар ҙа: "Итәлмасов, ко мне!" - тип ҡысҡырыр төҫлө тойолдо. Ләкин уның фамилияһын телгә алыусы кеше булманы, старшина эскадрон писарына ниҙер әйтте лә ҡайҙалыр китеп барҙы. Уның урынына баҫҡан икенсе кеше бөтөнләй ауылса:
- Хәҙер һеҙҙең барығыҙҙың да исемлегегеҙҙе алам! - тип ҡулы менән ишара яһаны ла коридор башындағы тумбочка артына барып ултырҙы.
- Бына һеҙҙән башлайбыҙ, - тине ул саф башында торған оҙон кешегә күрһәтеп. - Ә ҡалғандарығыҙ уның артынан берәм-берәм миңә килеп яҙыла торорһоғоҙ. Заһретдин һаман өмөт итә: эскадрон писары, уның ҡиәфәтенә ҡарар ҙа, ҡарышҡан шикелле, ошондай яуаплы мәлдә әллә ҡайҙа дөмөккән старшинаны саҡырып алыр: "Был иптәште ҡайҙа тәғәйенләйбеҙ? Нисә әйтһәң дә, гражданкала бик ҙур урында эшләгән бит", - тип әйтер тип көттө. Юҡ, булманы, писарь уны исемлеккә яҙып ҡуйғас, эргәһенән китешә алмай күкрәген киреп торған Заһретдиндың өмөт менән янған күҙенә аҫтан өҫкә бер ҡараш атты ла:
- Иптәш... - Ул тиҙ генә исемлегенә күҙ йүгертеп алды. - Иптәш Итәлмасов! Кешеләргә ҡамасаулайһығыҙ, эшегеҙ бөттө, ситкәрәк китегеҙ! - тигәс кенә, өмөтөнөң һуңғы ҡылы өҙөлдө.
Ул, көрһөнөп, бер-ике аҙым атланы ла күҙе менән ауылдашын эҙләне. Ә Ғилмишәриф, бер ни ҙә булмаған төҫлө, үҙе кеүек үк бик ябай ғына кейенгән кешеләр менән көлөшә-көлөшә ниҙер һөйләшә ине. Урмандағы бер соҡор янында төҙөлгән барак кеүегерәк йортҡа ашарға алып барҙылар ҙа, дүрт кешегә берәр котелок тоҙло балыҡ ашы тараттылар. Ҡайһыһы салбар кеҫәһенән, ҡайһыһы итек ҡуңысынан ҡалаҡтарын сығарып шыйыҡ ашты кемуҙарҙан һемерергә тотондо. Заһретдиндың ашҡа тығылмай тик үҙенә тейгән икмәк киҫәген генә көйшәүен күҙәтеп ултырған берәү:
- Земляк! Һин нишләп ашамайһың? Әллә бындай аш тамағыңа бармаймы? Әйҙә аша, аша, - тине. Уның башҡорт кешеһе икәнен белептер инде: - Бында һиңә бишбармаҡ килтермәҫтәр, онот! - тип өҫтәп ҡуйҙы.
- Минең ҡалаҡ юҡ бит әле, - тип мығырланы Заһретдин.
Теге телдәр кеше тағы эләктереп алды.
- Армияла, земляк, ҡалаҡ менән ҡорал икеһе бәрәбәр йөрөй. Ҡоралһыҙ һуғышып булмай, ҡалаҡһыҙ йәшәп булмай. - Шунан, ниҙер иҫенә төшкәндәй, киндер ойоғо ҡуңысынан тағы бер ҡалаҡ сығарҙы. - Бына ҡалаҡ, тик алюмин. Уның менән эҫе ашты эсеп булмай, - тине.
Заһретдин ҡапыл аңғармайыраҡ ҡулын һонғайны, теге ҡалағын йышылмаған өҫтәл аҫтына йәшерә һалды:
- Ҡара, һин кеше малына бик сос икәнһең! Бындай ҡалаҡты һуғыштан алда ярты бот бойҙайға алмаштыралар ине, ә хәҙер баҙары бик юғары.
Ҡалаҡһыҙ эш харап икәнен аңлап алған Заһретдин был кешегә һағыҙаҡ һымаҡ йәбеште. Сауҙалаша торғас, теге кешенең ҡалағын сынйыры менән йөҙ илле һумға һатып алды ла галифе салбарына тыҡты.
Иртәнге аштан һуң уларҙы ҡала буйлатып мунсаға алып киттеләр. Сисенеп ҡәҙерле кейемдәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырап йөрөгән Заһретдиндың төргәген тартып алып, яланғас кешеләрҙең тауышынан шаулап яңғырап торған мунса эсенә индереп ебәрҙеләр. Был бер ҡулы менән оят ерен баҫып, икенсе ҡулы менән старшина биргән шырпы ҡабындай кер һабыны тотоп, бөршәйеп торҙо ла тасҡа сират алған кешеләр артына барып баҫты. Улары ла әллә кемдәр - бөтәһе лә яланғас, танырлыҡ түгел - алдан инеп сиратты боҙҙолар, тастарҙы таратып алып та бөттөләр. Арҡаһын Маһитабынан ғына еҫле һабын менән ышҡытып өйрәнгән Заһретдин һыу мискәһе ҡырына килеп башы аша ике сүмес һыу ҡойҙо ла сығып китте. Һалдат кейемдәре таратып ултырған старшина менән әлеге писарь янына барырҙан алда иҙән уртаһында өйөлөп ятҡан кейем-һалым араһынан затлылығы менән айырылып торған үҙ гимнастеркаһын, галифеһын, хром итектәрен ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып, старшина алдына барып баҫты. Ә теге төпкә батҡан көҙән күҙҙәре менән Заһретдинға яндырып ҡараны ла:
- А ну марш! Кейемдәреңде кире урынына һал! - тип бойорҙо. Шунан һаман шаңғып торған Заһретдиндың кейемдәрен һыпыра тартып алды ла өйөм өҫтөнә атты: - Все ваши вещи пойдут в фонд обороны!
Аптыранған Заһретдин:
- Мин ни өйгә кире ҡайтарырға уйлағайным да, юғиһә... - тип мығырлап үҙенең тире һеңешеп бөткән гимнастерка, галифеһына ҡарап ҡуйҙы. Әҙерәк күңеле йомшара төшкән старшина:
- Иптәш ҡыҙылармеец, һин дөрөҫ аңларға тейешһең: һәр кешенең кейемен ауылына илтеп тапшырып йөрөргә хөкүмәттең артыҡ транспорты юҡ. Кейемдәрегеҙ оборона фондына тапшырыласаҡ. Көнбайыштан немец фашистары оккупациялаған яҡтарҙан ҡасҡан кешеләрҙең күбеһе кейемһеҙ ҡалған, шуларға таратып бирәбеҙ. Конечно, һинең был кейемдәреңде бер яуаплы поста эшләгән кеше эләктереп ала инде. Уныһы факт, ну нишләмәк кәрәк? Дөйөм күрһәтмә шундай. - Старшина урынынан тороп өйөм өҫтөнән Заһретдиндың итеген ҡулына алып ялтыр ҡуңысына усы менән шапылдатып һуҡты: - Итек шәп шул. Мәңгелеккә эшләнгән, - ул Заһретдиндың итеген үҙенә үлсәп ҡараны. - Формаға тап килмәй. Ҡуңыстары оҙон... - Старшина Заһретдинды йәлләпме, уның йыуантыҡ, тоҡорой кәүҙәһенә ҡарай-ҡарай, гимнастерка, галифе һәм кирза итеген үҙе һайлап бирҙе.
Өҫтөнә хәрби кейем, башына йәшел пилотка кейгән Заһретдин мунса быуына һарғайып бөткән көҙгө алдына килеп баҫты. Көҙгөнән уға элекке Суртан приискыһының алтын ҡабул итеп ултырыусыһы Заһретдин түгел, ә үҙенә лә ят булған ҡыҙылармеец ҡарап тора ине. Башҡалар ҙа килде. Шау-шыу, көлкө башланды. Таныштары, ауылдаш, райондаштары, бер-береһен тәү тапҡыр күргән шикелле, ҡул биреп күрешә:
- Ну, малай, һине танырлыҡ та түгел!
- Ҡайһылай ҙа килешә икән! Өҫтөңә һылап ҡаплаған шикелле!
Кискә уларҙы взводтарға, отделениеларға бүлделәр. Заһретдин үҙен Ғилмишәриф менән бер отделениеға ҡуйыуҙарын һораны. Эстән генә: "Нисауа, ауылдаш ауылдаш булыр әле. Ни хәл итәһең, үҙ тиңеңде бынауындай мәхшәр араһында ҡайҙан тапмаҡ кәрәк?" - тип уйланы. Һәр кемгә һалам тултырылған матрац, мендәр, икешәр простыня, одеял бирҙеләр. Старшина үҙенең каптенармусы, отделение командирҙары, помкомвзводтар менән бергә килеп һәндерәнең береһенә матрац түшәп, өҫтөнә простыня йәйҙе, икенсе простыняны түшәккә ҡыялап тартты. Баш осона, текә кәбән шикелле, аҡ мендәрҙе ослайтып ултыртып ҡуйҙы ла янында торған кесе командирҙарға:
- Йә, нисек? - тип өндәште.
- Отлично!
- Бына ошолайтып дауам итегеҙ. Түшәгегеҙҙе мин эшләгән кеүек йәйегеҙ! - тип команда бирҙе.
Күп тә үтмәне, орсоҡ һымаҡ әйләнеп йөрөгән старшинаның икенсе фарманы ишетелде.
- Бөтәгеҙгә лә үҙ әйберҙәрегеҙҙе алып ике шеренгаға теҙелергә!
Һәр кем, ауылдан алып килгән ҡәҙерле муҡсай - "мишауай мешоктарын", сумаҙандарын алдарына ҡуйып, сафҡа теҙелде. Старшина сафты алдан да, арттан да урап сыҡты ла, ҡап уртаға баҫып, бармағы менән таш иҙәнгә төрттө:
- Үҙегеҙ менән алып килгән шмоткаларығыҙҙы бына ошонда өйә башлағыҙ!
Шулай ҙа бит, тик уның әмерен үтәргә ашҡынып торған кеше табылманы. Улар өсөн алдарында ятҡан ошо фанер сумаҙан, мөйөштәренә еп бәйләнгән төрлө төҫтәге киндер тоҡсайҙар, аяҡтары араһына ҡуйылған төрлө төргәктәр, үҙ ауылдары, үҙ яҡындары менән бәйләп торған иң һуңғы еп һымаҡ ине. Старшина:
- Уң флангынан башлайбыҙ! А ну! - тип екергәс, саф башында торған сабаталы ҡыҙылармеец ҡайын туҙынан эшләнгән моҙғаһын аяғы менән алға шылдырҙы ла тотҡаһынан тотоп илтеп һалды.
- А ну, следующий! Кешеләр, күргәҙмәгә ҡуйған шикелле, әйберҙәрен бер-береһенә йәнәш теҙә башланы.
- Баҙарға килтерҙегеҙме ни? Өйөп һалығыҙ! - тип ҡысҡырҙы теге.
Заһретдин ауыр сумаҙанын старшина алдына ҡуйҙы.
- Все, все, товарищ красноармеец! Марш на место! - тип команда бирҙе.
Заһретдин Ғилмишәриф эргәһенә килеп баҫты. "Эх! Кәбәк мейе! Нимәгә кәрәк булғандыр инде килен һандығындай сумаҙанға ярты йыл ашарлыҡ аҙыҡ-әүҡәт тултырып алып килеү. Бигерәк тә анауы спирты менән боҙолмай торған ҡаҡлаған колбаса йәл!.." Заһретдин кешенекенән айырылып ултырған сумаҙанына ҡарап тағы көрһөнөп ҡуйҙы. Ғилмишәриф үҙенең буш тоғон ауылдашының сумаҙаны өҫтөнә ырғытты. Бөтә йыйылған ошо әйберҙәрҙе старшина менән писарь-каптенармус бер урынға ташып өйҙөләр ҙә кеше күҙен ҡыҙҙырып ятмаһын өсөн өҫтөн брезент менән ҡапланылар. Кискә өйөм эргәһенә мылтыҡлы бер часовой ҙа ҡуйҙылар.

IV

Иртәнге тамаҡтан һуң практик занятиелар башланды. Уларҙы, иген ырҙыны һымаҡ ялтырап ятҡан манежға алып килделәр, һалдаттарҙы отделениеларына бүлеп, шундағы тып-тын торған сәйер аттарға ҡаратып ҡуйҙылар. Бер хәрби ҡулындағы сыбығын һауала болғай-болғай мәсьәләнең асылын аңлатты:
- Хәҙер вольтижировка башлана, һәр берегеҙ, мин күрһәткәнсә, һыбай килеш кавалерия алымдарын башҡарырға тейешһегеҙ. Бына ошолай, - тип йүгереп барып ат ялына ике ҡулы менән йәбеште лә төп-төҙ аяҡтарын ситкә ырғытып арғымаҡ өҫтөнә менеп тә ултырҙы. Шунан сос ҡына һикереп төштө. Артҡараҡ сыҡты, йүгереп килеп ҡойроҡ яғынан һикереп менеп ултырҙы. Эйәр ҡашағаһына ике ҡулы менән таянып, аяҡтарын һауала ҡайсыланы ла йөҙө менән арт яҡҡа ҡарап ултырҙы. Был күнекмәне арттан алға эшләп тә күрһәтте. Шунан йүгереп килеп аттың ялына тотондо ла кәүҙәһен турайтып теге яғына ташланы. Бәй, үҙе күҙ асып йомғансы аттың был яғында булды. Вольтижер тигәндәре, күнекмәләрҙе күрһәтеп бөткәс, хайран ҡалып ҡарап торған егеттәргә:
- Ә хәҙер инде үҙегеҙгә тәғәйен аттар янына барығыҙ, яҡындан танышығыҙ, - тине.
Бөтәһенән элек атҡа барып йәбешкән Ғилмишәриф, ҡулын тейгеҙеү менән артҡа сигеп ҡысҡырып ебәрҙе:
- Бәй!.. Был ни ағас ат бит!
Бөтәһе лә яҡын килеп ағастан эшләп ҡуйылған аттарҙы үҙ ҡулдары менән һәрмәп ҡарай башланы.
- Ысынлап та, ағас икән был нәмә!
- Ҡайһылай килештереп тороп эшләгәндәр. Хәс ат!
- Һуң һин уларҙың төҫтәрен ҡара: берәүһен тура, ә икенсеһен ҡара йылтыр итеп эшләгәндәр, - тиеште ҡыҙылармеецтар.
Шулай ҙа бит, әммә инструктор өйрәткән күнекмәләрҙе эшләй алырҙай дүрт-биш кенә кеше табылды. Шулар араһында Ғилмишәриф тә бар ине. Ғилмишәриф һуғыштан алда ойошторолған "Ворошиловсы һыбайлылар" түңәрәгендә әлеге күнекмәләрҙе ағас атта түгел, колхоздың менгегә өйрәтелгән "Әүхәҙи" тигән өйөр айғыры өҫтөндә башҡарғайны. Өйрәтеү бөткәс, взвод командиры лейтенант Руссов Яуымбаев Ғилмишәрифте саф алдына саҡырҙы. - Бөгөнгө занятиела күнекмәләрҙе оҫта, аныҡ итеп башҡарғаны өсөн ҡыҙылармеец Яуымбаев Ғилмишәрифкә командование исеменән рәхмәт белдерәм, - тине. Ни тип яуап бирергә белмәй аптырап ҡалған Ғилмишәриф:
- Товарищ лейтенант! Живой лошадь надо, - тигән булды.
Лейтенант уның арҡаһынан һөйҙө лә:
- Иптәш Яуымбаев, сабыр ит, аттың тереһен дә бирербеҙ! Әйткәндәй, һин гражданкала кем булып эшләнең? - тип һорап ҡуйҙы.
- Колхоз йылҡыһын көттөм. Мин гүләүәй йылҡының табунщигы.
Лейтенант теҙелеп торған взводҡа ҡарап алды ла:
- Бына барығыҙға ла иптәш Яуымбаевтан өйрәнергә кәңәш итәм! - тине.
Киске политинформация ваҡытында ла Яуымбаевтың фамилияһын маҡтап телгә алдылар. Ә иртәгәһенә эскадронда сыға торған "Атлы молния" тигән стена гәзитендә уны маҡтап яҙған бер нисә юл хәбәр ҙә күренеп ҡалды. Был күнекмәләр артабан да ҡабатланды. Вольтижер Ғилмишәрифкә күнекмәләрҙе башҡарырға команда бирҙе. Шуны ғына көтөп торған егет арыҫлан етеҙлеге менән кисә күрһәткән алымдарҙы ҡабатлап ергә төшкәс:
- Молодец! Ат өҫтөндә тыуған кеүек эшләйһең! Хәҙер ҡарап ҡына тор! - тине.
Күнекмәләрҙе үтәй алыусылар яйлап арта барҙы. Барыһы ла Ғилмишәриф һымаҡ матур башҡара алмаһалар ҙа, ат өҫтөнә тырмашып булһа ла атлана башланылар. Бер аҙнанан күнекмәләрҙе эшләй алмаусылар һаны өстән бергә генә ҡалды. Башта Заһретдиндың булдыҡһыҙлығы күҙгә артыҡ салынмаһа ла, артабан ундайҙарҙың һәр береһен таный, көлә башланылар. Тегеләрҙе занятиелар тамамланғас та манежда алып ҡалып арманһыҙ булып аяҡтан йығылғансы өйрәтә бирҙеләр. Тора-бара ремонт эскадронында булдыҡһыҙҙарҙан биш кеше генә тороп ҡалды. Билдәле, бишәүҙең береһе Заһретдин ине. Лейтенант Руссов, Ғилмишәрифтең Заһретдин менән бер ауылдан икәнен белеп, яҡташына ярҙам итеүҙе йөкмәтте. Ләкин Заһретдин үҙенең алға китеше менән бер кемде лә ҡыуандыра алманы.
- Тик торған ағас атҡа ла менә алмағас, тиҙҙән ысын аттар менән күнекмәләр башлаһаҡ, һин нишләрһең? Һин Яуымбаев менән бер ауылдан түгелме һуң? - тип Руссов Заһретдин ағас атҡа менә алмай шыуып төшкән һайын әрләне. Ахырҙа аптырағас: - Һин, иптәш Итәлмасов, милләтең буйынса ғүмерен ат өҫтөндә үткәргән башҡорт тоҡомонан түгелме һуң? - тип уның сәменә тейергә уйланы. - Ауылдашың Яуымбаевты ғына түгел, ат өҫтөндә оҫта йөрөгән бөтә башҡорт халҡын мәсхәрәләйһең дә баһа? - тип уның теңкәһенә тейҙе.
Булдыҡһыҙлығына ҡарамаҫтан, Заһретдин бирешеп барманы, бик үҙәгенә үтә башлағас, бер көн лейтенант Руссовҡа:
- Һеҙ мине бөтә башҡорт менән мыҫҡыл итмәгеҙ. Минең бөтә башҡортта ҡыҫылышым юҡ. Фамилиям да Башкиров түгел, ә Итәлмасов! - тип ебәрҙе.
Үҙенә күрә түгел шыртын өрпәйткән Заһретдинға взвод командиры оҙаҡ ҡына текләп торҙо ла:
- Ахыры, һин, иптәш Итәлмасов, минең әйткәндәрҙән бер ни ҙә аңламаның. Конечно, бөтә башҡорттоң һиндә эше юҡ, ул халыҡ һинең кеүек тиреҫ тултырылған тоҡто күптән үҙ исемлегенән һыҙып ташлар ине, - тине.
Үҙ намыҫына тел тейҙертеп өйрәнмәгән Заһретдин өндәшмәй генә ҡалыу түгел, лейтенантҡа ҡаршы һөжүмгә күсте:
- Беләһеңме, иптәш лейтенант, мин бындай мыҫҡыл итеүҙе күтәрә алмайым! Мин гражданкала бына бындағы шикелле, - ул ялтырап ятҡан ҡаҡ ергә үксәләре менән тапанып алды, - ағас атҡа менеп бушҡа ваҡыт үткәрмәнем, хөкүмәткә алтын ҡабул иттем, - тип һалдырҙы...

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.23 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru