«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫМА НИСЕК ФАЙҘА КИЛТЕРӘЙЕМ? ҮҘЕБЕҘГӘ ОШО ҺОРАУҘЫ БИРЕП ЙӘШӘЙБЕҘ
+  - 


Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға торған йәштәр - сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс мәл хәҙер. Илдең юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү һынауҙары тамамланып, иң-иңдәрҙе һайлайҙар ошо көндәрҙә. Беҙ әңгәмәләшкән егеттәр ҙә ҡасандыр ошо тулҡынландырғыс минуттарҙы кисергән, хәҙер инде Мәскәүҙә ҡанат нығытып, үҙ һуҡмағынан атлаусылар. Улар - Мәскәү политехник университеты студенты Ғәзинур Ырыҫмөхәмәтов, И.М. Губкин исемендәге Нефть һәм газ Рәсәй дәүләт университетынан Урал Әхмәтов менән Мәскәү дәүләт төҙөлөш университетынан Айҙар Бикбулатов. Йәштәр менән илебеҙҙең баш ҡалаһында юғары белем алыу, унда берегеп китеү, замандаштары тураһында һөйләштек. Был әңгәмә мәктәп тамамлап тороусыларға ла, атай-әсәйҙәргә лә ҡыҙыҡлы булыр, моғайын.

Үҙегеҙ уҡыған юғары уҡыу йорто, буласаҡ һөнәрҙәрегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине. Был һөнәр кешеләре илебеҙҙең хеҙмәт баҙарында талап ителәме һәм киләсәге ниндәй?

Ғәзинур:
Мин үҙем Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан булам, әлеге көндә Мәскәү политехник университетының икенсе курсын тамамланым, машиналар төҙөү факультетының радиотехника йүнәлешендә белем алам. Микроконтроллерҙарҙы программалау һөнәрен үҙләштерәм, инженер буласаҡмын. Был йүнәлеш хәҙерге көндә бик актуаль иҫәпләнә, сөнки замана техникаһының барыһы ла программалаштырыу талап иткән бәләкәс кенә деталдәрҙән тора, улар менән эш итә белеүселәр илебеҙгә кәрәк. Көндәлектә ҡулланылған техниканың барыһын да йүнәтә, яңырта, камиллаштыра алырға өйрәтәләр беҙҙе. Әлеге көндә ир-егеттәр өсөн бик көнүҙәк һөнәрҙәрҙең береһе, тип ышаныслы әйтә алам.
Шуны ла әйтеп үтер кәрәк, мин тәүҙә "Юғары иҡтисад мәктәбе" милли тикшеренеү университетына уҡырға ингәйнем һәм бер йыл белем алдым. Сөнки 11-се синыфта һөнәрҙе һәм вузды Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһенә ҡарап һайлармын әле, тип алдан уйламай эш иттем. Әммә был дөрөҫ юл булмай сыҡты. Юғары иҡтисад мәктәбендә "Йәшел тулҡын" тигән махсус программа эшләй һәм ике предмет буйынса юғары балл алған абитуриенттарҙы уҡырға алалар. Был вузда баҫым күберәк фәнгә яһала, тикшеренеүҙәр үткәрелә, халыҡтан төрлө һорауҙарға яуаптар алына һәм бала саҡтан ҡул менән тотоп эшләргә, төрлө нәмәне йүнәтергә, көнкүрешкә ҡулайлаштырырға яратҡан миңә былар оҡшаманы. Политехта ғәмәли предметтарға иғтибар күберәк бүленә, бында үҙҙәренең уҙыш командалары бар һәм болидтар конструкциялайҙар, проект эшмәкәрлеге көслө ҡуйылған. Тағы ла шуныһы оҡшай: физик культура дәрестәре уҡытыла һәм унда йыл дауамында йөрөп, күнекмәләр яһап, кәрәкле балдарҙы йыйып ҡына сиректе ябырға мөмкин. Юғары иҡтисад мәктәбендә физик үҫешкә ул тиклем иғтибар бирелмәй ине. Вуз алмаштырғас, бер йылымды бушҡа үткәреп, тиҫтерҙәремдән артта ҡалған һымағыраҡ күренәлер, бәлки. Әммә хәҙер күңелемә ятҡан уҡыу йортонда тормошта кәрәкле һөнәрҙе үҙләштереп йөрөүемә ҡыуанам.
Урал: Сығышым менән Баймаҡ ҡалаһынанмын, И.М. Губкин исемендәге Нефть һәм газ Рәсәй дәүләт университетының икенсе курсын тамамланым. Мәғлүмәти хәүефһеҙлек йүнәлешендә белем алам һәм был, әлбиттә, актуаль бөгөнгө көндә. Университетты тамамлағас, IT компанияларҙа, башлыса нефть компанияларының IT бүлектәрендә эшләп була. Был йүнәлештә һөнәр үҙләштереү тураһында мәктәбебеҙҙең сығарылыш уҡыусыһы, Санкт-Петербургта йәшәгән эшҡыуар Сергей Продовиков менән осрашыуҙан һуң уйландым. Уға тиклем юриспруденцияға өҫтөнлөк бирә инем. Әммә киләсәктә мәғлүмәти технологиялар өлкәһе үҫешәсәген күҙаллап, бында информатика буйынса - 90, рус теленән - 86, математиканан - 84, физиканан 76 балл йыйып уҡырға индем. Университетта талаптар ҡаты, тырышып уҡырға, башҡаларҙан артта ҡалмаҫҡа, һәр нәмәгә өлгөрөргә кәрәк. Юғиһә, өлгәшеңде күҙ уңынан ысҡындырһаң, уҡыуҙан ҡыуыуҙары ла ихтимал.
Айҙар: Мин Өфө егете, милли тикшеренеү Мәскәү дәүләт төҙөлөш университетының бишенсе курсын тамамланым, тағы бер йыл уҡыу ҡалды. Уникаль биналар һәм ҡоролмалар төҙөү факультетында белем алам, инженер-проектлаусы булам. Билдәле булыуынса, төҙөлөштөң бер нисә этабы бар һәм бөтә эш башта проектлауҙан башлана, шунан проектҡа документтар әҙерләнә, артабан инде бойомға ашырыу - төҙөлөш-монтаж эштәре, бинаны ҡулланыуға тапшырыу. Бына шуларҙы күҙ уңында тотоп, үҙемдең һәләттәремде эштең ҡайһы өлөшөндә яҡшыраҡ күрһәтә алырымды уйлап, кешеләр менән аралашыу, эште ойоштороу, төҙөлөш-монтаж эштәрендә берлектә эшләгән проектлаусы һөнәрен һайланым. Әлеге көндә башланғыс аҡса күп талап ителмәгән ремонт өлкәһендә үҙ эшемде астым, Мәскәүҙә фатирҙар йыһазлайым. Бәлки, киләсәктә ҙур төҙөлөш компанияһына тиклем үҫеп етә алырбыҙ. Ғөмүмән, Мәскәү - мөмкинлектәр ҡалаһы, унда үҙеңдең һә-ләттәреңде төрлө яҡтан үҫтерергә була, теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ә инде төҙөлөш, уға бәйле һөнәрҙәргә килгәндә, был кешелек менән бергә үҫешкән иң боронғо өлкәләрҙең береһе һәм уның киләсәге яҡты.

Һеҙ йәмғиәткә лә файҙалы, үҙегеҙҙең дә күңелдәргә ятҡан һөнәрҙәр һайлағанһығыҙ, бик мәслихәт. Әммә бөгөн һеҙҙең тиҫтерҙәр менән әңгәмләшкәндә, мәҫәлән, күптәре "блогер" һөнәрен үҙләштерергә теләк белдереүен әйтә, был турала фекерҙәрегеҙ ниндәй булыр?

Айҙар:
Һәр быуындың үҙенсәлеге булалыр. Бына минең бала саҡ интернеттың ул тиклем массовый ҡулланылышҡа ингән осорона тура килмәне, двд-дисктарҙы ла күреп өлгөрҙөм. Ә бөгөнгө балалар тыумыштан ҡулдарындағы телефонда интернет мөмкинлектәрен ирекле ҡулланып, башҡа төрлө булыу ихтималлығын белмәй ҙә үҫкәндәр. Шуға ла заманса яңы һөнәрҙәр рәтенә тиҙҙән "блогерлыҡ"ты ла индерһәләр, аптырарлыҡ түгел. Мәҫәлән, хатта киберспортсылар бар бит. Был тәбиғи күренеш, уға проблема итеп ҡарарға кәрәкмәй. Блогерҙарҙың күбеһе йәмғиәткә, кешелеккә файҙалы эш атҡармайҙыр, бәлки. Әммә бөгөн күңел асыу индустрияһы ла бик ҙур урын алып тора, кешенең социаль тормошо интернет селтәренә күсә: күрешеп, ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеүҙәр ҙә һирәгәйҙе бит. Шуға киләсәктә блогерлыҡҡа уҡытыуҙар ҙа булырға мөмкин, тик беҙҙең һымаҡ йылдар буйы белем алмаҫтар, ҡыҫҡа ғына курстар үтерҙәр, моғайын.
Ғәзинур: Блогерлыҡтың популяр булыуын тормошобоҙ еңеләйеүе, кешенең эштә мәшғүл ваҡыты йылдан-йыл кәмеүе менән аңлатырға була. Әйтәйек, бер быуат элек кенә кеше көнөнә 15 сәғәт эшләһә, хәҙер иң күбе 8 сәғәт, кемдәрҙер 4-5 сәғәт эшләй. Кәмендә 7 сәғәт ваҡыт бушай, уны ҡайҙа итәһең? Телефонға тексәйәһең инде. Хәҙер бит күршеләрҙе лә белеү мотлаҡ түгел, мин дә ятаҡта ҡаршыла кемдәр йәшәгәнен белмәйем. Ихтыяж булғас, тәҡдим дә тыуа һәм көндәр буйы үҙен төшөрөп, интернет селтәрҙәренә һалған кешеләр һаны арта. Әммә, минеңсә, блогерлыҡ өҫтәмә шөғөл генә булырға тейеш, уны һөнәрең итеү ышаныслы түгел һымаҡ, мин тормошта кәрәкле һөнәргә эйә булыу яҡлы. Берҙән, юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлеге бушлай бирелә. Икенсенән, кеше ғүмерендә үҙ ҡулдары менән нимәлер тыуҙырырға, барлыҡҡа килтерергә тырыша, уға шулай кәрәк һымаҡ. Ғалимдар асыштар яһай, инженерҙар төҙөй, патенттар ала, редакция хеҙмәткәрҙәре гәзит-журналдар сығара, режиссерҙар фильмдар төшөрә һәм тарихта ҡаласаҡтар. Ә блогерҙарға ҡарата быны күҙ алдына килтереүе ауыр, эштәренең һөҙөмтәһе юҡ һымаҡ.
Урал: Ғәзинур менән килешәм. Блогер булаһың икән, файҙалы контент тыуҙыр. Мәҫәлән, фәндәргә, тормошта кәрәк булған оҫталыҡтарға, халыҡтарҙың йолаларына һәм телдәргә арналған блогтар алып бар. Бына Ғәлийән Сынбулатов башҡортса йыһан тураһында, физика фәнен аңлатып һөйләй һәм был ҡыҙыҡ та, файҙалы ла. Әлбиттә, мәғлүмәти "сүп-сар" күп булған осорҙа йәшәгән беҙҙең быуын өсөн блогерҙар үҙенә күрә бер "иләк" функцияһын да үтәй, кәрәкле мәғлүмәтте һөҙөп кенә еткерә. Кеше ваҡытын әрәмгә үткәрмәҫ өсөн, ниндәйҙер ҡыҙыҡһындырған өлкәлә үҙенсә бына шундай кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе белеп торор өсөн ҡарай уларҙы. Блогерлыҡ өҫтәмә шөғөл булырға һәм төп эшеңә зыян килтермәҫкә тейеш, тип иҫәпләйем. Сөнки был эш тотороҡло түгел, ваҡытың булһа, шөғөллән, булмаһа - юҡ.

Киләсәк һөнәрҙәре тураһында әйткәндә, ниндәй кадрҙар кәрәк буласаҡ тип уйлайһығыҙ?

Ғәзинур:
Әле донъяла күп нәмәне автоматлаштырырға, яҡшыртырға кәрәк һәм шуға программистар, инженерҙарға ихтыяж буласаҡ. Әйтәйек, ҡайһы бер илдәрҙә пилотһыҙ машиналар йөрөй, ә Рәсәйҙә шуларҙы төҙөгән компаниялар ҙа, белгестәр ҙә юҡ. Был йүнәлештәрҙә яңы эш аса алырҙай ҡыйыу, башлы кешеләр ҙә талап ителәсәк. Ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән байҙар барҙыр ҙа, тик бының менән файҙалана алырлыҡ аҡыллы, үҙ эшенең белгесе булған оҫталар булырға тейеш. Мәҫәлән, Өфөнө ҡыш ҡарҙан тиҙ таҙартыу ысулын уйлап тапһа, йәки еңелерәк, тиҙерәк һәм сифатлыраҡ юлдар һалыу технологияһын, көнкүреш шарттарын яҡшыртыусы автомат әйберҙәрен эшләһә ине берәйһе. Илде алдынғы сафтарға сығарыусы, үҫешкә алып барыусы кадрҙар талап ителәсәк. Һәм әлеге лә баяғы, күңел асыу өлкәһендәге мөмкинлектәрҙе ҡарарға кәрәк: кешегә буш ваҡытын аҡсаға әйләндереү юлдары күбәйә.
Айҙар: Иң перспективалы белгестәр бөгөн яһалма интеллект өлкәһендә эшләүселәр. Был асыҡ һиҙелә, кешелек яһалма интеллектҡа ҙур өмөттәр бағлай һәм әле иң аҡыллы кешеләр ошо өлкәлә эшләй. Бынан тыш, донъяла валюта тураһында күҙаллауҙар ҙа үҙгәреш кисерә, беҙ белгән традицион аҡсаларҙы криптовалюта ҡыҫырыҡлай һәм уны тулыһынса аңлап етмәйбеҙ әле. Кешелек яңы тормош тәртибенә күсә бара кеүек һәм тағы 5-10 йылдан ниҙәр булырын аныҡ ҡына күҙаллап булмай. Көнбайыш һаман да тенденциялар тыуҙыра, әммә Ҡытай ҙа йылдам үҫешә, ә Рәсәйҙең үҙ үҫеш юлы бар, тип иҫәпләй күптәр. Шулай ҙа энергетика өлкәһендә углеводородтан баш тартыу, башҡа энергия сығанаҡтары табылыуы күренә, автомобиль етештереүселәр ҙә быға яраҡлашырға ынтылыуы һиҙелә. Бына шундай шарттарҙа дөрөҫ йүнәлеш һайларға тура киләсәк йәштәргә.
Урал: IT өлкәһе белгестәре, уҡытыусылар, табиптар кәрәк буласаҡ, һис шикһеҙ. Ә бына социаль өлкәгә ҡағылышлы һөнәрҙәр юҡҡа сығыуы ихтимал. Тәү сиратта таксистар, официанттар, юристар кәрәк булмаҫ. Һуңғыларына килгәндә, әле үк махсус программалар эшләнгән. Ҡытайҙа яһалма интеллект судья бар, ул суд ҡарарҙары сығара. Әлбиттә, хоҡуҡ яҡлау өлкәһенең бар тармаҡтарын да яһалма интеллект ҡарамағына ҡалдырып ҡуйып булмаясаҡ, был дөрөҫ тә түгел: судтың иң төп принциптарының береһе - кешелеклек юҡҡа сығасаҡ. Әммә бөгөн беҙгә юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн автомат рәүештә штраф киләме - килә. Тимәк, ҡайһы бер осраҡтарҙа махсус программалар ярҙамында яйларға була. Яһалма интеллект алыҫ хыял ғына тип уйлаһаҡ та, ул күптән көнкүрешебеҙгә ингән.

Илдең баш ҡалаһына уҡырға инеүе - бер, унда йәшәп тә китергә кәрәк бит әле. Йәш кешегә бында нығынып китеү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

Ғәзинур:
Эйе, уртансы синыфтарҙан уҡ Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған һәм бер ни тиклем үҙаллылыҡҡа күнеккән миңә лә тәүге өс ай тирәһе бик ауыр булды. Түҙемлек кәрәктер, тим. Башта ҡыйын буласаҡ, барыһын да һағынаһың һәм ҡайтҡы килә. Әммә шул сикте үтһәң, артабан өйрәнеп тә китәһең һәм яңы таныштар табыла, ҡыҙыҡһыныуҙарың да арта. Ғөмүмән, кеше бөтә нәмәгә лә өйрәнә, тик ваҡыт ҡына кәрәк. Бынан тыш, ҡайтып нимә эшләйһең? Тегендә зиһенеңде киңәйтәһең, тәжрибә туплайһың, яңы ынтышлыҡтар булдыраһың, шөғөлдәрең һәм оҫталыҡтарың арта, белем алаһың һәм Мәскәүҙең шәп темпына яйлап күнегәһең. Бынан тыш, уҡыған, тырышҡан бер студентты ла ҡыуғандарын күргәнем юҡ ошоға тиклем. Пунктуаль, яуаплы һәм эшләргә әҙер икәнһең - донъялағы 90 процент кешенән күберәк уңыш ҡаҙанасаҡһың. Башҡаларҙы ғына түгел, үҙ-үҙеңде лә алдамаҫҡа, биргән һүҙеңдә торорға кәрәк. Бөгөн ошо китапты уҡыйым тинең икән, уҡы.
Айҙар: Башта ауырҙыр ҙа, әммә был кешене сыныҡтыра ғына бит. Малайҙар тураһында әйтә алам: атай-әсәйҙән айырылып, үҙ проблемаларын үҙе хәл итеп йәшәргә өйрәнеү, һис шикһеҙ, файҙалы. Улар көнкүрешенә бәйле төрлө мәсьәләләрҙе үҙе хәл итергә лә, кеше менән уртаҡ тел табырға ла өйрәнә. Беренсе курсҡа килгәндәр оялсан, баҙнатһыҙ ғына булһалар, дүртенсе йылға асылып китәләр, үҙ-үҙен тотоштары үҙгәрә. Уҡып бөтөп, эшкә урынлашҡандарҙың холҡо бөтөнләй башҡаса, амбициялары һиҙелә башлай. Әйткәндәй, ҡайҙа йөрөһәк тә, беҙҙең башҡорт егеттәре-ҡыҙҙары бигерәк тыйнаҡ, баҫалҡы булыуыбыҙ менән айырылып торабыҙ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был сифаттарҙы ситкәрәк ҡуйып, ҡыйыуыраҡ та булырға кәрәктер.
Урал: Әйткән һүҙеңдә тора белергә кәрәк. Мәскәүҙә эшлекле мөнәсәбәттәр күп төҙөлә, шуға һәр нәмәгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарағанда үҙеңде күрһәтә алаһың. Эске тәртип тә бик мөһим. Һинең алдыңда асылған мөмкинлектәр менән файҙаланып ҡалырға тырышырға кәрәк. Берәйһе: "Эшләп ҡарағың килмәйме?" - тип тәҡдим итһә, мотлаҡ ошоға тотонорға. Шул саҡта үҙ юлыңды таба, баш ҡалала үҙ кеше булып китә алырһың. Барлыҡ сиктәр башыбыҙҙа ғына, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ятып ҡалғансы, атып ҡалырға кәрәк.

Әйткәндәй, һүҙендә тора алыу - ысын ир-егеткә хас сифат тип беләбеҙ. Һеҙҙеңсә, ысын ир-егет ниндәй һәм йәштәштәрегеҙҙә шул сифаттар бармы?

Ғәзинур:
Ысын ир-егет - тыныс, һапалы холоҡло, ғаиләһен ҡараған, буштан-бушҡа конфликттарға инмәгән, тәрән аҡыллы кеше тип иҫәпләйем. Ә яуаплылыҡҡа мин үҙ тәжрибәмдә өйрәндем. Бындай тәртип-тәрбиә мәсьәләләре ғаиләнән килә һәм бөгөн беҙҙең башҡорт ғаиләләрендә, айырыуса ауылдарҙа, атайҙарҙың ситкә китеп эшләүе оло проблема булып тора. Малайҙар үҫкән ваҡытта ир кеше ниндәй булырға тейешлеген күрһәтеүселәр юҡ, күптәр әсәйҙәре тәрбиәһендә. Шуға, бәлки, ҡайһы бер сифаттарҙы ла улар үҙендә тәрбиәләй алмай.
Айҙар: Хәҙерге егеттәрҙең бөтәһендә лә инфантиллек сағыла, өлкәнәйгәс тә иңдәренә яуаплылыҡ алыр һәм ҡабул иткән ҡарарҙарының эҙемтәһе өсөн яуап бирер хәлдә түгелдәр. Шулай уҡ көслө заттың ҡыҙҙар кеүек нескә булып күренергә ынтылыуы, бының ҡиәфәттәрендә һәм үҙ-үҙҙәрен тотошонда сағылыуы оҡшап етмәй. Ысын ир-егеткә хас сифаттар түгел былар.
Урал: Тәмәке тартмаған, айыҡ тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, үҙенең милли йолаларын тотҡан, шәжәрәһен белгән, ата-әсәһен һәм өлкән туғандарын хөрмәт иткән, дуҫтарына тоғро, һүҙен тота белгән, мәҙәниле, интеллигент кеше һәм төрлө яҡлап үҫешкән, бер урында туҡтап ҡалмаған - бына ниндәй сифаттарға эйә ысын ир-егет. Шундай булырға ынтылырға кәрәк һәм өлгөнө замандаштарыбыҙҙан, тарихи шәхестәрҙән алырға була.

Йәштәр араһында үҫешкә көйләгән, төпкөл аң менән эш итергә өйрәткән, ынтылыш биргән әҙәбиәт бик популяр булып китте. Һеҙ бындай китаптарҙы уҡыйһығыҙмы һәм башҡорт йәштәренең булмышына тап килерҙәйҙәре бармы?

Айҙар:
Ундай әҙәбиәт менән 1-2 курста уҡыған саҡта мин дә мауығып алдым. Күптәр шулай итеүҙең сәбәбен кеше үҙен борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итергә теләүҙә, ә был китаптарҙа шуның юлдары еңел һәм барыһына ла аңлайышлы тел менән яҙылған кеүек булыуҙа күрәм. Әммә шәхсән үҙем өсөн борсоған һорауҙарға тиҙ яуап таба алманым. Хатта бер ваҡыт маҡсаттарымды билдәләп, шуларҙы яҙып ҡуйып, гел уйлап, күҙ алдына килтереп тә ҡараным һәм күптәре бойомға ла ашты ул. Тик был минең күҙ алдына килтергән өсөнмө, әллә үҙем тырышып, бар көсөмдө һалып эшләгәнгәме? Аныҡ яуап биреүе ҡыйын, һәр хәлдә, хәҙер ундай китаптарҙы уҡымайым, уйландыра, фәһем бирә торған художестволы әҙәбиәткә күстем. Теодор Драйзерҙың "Трилогия желаний", Генри Киссинджерҙың "Мировой порядок" китаптарын ҡабат уҡыйым әле. Кешегә мөхит ҙур йоғонто яһай, конкурентлы мөхиттә маҡсаттар ҡуйып, һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә ынтылыш тыуа. Мин шундай һәйбәт мөхиттә үҫтем, Өфө дәүләт авиация техник университеты эргәһендәге лицейҙа уҡыным. Кемдеңдер уңышын ҡабатларға тырышыу ахмаҡлыҡ, һәр кемдең үҙ юлы.
Ғәзинур: Гимназист булғанда уҡыштырҙым, әммә бындай китаптарҙың күбеһе тырышып эшләргә, әҙерәк ял итергә, әҙерәк йоҡларға, һөҙөмтәлерәк эшләргә тигән фекерҙәрҙе төрлө һүҙҙәр, ысулдар менән еткереүен аңлап, ташланым. Бында бер ниндәй ҙә оло сер йәшеренмәгән, тик дөрөҫ юлда булыуыңды тикшереп ҡарарға һәм алға барырға кәрәк. Әлбиттә, мотивацион китап этәргес көс бирһә, яҡшы. Шулай ҙа һәр яҙылған һүҙгә ышанып та бармаҫҡа кәрәк. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр "күберәк сарыф иткән һайын, күберәк килә" тигәнгә бик ышана. Бәлки, ҡайһы бер осраҡта шулайҙыр, ниндәйҙер бер гений аҡсаһы бөтөнләй булмаған саҡта ғына эшләп таба алалыр. Әммә дөйөм алғанда, был бик дөрөҫ фекер түгел, финанс грамотаң булмағанлыҡтан, гел аҡсаһыҙ ултырыу ул. Бына шундай яңылышыуҙарға килтермәһен өсөн һәр нәмәгә тәнҡит күҙлегенән сығып ҡарау мөһим.
Урал: Ә минеңсә, бөгөн бындай китаптарҙы уҡыуҙың мәғәнәһе лә юҡ. "Инфосиғанлыҡ" популяр, "мәғлүмәт сиғандары" бындай әҙәбиәттә яҙылғандарҙы барыһын да видеоформатта күпләп тарата. Ғәзинур менән мин уҡыу буйынса кәрәкле китаптарҙы күп уҡыйбыҙ, художестволы әҙәбиәткә ваҡыт бик ҡалмай, шулай ҙа йылына бер нисә китап уҡырға тырышам.

Илһөйәрлек бик актуаль темаларҙың береһе бөгөн. Һеҙ илһөйәрме һәм был ниҙә сағыла?

Ғәзинур:
Эйе, үҙемде илһөйәр тип иҫәпләйем. Был хатта башҡа милләт кешеләренә исемемде боҙмайса матур итеп әйтергә өйрәтергә йыбанмауымда ла сағылалыр ул. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, үҙ исемем урынына русса берәй төрлө алмаштырып әйтеп ҡуймайым. Шаярмайса әйткәндә, Башҡортостанымды яратып ҡайтыуымда, туған башҡорт телемдә матур итеп һөйләшеүемдә сағылалыр илһөйәрлегем. Бәлки, киләсәктә эштәремдә лә сағылыш табыр. Ғөмүмән, Мәскәүҙә уҡыған һәм йәшәгән, Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарының Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы берлегенә йөрөгән, ойоштороу эштәрендә ҡатнашҡан һәр кемебеҙ илһөйәр, телһөйәр ул. Унда беҙ кем ҡайһы өлкәлә белем алыуына, һәләттәренә ҡарап, сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Мин "Артылыш" йәштәр майҙансығына ихлас йөрөйөм, унда Мәскәүҙең теләһә ниндәй майҙансығында үҙебеҙҙең башҡорт моңон яңғыратып, йыйылышабыҙ. Хатта Ҡыҙыл майҙанда ла башҡортса йырлап ултырғаныбыҙ бар. Урал: Ғөмүмән, төрлө сараларҙы күп ойошторабыҙ һәм илебеҙҙең төп ҡалаларында Башҡортостанды яҡшы яҡтан танытырға тырышабыҙ. Ҡайсаҡ Мәскәү халҡы ла килә һәм бик оҡшатып, хайран ҡалып ҡайталар. Башҡорт йәштәрен уҡырға килгәндән алып үҙ эргәбеҙгә туплар, бер-беребеҙ менән танышып, бәйләнештәр булдырыр өсөн көҙгөһөн "Башперваш" үткәрәбеҙ. Былтыр 80-гә яҡын беренсе курс студенты "Зарадье" паркында квест һынауҙарын үтте, РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән килгән, баш ҡалала күптән йәшәгән яҡташтар менән таныштылар, аралаштылар. Төрлө форумдар ҙа уҙғарып торабыҙ, "Мәскәү һылыуҡайы" конкурсын бик киң масштабта ойошторабыҙ. Унда ҡатнашҡан ҡыҙҙар ике ай дауамында төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнә, һәр яҡлап һәләттәрен үҫтерә ала. Беҙҙең, йәштәрҙең, был әүҙемлектәрен күтәрмәләп торған өлкән быуын яҡташтарыбыҙ бар, уларҙың ярҙамы ҙур.
Айҙар: Эйе, Мәскәүҙә "Илһам" театры, "Алтынай" бейеү ансамбле әүҙем эшләй. Төрлө университеттарҙа халыҡтар дуҫлығына, милли байрамдарға арналған саралар йәки осрашыуҙар булғанда барып, бейеп ҡайтабыҙ. Берлектең баскетбол, футбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса клубтары бар, ярыштар үткәреп торабыҙ. Ғөмүмән, кем ниндәй матур башланғыс менән сыҡһа ла, күтәрмәләргә тырышабыҙ.
Ә инде илһөйәрлек тойғоһо тураһында әйткәндә, шәхсән мин космополит түгел. Кемдәрҙер яраҡлашып китеп, бәлки, үҙҙәрен бер генә милләт вәкиле итеп һиҙмәй, дөйөм ил вәкиле итеп тоялыр. Ундайҙар беҙҙең кеүек "Халҡыма нисек файҙа килтерәйем икән?" тигән һорауҙы үҙенә бирмәй. Ошо һорауҙы үҙебеҙгә бирергә кәрәк, илһөйәрлегебеҙ халҡыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртыуҙа сағылырға тейеш. Бөгөн беҙ ошо маҡсатта ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләргә тырышабыҙ, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҡыған, эшләгән яҡташтарыбыҙ менән берлектә республикабыҙға, халҡыбыҙға файҙа килтерерҙәй кадрҙар тәрбиәләүҙең мөһимлеген аңлайбыҙ.

Башҡортостан һәм Өфөгә ҡайтып тораһығыҙҙыр, күңелегеҙгә ятҡан һәм борсоған яңылыҡтар, үҙгәрештәр бармы?

Айҙар:
Һуңғы бер нисә йылда булған яңылыҡтарҙан - тышҡы йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәртелгән Совет майҙаны һәм генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле бигерәк оҡшай. Был урындың хәҙер тартыу көсө күпкә артты. Тағы ла Өфөлә күп ҡатлы бейек йорттар һаны артыуы, уларҙы кирбестән генә түгел, заманса материалдар ҡулланып та төҙөүҙәре күренә. Ғөмүмән, бында төҙөлөшкә мөнәсәбәттәр үҙгәрә: элек айырым-айырым урындарға бер бейек башня төҙөп ҡуйһалар, хәҙер торлаҡ комплексы эшләйҙәр. Был иһә, ҡала халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртырға, бөтә уңайлыҡтар булдырырға ынтылалар тигәнде аңлата.
Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа төҙөлөш барған урындарҙа тотош урамдарҙы ябып, транспорт хәрәкәтен туҡтатып ҡуйыуҙары бер аҙ оҡшап етмәй. Был йәһәттән Мәскәүҙә эште йәйәүлеләргә лә, транспорт хужаларына ла уңайлы итеп ойоштора беләләр.
Ә инде ҡалабыҙҙың автобустар паркы яңыртылыуы һөйөндөрә. Бының уңайлымы-юҡмы икәнен тулыһынса баһалай алмайым, әммә иҫке "пазиктар" кем уҙарҙан йөрөмәүе үк күңелгә ятҡан күренеш. Халыҡ трамвайҙарҙың да яңырыуын көтә икәнен беләбеҙ. Мин тыуған ҡаламды һағынып ҡайтҡан һайын аэропорттың да даими матурая, халыҡ өсөн уңайлыраҡ була барыуын күрәм. Өфө Мәскәү кеүек етеҙ аҙымдар менән үҫешмәһә лә, үҙ яйына тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрә бара. Ситтә йөрөгәндә лә Өфөнө белгән төрлө тараф кешеләре уның матурлығын, йәшеллеген маҡтап телгә ала. Шуға уның архитектура, ҡала төҙөлөшө проекттарын дөрөҫ планлаштырып үҫтергән осраҡта һөҙөмтәһе бик шәп буласағына ышанам.
Урал: Беҙҙең Баймаҡ районында юлһыҙлыҡ халыҡты һәр саҡ борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Быйыл районда асфальт-бетон заводы төҙөлә башлаған, был төбәктәге юлдарҙы рәтләүгә булышлыҡ итер, тип өмөтләнәбеҙ. Мәскәүҙә бөтә юлдарҙы йыл да яңыртып, алмаштырып тороуҙарын күреп йөрөгәс, һәр ваҡыт бында ҡайтҡанда шуға иғтибар ителә шул.
Ғәзинур: Ә шулай ҙа Мәскәүҙә лә уңайһыҙлыҡтар етерлек бит. Мәҫәлән, һаулығыңа бәйле берәй һорауың менән табипҡа ике ай алдан яҙылырға кәрәк. Мин йыш ҡына тәғәйен көндө көтөп йөрөп, онотам һәм саҡ ҡына һуңлап барһам да ҡабул итмәй ҙә ҡуялар. Ә бына Баймаҡ дауаханаһында бер көн эсендә тулыһынса тикшерелеп ҡайтырға мөмкин, исмаһам.
Өфө тураһында әйткәндә, йәмәғәт транспорты эшен көйләүҙе дауам итергә кәрәк. Бәлки, Черниковка, Һупайлы һәм "Йәшел сауҡалыҡ" яғын үҙәк менән тоташтырған ер өҫтө электричкаһы кәрәктер бында. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләһә, етмәһә! Юғиһә, шәхси транспорты булмаған кешегә бында ҡаланың бер осонан икенсеһенә барып етеүе еңелдән түгел. Ә инде ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе ҡар иретеү полигондары төҙөү менән хәл ителер, моғайын.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Егеттәр менән Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында ла яҡшы шарттар булдырырға ынтылыуҙары, ситкә китеп белем алыу-алмау мәсьәләләре буйынса ла фекер алыштыҡ. Улар башҡорт йәштәре лә ҙур тиҙлек менән үҙгәргән тормош шарттарында конкурентлыҡҡа һәләтле булһын өсөн илебеҙ үҙәгендә уҡырға тейеш, әммә ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, яҡташтарың менән бәйләнештәрҙе өҙмә, Кесе Ватаның һәм туған телеңде онотма, тигән ҡарашта. Ә был ғаиләнән килгән тәрбиәнән тора, тип тә ҡат-ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Бына шулай, тиҫтерҙәренә лә, өлкәндәргә лә өлгө күрһәтерҙәй, йөрәктәренә ғәм, маҡсат һалырҙай йәштәребеҙ барлығына ҡыуаныс кисерҙек был осрашыуҙан.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 324

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru