«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТ ТӘРБИӘҺЕ ГЕНӘ КЕШЕНӘН ШӘХЕС ЯҺАЙ
+  - 


2022 йылдың 16 ноябрендә Рәсәй Дәүләт Думаһында уҙғарылған Хөкүмәт сәғәтенә илдең мәғариф министры Сергей Кравцов та саҡырылғайны. Тап шунда Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин мәктәптәргә хеҙмәт тәрбиәһен кире ҡайтарыу мәсьәләһен күтәрә. Баҡтиһәң, "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы федераль закондың 34-се статьяһына ярашлы, белем алыусыларҙың йәиһә балиғ булмаған уҡыусыларҙың ата-әсәләре ризалығынан башҡа уларҙы ниндәй ҙә булһа хеҙмәткә йәлеп итеү тыйылған булған. Ошондай "тоҙһоҙ", хатта шәхес үҫеше өсөн зыянлы норманы кем законға индергәндер - уныһы хәҙер ҡараңғы.
Вячеслав Володин, мәктәп уҡыусыларында хеҙмәткә һөйөү, башҡа кешеләрҙең хеҙмәтенә хөрмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләү зарурлығын билдәләп, ошолай тигәйне: "Хеҙмәт тәрбиәһенә һәм хеҙмәткә мөнәсәбәт мәсьәләһенә килһәк - әгәр ҙә хеҙмәткә икенсерәк мөнәсәбәт булһа, физикаға ла, математикаға ла, сит ил телдәренә лә, башҡа күп нәмәләргә лә икенсе ҡараш буласаҡ. Бала икенсе төрлө үҫәсәк, гармониялы буласаҡ. Ә былай - ул ҡулланыусы ғына".
Шул саҡта уҡ депутаттар алдында уҡыусыларҙы йәмғиәткә файҙалы хеҙмәткә йәлеп итеү мөмкинлеген биргән закон проектын әҙерләү бурысы ҡуйылғайны.
Ниһайәт, 2023 йылдың 20 июлендә Дәүләт Думаһы уҡыу йорттарында хеҙмәт тәрбиәһен ғәмәлгә ашырыу өсөн "йәшел ут" асҡан закон нормаларын ҡабул итте: "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы федераль законға тейешле өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелде. Яңыртылған федераль законға уҡыусылар хеҙмәте менән бәйле ниндәй үҙгәрештәр индерелгән, шуларҙы барлап үтәйек.
Иң элгәре закондағы "тәрбиә" төшөнсәһе "белем алыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү, хеҙмәткә һәм уның һөҙөмтәләренә яуаплы ҡараш формалаштырыу" һүҙҙәре менән тулыландырылды. Икенсенән, "белем биреү һәм тәрбиә берлеге" идеяһы мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм хоҡуҡи көйләүҙең төп принциптарының береһе итеп ҡабул ителде.
Өсөнсөнән, белем алыусыларҙың ирекле эшмәкәрлегенә (ирекмәнлегенә), уларҙың йәмғиәткә файҙалы эштәренә булышлыҡ итеү белем биреү ойошмаларының бурыстары иҫәбенә индерелде.
Дүртенсенән, уҡыусыларҙы уларҙың һәм ата-әсәләренең ризалығынан башҡа ниндәйҙер эшкә йәлеп итеүҙе тыйған хоҡуҡи норма закондан сығарылды, шул уҡ ваҡытта уларҙы белем биреү программаһында ҡаралмаған эштәргә йәлеп итеү хеҙмәт тураһындағы ҡануниәт талаптарына ярашлы башҡарылырға тейешлеге хаҡындағы талап индерелде.
Бишенсенән, уҡыусыларҙың төп бурыстары составында белем биреү йортоноң мөлкәтенә һаҡсыл ҡарау, унда таҙалыҡ булдырыуҙа һәм уны тәртиптә тотоуҙа ҡатнашыу ҡарала.
Тимәк, ағымдағы йылдың 1 сентябренән башлап мәктәп уҡыусыларын уларҙың ҡулынан килерлек төрлө эштәргә йәлеп итеү законлы буласаҡ, ә был уҡыу йорттарына хеҙмәт тәрбиәһенең кире ҡайтарылыуына бәрәбәр ул.
Әйткәндәй, ошо закон хаҡындағы мәғлүмәтте гәзитебеҙҙә баҫтырып сығарырға әҙерләгән арала ул Федерация Советы тарафынан тулыһынса хупланды һәм илебеҙ Президенты В.В. Путин 4 августа үҙ имзаһын ҡуйып, уны ғәмәлгә индерҙе. Иманым камил, мәктәптәребеҙгә ғәмәли хеҙмәт тәрбиәһе ҡайтарылғас, ата-әсәләр ҙа бик риза булыр, тип ышанайыҡ. Ошо яңылыҡ бала саҡ, хәтергә һеңеп ҡалған мәктәп йылдары менән бәйле үткән заманды иҫкә төшөрә: беҙ, ауыл балалары, бәләкәй саҡтан уҡ ҡулдарыбыҙға көрәк-һәнәк, тәпке, балта-бысҡы тотоп, ғаиләләребеҙҙә лә, мәктәптә лә ололарға ярҙам итешеп үҫтек. Бер еребеҙ ҙә кителмәне, хеҙмәт емештәренең ләззәтен татырға өйрәндек. Әле лә хәтеремдә, 1964 йылдың октябрь баштарында, көҙгө ямғырға ҡарамай, класташым Рафил Яруллин менән ауыл артындағы совхоз баҫыуында, итектәребеҙ менән еүеш ергә бата-бата, картуф йыйып, шунда ултырған трактор арбаһына ташыныҡ. Район үҙәгенән ауылыбыҙға ниндәйҙер йомош менән килгән бер йәш ир-егет, "УАЗ" машинаһынан төшөп, исем-фамилияларыбыҙҙы яҙып алған ине. Нишләптер, бер аҙ шөрләберәк тә ҡуйҙыҡ, ул-был булмағайы, тип. Ике-өс аҙна үтеүгә мәктәп линейкаһында икебеҙгә лә уңыш йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткәнебеҙ өсөн ВЛКСМ-дың Ҡыйғы райкомының Маҡтау грамоталарын тапшырҙылар. Ә инде картуф ҡаҙыуҙа ҡатнашҡаныбыҙ өсөн 14-әр һум аҡса ла алғас, сәстәре ҡырылған түпәләребеҙ күккә тейгәндәй булды...
Ошо яңылыҡ әҙәми заттарҙың хеҙмәткә һәләтле булыуы һөҙөмтәһендә генә кешелек донъяһының үҫешә барыуы, прогресҡа өлгәшеүе хаҡындағы фәлсәфәүи уй-фекерҙәрҙе яңырта. Ғөмүмән, тәү тормош эпохаһында уҡ ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙе йыйыуҙан уларҙы сәсеп үҫтереүгә күсеүгә, һунарға йөрөүҙән йәнлектәрҙе эйәләштереп, йорт хайуандарын үрсетә башлауға, таш-таяҡ ҡулланыуҙан алып хеҙмәт ҡоралдарын яһарға өйрәнеүгә тиклем кешелек аңлы хеҙмәт юлына баҫа - ә быны, һис бер икеләнмәйенсә, кешелектең прогресс юлы, тип нарыҡларға була. XIX быуат философтарының береһе - Фридрих Энгельстың "Кешене хеҙмәт кеше иткән", тигән һығымтаһын әлегә тиклем бер кем дә инҡар итә алғаны юҡ.
Шул бөйөк фекергә өҫтәп, иң тәүҙә тәрбиә булған, тип әйтеп тә булыр ине. Бала аҫрауҙа һәм үҫтереүҙә махсус ойошторолған белем биреүҙән меңәр йыл элегерәк хеҙмәт тәрбиәһе ғәмәлдә булған - был кешелектең магистраль юлы ул. Белем биреү, уҡытыу - дәүләттәр барлыҡҡа килгәс кенә, кешелектең тарихи күҙлектән ҡарағанда сағыштырмаса күптән түгел кисергән заманаларында ғына бар булған. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа тәрбиәне, шул иҫәптән хеҙмәт тәрбиәһен мәғариф системаһынан айырып алыу - йәмғиәтебеҙ, дәүләтебеҙ тарафынан ебәрелгән етди хата булды. Ошо хатаны тиҙ арала төҙәтеүҙе илебеҙ киләсәген хәстәрләүгә тиңдер, тип әйтергә була.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ - хәҙерге оло һәм урта быуын кешеләре совет мәғарифы бойомға ашырған тәрбиә һәм белем биреү системаһы шарттарында шәхес булараҡ формалашты. Фән нигеҙҙәрен өйрәнеү хеҙмәт тәрбиәһе менән ҡуша барҙы ул заманда. Совет кешеләре ябай хеҙмәт күнекмәләрен бала саҡтан үҙләштерә ине, ә коллектив менән ниндәй ҙә булһа эштәр башҡара алыу - хеҙмәт тәрбиәһенең үҙәге булды. Эшлеклелек, булдыҡлылыҡ, башҡалар менән килешеп эшләй алыу, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнеү кеүек үтә мөһим сифаттар тәрбиәләй ине уҡыусыларҙа совет мәктәбе.
Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә совет мәғариф системаһын йышыраҡ иҫкә төшөрә башланылар - бының шулай килеп сығыуын алдан уҡ һиҙемләргә лә булыр ине. Әлбиттә, үткән заманға кире ҡайтып булмай. Әммә ошо замандың ысын, һөҙөмтәле ҡаҙаныштарын, уҡытыу һәм тәрбиә биреү метод-алымдарын хәҙерге мәғариф системаһына кире ҡайтарыуҙан беҙ тик уңыр ғына инек. Күптән үткән тарихыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, тәүге совет дөйөм белем биреү учреждениеларының "берҙәм хеҙмәти политехник мәктәп" тип аталыуы ла һис тә тиккә булмағандыр, тим. Бөгөн дә, донъяла компьютер технологиялары сәскә атҡан бер мәлдә, яһалма интеллектҡа юл асылған дәүерҙә, мәғарифта ябай хеҙмәт тәрбиәһенән ваз кисеү ғәфү итмәҫлек хатаға тиң булыр ине. Үрҙә бәйән ителгән закондың ҡабул ителеүен дә ошо өлкәлә алға китеш шарттарын тыуҙырыуға бер аҙым, тип ҡабул итергә кәрәктер.
Гәзит уҡыусылар үҙҙәре был "иҫке" яңылыҡты нисек ҡабул итте икән? Фекер алышырға саҡырабыҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 272

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru