«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТЕБЕҘ МЕНӘН БӘХЕТЛЕБЕҘ!
+  - 

Ҡомарлы турист булмаһам да, әллә ҡайҙарҙа ятҡан сит илдәргә атлығып тормаһам да, үҙебеҙҙең Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Күккә ашҡан тау-ҡаялары, йырып сыҡҡыһыҙ йәшел урмандары, йылға һәм күлдәре үҙенә тарта шулай ҙа. Шуға күрә йәй генә түгел, йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә ғаиләм менән республиканың ниндәй ҙә булһа төбәгенә барып ҡайтабыҙ.

Күптән түгел Шишмә районына Турахан кәшәнәһенә юл төштө. Нисәмә быуат тарихты үҙенә һыйындырған кәшәнә күңелдәрҙе ҡуҙғытып ебәрҙе. Ошо ерҙәр беҙгә тиклем әллә күпме яҙмышты күргән, бында төрлө кешеләр йәшәгән, бихисап ваҡиғалар булған. 14-15-се быуатҡа ҡараған кәшәнәнең әлегә тиклем һаҡланып ҡалыуы мөғжизәгә тиң, шуға күрә уны киләһе быуындарға ла алып барып еткереү - беҙҙең изге бурыс. Әлеге мәлдә был ерҙәрҙә ҙур музей төҙөлөүе кәшәнәнең һаҡланып ҡалыуына тағы ла бер аҙым, тип баһалана.
Сәйәхәт барышында беҙ төрлө фестиваль һәм байрамдарҙы "эләктереп" ҡалырға тырышабыҙ. Йыл һайын "Башҡортостан" милли паркы ойошторған "Ҡурсаулыҡ балы" фестиваленә барып, тәмле бал алып ҡайтабыҙ. Шулай уҡ бында умартасылар, төрлө һөнәрселәр, ҡул эштәре оҫталары ҡатнашлығындағы йәрминкә һәм оҫталыҡ дәрестәре лә бик ҡыҙыҡлы үтә. Балалар үҙебеҙҙең милли һөнәрҙәр менән таныша, үҙ оҫталыҡтарын һынап ҡарай. Быйыл "Ҡурсаулыҡ балы" фестивале Баймаҡ районында үтәсәк "Башҡорт аты" байрамы менән тура килеүе генә күңелде өйкәп тора, сөнки ике урынға ла барғы килә. Ошондай матур, йөкмәткеле байрамдарҙы уҙғарыу ваҡыттарын төрлөсә итеп ҡуйыу яйын тапһалар ине, тигән теләгемде белдерәм. Июль аҙағында тағы ла бер матур һәм иҫтәлекле сара - Ғафури районында уҙған "Йылым-фест 2023" байрамында булып ҡайттыҡ. Ул яҡтың матурлығын һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел, барыһына ла барып, үҙ күҙҙәре менән ҡарарға тәҡдим итәм. Ә тере музыка фестивале иһә юғары кимәлдә үтте, үҙем өсөн байтаҡ таланттарҙы астым һәм рәхәтләнеп ял иттем. Ойоштороусыларға "Афарин!" тиергә генә ҡала.
Белорет яҡтарына электричкала барыуҙы ҡулай күрәбеҙ, сөнки заманса, бөтә шарттары булған поезда йөрөүе, берҙән, уңайлы, икенсенән, ул тарафтарҙағы тәбиғәт матурлығы поезд тәҙрәһенән иҫ киткес булып асыла. "Алһыу ҡаялар", "Айғыр" (Айгир), "Ирәкташ" ("Инзерские зубчатки") - ғөмүмән, был райондың тәбиғәте һоҡланып туйғыһыҙ. Әреүәкрәз тауына күтәрелеүебеҙ күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә килгән туристар менән бергә Урал һыртының иң бейек түбәһенә күтәрелеп, ҡунаҡтарҙың һоҡланыуҙан телһеҙ ҡалыуына шаһит булдыҡ. "Иҫ китмәле тәбиғәтегеҙ булыуы менән һеҙ ниндәй бәхетлеһегеҙ", - тине Мәскәү турисы Игорь. Ысынлап та, уның менән килешмәү мөмкин түгел.
Матур күренештәр эҙләп Өфөнән йыраҡ китәһе лә түгел. Мәҫәлән, Иглин районы Асҡаныш ауылы тирәләй ҙә иҫ киткес матур тәбиғәт, таҙа Сөн йылғаһы, тиҡ ҡыҙыныу өсөн генә түшәлгән кеүек ҡом - барыһы ла иң яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Шулай уҡ беҙ йәйге сәйәхәттәребеҙҙе Архангел районында урынлашҡан Абҙан шарлауығында асып ебәрәбеҙ. Әлбиттә, Ниагара шарлауығы кеүек мөһабәт һәм күп һыулы түгел, ләкин үҙенең тешкә үтер һалҡынлығы һәм таҙалығы менән күңелдәрҙе мәңгегә арбай. Әйткәндәй, шарлауыҡ янындағы Инйәр иң йылы йылғаларҙың береһе икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Хатта июнь башында ла, әгәр көндәр йылы торһа, Инйәр һыу инерлек йылылыҡта була.
Республикабыҙ матур һәм бай, тәбиғәтебеҙ күркәм, ҡәҙерен белеп йәшәйек, дуҫтар.

Әлиә ҠАРАМУРЗИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru