«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАБАНТУЙ ҺАБАНТУЙСА БУЛҺЫН!
+  - 

Уф, тағы яҙам инде. Бынау һабантуйҙарҙы әйтәм, нимә тип уны шоу-концертҡа әйләндереп бөтөрөргә инде...

Асылда, һабантуйҙың боронғо йөкмәткеһе һабан эштәре бөткәс, халыҡтың яланға сығып байрам итеүе ул. Алдынғыларҙы билдәләү, төрлө уйындар үткәреү, ырыу-ырыу халыҡтың үҙ-ара йырлап-бейеп күңел асыуын да күҙаллай әле ул. Бөгөн нисек? Шоу-бизнеста танылыу яулаған берәй артисты саҡыралар ҙа, үҙҙәренең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡаҙан төбөнә ҡуялар. Милли кейемдә, арып-талып, шунда килгән түрә-ҡараны, "бөйөк" артистарҙы һыйлап торорға! Ул саҡырылған артистары шоу-бизнеста ни тиклем "текә", шул тиклем ҡиммәт. Ә район ни тиклем ҡиммәтерәкте саҡыра, шул тиклем текә! Татарстандан килтергәндәре былтыр уҡ 500 мең дә, 700 мең ине, быйылғыһын белмәйем. Белһәгеҙ, яҙырһығыҙ. Ә ул артистың һабантуйға хәжәте бармы? Уны күрергә теләгән кеше концертына барып та ҡарай ала. Халыҡты йәлеп итер өсөн шоу-ажиотаж кәрәкме? Әтеү һабантуйына кеше килмәҫме? Килмәүе лә ихтимал, сөнки күҙ буяу өсөн эшләнгән байрамдар халыҡты биҙҙереп бөттө. Шул системаны дөрөҫ итеп яйға һалып булмаймы икән ни ул!
Ә ул артисҡа түләгән аҡсаны ҡайҙан алалар? Әлбиттә, район хакимиәтенән. Ошо суммаға районға кәрәкле әйбер һатып алып, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен ҡеүәтләп ебәрһәләр, эшләгән кеше өсөн дә, ябай халыҡ өсөн дә файҙа булыр ине. Машина хаҡына торошло бит. Әйтәйек, бер машина алып, алдынғы хужалыҡҡа бүләк иткәндә, башҡаларҙы дәртләндереү булыр ине. Хатта шул уҡ район мәҙәниәте мохтажлығына тотоноп, ҡеүәтлерәк аппаратура алғанда ла районда, ауылда эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре үк ялан яңғыратып йырлай алыр ине. Артистарҙан һис кәм булмаған таланттар күп бит ауылдарҙа. Уларҙы сығарырға кәрәк һабантуй сәхнәләренә! Һабантуйҙарҙа йырлау (бейеү) борон-борондан иң ҙур дәрәжә, юғары күрһәткес һаналған.
Ләкин үҙебеҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сүплек таҙарта, урам һеперә, һабантуй етһә, ҡаҙан төбөн һаҡлай. Шулай булғас, абруйлы мәҙәниәт хеҙмәтенә ниндәй дәрт, ынтылыш булһын! Ғөмүмән, ауыл эшсәндәрен баһалар һабантуй байрамында ауыл халҡы һапһыҙ ҡара балта кеүек. Мәҙәниәт хеҙмәткәре лә, уҡытыусыһы ла, һабансыһы ла, һауынсыһы ла... Ҡуй инде!

Светлана НАСЫРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 225

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru