«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТ АУНАҒАН ЕРҘӘ ТӨК ҠАЛА
+  - 


Ат хаҡында әйтемдәр күп инде ул. Мәҫәлән, "Ат аунаған ерҙә төк ҡала". Мәғәнәһе менән "Утһыҙ төтөн сыҡмай" тигән әйтемгә лә оҡшаш ул. Ат аунауҙан - төк, ут яныуҙан - төтөн. Сәбәп - һөҙөмтә. Мәғәнә һәлмәклеге һәм оҡшашлығы буйынса был ике әйтемде бер-береһенең варианты, игеҙәге тип әйтергә лә була. Уларҙың "Утһыҙ төтөн сыҡмай" тигәненә килгәндә, кемдер берәү махсус төтәткестәр эшмәкәрлегендә төтөн сыҡһын өсөн ялҡындың мотлаҡ булыуы шарт түгел, тип тә әйтер. Кем белә, бәлки, киреһенсә, төтөнһөҙ ут булмайҙыр? Ә? Тағы ла киң билдәле "Иң тәүҙә йомортҡа булғанмы, әллә тауыҡмы?" тигән дилемма алдына килеп баҫабыҙ. Ғәҙәттә, логиканың ошондай дилемма аталмыш юл сатына килеп сыҡҡанда әңгәмә-бәхәстәр оҙон-оҙаҡҡа һуҙылыусан. Шул саҡта кемдер әйтеп ҡуйыр: һе, тауыҡ бит үҙе лә ҡасандыр йомортҡа эсендә ятҡан.

Үҙ ғүмерендә һис юғы бер тапҡыр усаҡ тоҡандырып ҡараған кеше шуны ла белмәй ҡалмағандыр: төтөн, ғәҙәттә, усаҡты тоҡандырған саҡта һәм усаҡ янып бөткәс, торонбаштар ҡуҙланып ләүкегәндә сыға башлай. Ошо ябай ғына күренештән ниндәй фәлсәфәүи һығымта яһарға була тип уйлайһығыҙ? Эйе, төтөн дә, ут та бер үк ваҡытта сәбәп тә, һөҙөмтә лә булыуы бар бит. Мәсьәләгә ҡайһы яҡтан ҡараһаң, бер яғында ут беренсел, икенсеһендә төтөн усаҡтың айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә лә ҡуя. Ә инде "ат аунау" менән "төк ҡалыу" миҫалына килгәндә, төк ҡалыуҙы ат аунауға бер нисек тә сәбәп итеп ҡуйып булмаған кеүек. Әммә был тәү ҡараштан ғына шулай тойола. Хәҙер мәсьәләгә кире яҡтан ҡарайыҡ та, шаҡ ҡатайыҡ: һе, була икән дә! Йәғни, ерҙә төгө ятып ҡалһын өсөн дә аттың аунауы фарыз бит әле. Был осраҡта, күреп тораһығыҙ, төк ҡалыуы - сәбәпкә, ат аунауы һөҙөмтәгә әүерелә лә китә. Ҡыҙыҡ был логика фәне тигәндәре. Заман хатта логикаһыҙ ҙа ҡайһы бер әйтем-мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен баштүбән әйләндерә.
Шундай уҡ юл менән "Ат аунаған ерҙә төк ҡала" әйтеменең башҡа варианттарын тикшереп ҡарайыҡ. Варианттарға килгәндә инде, улар бихисап. Әйтәйек, "Хикмәт бар ерҙә михнәт бар", "Шатлыҡ килмәй, ҡайғы китмәй", "Һеҙҙә утын киҫелһә, беҙҙә юнысҡы төшә", "Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй" һ.б.
-"Хикмәт бар ерҙә михнәт бар" - бында михнәт булһын өсөн дә хикмәтте күреү, татыу тәүшарт. Әгәр ҙә ошо шарт үтәлмәһә, йәғни михнәт булмаһа, хикмәт тә үҙ әһәмиәтен юғалта;
- "Шатлыҡ килмәй, ҡайғы китмәй"- бында шатлыҡтың килеүе ҡайғының китеүенә шарт булған кеүек, ҡайғы китеү маҡсаты ла шатлыҡтың килеүен талап итә;
-"Һеҙҙә утын киҫелһә, беҙҙә юнысҡы төшә" - бында ат аунаған ерҙә төк ҡалған кеүек принцип, йәғни юнысҡы төшһөн өсөн дә утын киҫелергә тейешле;
-"Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй" - берәү көн күреүҙе маҡсат итеп йәшәй-йәшәй, әммә мандый алмай ҙа, шул саҡ икенсе берәүҙең үлеме уға көн күрергә шарт тыуҙыра, йәғни ул үлгән кешенең урынын, биләгән вазифаһын яулай.
Ҡыҙыҡ ҡына бер риүәйәт. Бер саҡ аҡһаҡал Чжуан-цзының йортона арыуынан бигерәк күңеле урынында булмауынан яфаланған, әлһерәгән, самаһыҙ ябыҡҡан кеше килеп ингән. Йорт хужаһы уның йөҙөнә, төҫөнә, өҫ-башына, һын-һыпатына ҡарап, шундуҡ тегенең кемлеген, ниндәйерәк ғазаптар кисереп йөрөүен тоҫмаллаған.
- Күпме йәшәп, донъяла һинең кеүек балтаһы һыуға төшкән кешене күргәнем юҡ ине әле, - тип ҡаршылаған ул йортоноң тупһаһын аша атлап инеүсене.
Үҙен бер күреүҙән аңлап, күңел торошон тоҫмаллап хәленә инеүсене оҙаҡ эҙләгәндән һуң тапҡандай ҡыуанған мосафир еңел булмаған яҙмышы хаҡында зарланып һөйләргә тотонған.
- Күңелем менән тормош араһында гармония эҙләп, ун ике йыл буйына ер йөҙө буйлап ҡыҙырҙым: донъялағы барлыҡ тауҙарҙың барлыҡ түбәләренә лә артылдым, Елдәр далаларында япа-яңғыҙым дәрүишлек ҡылдым, күп һанлы аҡыл эйәләре менән осрашып һөйләштем. Тик барыһы ла бушҡа ғына булды. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, кем менән генә осрашһам да, күңел тыныслығы, тойғолар сафлығы, уйҙар аҡлығы таба алманым. Остазым, әйтегеҙсе миңә, рухи таҙарыныу юлдарын һәм ысулдарын эҙләү тигән төшөнсә ялғанмы ни? Юҡмы ни был донъяла изгелек, сафлыҡ, аҡлыҡ тигәндәре? Әллә улар һеҙҙең кеүек аҡыл эйәләренең телендә, хыялында ғына йәшәйме? Һеҙ мин төбәп килгән һуңғы аҡһаҡал, һеҙҙе остаздарҙың остазы тип ишеткәйнем.
Чжуан-цзы мосафирҙы иғтибар менән тыңлап ултырған да, бер бармағын күккә төбәп, байтаҡ ҡына өндәшмәй торғас:
- Күреп торам, улым, һин һәр ваҡыт юлдаһың. Алдыңа алған маҡсатыңа барып етмәйенсә, туҡталып ҡалмайһың икән, - тип һүҙ башлаған остаз. -Шулай булғас, мин һиңә бығаса берәүгә лә әйтмәгән серемде асам. Әгәр ҙә һин ут эҙләйһең икән, уны бары тик төтөнө менән бергә генә таба аласаҡһың. Ат аунаған ерҙә мотлаҡ рәүештә төк ҡала. Ут менән төтөн, ат менән төк - бер-береһенән айырылғыһыҙ. Әгәр ҙә йылғала сағылған айҙы мәңгелеккә айырылғыһыҙ итеп үҙеңдеке иткең килһә, һәр ваҡыт үҙең менән бер биҙрә һыу йөрөтөргә бурыслыһың. Кәрәк саҡта биҙрәң эсендәге һыуға күҙ һалып ҡына ебәрәһең дә, ундағы айҙың артыңдан эйәреп йөрөүенә инанаһың һәм юлыңды дауам итәһең. Шунһыҙ, йылғалағы ай һинеке булмаясаҡ. Тап шуның кеүек, кешенең теләгенә һәр ваҡыт ҡаршылыҡтар осрай. Һинең сафлыҡҡа, изгелеккә ынтылышың, уларға өлгәшеү теләгең ни тиклем көслөрәк булһа, һиңә ҡаршылыҡтар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә шул тиклем көслөрәк мәшәҡәтләйәсәк, күберәк тап буласаҡ һәм артабан атларға ҡамасаулаясаҡ, аяғыңа тышау булып һалынасаҡ. Әгәр ҙә һин яҡшылыҡ менән яуызлыҡты, лайыҡлы менән лайыҡһыҙҙы, аҡ менән ҡараны яҡшы айыра белһәң, ул сағында яуызлыҡ, лайыҡһыҙ һәм ҡара төҫ яйлап-яйлап һиңә буйһона башлаясаҡ. Аҡты ҡаранан айыра белеүең һиңә үҙ-үҙең менән идара итеү мөмкинлеге, үҙ-үҙең өҫтөнән хакимлыҡ итә белеү һәләтен бүләк итәсәк. Дошманыңдың күҙенә тура ҡараған саҡта ғына ул үҙенең көсөн юғалта...
Был риүәйәткә һалынған фекер "Ат аунаған ерҙә төк ҡала", "Утһыҙ төтөн сыҡмай" әйтемдәренең мәғәнәһен тағы ла киңерәк итеп асып күрһәтә. Остаздың бигерәк тә "Һинең сафлыҡҡа, изгелеккә ынтылышың, уларға өлгәшеү теләгең ни тиклем көслөрәк булһа, һиңә ҡаршылыҡтар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә шул тиклем көслөрәк мәшәҡәтләйәсәк..." тигән һүҙҙәре беҙҙең милли тормошобоҙҙағы бер үҙенсәлекте аңлата ла бирә. Әгәр ҙә сафлыҡҡа, изгелеккә ынтылмаһаҡ, матди байлыҡ ҡына туплауҙы маҡсат итеп ҡуйһаҡ, йәшәүе лә еңелерәк булыр ине. Ат аунаған ерҙә төк ҡала инде ул...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 203

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru