«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ЙӘШ САҠТА ХӘЙЕР, БӨГӨНГӨ ЙӘШТӘРГӘ ЛӘ ШӨКӨР БИТ
+  - 


Элек-электән иғтибар итә киләм, бәғзе бер олпат йәштәге кешеләр үҙҙәренең ҡасандыр булған йәш саҡтарын, ғөмүмән, үткән быуынды маҡтап, хәҙерге йәштәрҙе тәнҡитләргә әүәҫләнеп китеүсән. Оло быуын вәкиле булыуыма ҡарамаҫтан, үҙем "Элек шәкәр ҙә татлыраҡ, һыу ҙа еүешерәк була торғайны…" тигән һымағыраҡ итеп фәлсәфәләп, һәр саҡ бөгөнгө көндөң тик ниндәйҙер етешһеҙлеген генә табырға тырышыу яҡлы түгелмен. Һүҙ юҡ, һәр заманда йәшәгән кешеләрҙең, улар алып барған тормоштоң ыңғай һәм кире яҡтары бар. Элек беҙҙең ауылда йәшәгән Солтанхәмит мулла олатай: "Заман - ул Аллаһ Тәғәләнеке. Заманды бер ҡасан да яманларға ярамай", - ти торғайны. Һәр дәүерҙә йәшәгән халыҡ үҙ заманына ярашлы ғәмәлдәр ҡыла инде ул.

Уҙған быуаттың ун етенсе йылында батшаны төшөрөп, унан илдәге байҙарҙы бөтөрөп, "тигеҙ, рәхәт тормош" ҡороу өсөн көрәшкән олатайҙарыбыҙҙың йәш саҡтары менән ғорурланып үҫтек (ә ул саҡтағы ололарҙың быға нисек ҡаршы булыуы хаҡында һәммәбеҙ белә). Граждандар һуғышы ветерандары, ауыл хужалығын коллективлаштырыусылар, кулактарҙы илдән ҡыуыуҙа ҡатнашҡан байтаҡ ҡына кешеләрҙең әле иҫән сағы ине. Ҙур почетта булған был олатайҙар менән осрашып, уларҙың ялҡынлы телмәрен тыңлай инек. "Үәт ниндәй шәп кешеләр булған борон!" тип таң ҡалып, "Их, шулар һымаҡ батыр булып үҫәһе ине!" тип хыялланған саҡтарыбыҙ ҙа булманы түгел. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, немец фашистарын тар-мар иткән ағайҙарға бер ҡасан да тиңләшә алмаҫбыҙ һымаҡ тойолдо. Үҙебеҙҙән олораҡ, утты-һыуҙы кискән шул ағайҙар беҙҙең быуын йәштәрен ҡайсаҡ ниҙер өсөн бер аҙ шелтәләп алһа, улар менән килешергә тырыштыҡ. Ул саҡтағы комсомол ойошмалары сафында булған күпселегебеҙ, шул союздың уставына ярашлы, үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе лә коммунистик рухта тәрбиәләү өҫтөндә әүҙем эшләнек. Быуыныбыҙ йәштәре Афғанстан еренә барып, хөкүмәтебеҙ ҡушҡан "интернациональ бурыс"ты үтәп тә йөрөнө.
Ә инде туҡһанынсы йылдарҙа илебеҙҙең яңы сәйәсәтенә ярашлы, ең һыҙғанып, "үҙгәртеп ҡороуҙарға" керешеп киттек. Яңы тормош яҡлы сәйәсмәндәр "һайт" тиһә, беҙ ҙә "тайт" тип кенә торҙоҡ. Илдә капитализмдың ҡабаттан урынлашыуына ла артыҡ ҡаршылашманыҡ. Арабыҙҙа байҙар ҙа күренгеләй башланы. Шул мәлдәрҙә мин әле генә һанап киткән революция, граждандар һуғышы, колхозлашыуҙа ҡатнашҡан батыр олатайҙарыбыҙҙы әрләүселәр, хатта үҙебеҙҙең ил һаҡсыларын "әрәмтамаҡтар" тип һанаусылар ҙа табылды. Бер аҙҙан бындай "ҡыҙыу баштар" ҙа бер аҙ һыуына төшөп, тынысланып, бөгөнгө көнгә лә килеп еттек. Беҙ - оло ғына йәшкә еткәндәр, ана шул уҙған быуат урталарында тыуып үҫкән кешеләр бит инде. Шул замандың вәкиле булараҡ, бөгөн "атайҙар һәм балалар" темаһына йыш ҡына һүҙ йөрөтөп алырға яратам. Кем - нисек, әммә мин һәр саҡ хәҙерге быуын хаҡында: "Бөгөнгө йәштәребеҙ - бына тигән!" тип кенә әйткем килә.
Әле ошо мәҡәләмде яҙыуға барыбыҙ ҙа йыш ҡына мөрәжәғәт итергә тура килгән күп функциялы үҙәккә (МФЦ) сираттағы барыуым сәбәпсе булды. Ысынлап та, был ойошма бинаһына инеү менән матур кейенгән йәш егет һәм ҡыҙҙар һине мөләйем йөҙ менән ҡаршы ала. Әйтерһең, барыһы бер ғаиләлә үҫкән улар. Кемеһен генә алма, башта алсаҡ йылмайып сәләм бирә, унан матур ғына итеп ниндәй йомош менән килеүеңде һораша. Йомошоңдо әйтеүең була, шунда уҡ һине хеҙмәтләндерергә керешә. Берәй аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙарыңа ифрат тыйнаҡ, әҙәпле итеп яуап та бирә.
Сибай ҡалаһында тап ана шулай. Моғайын, башҡа ҡасабаларыбыҙҙа ла нәҡ беҙҙәге һымаҡ йәштәр эшләйҙер тигән инаныуҙамын. МФЦ-ла ғына түгел, банктарҙа, почталарҙа ла шундай уҡ тәртипле, әҙәпле йәш ҡыҙҙарыбыҙҙың кешеләргә ҡарата булған яҡшы мөғәмәләренән оло ҡәнәғәтлек кисереп, ифрат яҡшы кәйеф менән өйөңә ҡайтып китәһең. Сауҙа учреждениеларындағы эшләгән егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы ла элекке Советтар Союзы заманындағы һатыусылар менән сағыштырып, "ер менән күк араһындағы" айырма тип әйтергә лә булыр ине, моғайын. Утыҙ-ҡырҡ йылдар элек магазинға инеп, берәй нәмә хаҡында: "Һеҙҙә шул әйбер бармы, күпме тора?"- тип һораһаң: "Уҡый белмәйһеңме әллә, ана бит, яҙылған!" - һымағыраҡ яуап ишеткеләгән ваҡыттар хәҙер тарихта ғына ҡалғандыр, тигән ышанысым бар. Завод-фабрикаларҙағы эштәрҙе, ауыл хужалығын да, башлыса йәштәр алып бара. Дауаханаларыбыҙҙа халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән йәп-йәш табип һәм шәфҡәт туташтарына, мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында эшләгән педагог, ғалимдарыбыҙға ҡарап һөйөнөп бөтә алмайым. Үҙ эшен яратып башҡарған шул йәш егет-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында бына шундай фекерҙәмен бөгөн.
Ә инде әрме хеҙмәтен үтәүселәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Сирек быуат үҙем хәрби кеше булғаным өсөндөр ҙә, ил һаҡсылырыбыҙ айырыуса күңелгә яҡын. Шулай уҡ заманыбыҙ йәштәренең күпселеге хәмер-фәләнгә лә битараф һымаҡ тойола әле ул. Һирәк-һаяҡ ҡына осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, ҡала урамдарында иҫерек йәштәрҙе лә күрмәҫһең тиерлек (утыҙ-ҡырҡ йылдар самаһы элек ундайҙар йыш ҡына осрай ине).
Динһеҙлек пропагандаланған уҙған быуатта ауылдарыбыҙҙа мәсеттәр ҙә булманы бит. Йәштәребеҙҙең дингә ҡарашы ла бөтөнләйгә кире ине. Шул быуаттың туҡһанынсы йылдары башында тәүге тапҡыр Сибай мәсетенә ингәнем бөгөнгөләй хәтеремдә. Йома көнө ине ул. Бәләкәй бер ағас йортто ҡулайлаштырып яһалған был ғибәҙәтханаға килгән ете-һигеҙ кеше миңә бик күп һымаҡ тойолғайны. Йәмәғәт намаҙына килгәндәрҙең барыһы ла тиерлек үтә ҡарт бабай һәм әбейҙәр. Илдә коммунизм төҙөгән осорҙары динебеҙгә ҡаршы оҙаҡ йылдар әүҙем көрәш, атеистик пропагандалар эҙһеҙ ҡалмағайны шул: ғибәҙәт ҡылыусылар араһында йәштәр бөтөнләйгә юҡ ине. "Ошо ҡарттар үлеп бөтһә, илебеҙҙә дин тотоусылар бөтөнләйгә ҡалмаҫ", тигән уйҙар ҙа күңелгә килеп киткеләй ине шул саҡта…
Бәхеткә, бындай күңелһеҙ уйҙарым бушҡа булды. Әлхәмдүлиллаһ, ҡалабыҙҙа яңы, ҙур мәсет тә һалдылар. Сираттағы отпускыма ҡайтҡан һайын мәсеткә намаҙға йөрөүселәрҙең күбәйә барғанын, айырыуса йәштәребеҙҙең иман юлына баҫа башлауын күреп һөйөнөп бөтә алманым...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, хәрби хеҙмәт ветераны.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 115

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru