«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ-3
+  - 


Ошо һимеҙ, тоҡрой кәүҙәле кешене былай ҙа күрә алмай йөрөгән лейтенантҡа етә ҡалды:
- Бына нимә, иптәш Итәлмасов! Гражданкала һин алтын ҡабул иткәнһеңме, яҡут ҡабул иткәнһеңме, унда минең эшем юҡ. Ә бына бында беҙ ҡушҡан эште урын-еренә еткереп башҡарырға тейешһең! Ҡыҙыл Армия командирының теләһә ниндәй приказы һәр бер боец өсөн закон! Төшөндөңмө?
- Был күнекмәләреңдең дә, ағас аттарыңдың да фронт өсөн һуҡыр тингә лә кәрәге юҡ. Минең ҡулыма мылтыҡ, ҡылыс тоттороғоҙ ҙа фронтҡа оҙатығыҙ! Бына унда мин үҙемдең кемлегемде күрһәтермен! - тип ебәрмәһенме Заһретдин. Сығырынан сыҡҡан лейтенант уның эргәһенә килеп баҫты ла ҡорһағынан түбән һалпайған ҡайышынан матҡып тотоп алды:
- Иң башта мин, иптәш Итәлмасов, бына ошо һалпайып төшкән ҡорһағыңды шиңдерәм! Унан һуң, әгәр кәрәк тапһаҡ, мылтыҡ, ҡылыс ышанып тапшырырбыҙ! Ә хәҙергә занятие мәлендә ләпелдәп торғаның өсөн сираттан тыш өс наряд! Все! Понятно? - Так точно!
- Бына шулай!
Кис бөтә ҡыҙылармееңтар йоҡларға ятыр алдынан арманһыҙ булып арыған Заһретдинды сираттан тыш нарядҡа алып киттеләр. Ул төн буйы ҡыҙылармееңтар ашханаһында күҙен аса-йома картуф таҙартты. Мендәр аҫтындағы һөйәк һаплы бысағымды алып киләһе булған да бит тип, бысраҡ таш иҙәндә фарман биреп йөрөгән өлкән сержантты һүкте. Ә теге бының уйын белгәндәй:
- Бына ошо бер мискә картуфты әрсеп бөтөрәһең. Боецтарға иртәнге аш бешереүгә әҙер булырға тейеш! - тине лә таҙартылған картуфты һалыу өсөн буш мискә килтереп ултыртты. Ҡара тупраҡ йәбешеп ҡатҡан картуфты Заһретдин кухня бысағы менән әрсей генә башлағайны, помкомвзвода тағы эргәһенә килеп баҫты:
- Һин нимә, иптәш боец, картуфтың ҡабығын шул тиклем ҡалын итеп әрсейһең? Беренсенән, гимнастеркаңдың еңдәрен һыҙған, ә быныңды!.. - ул Заһретдиндың аҫҡа шылып төшкән пилоткаһын һауыт-һаба кәштәһенә ҡағылған сәйгә элде. - Картуфты ошолай итеп әрсеһәң, иртәгә бөтә эскадронды ас ҡалдыраһың! - Өлкән сержант күҙ асып йомғансы ике картуф әрсеп буш мискәгә ырғытты.
Заһретдин нисек кенә тырышмаһын, картуф тултырылған мискә кәмемәне, маңлайынан аҡҡан ҡара тир күҙҙәрен томаланы, киң яңаҡтары буйлап иҙәнгә аҡты. Уның өсөн был донъяла яртыһы серек картуфты әрсеүҙән дә ҡыйын эш юҡтыр төҫлө тойолдо. Аптырағас, бысағын ситкә атып бәрҙе лә аяғына баҫып, бер-ике тапҡыр кирелде. Нишләһен, ҡәһәрле мискә тирәләй бер-ике ураны ла яңынан урынына ултырҙы.
Нисек етте шулай төн үткәргән Заһретдинды таң менән занятиеға алып сыҡтылар. Уның менән кухняла бергә эшләгән иптәштәре сисенделәр ҙә йоҡларға яттылар. Етмәһә, кеҫәләренә тултырып ҡайһыһы борсаҡ, ҡайһыһы яртышар буханка икмәк, ә сосораҡтары үҙ иптәштәрен ашатырға колбаса киҫәге лә алып ҡайтҡан. Заһретдинда ул ҡайғы булманы, аяғөҫтө йоҡлай-йоҡлай саҡ казармаға килеп йығылды. Башҡалар кеүек, һәндерә мөйөшөнә ултырып итеген һала ғына башлағайны, взвод командиры Заһретдин алдына килеп баҫты ла:
- Итегеңде кей ҙә занятиеға шагом марш! Живо! - тип екерҙе.
Заһретдин барған ыңғайға ҡайышын быуа-быуа: "Сираттан тыш наряд тигәне ошолайтып йоҡлатмай әҙәм ыҙалатыу була икән", - тип уйланы.
Бөгөн эскадрондың взвод командирҙары, ярҙамсылары ла йылтыратып таҙартылған итектәренә шпорҙарын, билдәренә шашкаларын тағып, яурындарына карабиндарын аҫып сыҡҡан. Эскадрон старшинаһы Заровняев теҙелеп торған саф алдына килеп баҫты. Башта ул зәңгәр фуражкаһының эйәге аҫтына төшөрөлгән ҡайышын, планшетын төҙәтте, ҡамыт аяҡтарын бер-береһенә шаҡылдатып алды ла ҡашын төйнәп, күҙен йүгертеп сафҡа ҡарап алды. Эргәһендә торған взвод командирҙары менән бер нисә һүҙ алмашты ла, әсе тауыш менән:
- Равня-йсь! - тип команда бирҙе. Шунан сафтың бер осонаса йөрөп тигеҙлекте тикшереп ҡараны ла: - Һулдан бишенсе! Ҡорһағың үҙеңдеке булһа, эскә тарт! Алтынсы! Күкрәгеңде алғараҡ! - тип екерҙе. "Смирно!" командаһын бирҙе. Ҡап уртаға баҫып баяғы планшетынан бәләкәй генә күк тышлы китап сығарҙы. Уны башы осонда бер нисә ҡат әйләндерҙе:
- Был китап эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы кавалерияһының боевой уставы! Тәүге битенән аҙаҡҡыһына тиклем бөтә параграфын белеү - һәр бер ҡыҙыл атлының мөҡәддәс бурысы! Үҙ фамилияңды онотҡанда ла, уставтың төп пункттарын шартлатып әйтеп бирергә кәрәк. Төшөндөгөҙмө?
Яуап урынына эскадрон сафында ниндәйҙер шау-шыу ишетелеп ҡалды. Старшина ризаһыҙлығын белдереп, башын күтәреп, яңынан сафҡа текәлде:
- Бер ни ҙә ишетмәйем, төшөнөшлөмө?
- Төшөндөк, аңлашыла! - тигән һирәк-мирәк тауыштар ишетелде.
Эскадрон, манеж яңғыратып бер тауыштан: "Төшөндөк!" - тип ҡысҡырмайынса тороп старшина һорауын туҡтатманы. Шунан ғына бөгөнгө занятиеның йөкмәткеһен аңлатырға кереште. Әммә әйтәһе төп һүҙгә еткәнсе, кавалерия тарихына төшөп китте. - Кавалерияла борон-борондан ир-егеттәрҙең аҫылы, урта бармаҡ шикеллеләре генә хеҙмәт иткән. Ә батша заманында кавалерия дворян, кенәз, граф балалары менән генә комплектовать ителгән. Тик Совет власы ғына беҙҙең кеүек ярлы эшсе-крәҫтиән балаһына иң почетлы ҡораллы ғәскәрҙәр төрө, кавалерияла, хеҙмәт итеү мөмкинлеген бирҙе, - тип ул башын өҫкәрәк күтәрҙе, былай ҙа ҡалҡып торған күкрәген тағы ла алғараҡ сығарып, уң ҡулы менән шашкаһының эфесына тотондо ла ҡынынан шаҡылдатып сығара биреп кире тыҡты.
- Ҡала урамында арғымаҡҡа атланып ҡыҙҙарҙың күҙен ҡыҙҙырып үтеп китеүе генә ҡыҙыҡ ул. Атҡа атлана башлауҙан алда һеҙ өйрәнәһе баҫҡыстары бар. Бөгөн беҙ шуларҙан башлайбыҙ. Денникта торған атҡа яҡын килеп уның менән танышыу, уға йүгән кейҙереү, аттың торошон тикшереү һәм атланырҙан алда уны таҙартыу күнекмәләрен башларға тейешбеҙ. Бынан тыш, уны эйәрләү, теҙгененән тотоп һарайынан сығарыу, атҡа атланғас, теҙгендәрҙе нисек тотоу, аттан төшкәс, эйәрен алыу һәм ат ҡарау бурыстары тора. - Старшина ҙур ләззәт менән һөйләп алды. - Хәҙергә барыбыҙға ла ат етешмәй, барыһы һигеҙ генә ат ҡалды, ә ҡалғандарын училищеға һәм фронтҡа оҙаттыҡ. Бер нисә көндән Башҡортостандан килеп етергә тейеш, бына шунан инде һәр беребеҙ, үҙ атыбыҙ менән эшләй башлаясаҡбыҙ, - тине.
Яңы хәбәрҙе ишетеү менән Ғилмишәриф, күптән күрмәгән яҡын танышын ашҡынып көткән кеше кеүек, РККА фондынан армияға алынмай ауылда тороп ҡалған аттарҙы күҙ алдынан үткәрҙе. Киләһе арғымаҡтар араһында үҙе тәрбиәләп үҫтергән аттарҙың булыуында уның шиге юҡ ине. "Бөтә Башҡортостанда билдәле, үҙенең КТФ-һы менән Мәскәүҙә Бөтә Союз Ауыл хужалығы күргәҙмәһендә бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан колхоздан бер-ике ат килеп эләкмәүе мөмкин түгел", - тип Ғилмишәриф эстән генә шатланды.
Бер аҙҙан взводтарҙы отделениеларға бүлеп һөнәргә өйрәтергә керештеләр. Старшина Ғилмишәрифтәрҙең отделениеһын ат һарайына алып китте. Денникта әкрен генә ат кешнәгән тауыш ишетелеп ҡалды. Старшина шунда уҡ:
- Быстрый, спокойно, стоять! - тип ҡысҡырҙы. Таныш тауышты ишетеп аттар тынып ҡалды. Бысҡы вағы түшәлгән асфальт иҙәндә аяҡтарын тыҡылдатып торған Быстрый старшинаны ҙур күҙҙәрен тултырып, муйынын һуҙып ҡаршы алды. Старшина ҡапҡаға күрһәтеп:
- Бына ошо таҡтаға аттың исеме, башҡа мәғлүмәттәре яҙыла, - тип уҡып күрһәтте.
"Айғыр Быстрый, 1935 йыл тыуған, атаһы - Белан, әсәһе - Строгая, ахалтекин тоҡомонан". Бына бында эйәр, йүгән, нуҡта эленә, ә был йәшниктә ат таҙарта торған кәрәкле нәмәләр, ә быныһы инде ат һуғара торған биҙрә. - Ул кеҫәһенән сығарып бер шаҡмаҡ шәкәрҙе Быстрыйҙың ауыҙына ҡаптырҙы ла яртыһы коридорға сығып торған һоло утлыҡсаһын ҡарап алды. Шунан: - Красноармеец Итәлмасов, йә әйт әле: ат алдындағы кормушканың тап-таҙа булыуы ни нәмәне аңлата? - тине. Бындай һорауҙы көтмәгән Заһретдин аяҡтарын алмашлап баҫып алды ла:
- Был, иптәш старшина, ат алдына һалған корманы ашап бөткән, ә хәҙер ас тора, тигәнде аңлата, - тип яуап бирҙе.
- Ғөмүмән, яуап дөрөҫ, ләкин тулыһынса түгел. Ат алдындағы кормушкаларҙың таҙа булыуы, тимәк, ул ат таҙа, һау-сәләмәт, ундай атҡа хәҙер үк атланып фашист өҫтөнә ташланырға мөмкин тигәнде аңлата. Төшөндөңмө?
- Төшөндөм.
- Ә бына күрше денникта торған Гунгуттың кормушкаһын ҡарағыҙ, уның курмыһы тик яртылаш ҡына ашалған, тимәк, ул ат сырхаулай, ысынында ла уның ашҡаҙанын гастрит яфалай, - тип старшина өйрәтәһе күнекмәләргә күсте. Стена ҡырында ултырған биҙрәне бер ҡыҙылармеецҡа тотторҙо ла: - Быстрыйҙы ваҡытында һуғармағандар. Уның тамағы кипкән, йәһәт кенә ҡоҙоҡтан бер биҙрә һыу алып кил! - тип бойорҙо. Аҙаҡ, ҡылысына тиклем һыу тулы биҙрәгә ҡулын тығып ҡарағас:
- Бик һыуыҡ, был көйөнсә эсерергә ярамай, атҡа һалҡын тейеүе бар, - тип биҙрә эсенә ике ус бесән ырғытты. - Биҙрәгә бесән ташлаһаң, ат һыуҙы һемереп түгел, ә теше араһынан һурып ҡына эсә, шуның менән ул үҙен һалҡын тейеүҙән һаҡлай.
Төшөндөңмө?
- Так точно!
- Күрҙегеҙме, мин Быстрыйҙың арт яғынан индем. Сөнки ул мине белә, минән ҡурҡмай, ә устав буйынса денниктың ишеген асҡан һәр кавалерист аттың исемен атап, уның башы менән үҙенә боролғанын көтөргә тейеш, сөнки ат, аҡыллы хайуан, изге теләгеңде аңламай тороп бер ваҡытта ла һиңә башы менән боролмай. Бына ошолай, - тип ул Быстрыйҙы башы менән ҡапҡаға борҙо ла уның һул яғына сығып муйынынан һөйҙө. - Ат һиңә башын бороу менән тик һул яғынан килергә кәрәк. Уң яғына сығыу устав буйынса ҡәтғи тыйыла. Атығыҙға шәкәр йәки кишер һонғанда бармаҡ осоғоҙ менән тотмағыҙ, сөнки тегенең бармаҡтарығыҙҙы ла эләктереп алыуы мөмкин, бына ошолай итеп бирегеҙ, - тип ул үҙенең сираттағы күстәнәсен, икмәк киҫәген, усы эсенә һалып һондо. - Ә хәҙер инде Быстрыйҙы денниктан алып сығырға кәрәк. Бына ошолай итеп уң ҡулың менән томшоғонан тотаһың да һул ҡулың менән нуҡтаны ат башына кейҙерәһең, шунан инде эйәк аҫтындағы ҡайышты эләһең. Тик ныҡ итеп тартмағыҙ, ат башы менән ҡайыш араһында өс бармаҡ һыйып торорға тейеш. Атты сығарғанда нуҡтаның чумбуры һәр ваҡыт уртаға бөкләнгән көйөнсә һинең һул ҡулында булырға тейеш.
- Иптәш старшина, ә нимә һуң ул чумбур?
- Чумбур - беҙ кейҙергән нуҡтаның ҡулға тота торған ебе була.
- Беҙ "теҙген" тип әйтә торғайныҡ.
- Теҙген атланған атты идара итеү өсөн ауыҙлыҡтың ике осона беркетелгән бәләкәй дилбегә ул. Ә был чумбур - башҡа исеме юҡ, устав буйынса ла чумбур. Нуҡтаны кейҙерҙек. Ә инде хәҙер Быстрыйҙы ат һарайынан тышҡа, манежға, сығарырға кәрәк. Уны ошолай итеп эшләйҙәр: уң ҡулың менән чумбур тоташтырылған дүңгәләк аҫтынан тотаһың да һул аяғыңды күтәргән саҡта чумбур тотҡан уң ҡулыңды алға һонаһың. Икеһе бер ваҡытта эшләнергә тейеш, - тип уның менән йәнәш атлаған Быстрыйҙы денниктан коридорға алып сығып та китте. - Мә, иптәш Итәлмасов, Быстрыйҙы яңынан коридорға сығар, - тип чумбурҙы уның ҡулына тотторҙо.
Заһретдин атҡа әйләнде лә теҙгененән тартҡылай башланы, мәгәр ат аҙым да алға атламаны, киреһенсә, артҡа сигенде.
- Прекратить! - тип ҡысҡырҙы старшина. - Чумбурыңды алға һонмаһаң, кавалерияның бер аты ла алға ҡуҙғалмаясаҡ, сөнки ул һинең командаңды аңламаны. Үҙең бер урында тороп, уң ҡулыңдағы чумбурҙы алға һуҙһаң да тик торасаҡ, сөнки ат һинең устав буйынса эшләмәгәнеңде күреп тора, - тип өйрәтте старшина. Бынан һуң ул атты таҙартҡан саҡта чумбурҙы дүңгәләккә нисек бәйләү ысулын өйрәтте.

(Дауамы. Башы 29-30-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 132

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru