«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙСАЛ ТИП ЯНҒАНДАР БАТЫР АУЫЛЫ КИНЙӘЛӘ ЙӘШӘЙ
+  - 


"Һуғышты иҫләйһегеҙме?" тигән һорауға Закир ағай:
- Иҫләү генәме? Мин уның эсендә булдым, - тип яуапланы.
- Нисек? Һеҙ бит 10 йәшлек кенә бала булғанһығыҙ...
- Әсәйебеҙҙе Украинаға вербовка менән ебәргәйнеләр. Ғайса ағайым менән беҙ ҙә уның менән бергә киттек. Әсәй ярҙамсы хужалыҡта эшләне. Украиндарҙа фатирҙа торҙоҡ. Һуғыштың тәүге көнөндә үк мәхшәр башланды. Ризыҡ юҡ - нимә табабыҙ, шуны ашайбыҙ. Күп тә тормай, беҙҙең кеүек балаларҙы йыйып, тылға оҙаттылар...

Ҡыҙғанысҡа күрә, шул айырылышыуҙан малайҙарҙың әсәһе менән бәйләнеше мәңгелеккә өҙөлә. Мәхшәрҙә ҡәҙерлеләренең иҫән ҡалыуы ла икеле. Уны аҙаҡ эҙләп ҡарайҙар, әммә һөҙөмтә булмай. Үҫмерҙәрҙе Силәбегә алып килеп, 14-се ФЗО-ға урынлаштыралар. Биргән кейемдәре - фуфайка, йоҡа ғына салбар, башта - сепрәктән тегелгән бүрек, аяҡта иһә ҡыш та, йәй ҙә - ботинка. Ауылда еңелерәк булыр тип, Ғайса ағаһы шунда уҡ тыуған яғына юллана.
Закир кеүек 700-ләгән үҫмер оҙон саман йорттарҙа йәшәй. Өлкәнерәктәр заводта эшләй. Бәләкәйерәктәрҙе төҙөлөш бригадаһына тәғәйенләйҙәр. Улар дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан таҡта ярыу цехына йәйәү йөрөп эшләй. Шул уҡ ваҡытта Силәбелә йөҙҙән ашыу йорт төҙөйҙәр. Малайҙар бүрәнә ташый, уны быса. Ауырҙарына көсө етмәйенсә, хәлдән таялар. "Бориев тигән мастер беҙҙең кеүек бала-сағаны эшкә өйрәтеп йө-рөнө, - тип хәтерләй ветеран. - Заводта шлифовщик та булырға тура килде. "ЧТЗ" тракторынан һуғыш өсөн танктар эшләгән өлкәндәргә ярҙам иттек. Ун икешәр сәғәт аяғөҫтө тороп, хәлдән тая инек, аслы-туҡлы йәшәнек. Ризыҡ ҡиммәт булды. Эш хаҡына тип бирелгән 300 - 500 һум аҡса икмәк менән туҡланырға ғына етә ине".
Станцияға килгән вагондарҙы бушатырға ла йөрөткәндәр үҫмерҙәрҙе. "Полундра!" тип ҡысҡырып уята ине физрук беҙҙе төн уртаһында, - ти Закир ағай. - Цемент, ҡырсын, алибастр, бүрәнә тейәп килгән вагондарҙы төнө буйы бушатабыҙ. Ләкин иртә менән, ял да иттермәйенсә, тағы эшкә алып китәләр".
Ике йыл ярымдан һуң үҫмерҙәргә ял бирелә. Улар тыуған яғына ҡайтып килергә рөхсәт ала. Закирҙың атаһы һуғышҡа киткәнсе яңынан өйләнеп, ауылда уның балалары һәм ҡатыны ҡалған була. Әмир менән Рәхимә туғандары: "Ағай, асығабыҙ, ҡайт!" - тип яҙғас, Закир Силәбегә башҡа бармаҫҡа ҡарар итә. Һуғыш осорондағы закон буйынса эш урынынан үҙаллы киткән кешеләрҙе ҡаты хөкөм көтә. Мәҫәлән, Миәкә районынан берәүҙе, поезд аҫтында ҡалып, аяғын иҙҙерһә лә, хәрби трибунал менән алты йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ә Закирҙың эшләгән еренә Каганович исемендәге колхоз рәйесе Фазулла ағай Ғәҙелшин: "Беҙгә тракторсылар кәрәк, курсҡа уҡырға ебәрҙек", - тигән хат яҙып һала. Шулай итеп, үҫмер күрше Таймаҫ ауылында белем ала башлай. Үгәй әсәһе мысай ҡатыш ярты бот игенде ҡул тирмәненән тартып, икмәк бешерә лә, яртыһын Закирға тоттороп ебәрә, бүтән өлөшө үҙҙәренә ҡала. Үҫмер шул ризыҡты бер аҙнаға еткерә. Хәтифә исемле әбейҙә фатирҙа тороп, өс ай буйы уҡый. Ашарға икмәктән башҡа бер нәмә лә юҡ. Сәйе лә мәтрүшкәнән. Яҙ, йәй ҡымыҙлыҡ, кесерткән, ат ҡолағы, ҡуян тубығы кеүек үләндәрҙең береһен дә ҡалдырмай ашай халыҡ. Яғырға утын юҡ. Ҡыш буйы йәйгеһен иген һаҡлай торған ырҙын табағының һалам менән ябылған башын бәләкәй санаға һалып ташыйҙар. Аҙаҡ тағы көпләп ҡуялар. Шулай һалам, тиҙәк яғып ҡыш сығалар.
Өс ай уҡып ҡайтҡан Закир Сәмсиә Хөсәйенова, Зөһрә Шәрипова, Айһылыу Исхаҡова кеүек апайҙарға алмаш булып эшкә тотона. Башта ике йыл тәүгеһенең ярҙамсыһы булып йөрөй. Ауыл халҡы, үҙ ауыҙынан өҙөп, фронтҡа ярҙам итә: заем ала, ойоҡ-бейәләй бәйләп ебәрә. Аҡса тигән нәмәне күрмәйҙәр ҙә. Эшкә сыҡһаң, хеҙмәт хаҡына көнөнә бер "таяҡ" яҙалар. Шуға ҡарап, көҙгөһөн иген бүләләр.
Көнө-төнө эшләп, аслы-туҡлы йәшәп, Кинйә ауылы халҡы ла Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Һуғыш бөткәнен ауылда йыйылыш яһап хәбәр итәләр. Закир ағайҙың атаһы Дилмөхәмәт ағай бер йылдан һуң ғына ҡайта һуғыштан. Мал ҡараусы ла була, йылҡы ла көтә. Өйҙә ир ҡулы булғас, Закир Мораҡҡа тракторсы һөнәрен үҙләштерергә китә. Алты айлыҡ курсты тамамлап, ер эшен дауам итә. 45 йыл тракторҙа эшләй ул. Әйтеүе генә анһат! Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ауыл хужалығын күтәреү өсөн һаулығын да, ваҡытын да йәлләмәй, һөҙөмтәлә төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Яҡшембәт ауылындағы Зөлхиә Бикмаева тигән һылыуға өйләнеп, туғыҙ балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, сабыйҙарының икәүһе бәләкәй сағында баҡыйлыҡҡа күсә. Иҫәндәре, шөкөр, тормошта үҙ урынын табып, уҡып, һөнәр алып, эшләп йөрөй. Тыуған ауылы Кинйә бөтөүгә табан барғас, балаларҙы уҡытырға кәрәк тип, Исхаҡовтар ҙурыраҡ ауылға - күрше Яҡупҡа - күсеп йәшәй башлай. Унда төпләнгәндәренә лә хәҙер дүрт тиҫтә йыл ваҡыт уҙған.

* * *

...Таныш түгел ауылға килеп ингәс, йомошоңдо хәл итер өсөн, ғәҙәттә, магазинға бараһың, сөнки ул - халыҡтың ниҙер һатып алыр урыны ғына түгел, ә осрашып һөйләшеү, гәпләшеү, яңылыҡтарҙы уртаҡлашыу, хәл белешеү ере лә. Беҙ ҙә шуға магазинға юлландыҡ. Унда биш-алты ҡатын һөйләшеп тора ине. Сәләм биреп, Закир ағайҙың өйө ҡайҙалығын һораштыҡ.
- Уңға боролһағыҙ, иң матур өйҙө күрерһегеҙ. Шунда туҡтағыҙ, - тинеләр беҙгә.
Ысынлап та, Яҡуптағы иң матур йорт Закир ағайҙыҡы булып сыҡты. Ихаталағы төҙөклөк, тәртип, йәйге веранда, уға ҡушылып төҙөлгән мунса, һоҡланғыс баҡсаһы - барыһы ла бында уңған хужалар йәшәгәне хаҡында һөйләй. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамында "Иң матур өй" тигән исем юҡҡа ғына бирелмәгән әлеге йортҡа. Закир ағайҙың 60 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер иткән ҡатыны Зөлхиә апай өс йыл элек вафат булған. Әммә балалары өйҙөң ҡотон ебәрмәй, алмашлап ҡайтып, атаһын тәрбиәләп тора. Йәйге ял ваҡытында ағайҙың күркәм йорто балалар тауышынан гөрләп тора. 17 бүлә-бүләсәре Закир ағайға күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Берәүҙәре ҡайта, икенселәре китә, тигәндәй. Йәйге веранданың ике яҡ стенаһын тултырып, барлыҡ балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең фотолары ҡуйылған. Тотош ғаилә альбомы һыйған да ҡуйған. Бына улар - Закир ағайҙың бөтөн байлығы, Исхаҡовтарҙың нәҫеле, үҙеңдән һуң ҡалыр ғүмер дауамы.
Олпат йәштәге ветеран менән хушлашып, ҡайтырға йыйынғанда ағайыбыҙ иң мөһим хәбәрен әйтеп һалды:
- Кинйә Арыҫлановтың ҡәберен дә мин таптым бит...
- Нисек?
- Борон беҙҙең Кинйәлә ялланып көтөү көтөп йәшәгән биш-алты ҡаҙаҡ ғаиләһе булған. Бынан тап 60 йыл элек Ырымбур өлкәһендәге Белозерка тигән ауылға тирмән тарттырырға барҙым. Шунда бер ҡаҙаҡ бабайы менән таныштым. Ул минең Кинйәнән икәнде белгәс, олатаһы батырҙың ҡайҙа күмелгәне хаҡында әйтеп ҡалдырғанлығын хәбәр итте. Ауыл зыяратында түгел, ә ситтәрәк, Кинйә тауында икәнлеген белдерҙе...
Күп йылдар үткәс, Зиннур улы эшҡыуар булып хәлләнгәс, был зыяратты кирбес менән уратып ҡуя Исхаҡовтар. Шулай итеп, батырҙың һуңғы төйәген халҡыбыҙға танытыуҙа, рухиәтебеҙҙе һаҡлауҙа сауаплы эш башҡаралар. Әйткәндәй, "Южурал-Ойл" йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Закир улының яҡташтарына күрһәткән изгелектәре бынан башҡа ла бихисап.

* * *

...Беҙҙең был осрашыуға бер нисә йыл үтте. Үкенескә, Закир Дилмөхәмәт улы баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә уның улы, күренекле эшҡыуар Зиннур Закир улы тыуған ауылы өсөн иҫ киткес күп эштәр башҡара.
Ҡасандыр, перспективаһыҙ тип, бөтөүгә дусар булған Кинйәне хәҙер танырлыҡ та түгел. Бәләкәй булһа ла, ул йәшәүен дауам итә. Урамдарға асфальт түшәлгән. Фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр бар. "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү яулағандар. Мәргән уҡсылар бәйгеләре үткәреп, яҡын-тирә район, ауылдарҙан оҫталарҙы йыйғандар. Ағинәйҙәр йәштәрҙе рухи тәрбиәләүгә өлөштәрен индерә. Иң мөһиме: Кинйә ауылында һәр башҡортто үҙенә саҡырып торған изге урын бар: ул - батыр музейы. Матур итеп төҙөлгән, бай материал туплаған музей алдында Кинйә Арыҫлановтың бюсы ҡуйылған.
Һөйләйһе һүҙемдең әрәсәһе шунда: Кинйә ҡәберен тапҡан уҙаман Закир Исхаҡовтың улы, "Южурал-Ойл" йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Закир улы тыуған төйәгенең тарихын мәңгеләштереү буйынса оло хәстәрлек күрә. Әле республикала "Атайсал" тигән программаны ҡабул иткәнгә хәтлем байтаҡ йылдар элек эшҡыуар бында, Кинйә ҡәбере янында, тотош бер тарихи комплекс булдырған. 1812 йылда француздарға ҡаршы яуҙа ҡатнашҡан ауылдаштарға стела ҡуйылған. Унда Кинйәнән киткән бөтә ир-егеттәрҙең исемдәре ташҡа яҙылған. Был бит ауылдаштар, туғандар өсөн ниндәй хазина, ғорурлыҡ! Уларҙы табыу өсөн күпме архив материалдары ҡутарылған. Артабан 1930 йылдарҙа репрессия ҡорбандарының исемлеге теркәлгән иҫтәлеккә таш та ҡуйылған, 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына китеүселәр, яуҙа ятып ҡалыусылар, иҫән ҡайтыусы ветерандарға арналған һәйкәл ташы ла туғандарын уйға һала, улар алдында бер минут тын ҡалып башын эйеп, сәскәләр һала. Был тарихи комплекстың уртаһында - Кинйә Арыҫлановтың хәтер ташы. Батырҙың үткер ҡараштары быуаттар аша беҙгә ҡарай һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белергә саҡыра кеүек. Зиннур Закир улының тырышлығы һәм, әлбиттә, ауылдаштарҙың ярҙамы менән комплекс уратып алынған, тауҙа урынлашҡанға күрә, менергә баҫҡыстар эшләнгән. Яҡында ғына Кинйә шишмәһе сылтырап аға. Ул да таҙартып, тәртипкә килтерелгән. Быйыл йәй, Көйөргәҙе районының һабантуйы ошо изге ерҙә үтте. Әлеге тарихи урындар менән дә танышты килгән ҡунаҡтар һәм ихлас һоҡланыуҙарын белдерҙе.
Батырыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыу айҡанлы көйөргәҙеләрҙең башҡарған эштәре бихисап. Бер нисә йыл элек Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырылғайны, быйыл уның миҙалын да эшләткәндәр. Ул хеҙмәт алдынғыларына, күренекле яҡташтарға тапшырылды. Көйөргәҙе районы хакимиәтенә, тарихты, хәтерҙе йәшәтеүсе Кинйә ауылы халҡына, бигерәк тә аталы-уллы Закир һәм Зиннур Исхаҡовтарға, фиҙаҡәр хеҙмәттәренә, яҡташтарға ҙур рәхмәт! Әгәр ҙә һәр беребеҙ тыуған яғы, ауылы өсөн ниндәй ҙә булһа изгелек эшләһә, киләсәге юҡ тип мөһөр һуғылған төбәктәр ҙә йәшәүен дауам итер ине. 20-нән ашыу ғына өйө булған, 138 генә кеше йәшәгән бәләкәй, әммә бөйөк Кинйә ауылы быға асыҡ миҫал.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru