«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘЙЕЛЕП УЛТЫРЫП УҠЫМАҒАС, ГӘЗИТ УҠЫУ БУЛАМЫ НИ УЛ!
+  - 

Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдар менән интернет селтәре аша танышҡандар күп кенәлер. Мин дә, почта аша килеп еткәнен (шәмбе көндө) көтмәй, йома көндө үк "Киске Өфө"нөң биттәрен экрандан "аҡтарырға" тотонам. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, уңай ҙа һымаҡ, ә шулай ҙа… Шәмбе көнө барыбер төшкә яҡын, почтаға барып, "ысын гәзитте" алып ҡайтам. Почта ташыусы уны өйгә алып килгәнсе, тағы әллә күпме көтөргә кәрәк… Бынан тыш, "һыйпафонымдан" алдан уҡылған булыуына ҡарамаҫтан, был гәзитте ҡабаттан ентекләп уҡып сығам!

Ошо хаҡта уйлана башлағас та, "Кавказская пленница" фильмындағы бер эпизод иҫкә төштө. Һәр төрлө тостар йыйып йөрөүсе студент Шурик шараптан баш тарта башлағас, тост әйтеүсе уға: "Тост без вина - это все равно, что брачная ночь без невесты", - тип, үткер генә әйтеп ебәрә. Шарап-фәләнгә, тост-маҙарға үҙем тешем-тырнағым менән, хатта ҡәтғи ҡаршымын, ә шулай ҙа… Гәзиттең үҙен тотоп уҡымай, уны сайттан ғына ҡарау, ысынлап та, кәләшһеҙ туй үткәреү һымаҡ була бит ул, тимәксемен. Ысын! Бөтә эштәреңде ташлап, диванда йәйелеп китеп, гәзитте лә алдыңа йәйеп ебәреп ултырып уҡымаһаң, барыбер тулыһынса ҡәнәғәтлек кисермәйһең…
"Киске Өфө"нө алдырмаған милләттәштәребеҙ күп нәмәнән мәхрүм тип һанайым. Ул донъя, республика яңылыҡтары булһынмы, ғаилә проблемалары йәиһә сәләмәтлек темаһына ҡағылышлы һорауҙармы - барыһын да табырға була был гәзиттә. Милләтебеҙҙең йолалары, туған телебеҙ хаҡында тулҡынландырғыс мәҡәләләре булған, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары хаҡында мәғлүмәтле был гәзитте алдырып уҡыу тормошобоҙға тик йәм генә өҫтәүен аңлаған, ошо матур матбуғат сараһының тәмен белеп ҡалған кеше, әлбиттә, унан бер ҡасан да айырыла алмай.
Бына шулай, һәр аҙна аҙағын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Күптәрен гәзит аша ғына белһәм дә, ҡәләмдәштәремдең үҙҙәрен күргән, уларҙың хәл-әхүәлдәрен белешкән һымаҡ булам. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған был гәзиттең күп кенә мәҡәләләренең атамалары аҡыллы афоризмдарға тартым. Элек бөтөнләйгә белмәгән кешеләреңдең уй-фекерҙәрен ишетеп, улар араһынан үҙең өсөн файҙалы мәғлүмәттәр тотоп алыуы үҙе ни тора! Халҡыбыҙ телендә һаҡланып килгән хазиналарҙың ни тиклем күп булыуын күреп һөйөнәһең. Гәзитебеҙҙең дини, сәйәси темаларға һаҡ, айыҡ аҡыл менән ҡарашы, һәр саҡ кеше-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ яғында булыуы, бер-береңдең етешһеҙлеген артыҡ тәнҡитләүҙәрҙе лә хупламауы, әммә йәшәйешебеҙгә, милли үҫешебеҙгә зыян килтерә торған эскелеккә, енәйәтселеккә ҡарата аяуһыҙ булыуы уны тағы ла уҡымлыраҡ итә.
Бала сағымды яҡшы хәтерләйем. Атайым мәрхүм "Совет Башҡортостаны" гәзите, "Ағиҙел" журналынан бер ҡасан да өҙөлмәне. Гәзитте ҡулына алып, тауышланып уҡый башлаһа, барыбыҙ ҙа уның янына ултырып, рәхәтләнеп тыңлай торғайныҡ. Гәзиткә баҫылған һәр һүҙҙең хаҡ булыуына ла ышана инек. Бөгөнгө гәзиттәребеҙҙе лә халҡыбыҙ араһында ана шулай уҡ абруйлы тип һанайым.
Мин оҙайлы хәрби хеҙмәтемде тамамлап, ҡәләмемә тотонған осор тап "Киске Өфө"нөң сыға башлау мәленә тап килде. Ижади миҙгелем ошо баҫмабыҙ менән бергә тыуҙы, тиһәм дә хата булмаҫ. Баштан уҡ ошо гәзит менән танышыуыма һөйөнөп бөтә алмайым. Ике тиҫтәнән ашыу дәүер уның менән дуҫлығым нығый ғына бара. Хөрмәтле милләттәштәрем, барыбыҙ ҙа "Киске Өфө" менән дуҫ булайыҡ. Гәзитебеҙҙе ҡағыҙҙан уҡыйыҡ, уға яңынан-яңы дуҫтар ҡушылыуына булышлыҡ итәйек!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 155

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru