«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАТАН ЧИНОВНИКТАРЫН ВАТАН АВТОМОБИЛДӘРЕ КӨТӘ
+  - 


Ошо йылдың 3 авгусында ил Президенты В.В. Путиндың эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән осрашҡанында: "Рәсәйҙең барса чиновниктары үҙебеҙҙең илебеҙҙә етештерелгән автомобилдәрҙә йөрөргә тейеш", - тигән ҡәтғи талабы бөтөн халыҡҡа мәғлүм булды. Баҡтиһәң, уға министрлыҡтарҙан, ведомстволарҙан үҙҙәре өсөн сит ил автомобилдәрен һатып алыу хаҡында үтенестәр ебәрелгән булған. Президент: "Абсолют рәүештә былай булмаясаҡ", - тип белдерҙе.

Президенттың чиновниктарға төбәлгән һүҙҙәрендә ирония ла, кинәйә лә бар ине: "...Беҙҙең бик шәп чиновниктарыбыҙҙың ватан брендтарын, автомобилдәрҙе, башҡа продукцияны үҫтереүгә ынтылырға тейеш икәнен аңлауы фарыз". Ошо хәҡиҡәтте иң элгәре Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов иҫебеҙгә төшөрҙө: уның ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә бынан кире локализация кимәле тәрән булған, йәғни илебеҙ предприятиеларында етештерелгән частар һәм деталдәр менән комплектацияланған ватан автомобилдәренә күсеп ултырырға ҡушылды.
Был башланғысты РФ Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин да хуплап сыҡты, сөнки түбәнге палатаның автопаркы Ford, BMW, Toyota Camry маркалы машиналарҙы, Рәсәй менән дуҫ булмаған башҡа илдәрҙең автомобилдәрен файҙалана. Ул был мәсьәләне ҡуҙғатып, автомобилдәр етештереүҙәге локализацияны ла иҫәпкә алырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ни өсөн әле ҡаралған проблемала беҙҙең ҡолаҡҡа ятыраҡ булып тойолған локализация мәсьәләһе мөһим факторға әйләнә? Барыбыҙға ла билдәле бит: оҙаҡ йылдар буйына Рәсәйҙең еңел автомобилдәр етештереү заводтары машиналарҙың барса частарын һәм деталдәрен дә тиерлек сит илдәрҙән һатып ала ине. Рәсәйҙең автозаводтары ысынбарлыҡта оло бер йыйыу конвейерҙарын хәтерләтә башлағайны. Әлбиттә, автозаводтар һәр бер осраҡта ла үҙҙәре етештергән автомобилдәрҙең барса частарын да үҙаллы яһай алмай, шуға күрә улар башҡа бер предприятиеларҙа етештерелгән кәрәк-яраҡты килешеү юлы менән алдыра һәм йыйыу конвейерында ҡуллана. Ошондай сәнәғәти хеҙмәттәшлек барыһы өсөн дә бик файҙалы: етештереүселәр килемен арттыра, предприятиеларҙа яңы эш урындары барлыҡҡа килә, улар йылдам үҫешә башлай. Сәнәғәт кооперацияһы - бөтөн донъяла етештереү процестарын әүҙемләштереү һәм камиллаштырыу, яңы технологияларға юл асыу механизмы. Ҡыҙғаныс, 90-сы йылдарҙан һуң Рәсәй сәнәғәте, бигерәк тә автомобилдәр етештереү өлкәһендә, күп нәмәне сит илдәрҙән индереүҙе өҫтөн күрҙе, ә был илебеҙҙә яңы сәнәғәт технологияларын үҫтереү мөмкинлеген юҡҡа сығара яҙҙы.
Вячеслав Володин, чиновниктар өсөн һис кенә лә популяр булмаған тәҡдимгә халыҡ ҡарашын белергә теләп, үҙенең Telegram-каналында һорау алыу ойошторған: "Башҡарма власть органдарына, депутаттарға, бюджет ойошмаларына, дәүләт корпорацияларына ватан автомобилдәрен генә һатып алыу дөрөҫ булырмы?" - тип яҙған спикер. Ошо һорауға барлығы 208 000 кеше яуап биргән, уларҙың 90 проценты "Эйе", тип яуап биргән икән.
Әлбиттә, илебеҙҙә еңел автомобилдәр етештереү сәнәғәте тиҫтәләрсә йылдар дауамында төрлө объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында тип тә әйтергә булыр ине, бигүк үҫешә алманы. Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бик күп заводтарҙың юҡҡа сығыуы, сәнәғәт ресурстарының ныҡ кәмеүе һәм дәүләт сәйәсәтендә оборона предприятиеларына өҫтөнлөк бирелеүе менән бермә-бер бәйле булды. Шулай ҙа заманына күрә сифаты яғынан һәйбәт баһаланған маркалар ҙа бар ине: "Победа" исеме менән аталған еңел автомобилде совет кешеләре бик теләп һатып алған ул саҡта. Ошо машинаның кузовы шул тиклем ҡалын тимерҙән ҡойолған була, уға сүкеш менән һуҡһаң да йәмшәймәй икән, тип фәстереп тә ебәрәләр ошо машинаның хужалары. Әммә ил етәкселәре ни сәбәптәндер ошо популяр маркалы автомобилде етештереү технологияһын Польшаға һата. Беҙҙең заманға тиклем килеп еткән "Волга" автомобилен алырға теләүселәр ҙә бихисап була ваҡытында. Тик шуныһы: еңел автомобиль алырлыҡ аҡса туплай алыусылар һуғыштан аҙаҡҡы йылдарҙа бик аҙ була, ә был үҙе үк еңел автомобилдәр етештереү сәнәғәтен тотҡарлаусы факторға әйләнә. Ә етешерәк тормош дәүере еткәс, совет граждандары оҙайлы ваҡыт буйына машина алыр өсөн сиратта торорға мәжбүр була. Жигули ҡалаһында итальяндарҙың лицензияһы буйынса яңы завод төҙөлгәс кенә автомобиль яратыусылар еңелерәк тын алып ҡала.
Билдәле, һуңғы 30 йыл арауығында барса халыҡ сит ил маркаларына табынғас, ватан етештереүселәре үҙенән-үҙе банкротҡа әйләнде. Рәсәй автозаводтары конвейерҙарында сит ил маркалы машиналарҙы етештереп һатырға дусар булды. Әлеге ваҡытта ватаныбыҙҙа заманса технологиялар ҡулланып етештерелгән автомобилдәр сығарып булырмы икән? Һис шикһеҙ, булыр. Быға Көнбайыш санкциялары ла "ярҙам" итәсәк. Һәр машинаның ҡулланылыу ваҡыты бар, сит ил маркалары иҫкерә, туҙа бара. Уларға запас частар алыуы ла ҡыйынға төшәсәк бит; ҡыйынға ғына түгел, хатта "кеҫәләргә лә һуғасаҡ" яҡын киләсәктә сит ил маркаларында йөрөүе. Ә үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәргә һорау арта барыу менән өр-яңы ватан маркалы машиналар тәҡдим ителәсәк халыҡҡа. Илебеҙҙә талантлы йәштәр күп бит ул: үәт, күрегеҙ ҙә тороғоҙ, улар араһынан яңы самолеттар һәм ракеталар эшләүселәр генә түгел, халыҡ яратып һатып аласаҡ ватан автомобилдәре конструкторҙары ла үҫеп сығасаҡ. Ә әлегә... Әйҙә, чиновниктар өлгө күрһәтһен, әгәр улар илебеҙең ысын ватансылары булһа.
Халыҡ әйтә бит, юҡ ине бәхет, бәхетһеҙлек ярҙам итте, тип. Көнбайыш Рәсәйгә санкциялар иғлан иткәс, сәнәғәттә лә сараһыҙҙың көнөнән импортты алыштырыуға юл асылды. Ошо шарттарҙа шул уҡ Рәсәй автомобилдәренең сифаты яҡшырғандан яҡшыра барыр, тип өмөтләнеп, һатып алыусыларҙың зауығына ла тура килеп торасағына ышанырға ҡала. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты В.В. Путин Ҡаҙан ҡалаһында сығарылған Aurus маркалы автомобилдә йөрөй икән. Нисек кенә булмаһын, уҙып барған дәүергә йәбешеп ятып ҡалмаҫбыҙ әле, тим. "Тендерплан" ойошмаһының генераль директоры Максим Кузнецов бына нимә ти: "Дәүләт һатып алыуҙарында талаптар дәүләт ихтыяждары өсөн тик ватаныбыҙҙа етештерелгән автомобилдәрҙе алыуға табан бара. Заказ биреүселәр һатып алыуҙағы элекке сәйәсәтте ҡуллана алмаясаҡ. Уларға әүәл үҙҙәренә кәрәк булған, сит илдә етештерелгән автомобиль маркаһы хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыу ҙа етә ине, ә хәҙер чиновниктар РФ биләмәһендә етештерелгән өлөшө ҙур булған һәм локализация шарттарына тура килгән автомобилдәрҙе генә һатып алырға мәжбүр буласаҡ". Ул Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәргә заказдарҙың артҡандан-арта барыуы хаҡында ла мәғлүмәт бирҙе: "Тендерплан" мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылдың тәүге ярты йылында 597 млн һумға барлығы 248 һатып алыу белдереүе урынлаштырылған, ә бына 2022 йыл дауамында 388 белдереү менән 650 млн һумлыҡ ватан машиналарына заказ бирелгән.
Ил Президентының ошо тәҡдиме үтәлерме-юҡмы, әлегә ныҡлы рәүештә һығымта эшләп булмай. Ни өсөн? Чиновниктар һис шикһеҙ буйһонһон тиһәң, уларға йә закон, йә хөкүмәт ҡарары, йә булмаһа Президент указы кәрәк. Күптәребеҙең хәтерендәлер әле: 1997 йылда ул саҡтағы Рәсәй Президенты Борис Ельцин да хөкүмәт чиновниктарына сит ил маркалы автомобилдәрҙе һатып алыуҙы тыйған ҡарар сығарғайны. Ошо идеяның авторы, вице-премьер Борис Немцов "Волга" машинаһында йөрөһә, Мәскәү ҡалаһы мэры Юрий Лужков "Москвич" автомобиленең люкс варианттары булған вәкәләтле класлы "Иван Калита" һәм "Князь Владимир" тип аталған автомобилдәрҙе етештереүҙе юлға һала, үҙе лә ошондай машинаны файҙалана. Әммә Борис Ельциндың ошо талабы барыбер үтәлмәй, һәм ул 1999 йылдағы бер Указы менән элекке ҡарарын ғәмәлдән сығара.
Әйткәндәй, әгәр ҙә мәгәр республикабыҙ чиновниктары ла яңы ватан автомобилдәренә күсеп ултыра башлаһа, әле артыҡ ныҡ таушалып өлгөрмәгән сит ил машиналарын республикабыҙҙың гәзит-журналдары мөхәрририәттәренә бирһендәр ине, тигән өмөт сатҡыһы пәйҙә була. Һис йәшерен-батырын түгел, журналистарыбыҙ инде иҫкереп, ҡаттан-ҡат ремонтланып, хатта оҙон юлға сыҡҡанда хәүеф тыуҙырған автомашиналарҙа йөрөргә мәжбүр бит. Ярай, нисек булһа ла, яҡшыға юрайыҡ ил Президенты фекерен: ҡасан да булһа ватаныбыҙҙың автомобиль сәнәғәте шундай үҫеш алыр ҙа үҙебеҙҙең маркаларыбыҙ башҡа ил граждандарының күҙҙәрен ҡыҙҙырыр, тип ышанайыҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 102

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru