«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АВГУСТА КӘҢӘШЛӘШҺӘҢ МАЙҘА ҠЫУАНЫРҺЫҢ
+  - 


Ошо йылдың 11 авгусында баш ҡалабыҙҙың "Торатау" конгресс-холында республика мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең инде күптән күнегелгән традицияға әйләнгән август кәңәшмәһе уҙғарылды. Конгресс-холдың күркәм бинаһында ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының ижтимағи мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, мәғариф бүлектәре мөдирҙәре, уҡыу йорттары етәкселәре, алдынғы педагогтар, мәғариф системаһы ветерандары йыйылғайны.

Байрамса биҙәлгән бинала башҡорт көйҙәре яңғырай, кәңәшмәгә килгәндәр өсөн бинаның ике ҡатында тиҫтәләгән күргәҙмә стендтары ҡуйылған, ҡыҙыҡһынған кеше уҡытыу-тәрбиә эштәрен заманса көйләргә булышлыҡ итеүсе технологияларҙы сағылдырған материалдар, уҡыу әсбаптары, электрон саралар менән таныша ала. Хәрби-патриотик тәрбиә эштәренә, уҡыусыларға һөнәри ориентация биреүҙең берҙәм моделенә арналған методик ресурстар ҙа иғтибарҙы йәлеп итә. Күргәҙмәлә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантында еңеүсе - "Ҙур ғаиләнең оло сәйәхәте", "Күп балалы Башҡортостан - ғаилә бәхете палитраһы", "Хеҙмәт династиялары амбассадорҙары", "Төньяҡ амурҙары - Ватан һаҡсылары" һәм башҡа проекттар күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Коммерцияға ҡарамаған ойошма - "Йәштәрҙе гражданлыҡ-патриотик рухта тәрбиәләүсе "Бастион" клубы"ның проекты 112-се Башҡорт атлы дивизияһының хәрби даны урындарын виртуаль ысынбарлыҡта махсус күҙлек кейеп ҡарап сығыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселәре иғтибарына "RoboMaster" компанияһы стендындағы робот техникаһы буйынса күнекмә конструкторҙары тәҡдим ителде.
Педагогтар кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Ул республика кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар йөҙөндә барса педагогтарҙы етеп килеүсе яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, республика мәғарифы системаһы алдында торған етди һәм мөһим бурыстарға айырым туҡталып китте. Ул, донъяла геосәйәси ситуацияның ҡатмарлаша барыуын иҫәпкә алып, бигерәк тә махсус хәрби операция шарттарында йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙе мәғариф системаһының төп бурыстарының береһе, тип билдәләне. "Һеҙҙең күптән түгел уҡытып сығарған уҡыусыларығыҙ бөгөн алғы һыҙыҡтағы алыштарҙа маҡтауға лайыҡтар, улар ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ өлгөләре күрһәтә. Был беҙҙең мәғариф үҫешенең һәм йәштәр менән эшләүҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуына дәлил, - тине Радий Хәбиров. - Махсус хәрби операцияла һеҙҙең коллегаларығыҙ - уҡытыусылар, директорҙар ҙа ҡатнаша. Улар үҙҙәренең хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Бөтөн Башҡортостан исеменән уларға ихлас хөрмәтләү һүҙҙәрен еткерәм".
Республика етәксеһе МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә, бигерәк тә балаларына тейешле ярҙам күрһәтеүгә иғтибарҙы арттырыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошондай ярҙам сараларының береһе - колледждарҙа аҡса түләмәй уҡый алһындар өсөн яугир балаларын сертификаттар менән тәьмин итеү. Радий Хәбиров коммерция нигеҙендә эшләгән уҡыу йорттарында белем алып булһын өсөн дә ошондай сертификаттарҙы ҡулланыу мөмкинлеген булдырырға тәҡдим итте. Ул 1 сентябрҙә МХО яугирҙары ғаиләләренән 593 баланың беренсе класҡа барыуы тураһында иҫкә алып, уларҙың һәр береһенә айырым иғтибар бүлеү хаҡында иҫкәртте.
Республика Башлығы Хөкүмәткә хосуси балалар баҡсаларында мәктәпкә тиклем белем алыу хоҡуғын биргән сертификаттар һанын 3150-гә тиклем арттырыу бурысын йөкмәтте. Алдағы уҡыу йылында уҡытыусылар менән бер рәттән, балалар баҡсалары тәрбиәселәре лә 500 меңлек махсус грантҡа дәғүә итә аласаҡ, барлығы 50 грант биреләсәк.
Радий Хәбиров мәғариф системаһының матди базаһын нығытыуҙы республика етәкселегенең даими үтәй торған бурысы икәнлеген белдереп, был мәсьәләнең ҡала һәм райондарҙың муниципаль органдарының иғтибар үҙәгендә тотолоуын талап итте. Республикала иҫкергән, капиталь ремонт эшләнмәгән балалар баҡсалары байтаҡ әле. Республика Хөкүмәте бындай эштәрҙе финанслау мөмкинлектәрен табырға тейеш, тип билдәләнде.
Башҡортостан Республикаһы мәктәп биналарына капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программала бик әүҙем ҡатнаша, ошондай эштәрҙе ғәмәлгә ашырыу маҡсатында федераль бюджеттан барлығы 8,6 млрд һум аҡса бүленгән. Республика Башлығы 2026 йылға тиклем 365 мәктәп бинаһына яҡшы ремонт эшләнәсәге хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яңы белем биреү объекттарын төҙөү йәһәтенән дәүләти-хосуси партнерлыҡ һәйбәт һөҙөмтәләр биргән: төҙөлөш эштәре өсөн барлығы 62 млрд һум аҡса тупланған, 7 яңы мәктәп, Сибайҙа "Шифа" балалар ял итеү үҙәге төҙөлгән, Өфөлә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү дауам итә.
Торлаҡ модулдәрен төҙөү буйынса федераль программа нигеҙендә балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙарында 120 млн һумлыҡ 6 тиҙ төҙөлә торған модулдәр сафҡа ингән. Радий Хәбиров Шишмә районындағы "Патриот" хәрби-патриотик паркы биләмәһендә уҡыусылар менән тематик сменалар уҙғарыуҙы маҡтауға лайыҡ мөһим тәрбиә сараларының береһе, тип атаны. Уҡыусыларҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләү эштәрен киңерәк йәйелдереү маҡсатында ошондай патриотик үҙәктең филиалдары Баймаҡ районының Күлтабан ауылында һәм Ҡыйғы районының "Маяҡ" балалар лагеры базаһында асыласаҡ. Шулай уҡ Стәрлебаш районының "Орленок" балаларҙы һауыҡтырыу лагерын да "Патриот" паркының филиалы базаһы итеп файҙаланыу күҙаллана.
Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова үҙенең сығышында мәғариф өлкәһен үҫтереү буйынса ғәмәлгә индерелгән яңы закондар хаҡында һөйләне. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса закондар сығарыу хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Мәҫәлән, ошондай категорияға ҡараған абитуриенттар өсөн вуздарҙың бюджетлы урындарына ингәндә өҫтәлмә льготалар биреләсәк. Сенатор алдағы уҡыу йылында "Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" предметының "Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре" тип аталасағы хаҡында айырым әйтеп уҙҙы. Әлбиттә, яңыртылған предмет уҡыусыларға башланғыс хәрби әҙерлек буйынса, кешегә тәүге ярҙам күрһәтә белеү кеүек күнекмәләргә эйә булыу мөмкинлеген бирәсәк. Радий Хәбиров та бындай норманы ҡабул итеүҙе белем биреү өлкәһендәге совет традицияларын тергеҙеүгә тиңләп, ата-әсәләр һәм балалар араһында ошо закон менән бәйле аңлатыу эштәрен алып барыу зарурлығы хаҡында иҫкәрмә яһаны.
Лилиә Ғүмәрова республикабыҙҙа мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләүҙең өлгөлө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Республикала 1 сентябргә 70 мәктәптең 77 бинаһында ремонт эштәре тамамланасаҡ, был бик шатлыҡлы хәл. Был Радий Фәрит улы Хәбиров командаһының, педагогтар берлегенең һәм төҙөлөш комплексының уртаҡ еңеүе ул".
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп векторҙары хаҡында бәйән итте. Хәл иткес йүнәлештәрҙең береһе - "Мәғариф" милли проектының маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеү. Министр мәктәп биналарын төҙөү, реконструкциялау, ремонтлау эштәренең, уҡыу-уҡытыу базаһын модернизациялауҙың, балаларҙың ялын ойоштороуҙың һәм уларҙы һауыҡтырыуҙың һуңғы йылдарҙа юғары темптар менән ғәмәлгә ашырылыуын билдәләп уҙҙы. Ул шулай уҡ алдағы уҡыу йылында мәктәптәргә мөһим яңылыҡ индерелеүе - һөнәри ориентация биреүҙең берҙәм моделе сиктәрендә 6 - 11 кластарҙа кесаҙна көндәрен дәрестәрҙән һуң "Рәсәй - минең горизонттарым", тип аталған дәрестәр уҙғарыла башлаясаҡтары хаҡында белдерҙе.
Пленар ултырыш аҙағында Радий Хәбиров уҡытыусыларға һәм ветерандарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте, алдынғы педагогтарға дәүләт наградаларын, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсының финалында ҡатнашыусыларға һәм лауреаттарына дипломдар тапшырҙы.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 87

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru