«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТҮЛӘҮҺЕҘ БУЛҺА ЛА ТҮЛӘЙБЕҘ...
+  - 


Берәүгә лә сер түгел, шуға ла тәүҙән үк тартынмайынса әйтергә кәрәк: бөгөн дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһы туҡтауһыҙ "оптималләштереү" байрағы аҫтында әкренләп "офоҡ" аръяғына тәгәрәй бара кеүек. Ә ул "офоҡ" аръяғында нимә, һиҙенәһегеҙҙер, моғайын: түләүле медицина!

Дөрөҫ, дауалауға идара итеүсе юғары чиновниктар бар көстәренә быны инҡар итергә тырыша. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән аңлатмаға ҡарағанда, беҙҙә бөтә төр медицина ярҙамы ла бушлай. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Хөкүмәтенең 2023 йылдың 1 сентябренән түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙә яңы ҡағиҙәләр тураһындағы 736-сы ҡарарындағы 8 төп яңылыҡтың береһендә әйтелеүенсә, "дәүләт гарантияһы программаһын бойомға ашырыуҙа ҡатнашыусы медицина ойошмалары түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтергә хоҡуҡлы..."
Күрәһең, ошо пункт халыҡ араһында төрлө фекер һәм ығы-зығы тыуҙырҙы ла инде. Әйтеүемсә, һуңғы осор социаль селтәрҙәрҙә был хаҡта ниҙәр генә яҙылманы! Ярай әле, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо арҡала ҡуйырып барған ығы-зығыны үҙенең һәм эксперттарының рәсми аңлатмаһы менән бер аҙ баҫырып ҡуя алды, ләкин халыҡ араһында барыбер чиновниктар вәғәҙәләренә ҡарата ғәҙәттәге ышанмаусанлыҡ һәм икеләнеү билдәләре һаҡланып ҡала килә. РФ Һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Алексей Кузнецов әйтеүенсә, Рәсәйҙә медицина ярҙамының ҡайһы бер төрҙәре түләүле буласаҡ, тигән хәбәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Министр ярҙамсыһы һүҙҙәренән аңлашылыуынса, был ығы-зығы ҡайһы бер мәғлүмәт саралары тарафынан норматив актты "ҡырынға һаплау"ҙан килеп сыҡҡан, имеш.
Ниндәй осраҡтарҙа ОМС буйынса медицина ярҙамы алып булған хәлдә лә пациенттарҙан түләү талап ителергә мөмкин һуң? Был исемлеккә шундай осраҡтар индерелә: кинәт киҫкен сир менән ауырып китһә лә, ғүмеренә хәүеф янамаған осраҡта пациентҡа ашығыс ярҙам күрһәтелһә; табип күрһәтмәһе булмаған хәлдә лә кешегә шәхси медицина күҙәтеүе талап ителһә; табип йүнәлтмәһе булмаһа ла, кеше үҙ теләге менән дауаханаға ятып тикшерелеү үтергә теләһә; әгәр ауырыуға уның ғүмере хәүефһеҙлеге өсөн кәрәкле дарыу исемлегенә инмәгән һәм стационар тарафынан ҡаҙна иҫәбенә һатып алынмаған препарат тәғәйенләнгән осраҡта; аноним медицина ярҙамы алғанда. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән аңлатмаға ҡарағанда, башҡа бөтә төр медицина ярҙамы, шул иҫәптән үтә ашығыс һәм тиҙ ярҙам хеҙмәттәре, дауахана йәки амбулатор тәртиптә планлы рәүештә дауаланыу, дауаханала ятҡанда тейешле дарыу препараттары менән тәьмин итеү түләүһеҙ. Хуш, ә һуң бында ниндәй яңылыҡ бар - шуныһы аңлашылмай. Әле лә шул уҡ хәл күҙәтелә түгелме һуң? Эйе, кеҫәһе ҡалын пациенттар элек тә, бөгөн дә, кәрәк осраҡтарҙа, үҙ теләктәре менән дауаханаға ята һәм айырым палата һәм дауаланыу өсөн мотлаҡ түләй. Дөйөм тәртиптә дауаланыусы ауырыуҙар ҙа, элек тә, бөгөн дә, табип тәғәйенләмәһә лә, ул хуплаған һәм һаулығы өсөн бик кәрәкле препаратты өйөнән, үҙ иҫәбенә алып килә. Дауалаусы табиптар, ҡағиҙә булараҡ, кәрәкле, ләкин ҡиммәт препараттарҙы, әгәр улар ауырыу ғүмерен һаҡлау өсөн кисекмәҫтән талап ителмәһә, тәғәйенләмәү яғында. Ә, бәлки, ауыр хәлдәге сирлеләргә лә ул дарыуҙарҙы үҙҙәренә һатып алырға тура киләлер - кем белә...
Уйлап ҡараһаң, был ҡарар ҙа бит юҡтан бар булһын өсөн генә сығарылмағандыр, шәйт. "Капитал МС" страховка медицинаһы ойошмаһы директоры кәңәшсеһе М.Пушков аңлатмаһына ҡарағанда, ығы-зығы тауҙырыусы Ҡарар "түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙе тәртипкә килтереү" маҡсатын күҙәтә икән. Ҡыҙыҡ, ә быға тиклем тәртип булмағанмы был өлкәлә? Үҙемдең "ҡара" уйымса, бында һүҙ һуңғы ваҡыттарҙа ҡайһы бер пациенттар араһында билдәле була башлаған "асыш" - түләүле клиникаларҙа ла ҡайһы бер хеҙмәттәрҙең ОМС буйынса бушлай үткәрелергә тейешлеге хаҡында баралыр, моғайын. Ә шәхси клиникалар өсөн был кәрәкме? Юҡ, әлбиттә, Хоҙай һаҡлаһын! Улар бит ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, нисек итеп күберәк аҡса ҡайырыуҙы ҡайғырта, шуға күрә унда һәр аҙымың - түләүле. Унда бармай ҙа хәлең юҡ, сөнки беҙҙең әле түрәләр дан йырлаған түләүһеҙ дәүләт-муниципаль дауалау ойошмаларында күптәр тейешле ярҙамды ала алмай: йә табип йәш әле, тәжрибәһеҙ һәм квалификацияһы юҡ; йә барыбер ауырыуҙы УЗИ-нан алып ФГС, КТ, МРТ һәм башҡа ҡайһы бер ҡатмарлы тикшеренеү һәм анализдар тапшырыу өсөн түләүле хеҙмәткә ебәрергә мәжбүрҙәр, сөнки үҙҙәрендә йә реактив юҡ, йә ундай анализ бөтөнләй эшләнмәй. Икенсенән, махсуслашыусы табиптар (узкие специальности): кардиолог, гастроэнтеролог, эндокринолог һәм башҡа шундай табиптарға участка терапевынан йүнәлтмәһеҙ барып эләгеп тә булмай. Ә терапевҡа яҙылыу үҙе бер мәхшәр: кәмендә 2-3 аҙна, хатта ай буйы ла көтөргә тура килә. Ә сир быны көтөп торамы һуң? Шуға күрә лә ауырыу тиндәрен һанап, ашауынан арттырып йыйнаған аҡсаһына түләүле табипҡа барып күренергә мәжбүр. Ошомо туләүһеҙ медицина?..
Бына ошо урында иҫкә төшә лә инде "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партияһы етәксеһе Сергей Мироновтың ошо хаҡ һүҙҙәре:"ОМС системаһы либераль иҡтисадсылар тарафынан илдә, йәнәһе лә, түләүһеҙ медицина тип күрһәтер өсөн уйлап сығарылған нәмә. Әлеге темптар менән Рәсәйҙә медицина өҫтөнлөклө, һайланма ҡатламдар өсөн генә эшләйәсәк. Ә был РФ Президенты маҡсат итеп ҡуйған халыҡты һаҡлау бурыстарына яуап бирмәй. Был бурысты үтәү өсөн һаулыҡ һаҡлауға аҡсаны ике тапҡырға арттырырға кәрәк. Шул саҡта ғына граждандарҙың Конституция тарафынан гарантияланған һаулыҡ һаҡлауға хоҡуғын һәм тейешле кимәлдә медицина ярҙамы алыуҙы тәьмин итергә мөмкин".

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 135

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru