«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ РИЗЫҠТАРҘЫ ҺӘМ ТУҒАН ТЕЛДЕ ОНОТМА!
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Зәкиә ТЕРЕҒОЛОВА, терапевт, токсиколог, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы: Тәү сиратта халҡыма тыныслыҡ теләйем. Беҙҙең ололар борон-борондан "Йән тыныслығы бирһен!" тигән. Һәр кем был донъяла йәшәгән сағында эшенең һөҙөмтәһен күргеһе, ғаиләһен күтәргеһе, балаларын кеше иткеһе килә, ә бының өсөн төп шарт - ғаиләлә, илдә, донъяла тыныслыҡ. Йән тыныслығы хөкөм һөргән ғаиләлә үҫкән бала физик һәм психик яҡтан һау-сәләмәт була.
Шөкөр, республикабыҙҙа ғаиләләр бик матур йорттар һалып, гөрләтеп донъя көтәләр. Тик донъя бөтәйтәм тип тырышҡан ваҡытта, бигерәк тә беҙҙең халыҡ, үҙ һаулығын уйламай. Сәләмәтлекте ҡайғыртыуҙы кешегә бәләкәй сағынан аңына һеңдереп үҫтереү мөһим, тип иҫәпләйем. Бына, мәҫәлән, әсәй-өләсәйҙәрҙең: "Кешене рәнйетмәгеҙ, һыуҙы һаҡлағыҙ, бик мул тотонмағыҙ", - тип өйрәтеүе ошо йәшемә етһәм дә һаман иҫемдә. Шуға ла бөгөн тыуған яҡтарыма, Учалы районы Ураҙ ауылына ҡайтҡанда Яйыҡ йылғаһының һайығыуын, ләмләнеп, ылымыҡланып китеүен күреп, йөрәк әрней. Ә бит һыу - кеше организмы өсөн иң мөһим өлөштәрҙең береһе. Ғөмүмән, һыу - ул тереклек. Яңы тыуған сабыйҙың организмы 80 процент һыуҙан торһа, өлкән йәштәгеләрҙеке - 40-50 процент тирәһе. Эсәр һыуҙарға һаҡсыл ҡарашта булыуҙы, уның йәшәү сығанағыбыҙ икәнде йәш быуынға төшөндөрөп үҫтерһәк ине.
Табип һәм токсиколог булараҡ, мине тағы ла нимә ашағаныбыҙға иғтибарһыҙ булыуыбыҙ борсой. Магазин кәштәләрендә теҙелеп ятҡан төрлө аҙыҡ-түлектең ҡайҙа етештерелеүен, кем һәм нисек әҙерләүен ҡарап тормайбыҙ. Хәҙер инде 30-35 йыл тирәһе балаларыбыҙға төрлө тәм-том, фаст-фуд, тиҙ бешә торған ризыҡ, газлы татлы һыуҙар ашатып-эсерәбеҙ. Бындай нәмәләрҙең составында кеше организмына зыян килтерә торған өҫтәмәләр күп була: Е-өҫтәмәләр, буяуҙар, ризыҡтың тәмен көсәйтеүселәр, бигерәк тә Е261 тамғаһы менән билдәле натрий глутаматы. Беҙ бит быларҙы үҙебеҙ ҙә аңлап бөтмәйбеҙ һәм балаларға ла төшөндөрмәйбеҙ, ҡыҙғанысҡа күрә. Былар беҙҙең экологик яҡтан да белемебеҙ һай булыуына ишара. Аҙыҡ-түлектең составы ғына түгел, уны төрлө пластик контейнерҙарҙа һаҡлау, шуның менән СВЧ-мейескә ҡуйып йылытып ашау ҙа зарарлы: пластиктың ағыуы аҙыҡҡа сыға. Күп осраҡта таҙартылған көнбағыш майында бешкән ҡамыр аҙығын ҡулланабыҙ, ә инде магазиндарҙа һатылған әҙер ризыҡтың күбеһенә пальма майы ҡушылған. Шунан ҡан баҫымына, һимереүгә, артыҡ күп тәмле-татлы ашаған балаларҙың тештәре иртә боҙолоуына зарланабыҙ. Бөгөн балаларҙың 80 процентында авитаминоз, мәктәп йәшендәгеләрҙең 42 проценты һимереүҙән интегә, өлкәндәрҙең 90 процентына С витамины етешмәй.
Хатта диабет та экология торошо (мин быға туҡланыуҙы ла индерәм) насар булыуға бәйле барлыҡҡа килгән сирҙәрҙең береһе. Сөнки ашамлыҡтарҙа диоксиндар, фенол, бисфенол, фталат тигән ағыулы матдәләр бар. Туҡланыуға иғтибар итмәгән осраҡта бала әсә ҡарынында уҡ ошондай матдәләр, өҫтәмәләр менән ағыулана һәм үҙе үҫә төшкәс тә шундай файҙаһыҙ ризыҡ ашарға күнегеп китә.
Ә бит элек беҙҙең ата-бабаларҙың туҡланыу ғәҙәте бөтөнләй башҡаса булған: әсетелгән һөт ризыҡтары ашамай, ҡоротло һурпа эсмәй торған бер көндәре булмаған. Әсәйем миңә гел генә күҙәнәклек күп булған аҙыҡты ашарға кәрәклеген иҫкәртә торғайны. Ул ҡара икмәктә, ярмалар, төрлө йәшелсә-емештәр, сәтләүектәрҙә була. Хатта "Картуфты әрсемәйенсә көлгә күмеп бешереп ашағыҙ", ти торғайны. Әле бына туғандарым ауылдан ҡоротон, һөтөн, ҡаймағын, эремсеген күстәнәс итеп биреп ҡайтарҙы. "Үҙегеҙгә лә ҡалһын, балаларығыҙға ашатырға", тиһәм, "Улар был ризыҡтарҙы ашамай", тиҙәр. Ҡыҙғаныс, ләкин беҙ бөгөн балаларҙа туҡланыу ғәҙәттәрен дөрөҫ формалаштырмағанбыҙ. Был ил буйынса хәл ителә торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе, әлбиттә. Ил кимәлендә профилактик медицина үҫешергә тейеш. Шулай ҙа халҡыбыҙ экологик ғәмһеҙлектән арынһын, һәр кем үҙ ғаиләһендә башлап аңлы рәүештә һаулығын ҡайғыртһын, балаларына был йәһәттән дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтерһен ине.
Бына әле йәй осоро, кемдең өҫтәлендә көн дә иртәнсәк баҡсанан йолҡоп индереп, күргән һайын тотоп ашап йөрөргә йәшел һуған, һарымһаҡ, укроп йә башҡа йәшелсә әҙерләп һалып ҡуйылған? Бына шуларҙа кеше организмына файҙалы барлыҡ витаминдар бар. Юғиһә, тотабыҙ ҙа синтетик витаминдар эсә башлайбыҙ. Көн һайын күп итеп таҙа һыу эсеүҙе лә ғәҙәт итеү мөһим. Һыуға бер нисә тамсы ғына аш һеркәһе, йәки әҙерәк кенә лимон һуты һалырға була. Сөнки беҙҙең организмға һелтеле (щелочной) һыу кәрәк.
Һүҙ аҙағында һәр кемебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙең береһе буйынса ла халҡыма мөрәжәғәт итмәй булдыра алмайым: теле барҙың - иле бар, тигән хәҡиҡәтте онотмайыҡ! Сөнки күптәребеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәре, шул иҫәптән минекеләр ҙә, туған телебеҙҙе "аңлайҙар, әммә һөйләшә алмайҙар" бит. Үҙемдең балаларыма телде яҡшы итеп өйрәтеп үҫтерҙем, ә бына улар ике ейәнемә шундай тәрбиә биреп еткерә алмайҙар әле, шуға көйәм. Халҡыбыҙҙың яҙмышы илдән, ил яҙмышы телдән тора!

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru