«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ЯТ ЕСЕМ ЙОТҠАНМЫ? ӨЛКӘНДӘР ҺАҠҺЫҘЛЫҒЫ ШУНДАЙ ХӘҮЕФ ТЫУҘЫРА
+  - 


Сабый донъяны һәм үҙен уратып алған предметтарҙы тәмләп ҡарап өйрәнә, тиҙәр. Теге йәки был әйберҙең еҫе, тәме, формаһы, ҙурлығы, ауырлығы, температураһы - бар мәғлүмәтте лә ул тап ошо рәүешле ала. Үҙенең сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн хәүефле булған предметтар, табиптар теле менән әйткәндә, ят есемдәрҙең организмға эләгеүенең дә сәбәбе - бала үҫешенең ошо үҙенсәлегендә.
Әммә бындай пациенттарҙы ата-әсәһе тарафынан "онотолған" балалар тип тә йөрөтәләр, тимәк, был күңелһеҙлекте булдырмау мөмкинлеге лә бар. Республика балалар клиник дауаханаһының балалар хирургы Булат Фәрит улы ӘСФӘНДИЙӘРОВ менән бөгөн тап ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.

Сит есемдәр йотоу проблемаһы медицина өсөн яңы күренеш түгел, шулай ҙа бындай осраҡтарҙың һис кәмемәүе нимә менән бәйле? Совет заманында уйынсыҡтар етештереү контроль аҫтында булһа, бөгөн уларҙың ситтән күпләп инеүе лә бер сәбәп булып торамы?

- Ысынлап та, тын юлдарына ят есем эләгеүен ҡараһаҡ, уларҙың һаны сама менән гел бер кимәлдә, сөнки был осраҡта йәшелсә, емеш-еләк киҫәктәре, сәтләүектәрҙе йоталар, улар элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Ә ашҡаҙан-эсәк трактына эләккән ят есемдәр йәһәтенән ҡараһаҡ, беҙ быны ныҡ тоябыҙ. Әйтәйек, ун йыл элек кенә уларҙың һаны күп түгел ине. Ҡытай уйынсыҡтары, уларҙың ваҡ-ваҡ деталдәрҙән тороуы, конструкторҙар, шулай уҡ шоколадтар эсенә төрөлгән бәләкәй генә уйынсыҡтар, чупа-чупстар үҙенең эшен эшләй.
Тик үҙең үҙгәртә алмағанға зарланыуҙан ни файҙа, беҙ элекке уйынсыҡтарҙы, уларҙы етештереү йәһәтенән контролде ҡайтара алмайбыҙ. Ситтән уйынсыҡтар индермәгеҙ, тигән талап та ҡуя алмайбыҙ. Әммә беҙгә уларҙы берәү ҙә көсләп һатмай. Өйөгөҙгә ошо уйынсыҡ менән балағыҙға ниндәй хәүеф килгәнен аңлаһағыҙ, бәлки, организмға ят есем эләгеү осраҡтары ла кәмерәк булыр ине. Уйынсыҡҡа "3 йәштән өлкәндәр өсөн" тип яҙыла икән, бында ла иҫкәртеү ята бит, бәләкәй балаға уны алмағыҙ. Ҡунаҡҡа барғанда уйынсыҡ йотҡан осраҡтар ҙа була.
Шулай ҙа һуңғы ваҡытта иң ҡурҡыныс ят есем булып магниттар тора. Анығыраҡ әйткәндә, магнит шарҙар. Ниндәй генә төрҙәре юҡ уларҙың, конструкторҙары, стресҡа ҡаршы тип аталғандары... Батарейкаларҙың ҡурҡыныс икәнен халыҡ аңланы былай, ә бына магнит шарҙарҙы йотоу ниндәй бәләгә илткәнен төшөнөп етмәй. Уларҙы йотоу йышыраҡ хирургик өҙлөгөүҙәргә килтерә. Әйтәйек, бала бер нисә магнитты йота, бер юлымы, әллә күпмелер ваҡыттан һуңмы - быныһы мөһим түгел. Йотолған әйбер үҙ юлын табып, организмдан сығып та китер ине, сөнки артыҡ ҙур түгел, йоморо формала, эске ағзаларҙы йәрәхәтләрлек ҡырҙары юҡ. Әммә улар эсәктең төрлө өлөштәре буйлап үтеп барғанда бер-береһенә тартылып, уларҙы йәбештерә. Эсәктәр тишелә, үткәреү сифатын юғалта. Бында мотлаҡ хирургик операция талап ителә.
Улай тиһәң, осло предметтар ҙа актуаллеген юғалтмай. Яңыраҡ бер осраҡ булды. 4 йәшлек бала теш таҙарта торған ағас таяҡсаны йотҡан. Ҡурҡҡандыр инде, әсәһенә әйтмәгән. 3 аҙна температура юғары була, эсе ауырта. Табиптар сәбәбен асыҡлай алмай. Беҙгә килгәс, ентеклерәк тикшереүҙәр үткәреп, ят есем булғанын белдек. Шунан ғына был бала нимә йотҡанын әйтте. Ағас менән пластик рентгенда күренмәй, быныһы ла эште ҡатмарлаштыра. Бер нисә көндән үҙе сыҡмаһа, ФГС эшләргә тура килә. Әлеге осраҡта ла 3 аҙна эсендә ошо ябай ғына теш таҙартҡыс ярайһы проблемалар булдырып өлгөргәйне.

Әсәй кеше баланың нимәлер йотҡанын күрмәй ҡала икән, ниндәй билдәләр аша быны асыҡлай ала?

- Ҙур һәм түңәрәк есем, ул башлыса тимер аҡса була, ҡыҙыл үңәстә тығылып ҡалһа, бала йота алмай, ризыҡтан баш тартһа, төкөрөк күп бүленһә - былар йотҡолоҡта нимәлер барлығын белдерәсәк. Ит, балыҡ ашағандан һуң һөйәк ҡаҙалһа ла, ошо уҡ билдәләр була. Тимәк, тиҙерәк белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Лор табип ҡараһын, рентген аша ят есем бармы, юҡмы икәнен билдәләһен. Әгәр ҙә ят есем үңәс аша үтеп китеп, ашҡаҙанға эләгә икән, ғәҙәттә, ул тәбиғи юл менән сығасаҡ. Шулай ҙа әсәй был хәлде күрһә, йә бала үҙе әйтә икән, мотлаҡ дауаханаға барырға кәрәк. Балаға шулай уҡ рентген эшләйҙәр, түңәрәк формалағы ят есем барлығын күрәләр, ләкин уға үҙенә тәбиғи юл менән сығырға ваҡыт бирәләр. Әйтәйек, 5 көндән ҡабатланған тикшереү уның һаман ашҡаҙанда ятыуын күрһәтһә, ул саҡта операция ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килә.
Бәләкәй генә деталдәр, пластик, булавка, емеш төштәре, быяла, чупа-чупстың таяғы, хатта ҡаҙаҡ - балалар нимә генә йотмай! Улар ҙур булмаһа, йәрәхәттәр яһарлыҡ ҡырҙары булмаһа, үҙе сыға. Ҡайһы саҡта баланың нимәлер йотҡанын да белмәй ҡалыуығыҙ ихтимал. Батарейка, магнит шарҙар йотһа, йәки ят есем ҡыҙыл үңәскә йәбешә икән - былар дауаханаға йүгереү мотлаҡ булған осраҡтар.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, ят есемдәрҙе бәләкәй балалар ғына йота тип уйларға ярамай. Үҫмерҙәр ҙә килә. Бында ла шул һаҡһыҙлыҡ инде, мәҫәлән, атаһына ярҙам итеп йөрөгән үҫмер ауыҙына ҡаҙаҡ ҡабып тороп, уны яңылыш йотоп ебәрә. Ҡыҙҙар иһә сигеү сиккәндә, теккәндә еп һапланмаған энәне ауыҙына ҡабып, йотоп ебәргән осраҡтар бар. Ғәҙәттә, энә үҙе сыға ул, әммә уның эсәккә ҡаҙалып, беҙгә, хирургтарға "эш тыуҙырыуы" бар. Шуны ла әйтергә кәрәк, бөтөн осраҡтарҙа ла, балаға нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙә ярҙам күрһәтеү системаһы яҡшы эшләнгән, бары тик ваҡытында мөрәжәғәт итергә генә кәрәк.

Шулай ҙа хирург өсөн иң ҡурҡынысы ниндәй осраҡ? Мәҫәлән, тын юлдарына ят есем эләккәндә баланың бөтөнләй тын ала алмауы бар бит?

- Әгәр ҙә ят есем трахеяға эләгә икән, бындай хәл булыуы мөмкин. Шулай ҙа табип һәр ваҡыт һалҡын ҡанлы булып ҡалырға бурыслы, хис-тойғолар беҙҙең эштә ҡамасаулай ғына. Бер генә бындай осраҡты беләм: беҙҙең дауахананың поликлиникаһында бала пирожки ашаған һәм шул тиклем сәсәгән, хатта тын ала алмаған. Ризыҡ тауыш ярылары аҫтына, трахеяға эләккән. Дауахананың реаниматологтары ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөрөп, ул иҫән ҡалды.
Бына ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн баланы бәләкәйҙән дөрөҫ ашарға өйрәтергә кәрәк. Сәйнәһен, йөрөп ашамаһын, ятҡанда, уйнағанда ризыҡ ҡапмаһын. Бәләкәй балаға сәйнәп йота алмаҫлыҡ ризыҡ бирмәҫкә, өйҙә сәтләүектәр һәм башҡаларҙы күҙ алдында һаҡламаҫҡа - был ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр кем белергә тейеш. Әгәр ҙә бала ашап ултырғанда сәсәп китте лә, быға тиклем булмаған йүтәл барлыҡҡа килде икән, ят есем юҡмы икәнен тикшертергә кәрәк. Беҙ, табиптар, күпте күрәбеҙ, ә бының менән үҙе осрашмаған кеше был турала уйлап та ҡарамай. Өйҙә кер, һауыт-һаба, плитә йыуа, торбаларҙы таҙарта торған матдәләрҙе лә балаларҙың буйы етмәй торған ерҙә һаҡлағыҙ. Һут, һыу һауыттарына уларҙы ҡоймағыҙ, һут тип эсеп ҡуйыуҙары бар. Улар бик көслө химик йәрәхәткә килтерә, хатта бала инвалид булып ҡалыуы ихтимал. Ғөмүмән, мин бөгөн һөйләгән ят есемдәр - улар йәрәхәт алыу тигән һүҙ. Бала ошондай хәүефле хәлдә ҡалмаһын өсөн алдан уйларға кәрәк.

Шулай итеп...
Ҡулына эләккән әйберҙе бала мотлаҡ ауыҙына ла ҡабасаҡ. Быға ҡаршы көрәшеү, бәләкәй баланы тыйыу мөмкин дә түгел. Шуға ла был проблемаға икенсе яҡтан ҡарағыҙ - күңелһеҙ хәлдәр килеп тыумаһын өсөн нимә эшләй алаһығыҙ? Сөнки ят есем йотоуҙарҙың төп сәбәбе - ул ата-әсәнең һаҡһыҙлығы. Табиптарҙың ҡулына эләкһәгеҙ, улар, һис шикһеҙ, ярҙам күрһәтәсәк, шулай ҙа балағыҙҙың сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге күберәк үҙегеҙҙең ҡулда икәнен онотмағыҙ. Сәләмәт булайыҡ!

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 100

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru