«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОМ МАЙҘАНСЫҒЫНДА БАКТЕРИЯ ҺӘМ ПАРАЗИТТАР
+  - 

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында балаларға ҡом майҙансығында микроб һәм бактериялар, башҡа бер зарарлы нәмәләр йоғоу мөмкинлеге булыуы хаҡында аңлатма бирҙеләр.

Белгестәр фекеренсә, ҡом майҙансыҡтарында балалар һаулығына етди хәүеф янаусы, унда даими "йәшәүсе" вирустар, бактериялар һәм паразиттар йыш осрай, уларҙы бында йорт хайуандары, ҡоштар һәм кимереүсе йәнлектәр (сысҡандар, ҡомаҡтар һ.б.) килтерә. Бындай зарарлы нәмәләр уларҙың тиҙәктәрендә, ҡойолоп төшкән йөндәрендә, ҡом майҙансығындағы башҡа нәмәләрҙә була.
Паразитар сирҙәрҙең оҙаҡ ваҡыт дауамында симптомһыҙ ғына барыуы мөмкин, ә байтаҡ йылдар үткәс кенә өҙлөгөүҙәр килеп сыға. Унан башҡа, ошондай сирҙәрҙең диагностикаһы ҡатмарлы, сирҙең симптомдары үҙенсәлекле түгел, уға дөрөҫ диагноз ҡуйыр өсөн бер нисә ай ваҡыт кәрәк була.
Икенсе бер хәүефле нәмә - инфекцион ауырыуҙар. Беренсе сиратта - эсәк инфекцияһы. Балаларға ундай сир бик йыш йоға, сөнки улар тирә-яҡтағы әйберҙәрҙе ауыҙҙары менән "тикшерә", ә бысраҡ ҡулдар һәм уйынсыҡтар - киҫкен эсәк инфекцияһын йоҡтороуҙың төп сәбәбе ул. Майҙансыҡта уйнаған бала бармаҡтарын ауыҙына алмаһын, уйынсыҡтарын яламаһын, тешләмәһен өсөн уны даими күҙәтеп тороу фарыз, шулай уҡ уны урамда, бысраҡ ҡулдарына алма, печенье тоттороп ашатырға ла ярамай.
Һауа-тамсы инфекцияһы хаҡында ла оноторға ярамаҫ ине - балалар коклюш, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, һыу сәсәге, шул уҡ ҡәҙимге киҫкен респиратор вирус инфекцияһы (ОРВИ) менән йыш ауырый. Был инфекцияларға ҡаршы вакциналар бар, әммә иммунитет прививкаларҙың тулы курсын үткәндән һуң ғына формалаша, ә ҡом майҙансығында төрлө йәштәге балалар уйнай, улар араһында сиргә ҡаршы иммунитеты булмағандар ҙа була. Шуға күрә сирләй башлаған баланы балалар майҙансығына сығарырға ярамай. Хатта балаға ябай ғына булып тойолған тымау тейгәндә лә хәүеф бар - ул ОРВИ симптомы ғына түгел, ә башҡа бер хәүефле сирҙәр ҙә тымауҙан башланып китә. Балалар уйнаған саҡта бер-береһенә бик яҡын килә, шунлыҡтан бындай осраҡта баланы респиратор инфекция йоҡтороуҙан ғәмәлдә һаҡлап ҡалып булмай.
Шулай уҡ ҡом майҙансығында һалҡын саҡта ла, эҫе мәлдәрҙә лә үҙенең тереклек итеү әүҙемлеген һаҡлап ҡала алған бактериялар булыуы мөмкинлеген оноторға ярамай. Тутыҡҡан ҡаҙаҡтарҙа, иҫке таҡта киҫәктәрендә тартышыу (столбняк) сире сығанағы булған һеркәләр (споралар) булыуы мөмкин. Әгәр баланың столбнякҡа ҡаршы прививкалары юҡ икән, уның аҙ ғына булһа ла һыҙырылған тиреһенә ошо споралар эләккән хәлдә, балаға сирләп китеү хәүефе янай.
Ҡом майҙансығын даими рәүештә төрлө осло предметтарҙан таҙартып тороу кәрәк, ҡом араһында ватыҡ быяла ярсыҡтары, уйынсыҡ киҫәктәре, ҡаҙаҡ-фәлән һәм башҡа шундай "сюрпризлы" предметтар булмаҫҡа тейеш.
Балаларҙы көтөлмәгән сирҙәрҙән һаҡлау маҡсатында санитария табиптары ошондай профилактика сараларын үтәргә тәҡдим итә:
- барса планлаштырылған прививкаларҙы яһатыу зарур - был баланы күп кенә инфекцион ауырыуҙарҙан һаҡлаясаҡ;
- балалар майҙансығында баланың ҡулдарын ауыҙына яҡын килтермәүен, бармаҡтарын яламауын, уйынсыҡ формаларын, көрәксектәрен, ҡомда ятҡан башҡа нәмәләрҙе ауыҙына алмауын контролдә тотоу фарыз;
- ҡом майҙансығында уйнап ҡайтыу менән баланың ҡулын һабын менән ентекләп йыуырға кәрәк;
- балаларҙың уйынсыҡтарын даими рәүештә хужалыҡ һабыны менән йыуып, таҙартып тороу хаҡында оноторға ярамай;
- сирле баланы уртаҡ балалар майҙансығына алып сығыу тыйыла, ул башҡа балалар өсөн инфекция сығанағы булып тора;
- башы ябылған ҡом майҙансыҡтарын һайлау хәйерлерәк, сөнки унда ҡош-ҡорт тиҙ генә үтеп инә алмай.
Әлбиттә, ҡом майҙансыҡтарында уйнау балаларға файҙалы, уларҙың ҡулдарының ваҡ хәрәкәтсәнлеген (моторикаһын) формалаштырыуға мөмкинлек бирә, башҡа балалар менән бергә уйнағанда уларҙың күҙаллау һәләттәре, фантазиялары үҫешә, аралаша белеү күнекмәләре нығына. Әммә балаларҙың һаулығын һаҡлау өсөн үрҙә һаналып киткән ҡағиҙәләрҙе лә үтәү мотлаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru