«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТҮБӘЛӘРҘЕ КҮККӘ СӨЙӨП ҠЫУАНДЫРҘЫ "БАШҠОРТ АТЫ" БАЙРАМЫ
+  - 


Башҡорт халҡының рух сағылышы булыр был байрам көтөп алынды. Нимә-нимә, беҙ байрам итә беләбеҙ. Байрам итергә яратабыҙ. Был юлы иһә ул ғәҙәттәге күңел асыу байрамы ғына түгел, ә республиканың йылҡысылыҡ өлкәһендәге иң ҙур ғилми-ағартыу һәм мәҙәни-спорт сараһына әйләнеүе менән әһәмиәтле булды. Баймаҡ районы Граф күле буйында үткән "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар ҙа, ҡатнашмағандар иһә телевизор, социаль селтәрҙәрҙәге видеолар, фотолар аша байрам һулышын кинәнеп, ғорурланып уртаҡлашты һәм баһаланы. Рәсәй, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан килгән ҡатнашыусылар ҙа тойҙо был рухты һәм маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы. Быларҙың барыһы тураһында ла сурытып тормай, сараның төп мәлдәрен генә билдәләп үтәйек.

Баймаҡ районында икенсе тапҡыр үткәрелгән "Башҡорт аты" халыҡ-ара байрамының төп инициаторы - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың фестивалде асыу тантанаһындағы ошо һүҙҙәрен һәр кем ҡолағына еткерге килә: "Башҡорт өсөн йылҡы малы оло әһәмиәткә эйә. Был, асылда, халҡыбыҙҙың генетик кодының бер өлөшө. Ат - ул тоғро дуҫ, юлдаш, ярҙамсы. "Төньяҡ амурҙары" һәм "Шайморатовсылар"ҙың Парижға, Берлинға ат менән инеүен барыбыҙ ҙа белә. Бөгөн беҙ ошо тарихи хәҡиҡәтте иҫкә төшөрөп, "Башҡорт аты" тигән байрам ойоштороп, киләсәк быуындар өсөн башҡорт атына бәйле халыҡ йолаларын һәм фольклорын, рухын һәм ватансыллығы менән бәйле тарихын һаҡларға теләйбеҙ" - бына ошо ҡыҫҡа ғына телмәрҙә сағыла байрамдың маҡсаты, мәғәнәһе, үҙенсәлеге.

Байрамдың иң кинәндергән, түбәләрҙе күккә сөйөп шатландырған мәле, әлбиттә, Интеллектуаль милек буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубовтың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа "Башҡорт аты" атамаһын файҙаланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығын тапшырыуы булды. Белеүегеҙсә, патент - ул уйлап табыуҙарға, файҙалы моделдәргә, сәнәғәт өлгөһөнә йә селекция ҡаҙаныштарына айырата хоҡуҡты, авторлыҡты һәм уйлап табыу беренселеген танытыусы һаҡлау документы. Быға саҡлы беҙ ундай патенттар тураһында һис уйламай, хөр йәшәнек. Әммә бөгөнгө хатта күрше күршенең матди ғына түгел, интеллектуаль байлығына яҫҡыныуҙары, үҙләштереүҙәре бер ни тормаған бәйһеҙлектәр хөкөм һөргән заманда бындай һаҡлау патенттары кәрәк икәнен төшөнәбеҙ. Беләһегеҙ, ҡурайыбыҙ ҙа, атыбыҙ ҙа, тарихи ҡомартҡыларыбыҙ, хатта билдәле шәхестәребеҙ ҙә тота килеп башҡа бер халыҡтыҡы була ла китә. Шуға ла күп, бик күп хазина-ҡомартҡыларыбыҙға алырға кәрәк был һаҡлау документын. Был турала Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла әйтте үҙенең байрамдағы сығышында: "Халҡыбыҙҙы башҡорт аттарының уникаль булыуын раҫлаусы таныҡлыҡ алыуыбыҙ менән ҡотлайым. Был документты беҙ бер нисә йыл элек Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса әҙерләй башлағайныҡ. Артабан да республика брендтарын танытыу һәм яҡлау буйынса эште дауам итәсәкбеҙ", - тине ул. Әйткәндәй, Башҡорт аты республиканың һигеҙенсе рәсми төбәк брендына әүерелде. Быға тиклем "Асы", "Йоматау", "Ҡорғаҙаҡ" минераль һыуҙары, "Мансур граниты", ҡурай милли музыка ҡоралы, Бөрйән солоҡ балы һәм башҡорт балы патент алғайны.

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале сиктәрендә башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм республиканың ат спорты мәктәптәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә лә ойошторолдо. Фекер алышыуҙа Рәсәй төбәктәренең һәм сит илдәрҙең власть органдары вәкилдәре, ғилми учреждениелар һәм спорт ойошмалары эксперттары үҙ фекерҙәре менән бүлеште. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фестиваль майҙансығын инфраструктура йәһәтенән үҫтереү кәрәклегенә айырыуса иғтибар итергә ҡушып: "Бер нисә йыл эсендә бында спорт-мәҙәни һәм фәнни үҙәк булдырырға тейешбеҙ. Бының өсөн яңы объекттар һәм ҡоролмалар төҙөүгә күсергә кәрәк", - тине. Интеллектуаль милек буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубов "Башҡорт аты" исеме менән бәйле коммерция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Рәсәй Федерация Советының комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова төбәктең профессиональ уҡыу йорттары базаһында йылҡысылыҡ буйынса профилле һөнәрҙәр асыу мөмкинлеген әҙерләргә тәҡдим итте. Культурология докторы, Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты профессоры Алексей Кызласов милли спорт ярыштарын үҫтереү, башҡорт атына бәйле һөнәрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһе "Кок-бору" федерацияһының тышҡы бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Таалайбек Мостапакулов Башҡортостан биләмәһендә "Кок-бору" ("Ылаҡ") Рәсәй үҙәген булдырырға тәҡдим итте. "Ирәндек" хәйриә фонды директоры Айнур Ишмөхәмәтов башҡорт тоҡомло аттың ике һәйкәлен төҙөү концепцияһы тураһында һөйләне. Беренсеһен ул Баймаҡ районының Граф күле янында, ә икенсеһен Өфөлә, "Ватан" этнопаркы янында, урынлаштырырға тәҡдим итте. Фекер алышыуҙан һуң Бөтә Рәсәй йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты һәм "Ирәндек" хәйриә фонды араһында башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ғәжәп күренеш ине Рәсәй төбәктәре һәм сит ил дәүләттәре флагтары аҫтындағы атлы парадтың тау башынан эркелеп килеп төшөүе. Ошо мәлдә, моғайын, һәр кем ата-бабаларҙың атлы көнитмешен, атлы яуҙарын да күҙҙән үткәреп тетрәнгәндер. Һәр хәлдә, байрамдың күҙҙәрҙән йәш эркелдерерлек, йөрәктәрҙе ярһытырлыҡ күренеше булды был. Артабан иһә байрам майҙанын айҡап-байҡап сығырға ла мөмкин ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар ҙа фестивалдең спорт һәм күргәҙмә майҙансыҡтарына йүнәлде. Ә бындай майҙансыҡтар ҡарап-байҡап бөткөһөҙ булды. Бына Башҡортостандың Милли музейы ойошторған "Ат иле" күргәҙмәһе. Унда башҡорт атына арналған картиналар, арт-объекттар, скульптуралар, шулай уҡ музей фондтарынан һәм шәхси коллекцияларҙан уникаль экспонаттар тәҡдим ителде. Ә күргәҙмәнең төп предметы - ул 1925 йылда музейға Салауат районы Ҡалмаҡлар ауылы аҡһаҡалдары тапшырған Салауат Юлаевтың эйәре ине.

Халыҡ эркелеп күҙәткән майҙансыҡ, әлбиттә, "Ылаҡ" уйыны барғаны булғандыр. Тамашасы нисек кенә янып-көйһә лә, был ярышта Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәһе командаһы еңде. Спортсылар бер миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Уларҙың еңеүе аңлашыла ла. "Ылаҡ" бөтә төрки халыҡтарының атлы уйын төрө һаналһа ла, һуңғы йылдарҙа ул беҙҙә онотолоуға дусар ителгәйне. Ә Ҡаҙағстанда ылаҡ, ҡаҙаҡса ул кокбар тип атала, рәсми спорт төрө һанала. Фестивалгә килгән ҡаҙаҡ уйынсыларының барыһы ла тиерлек кокбар буйынса чемпиондар булып сыҡты. Әле бер генә республикала-төбәктә лә башҡорт атына арналған ошондай байрам ойошторолмаған һәм "Беҙ - беренселәр", тип ғорурланабыҙ икән, тимәк, ошондай ат менән бәйле спорт төрҙәренә лә йөҙ менән боролорға, малай-егеттәребеҙҙе атҡа атландырырға тейешбеҙ. Ат менән бәйле кәсептәребеҙҙе тергеҙергә тотонорға тейешбеҙ.
Эйе, һуңғы ваҡытта ир-егеттәребеҙҙе ошондай ата-бабалар кәсептәренә тотонорға саҡырыуҙар ныҡлап яңғырай башлағайны. Шөкөр, шуны ишетте ир-егеттәр. Әлеге байрамдың кәсепселәр майҙансығында Учалынан - Кәрим Мостафин, Сәғит Фәхретдинов, Баймаҡтан Зәбир Рәхмәтуллин исемле ир уҙамандарҙың атҡа бәйле - йүгән, эйәр, ҡамыт, ыңғырсаҡ, дуға, нуҡта, шлея, сыбыртҡы, ҡамсы кеүек атамалары ла онотола яҙған әпсендәр эшләүҙе тергеҙеп, байрам күргәҙмәһенә ҡуйыуы үҙе бер ҡаҙаныш булараҡ ҡабул ҡылынды. Шулай уҡ ир-егеттәрҙең генә ҡулынан килерҙәй тимерсе кәсебенә тотонғандарҙы ла күрҙек һәм сәләмләнек. Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһынан килгән тимерсе Эдуард Тажетдиновтың беҙҙең тимерселәрҙе сәмләндерерлек ғәмәле бигерәк тә маҡтауға лайыҡ булды: ул тимер ҡоростан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың скульптураһын ижад иткән. Халыҡ һөйөүен яулауҙан тыш, ул "Иң яҡшы тимерсе" номинацияһында билдәләнде.
Әйткәндәй, хатта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, башлыса ағинәйҙәребеҙ ҙә, сергетыш ябыуҙарын тергеҙеп, атлы ир-уҙамандың абруйына баһа өҫтәне. Бөрйән ағинәйҙәре етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина башлап ебәреп, үҙ районында ғына түгел, күрше райондарҙа ла оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, ошо кәсепкә юл ярғайны. Ул былтыр беренсе "Башҡорт аты" фестивалендә еңеүсе лә булды. Быйыл да сергетышсылар күргәҙмә ойоштороп, фестивалдә үҙ-ара бәйге тотто. Һәм иң әүҙем бәйгеселәр ҙә улар, ағинәйҙәр, булды.

Эйе, конкурстар, бәйгеләр төрлө-төрлө булды. Мәҫәлән, республикала 17-се тапҡыр үткәрелгән "Ҡымыҙфест" бәйгеһе майҙандағыларҙың барыһын да үҙенә йәлеп итте. Иртәнән алып кискә ҡәҙәр эшләгән ҡаласыҡта һәр кем ҡымыҙ тәмләп, һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды. Ә баһалама ағзалары иһә иң яҡшы ҡымыҙсы тип Әбйәлил районынан Ильяс Һибәтовты билдәләне. Йәрмәкәй районынан килгән Наталья Дик - икенсе, ә Әлшәйҙән Фидан Әхмәтйәновҡа өсөнсө урын бирелде. Ҡымыҙсылар араһынан иң олоһо - Йылайыр районынан Марат Абдулов, ә иң йәше тип Әлшәйҙән Динар Ахунов билдәләнде. "Тамашасылар һөйөүе" номинацияһында Учалынан Лилиә Сәғәҙәтова гран-при яулаһа, Әбйәлилдән Гөлназ Әминева, Белореттан Рәүф Мәғәфүров, Баймаҡ районынан Илнур Хәмитов призлы урындарға лайыҡ булды.

Шулай итеп...
Фестиваль программаһы нигеҙҙә һабантуйҙарыбыҙҙы хәтерләтһә лә, ул барыбер байыраҡ, сағыуыраҡ, үҙенсәлеклерәк булды, тиергә мөмкиндер. Был йәһәттән баймаҡтарҙың, байрамды ойоштороусыларҙың яуаплылығын, ойоштороу маһирлығын, рухын баһаламай булмай. Халыҡ кәсепселәре, мәргән уҡсылар, рәссамдар, милли көрәш, "Бәйге", "Тай-тулаҡ", "Ауҙарыш", "Суҡмар ташлау", Таш күтәреү", "Ҡымыҙ" эстафетаһы һәм башҡа уйындар йөкмәткеле булыуы, иң мөһиме, халҡыбыҙҙың яугирлығын да, көнитмеш асылын да сағылдырыуы менән бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бәйгеләрҙә еңеү яулаусылар лайыҡлы, тап үҙебеҙсә, башҡортса, киң күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ, йомартлыҡ күрһәтеп бүләкләнде - улар миллион һумлыҡ сертификат, автомобиль асҡыстары, башҡорт тоҡомло аттарға сертификат, башҡа иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Ә шулай ҙа байрамға йыйылған тамашасыны "атҡа мендереп", түбәһен күккә тейҙереп шатландырған бүләк - Башҡорт атына арналған ошо махсус байрам һәм башҡорт атына һаҡлау патенты булды.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 168

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru