«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ-4
+  - 


Төштән һуң старшина, үҙенең парад кейемен сисеп, өҫтөнә ҡара халат кейҙе лә Быстрыйҙы таҙартырға кереште. Үҙе таҙартты, үҙе өйрәтеп торҙо:
- Тәүҙә бер ус бесән йәки һалам йомарлап жгут эшләйбеҙ. Бына шул жгутты уң ҡулыңа алаһың да аттың һул яғына сығып ошо рәүешле баҫаһың. Шунан инде жгут менән аттың муйынынан башлап ышҡый башлайһың, ат тиреһен ҡатҡан бысраҡтарҙан, саңдан һәм төрлө ҡауаҡтарҙан таҙартаһың, бына ошолай итеп, - тине лә аттың муйынынан алып тояҡтарына төшкәнсәгә тиклем ышҡырға тотондо. - Аттың йөнө ыңғайына жгутҡа баҫымды нығыраҡ төшөрәһең, ә йөн отороһона еңелерәк, - тип өйрәтеүен дауам итте. - Ә хәҙер инде щетка менән эшләй башлайбыҙ. - Командир һаҡлыҡ менән аттың башын, морон, күҙ тирәләрен щеткалап сыҡты, шунан аттың һул аяғын, унан уң яғын таҙартты. Быны тыңлап, ҡарап торған егеттәр һораша башланы.
- Иптәш старшина, атты нисә көнгә бер таҙарталар?
- Көн һайын! Устав буйынса иртә менән ат таҙартыу өсөн бер сәғәт ваҡыт бирелә, аңлашыламы?
- Аңлашылыуын аңлашыла ла ул, ә бер сәғәт ваҡытты ҡайҙан алабыҙ һуң? - тине кемдер.
- Уны ҡыҙыл кавалерияның бөтә төр ғәскәрҙәргә ҡарағанда устав буйынса бер сәғәт иртәрәк тороуы иҫәбенә алабыҙ. Бына барығыҙға ла ат беркетеп биргәс, беҙ "подъем" ды күрше пехота полкына ҡарағанда бер сәғәткә алдараҡ иғлан итербеҙ. Кавалерист бөтә кешенән әҙерәк йоҡларға, күберәк эшләргә тейеш. Төшөндөгөҙмө?
- Әгәр ат таҙартыу өсөн бер сәғәт ваҡыт етмәһә?
- Ул ваҡытта самоподготовкаға бирелгән ваҡыт, йәғни үҙеңдең шәхси ваҡытың хисабына эшләйһең инде.
Быстрыйҙы күмәкләп таҙартып бөткәс, старшина бармағы менән ат йөнөнән кирегә һыпырҙы. Тирелә юлаҡ-юлаҡ булып һоро туҙан эҙҙәре ҡалды.
- Юҡ, атты насар таҙарттыҡ, туҙаны бөтмәгән, - старшина йәшниктән ҡара буҫтау киҫәге сығарып еүешләп алды. Шунан йөнөнә ҡаршы шул еүеш буҫтау менән һөртөп сыҡты. Артабан галифе кеҫәһенән ҡар шикелле ап-аҡ ҡулъяулыҡ тартып сығарҙы. Уның менән аттың ҡабырғаһын һөртөп, ҡулъяулыҡты бөтә отделение алдында елберҙәтеп күрһәтте. - Бына был ат таҙартыу алымына "яҡшы" һуғырға була, - тип йылмайҙы. - Ә хәҙер инде аттың маңлай сәсен, ялын һәм ҡойроғон таҙартыуға күсәбеҙ, - тип старшина яңынан ентекләп өйрәтергә тотондо. - Бөгөн беҙ расписание буйынса Быстрыйҙың тояҡтарын таҙартып өйрәнергә тейеш инек, күреп тораһығыҙ, ваҡыт етмәне. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бөгөн бик һүлпән эшләнек.
Старшина бөгөнгө занятиеһын шуның менән тамамланы. Киске аштан һуң төрлө кеше төрлө урында йыйылып бөгөнгө занятиеның һөҙөмтәһе менән уртаҡлашты. Заһретдин киске ашҡа бара алманы. Уға тейеш өлөштө ауылдашы котелогына һалып алып ҡайтты. Килтерелгән киске тамаҡты Заһретдин һәндерә ситендә ултырып етеҙ генә ашап алды ла ирендәрен ялап, ян-яғына ҡаранды. "Етмәйерәк ҡалды быға", - тип уйланы Ғилмишәриф, матрац аҫтына ҡуйған тоҡсайын сығарып, алюмин көрөшкәһенә ике ҡалаҡ талҡан һалды ла дневальный эргәһендә торған титандан һыу алып болғарға кереште. Шулайтып, ул көн дә киске тамаҡтан ҡайта ла талҡан менән билғау аҫтын нығытып ала. Заһретдин ауылдашының ашағанын күреп йөрөй, уға мөлдөрәп ҡарай, тик Ғилмишәриф быны әллә күрмәй, әллә күрмәмешкә һалыша - талҡанын ашап бөтә лә, үс иткән шикелле, усы менән эсенә һуғып:
- Беҙгә талҡан булһа ла ярап ҡала ул. Сталауайҙа эсеп ҡайтҡан шыйыҡ өйрәнең өҫтөн бикләп тора, - тип йылмая.
Бер нисә көн шулай тилмереп ҡарап ултырғас, Заһретдиндың камил түҙемлеге шартланы. Вагондағы хәлде онотоп:
- Земляк, анау нәмәңде миңә лә әҙерәк һалып бирһәңсе, - тип бышылданы. Ғилмишәриф уңайһыҙланыуынан нишләргә лә белмәне.
- Эй әттәгенәһе, мин ни яртаҡыл, һинең талҡан ашағаныңды белмәнем дә баһа. Әйҙә, әйҙә, ағай, рәхим ит, ашай ғына күр! Әле бында талҡан етерлек, - тип моҡсайын күрһәтте. Йылы һыуға болғап, тоҙ һалынған талҡанды ашап алғас Заһретдиндың спирт эскәндәй күңеле күтәрелеп, теле асылып китте:
- Иген ашы бит, шәйлә тамаҡҡа ял булып ҡалды, эскә төйөр төштө лә баһа! Әтеү анау балыҡ һурпаһы үтә төшә лә ҡуя, - тип һөйләнде.

* * *

Көн дә башҡара торған күнекмәләр ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша барҙы. Башта аттың тояҡтарын таҙартырға өйрәттеләр, йүгән, нуҡта кейҙереү, ат эйәрләү, эйәр айылдарын нисек тартыу һәнәре лә ҡалманы. Казачий эйәрҙең ҡапталынан, үндегенән алып ҡашағаһына тиклем, өҙәңге ҡайышын нисек ҡыҫҡартыу, оҙонайтыу ҡағиҙәләрен үттеләр.
- Ҡарасы, өҙәңгенең оҙонлоғо яурын башынан алып ҡул бармаҡтары осона тиклем тура килеп тороуын әйт, - тиеште ҡыҙыл армеецтар.
- Был ат тигән нәмәнең ғәләмәте бигерәк күп икән дә! Ауылда ни тотоп йүгәнләйбеҙ ҙә сабабыҙ.
- Беҙ атты ауылда бигерәк әбижәйт иткәнбеҙ икән. Ҡайҙа уны былайтып көн дә буҫтау менән таҙартыу!
Һуңғараҡ ҡыҙылармеецтар казарма эргәһендәге аҡланда түңәрәкләп ултырып малда була торған сирҙәрҙе өйрәнделәр.
- Аттың да, әҙәм заты кеүек, һалҡын тейеп, грипп менән дә, дөрөҫ ашатмауҙан гастрит менән дә ауырыуы мөмкин. Уның сирле икәнен белеүе бер ҙә ҡыйын эш түгел, - старшина эргәһендә торған отделение командирына өндәште. - Теге Мирныйҙы сығар әле! - Бер нисә минут үтеүгә арт аяғын быуынынан бөккән, муйынын һуҙып башын түбән эйгән бер аҡһаҡ турыны килтереп баҫтырҙылар.
- Ауырымаған, таҙа аттың күңеле күтәренке була, ул бер ҡасан да башын аҫҡа эймәй. Ә быны ҡарағыҙ! Ул хатта исемен әйткәнгә лә әйләнеп ҡарамай.
- Иптәш старшина, ни булған һуң был атҡа? Нимә менән ауырый?
- Ниндәйҙер разгильдяй был хайуанҡайҙы эҫеләй эсергән, йәғни тирләгән көйөнсә һалҡын һыу биргән. Шуға һалҡын тейгән. Күрәһегеҙме, ат йүткерә, икенсенән, тояҡтарына ревматизм тейгән.
- Һуң хәҙер ул атты нишләтәләр инде?
- Хәҙер уны лазаретҡа ебәреп дауалап ҡарайбыҙ, һауыҡмаһа инде, списать итергә тура киләсәк, - тип старшина аттың муйынынан һыйпаны. Ҡарамаҡҡа ҡаты күңелле старшина бына-бына илап ебәрер төҫлө ине. Ул үҙ һүҙен дауам итте: - Ат һарайында үҙ кормушкаһын кимереп торған атты күргәнегеҙ бармы?
- Эйе, эйе, күргәнебеҙ бар.
- Бындай саҡта сирләгән ат һыҙланыуға түҙә алмай кормушка йәки берәй ағас кимерергә тотона, йәғни ошо мәлдә уға ауырыуынан айныған, һыҙлауы баҫылған төҫлө була. Бына шулай ул хайуан, әгәр телен белһәң!
Ат эйәрләү күнекмәләрен өйрәнеү ҙә башланды.
- Эйәрләй башлауҙан алда аттың ҡабырғаларын, һыртын ҡарап ал - һуғылған, эйәр өйкәгән урыны юҡмы? Башта һул яғына, ә унан уң яғына сығып, быңа ошолай итеп, - тине лә старшина усы менән Быстрыйҙың ике ҡабырғаһын, һыртының эйәр ята торған урындарын һыпырҙы. - Күрҙегеҙме? Ат төндә аунаған, арҡаһына бысҡы табы, бысраҡ йәбешкән, ә улар, эйәр үндеге аҫтында ҡалып, Быстрыйҙың һыртын өйкәүе бар, - тип ул башта щетка алып ат арҡаһын таҙартты. Шулай һөйләнә, өйрәт-өйрәтә, ат эйәрләргә тотондо. - Денникта саҡта эйәрҙең ҡайыштарын ныҡ тартырға ярамай. Ат бушаҡ ҡына һалынған эйәргә өйрәнеп алырға тейеш. Уны аҙаҡтан манежға сыҡҡас, атҡа атланыр алдынан ғына нығытып тарталар.
- Ә һуң нишләп бер ыңғай ныҡлап тартмайҙар? - тип һорай кемдер.
- Был атты насар ғәҙәткә өйрәтә: баштан уҡ тартмаһы ныҡ тартылған ат денниктан сығырға теләмәй, ә ҡайһы береһенең һарайҙа торған урынында йығылыуы ла мөмкин. Шуға күрә лә ат үҙен эйәрләгәндә тынын эскә алып тартмаңды үтәрәк тартмаһын өсөн эсен юрый ҡабартып тора. Атты алдап булмай - аҡыллы хайуан.
- Әллә беҙ колхозда... - тип башланы берәү.
- Колхоздағы ғәҙәттәреңде онот! - Старшина уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне. - Хәҙер эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының атлы ғәскәр уставына мөрәжәғәт итәйек. Унда бына нәмәләр яҙылған: "Атҡа атланыу өсөн "атлан!", ә төшөү өсөн "аттан төш" тигән команда бирелә. Атҡа атланыр алдынан уны үҙең менән йәнәш баҫтыралар. Атҡа атланыу өс алымда башҡарыла. Һул аяғыңды өҙәңгегә баҫып бөтә кәүҙәңде күтәргәс, башыңды түбән эймәйенсә, уң аяғыңды өҙәңгегә эләктерәһең. Өҙәңгене ҡулың түгел, аяғың эҙләһен. Эйәр өҫтөндә тура, тубыҡтарың менән ат ҡабырғаһын ҡыҫып ултыр, - тип өйрәтте старшина.
Был юлы ла эште Ғилмишәрифтән башланы. Башҡорт егете күҙ асып йомғансы эйәр өҫтөндә майшәм шикелле ултыра ине. Старшина шатланыуын йәшерә алмай ҡыҫыҡ күҙҙәрен йомғансы йылмайҙы ла:
- Бына һин, Яуымбаев, ауыҙҙан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе отоп алаһың да ҡуяһың. Молодец! Һинән отличный кавалерист сығасаҡ. Күрҙегеҙме? Ошо егеттән өйрәнегеҙ! - тине.
Сират Заһретдинға етте.
- Ну, иптәш Итәлмасов, хәҙер беҙ эшләп ҡарайыҡ инде, - тип уға, нисектер ышанмайыраҡ, команда биргән ише түгел, иғтибарлы ғына өндәште.
Заһретдин, старшина өйрәткәнсә, теҙгенде ат муйынына һалып, һул ҡулының дүрт бармағы менән Быстрыйҙың ялына йәбеште. Баш бармағына, ат ялын ураны ла, әҙерәк уңға боролоп, һул аяғын өҙәңгегә тыҡты. Ауыр кәүҙәһен өҫкә күтәрергә хәле етмәне. Өҙәңгегә эләктергән һул аяғының башы ат ҡултығына төртөлә башлағайны, Быстрый ҡапыл муйынын бороп, Заһретдиндың арт һанын умырып тешләп алды. Теге ҡысҡырып ебәрҙе лә аяғын өҙәңгенән ысҡындырмайынса, һул ҡулы менән артын ҡапланы. Ошо мәлдә Быстрый урынынан ҡуҙғалды ла ергә йығылған Заһретдинды һөйрәп алып китте. Старшина, уҡ һымаҡ атылып, аттың теҙгененә килеп йәбеште.
Ҡурҡыуынан ҡото осҡан Заһретдинды, өҙәңгегә эләккән аяғын ысҡындырып, ергә баҫтырҙылар. Уның ҡағыҙ һымаҡ ағарған йөҙөнән башлап теҙ быуындарына тиклем бөтә кәүҙәһе ҡалтырай ине. Ни тиклем асыуы ҡайнаһа ла, старшина бер һүҙ ҙә әйтмәне. Заһретдиндың тапалмай имен ҡалыуынан былай ҙа риза ине. Занятие бөткәнсе, старшина уға бер ни ҡушманы, тегенең кавалерия кешеһе булмауына тамам ышанғайны.
Кис, ятыу алдынан, Заһретдин ауылдашы эргәһенә килде. Өндәшмәй генә талҡан ашанып алды ла:
- Земляк, миңә был кавалерияһы бер ҙә оҡшап етмәй әле. Военкоматҡа саҡырыу ҡағыҙы килеп төшкәс, бер йүнле часҡа эләгермен тип тә уйланылғайны. Әллә анауы Белоногов булған нәмә минең кем икәнде аңғармайыраҡ ҡалды инде, тотто ла ебәрҙе бит ошонда. Етәксе эштә эшләгән кешеләрҙе әҙерәк ҡарабыраҡ ебәрергә тейештәр ҙә һуң. Яҙмышым шунандыр инде, - тип уфтанды. - Бына һиңә ифрат та уңай тура килде, бәхетең бар икән, малай, - тип өҫтәп ҡуйҙы. - Әллә, земляк, берәр икенсе часҡа күсереүҙәрен һорап ҙурыраҡ командирҙарына мөрәжәғәт итеп ҡарайһымы икән?
Ғилмишәриф моҡсайын матрац аҫтына тығып, кәүҙәһен турайтты ла: "Ай-һай, ағай, кабы яңылыш булмағайы. Ошо урыныңда ғына тырышып ҡараһаң, нисек булыр һуң?" - тип тура яуап бирергә ашыҡманы.
- Да, да... - тип һуҙып алды ла Заһретдин кире китте. Тумбочкаһына таянып бик оҙаҡ уйланғандан һуң ул казарма мөйөшөндәге каптеркала ултырған старшинаның ишеген шаҡыны.
- Да, да! Мөмкин! - тигән тауышты ишеткәс, ул баҙнатһыҙ ғына ишек аша атланы. Нишләптер уға ҡарата миһырбанлана төшкән старшина һалдатты үҙ эргәһенә саҡырҙы. Башлап үҙе өндәште.
- Тыңлайым, иптәш Итәлмасов, берәй йомошоң бармы? Әйҙә, һөйләп ебәр.
- Һөйләйһе юҡ, иптәш старшина, миңә икенсе эш бирегеҙ, - тине Заһретдин. Ошо һүҙен әйткәс, ҡапыл эсе бүҫкәреп ҡалған шикелле булды. Уның ҡарауы старшина, сөм-ҡара күҙҙәрен уйнатып, аптыраулы ҡараш ташланы.
- Нисек инде ул икенсе эш? Бында гражданкалағы кадрҙар бүлеге юҡ, беҙ эш тәҡдим итмәйбеҙ. Һине Ҡыҙыл Армияға хеҙмәт итеү өсөн ебәргәндәр. Ватанды һаҡларға, аңлашыламы?
- Аңлашыла, ләкин мин кавалерияла хеҙмәт итә алмайым.
- Беҙҙә башҡа часть юҡ. Гражданкала ни менән шөғөлләндегеҙ?
- Мин старателдәрҙән алтын ҡабул иттем.
- Во, нисек икән! Ләкин бында ундай һәнәрҙең кәрәге юҡ. Беҙгә кавалеристар әҙерләргә ҡушылған. Шулай ҙа юғары начальство менән һөйләшеп ҡарармын.
Старшинаның һүҙен ишеткәс, Заһретдиндың эсенә йылы йүгерҙе. "Бирҙе Хоҙай, ошондай ҙур часта берәй ҡулайлы эш табып бирерҙәр әле", - тип ҡыуанды.

(Дауамы. Башы 29-31-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.23 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru