«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘН!
+  - 

"Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0" тип аталған дәреслек донъя күрҙе. Ул өлкәндәргә телде өйрәнергә ярҙам итәсәк, шул иҫәптән өҫтәмә материал булараҡ мәктәптә лә ҡулланыла аласаҡ. Проект сиктәрендә дәреслектең мобиль ҡушымтаһы эшләнгән, шулай уҡ нығытма материал өсөн 10 видеодәрес төшөрөлгән.

Проект "Донъя халыҡтары" ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Гранттың суммаһы - 3 млн һум. Проект етәксеһе урынбаҫары Фәнзилә Ғәзизова әйтеүенсә, дәреслектең тиражы 1500 экземпляр, уның бер өлөшө БР Мәғариф һәм фән министрлығына, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына тапшырылған, үҙ сиратында, улар уны халыҡҡа таратасаҡ. "Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0" дәреслеге авторҙары Рида Латыпова менән Ләлә Сафина билдәләүенсә, ул балаларҙан бигерәк, уларға башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итергә теләгән ата-әсәләргә тәғәйенләнгән. 10 өлөштән торған дәреслектең методик нигеҙен билдәле башҡорт, шулай уҡ сит ил авторҙары хеҙмәттәре тәшкил итә. Ләлә Сафина 21-се лицей уҡытыусыһы, ул ошо дәреслек ярҙамында башҡорт телен 100 сәғәттә өйрәнә аласаҡһығыҙ, тип ышандыра. "Мәктәптә бөтөн уҡыусылар ҙа башҡорт телен өйрәнә. Әммә ата-әсәләр үҙҙәре телде белмәүҙәре арҡаһында уларға ярҙам күрһәтә алмай. Төрлө китаптар, дәреслектәр күп ул, тик улар башлыса телде яҡшы белеүселәргә тәғәйенләнгән, сөнки уларҙың авторҙары - ғалимдар. Ә был дәреслектә ябай һөйләмдәр ҡулланыла, улар телмәр үҫтереүгә йүнәлтелгән", - ти Ләлә Сафина.
"Донъя халыҡтары" ойошмаһы етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев проекттың мобиль ҡушымтаһын да эшләтеп күрһәтте. Ул Android, Apple платформаларына ҡуйыла, шулай уҡ компьютерҙарға ла ҡуйып буласаҡ. Уның ярҙамында һәр кем үҙенең белем кимәлен тикшерәсәк.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 129

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru