«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕВРОПАЛА ТАҒЫ КОВИД ШӘҮЛӘҺЕ
+  - 


Хәтерегеҙҙәлер, ошо йылдың 5 майында ғына әле Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) башлығы, ниһайәт, коронавирус менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдең тамамланыуы хаҡында белдергәйне. Хәйер, уның белдереүен көтөп торманы халыҡ, әллә күпмегә алдараҡ тулыһынса туғарылып, иркенгә сыҡты, битлектәр сисеп ырғытылды, өймәкләшеп һәр төрлө сараларға йөрөй башланылар - ҡыҫҡаһы, кеше ихтыярын ирекһеҙләүҙең был төрөнән рәхәтләнеп арынды әҙәм балаһы.

Үкенескә, тантана көйө оҙаҡ уйнаманы, баяғы ҡәһәр һуҡҡыры Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңынан телгә килде: АҠШ, Ҡытай һәм Европа буйлап коронаның яңы шәүләһе атлай...Уныһы Эрис тип атала, беҙгә яҡшы таныш "Омикрон"дың бер туған ҡустыһы, имеш. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, яңы штамм бөгөн донъяның 51 иленә: Ҡытай, АҠШ, Бөйөк Британия, шулай уҡ Европа менән Азияның ҡайһы бер илдәренә үтеп ингән һәм һуңғы 4 аҙна эсендә генә лә (17 июль - 13 август) уны йоҡтороусылар һаны 1,4 миллионға еткән, ә вафат булыусылар - 2,3 мең. Роспотребнадзор апрелдәге хәбәрендә үк әле Рәсәйҙә был вирусты йоҡторған 17 кеше хаҡында телгә алһа, 16 авгусҡа ҡарата, беҙҙә был вирус менән сирләүселәр юҡ, тип белдерҙе.
Хәйер, шатланырға бер ҙә генә сәбәп түгел был, иртәгә сит илдәрҙә ял итеүселәр ошо зәһәр "күстәнәс"те мотлаҡ эйәртеп алып ҡайтасаҡ. Кеше ҡурҡытҡандан түгел. Гел хәүефләнеп, ковид көтөп йәшәү депрессияһы ла түгел. Мәсьәләгә ысынтылап, айыҡ ҡарау кәрәктер. Ни тиһәң дә, өс йыл эсендә Рәсәйҙең иң күп үлем һаны теркәлгән 10 ил иҫәбендә икәнен онотмайыҡ. Джон Хопкинс университеты мәғлүмәттәре буйынса, өс йыл пандемия осоронда 675 млн 186 кеше, йәғни Ер шарының һәр 12-се кешеһе сирләгән. Дөрөҫөн әйткәндә, был һандар байтаҡҡа артығыраҡтыр ҙа, сөнки күптәр еңелсә кисереп, зәһәр сирҙе аяғөҫтө үткәреп ебәрҙе һәм дөйөм статистикаға инмәй ҡалды. Шулай итеп, донъя буйынса үлем күрһәткесе 7 миллионға барып етә, ти эксперттар. Росстат мәғлүмәттәре буйынса иһә Рәсәйҙә 398,4 мең кеше яҡты донъяны ҡалдырып китте. Был донъя буйынса 4-се урын. Беренсе урында - 1 млн 124 үлем күрһәткесе менән - АҠШ, 2-се урында Бразилия (701,5 мең), 3-сө урында - Һиндостан (531,6 мең).
Кешегә соҡор ҡаҙыһаң, үҙең төшөрһөң, тигәндәй, АҠШ-ты 1 млн ҡорбан бер нисек тә айыҡтыра алмаған, күрәһең. Киң мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, АҠШ бөгөн яңы пандемия әҙерләү "хәстәрҙәре" менән мәшғүл: фәҡәт ошо бурыс менән шөғөлләнеү өсөн махсус идара итеү буйынса дәүләт структураһы төҙөлә. Бөгөн бит берәүгә лә сер түгел: Ҡытай лабораторияһынан килеп сыҡҡан иң тәүге коронавирус та Америка продукты, уның заказы ине, тиҙәр. Һәр хәлдә, был вирус сығанағын ниндәйҙер мәмерйәләге ғәйепһеҙ ярғанаттарҙан эҙләү, асылда, енәйәттән эҙ яҙҙырырға маташыу булды.
Бөгөн бөтөн донъя шаһит: АҠШ әҙәм үлтереүсе вирустар эшләп сығарыусы бындай биолабораторияларҙы 400-ләгән илдә урынлаштырып сыҡҡан, шуларҙың иллеләбе - Рәсәй сиктәре буйында эшләй. Демократтар партияһынан АҠШ президентлығына кандидат Роберт кесе Кеннеди һөйләүенсә, Пентагон Украиналағы лабораторияларында ла ҡурҡыныс биологик ҡорал әҙерләүгә бик күп аҡса күсерә. Был ҡоралды әҙерләүҙә яңы синтетик биологияның бөтә төрҙәре һәм ген инженерияһы ысулдары файҙаланыла. Америка ғалимдары Украинаға килеп, әлеге үлемесле биологик препараттарҙы психиатрия дауаханаһы ауырыуҙарында, төрмәләрҙә ултырыусыларҙа, хәрби әсирҙәрҙә һынап ҡарай. Кем әйтеүенсә, ғәҙәттәге фашизм, башҡа һүҙ табыуы ла ҡыйын...
Әлеге ваҡытта, Рәсәйҙең химик радиация һәм биологик һаҡ ғәскәре башлығы Игорь Кириллов әйтеүенсә, АҠШ белгестәре төрлө вирустар мутацияһын өйрәнә, вируслы бөжәктәр таратыу өсөн уларҙы махсус үрсетеү менән мәшғүл. Хәрби эксперт, химик һәм биологик ҡорал буйынса БМО комиссияһының элекке ағзаһы Игорь Никулин әйтмешләй, АҠШ-ҡа үлемесле вирустар Рәсәй территорияһында тулы ҡеүәтендә биологик һуғыш алып барыу өсөн кәрәк. Былай барһа, киләсәкке пандемия ковидҡа ҡарағанда ла хәүефлерәк буласаҡ, ти эксперт, сөнки унда Эбола, хантавирус, түләмә (сибирская язва), конго-ҡырым биҙгәге һәм башҡа сирҙәрҙе тыуҙырыусы споралар файҙаланыласаҡ һәм улар Рәсәй биләмәләренә таратыласаҡ. Ошо сәбәпле Рәсәй Президенты Владимир Путин яңыраҡ булып үткән "Биологик хәүефһеҙлеккә глобаль янауҙар. Хәл итеү юлдары" тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияға төбәп әйтелгән сәләмләү һүҙҙәрендә биологик янауҙарға ҡаршы донъя йәмәғәтселеген берҙәм һәм ныҡышмал көрәшергә саҡырҙы. Был тәү сиратта бынан ярты быуат элек көсөнә ингән Биологик һәм ағыулы ҡорал төрҙәрен тыйыу тураһындағы конвенцияға ҡағыла, ләкин һуңғы ваҡыттарҙа, үкенескә, был нигеҙ документ принциптары даими һәм тупаҫ рәүештә боҙола. Вашингтон ошо юҫыҡта үҙ адресына иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ та һалырға йыйынмай, РФ сиктәре буйында биолабораторияларын урынлаштырыуҙы дауам итә. Улай ғына ла түгел, йәшерен рәүештә биологик ҡорал етештереүҙә Мәскәүҙе ғәйепләп сығыш яһай. Быныһы инде бөтөнләй сама юғалтыу билдәһелер. Әйтәләр бит, иң яҡшы һаҡланыу сараһы - һөжүмгә күсеү, типме әле? Тап шуның классик миҫалы инде был. "Беҙҙең ил биологик һәм ағыулы ҡорал эшләү һәм таратыуҙы тыйыу маҡсатында эҙмә-эҙлекле сығыш яһай",- тине В.Путин. Был йәһәттән төрлө илдәр араһында хеҙмәттәшлек тиң хоҡуҡлылыҡ нигеҙҙәрендә, бөтөн дәүләттәрҙең суверенлығына ихтирам шарттарында барырға тейеш, тине ул.
Донъя илдәре хәүефһеҙлегенә коронавирустың камиллаштырылған яңы штаммдары, себер түләмәһе, чума, холера һәм башҡа йоғошло сирҙәр йөҙөндә яңы ҡурҡыныстар янай. Тәүге корона пандемияһында миллиондан ашыу халҡын юғалтҡан АҠШ хакимиәте таяҡтың ике башлы икәнен онотоп ебәрә түгелме? Үҙе ҡаҙыған соҡорға үҙе төшөр ҙә ул, тик бында ябай американдарҙың ни ғәйебе? Әйткәндәй, Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ла ковид менән ҡурҡытып, юҡҡа ғына хәбәр ҡабартмайҙыр, күрәһең, ти эксперттар. Әллә кәрәк, әллә кәрәкмәгән ошо ойошмала ағза булып торған илдәр уның ҡаҙнаһына бик күп иғәнә түләй. Ни өсөн, беҙгә унан ни файҙа - билдәһеҙ, әммә уның аппетиты һаман шаша ғына бара: әле башланмаған-иләнмәгән-һуғылмаған 2024-2025 йылдар өсөн был ойошма Рәсәйҙән генә лә миллиардлап һум аҡса талап итә. Шулай итеп, ковид кемдәр өсөндөр үлемесле сир булһа, уны ойоштороусылар өсөн фәҡәт аҡса һәм байлыҡ сығанағы.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru