«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕНТЯБРЬ АЛДЫНАН КӘҢӘШЛӘШЕҮ, ФЕКЕР АЛЫШЫУ МОТЛАҠ...
+  - 


Ошо йылдың 22 авгусында Өфөлә баш ҡалабыҙ мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһенең пленар ултырышы уҙғарылды. Кәңәшмәнең модераторы ролен Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева үтәне. Быйылғы кәңәшмәнең төп темаһы - "Өфө ҡалаһының берҙәм белем биреү арауығы: уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең яңы мөмкинлектәре".

Әлбиттә, Өфө кеүек ҙур мегаполистың барса педагогтарын ғына түгел, хатта белем биреү ойошмалары етәкселәрен һәм мәғариф менән идара итеү органдары хеҙмәткәрҙәренең барыһын бер юлы йыйып кәңәш ҡороп та булмаҫ ине. Шуға күрә баш ҡала педагогтары өсөн 14 августан 17 авгусҡа тиклем август кәңәшмәһе сиктәрендә "Мәғариф аҙналығы" ойошторолдо. Мәғариф системаһы өсөн үтә мөһим булған проблемалар буйынса фекер алышыу маҡсатында уҡыу йорттары базаһында 8 дискуссия майҙансығы эшләне. Уларҙың атамаларынан уҡ аңлашылыуынса, баш ҡалабыҙ мәғрифәтселәре хәҙерге шарттарҙа үтә мөһим булған, уҡытыу-тәрбиә системаһының һөҙөмтәлелеген күтәреү менән бәйле байтаҡ ҡына проблемалар буйынса фекер алышыу мөмкинлегенә эйә булды ошо аҙналыҡта.
Кәңәшмәгә килеүселәр БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы бинаһының Ҙур залында йыйылды, зал шығырым тулы ине. Кәңәшмә эшендә БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, БР мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Өфө ҡала округы Советы рәйесе Марат Васимов, ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Искәндәр Әхмәтвәлиев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙендә педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең республика кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбировтың мәғариф системаһының төп проблемалары һәм бурыстары хаҡында әйткәндәрен иҫкә төшөрөп, балаларға белем биреүҙең һәм тәрбиә процестарының берҙәмлегенә өлгәшеү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәҙерге замандың глобаль проблемалары тыуҙырған яңы талаптар, илебеҙҙәге ижтимағи-сәйәси ситуация балаларҙы һәм йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү мәсьәләһен алғы планға сығара. Шуға күрә республика етәкселеге балалар баҡсаларынан алып юғары уҡыу йорттарына тиклем йәш быуындарҙа патриотизм тойғоһо тәрбиәләүҙең берҙәм системаһын булдырыуҙы көнүҙәк мәсьәлә, тип иҫәпләй.
Эльвира Айытҡолова Өфө педагогтары иғтибарын мәғариф системаһына ҡағылған яңы закондар ҡабул ителеүе айҡанлы дөйөм белем биреү һәм тәрбиә өлкәләрендәге үҙгәрештәргә йүнәлтте. Яңы уҡыу йылында тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, география предметтары бөтөн Рәсәй мәктәптәрендә лә берҙәм стандарт дәреслек буйынса уҡытыласаҡ. Эльвира Айытҡолова мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһенә иғтибарҙы көсәйтеүгә, юғары класс уҡыусылары менән "Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре" предметы сиктәрендә башланғыс хәрби әҙерлек алып барыуға айырым иғтибар бүлеү зарурлығын белдерҙе. Яңылыҡтарҙан - "Йыл уҡытыусыһы" федераль конкурсында еңеүсене 1 млн һум, ә башҡа һөнәри конкурстарҙа еңеүселәрҙе 200-әр мең һум күләмендә аҡсалата бүләкләү ҡаралған, олимпиадаларҙа ҡатнашыусы уҡыусылар өсөн Менделеев картаһы булдырыласаҡ, күп кенә дөйөм белем биреү учреждениелары педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүе айҡанлы вуз һәм колледждарҙың өлкән курстары студенттарын эшкә алыу законлаштырыла. Дәүләт Думаһы депутаты уҡыусы балаларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатында уларҙы тәмәке төтөнө менән ағыуланыуҙан ҡурсалау, вейптар ҡулланыуҙан, уларҙы магазин витриналарында рекламалауҙан, төрлө эсемлектәргә зыянлы тәмләткестәр ҡушыуҙан тыйыу менән бәйле норматив акттар ҡабул ителеүен билдәләп үтте.
Рөстәм Ишмөхәмәтов, Өфө ҡалаһының мәғариф системаһы органдарының, дөйөм урта белем, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп, уларҙың республикабыҙ мәғарифын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүен билдәләне. "Республика парламенты депутаттары мәғариф өлкәһенә ҡағылған, уны үҫтереүгә булышлыҡ иткән закондарҙы ваҡытында әҙерләргә һәм ҡабул итергә тырыша", - тине ул. Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары педагогтарҙың эш хаҡтарын күтәреү менән бәйле инициативалар буласағы хаҡында ла белдерҙе.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин берҙәм белем биреү арауығын булдырыу һәм камиллаштырыуҙы хәҙерге мәғариф системаһының төп бурысы, тип атаны. Бының өсөн бөтөн шарттар бар: белем биреүҙә федераль стандарттар ҡабул ителгән, барса предметтар буйынса берҙәм уҡыу программалары төҙөлгән, хәҙерге ваҡытта берҙәм дәреслектәр әҙерләнә һәм Рәсәй төбәктәре улар менән мотлаҡ тәьмин ителәсәк. "Беҙҙең республика 10-11-сы класс уҡыусыларына тарих предметы буйынса берҙәм дәреслектәр һатып алыу өсөн 51 млн һум аҡса бүлде лә инде, 1 сентябргә тиклем тейешле дәреслектәр барса мәктәптәргә лә ҡайтарыласаҡ", - тине мәғариф министры урынбаҫары. Ул шулай уҡ мәктәптәрҙә берҙәм һөнәри ориентация системаһын яйға һалыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлеү зарурлығын белдерҙе. Һәр кесаҙнала дәрестәрҙән һуң бер сәғәтлек һөнәри ориентация занятиеларын уҙғарыу мотлаҡ. Ҡабул ителгән моделгә ярашлы, мәктәптәр ике төркөмгә бүленгән: һөнәри ориентацияны база кимәлендә һәм юғары кимәлдә ғәмәлгә ашырыусы уҡыу йорттары. Һуңғылары уҡыусыларҙы улар үҙләштерә алырлыҡ һөнәрҙәргә өйрәтергә тейеш. Әлегә республикала ошондай 50 мәктәп булдырыу ҡаралған. Һөнәри белем биреү йәһәтенән предприятиелар базаһында яңы уҡыу үҙәктәрен асыу ҡарала. Ошондай етештереү-уҡыу үҙәге Ростех тарафынан Өфө моторҙар етештереү берекмәһендә (УМПО) 2019 йылда асылғайны, ул әле лә уңышлы эшләп килә. Мәғариф системаһында күп кенә предметтар буйынса педагогтар етешмәй, шуға күрә уҡыусыларҙы уҡытыусы-тәрбиәсе һөнәренә ылыҡтырыу маҡсатында педагогия колледждары нигеҙендә педагогика кластерын булдырыу күҙаллана.
Ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев мәктәптәрҙә тәрбиәүи эштәргә иғтибарҙы көсәйтеүҙең ыңғай күренеш булыуын билдәләп, уҡыусыларҙа патриотизм һәм гражданлыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙең өҫтөнлөклө бурыс икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәктәптәрҙә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе вазифаһы булдырылды, ҡала хакимиәте уларҙы әҙерләү буйынса һөҙөмтәле эшләне. Ҡаланың 126 мәктәбендә яңы уҡыу йылында 137 мең бала уҡыясаҡ, уларҙың 15 меңе - беренсе класс уҡыусылары. Бар мәктәптәрҙә лә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел ойошмалары асылды, "Беренселәр хәрәкәте"нең грант конкурсында еңеүсе Өфө командаһына бирелгән 13 млн һум аҡса тәрбиәүи эштәр өсөн файҙаланыласаҡ.
Билдәләнеүенсә, белем биреүҙең сифаты буйынса күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек: уҡыусыларҙың Бөтөн Рәсәй олимпиадаһында 21 уҡыусы еңеү яуланы; 29 сығарылыш класс уҡыусыларының белеме БДИ һөҙөмтәлере буйынса 100 балға баһаланды; уларҙан 589 уҡыусы мәктәпте алтын миҙалға тамамланы.Балаларға өҫтәлмә белем биреү өсөн буш торған муниципаль биналар ремонтлана, былтыр декабрь айында Киров районында "Таланттар ҡалаһы" исемле Үҫеш һәм ижад үҙәге эшләй башлаһа, үткән аҙнала Совет районында "Техно Глобус" һәм "Арт-Дружный" тип аталған объекттар асылды. Был тағы ла 1500 балаға өҫтәлмә белем биреү мөмкинлеген бирә.
Ҡала хакимиәте Рәсәй мәғариф министрлығына ҡаланың 70 белем биреү объектын ремонтлау һәм йыһазландырыу өсөн федераль программа буйынса 7 млрд һумлыҡ финанс ярҙамына заявка бирҙе. Ҡала бюджетынан быйыл ремонт эштәренә 90 миллион һумдан күберәк аҡса бүленде. "Инорс-4" микрорайонында республика бюджеты иҫәбенә Волга буйы федераль округында 1650 урынлыҡ иң ҙур мәктәп сафҡа индерелде. Әле баш ҡалала 8325 урынлыҡ 6 яңы мәктәп төҙөлә. Концессия шарттарында Затон-Восточный микрорайонында 1225 урынлыҡ һәм Дим-6, Глумилино-2 һәм Миловская урамында барлығы 3675 урынға иҫәпләнгән 3 мәктәп, тағы ла бюджет кредиттары иҫәбенә Кузнецов Затонында 2200 урынлыҡ мәктәп төҙөләсәк. Ҡала хакимиәте башлығы, мәктәптәрҙә айырым предметтар буйынса уҡытыусылар етешмәүен иҫәпкә алып, йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү буйынса махсус комиссия булдырылыуы хаҡында белдерҙе. Алдағы уҡыу йылына Өфө мәктәптәрендә 146 йәш уҡытыусы эшләй башлаясаҡ, йәнә баш ҡаланан 84 кеше маҡсатлы йүнәлтмә менән педагогик уҡыу йорттарына уҡырға ебәрелгән.

Шулай итеп...
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәләрендә әйтелгәндәрҙән сығып, илдә берҙәм мәғариф вертикале төҙөлөүенең хәл ителгән мәсьәлә икәненә төшөнөп була. Әлбиттә, был элекке совет белем һәм тәрбиә биреү системаһын хәтерләтә. Бындай вертикалдең ыңғай яҡтары күп, сөнки барыһы ла аныҡ структуралы система талаптарына ярашлы эшләйәсәк. Маҡсаттар, стандарттар, уҡыу пландары, программалар, дәреслектәр берлеге педагог эшмәкәрлеген билдәле бер рамка-ситлектәр эсендә ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген бирә. Тик шуныһы: ошо мәғариф вертикале дидактикала, уҡытыу методикаларында, тәрбиә эштәрендә уҡытыусының ижади мөмкинлектәренә, яңы алымдар ҡулланыуына кәртә булмаһын ине. Педагогикаға, ғөмүмән, мәғариф өлкәһенә былай ҙа эске консервативлыҡ хас, ә новацияларһыҙ тормошобоҙҙоң барса өлкәләрендә лә йылдамыраҡ алға барыу мөмкин булмауын да онотмаһаҡ ине.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru