«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙҺЫ ТАРАФТА ЙӘШӘҺӘ ЛӘ БАШҠОРТОСТАН ИЛҺӨЙӘРЕ БУЛҺЫН ЙӘШТӘРЕБЕҘ
+  - 


Мәктәп тамамлаған йәштәрҙең киләсәккә юлы һалынған мәлендә, июль башынан Өфөлә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына уҡырға инергә теләгән абитуриенттар өсөн ярҙам итеү штабы эшләне. Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ("BashStudents!") абитуриенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирҙе, уҡыу йорттары тураһында төплө мәғлүмәттәр менән бүлеште, уҡырға инеүгә, белем алыуға, ҙур ҡалала йәшәүгә бәйле мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе. 2008 йылдан эшләп килгән Ассоциацияны бөгөн Мәскәүҙең 49-сы мәктәбендә бүлек етәксеһе булып эшләгән Илшат РӘХМӘТУЛЛИН етәкләй. Уның менән әңгәмәбеҙҙә Ассоциация эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттән тыш, дөйөм йәштәр донъяһына ла байҡау яһалды.

Һүҙебеҙҙе Ассоциация эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттән башлайыҡ.

- Беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек илебеҙҙең ҙур ҡалаларының тормош мәктәбен үтеүе уларҙың киләсәгендә мөһим роль уйнай. Ассоциация ошо ҡалаларҙа уҡыу мәлендә йәшәгән йәштәрҙең ныҡлы ҡалҡаны, ышаныслы терәге булып тора. Абитуриент саҡтарынан алып, юғары уҡыу йортон тамамлап сыҡҡандарына хәтлем беҙ уларҙы яндарында булабыҙ, төрлөсә ярҙам күрһәтәбеҙ. Кәрәк булғанда, уҡырға ингәндәргә ятаҡ мәсьәләһен хәл итергә лә ярҙамлашабыҙ. Йәйгеһен абитуриенттар, уларҙың ата-әсәләре менән республикала эшләһәк, уҡыу йылы башланғас, Мәскәү һәм Санкт-Петербургка яңы килгән егет һәм ҡыҙҙарҙы бергә туплап, улар өсөн төрлө саралар уҙғарабыҙ. Улар араһында спорт, мәҙәни һәм, әлбиттә, белем өлкәһенә ҡағылышлы сараларҙы билдәләп үтергә була. Шуны әйтеп үткем килә - ниндәй сара үткәрһәк тә, уның нигеҙенә үҙебеҙҙең республикаға, илебеҙгә ҡарата илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү һалынған. Башҡортостандан ситтә булһалар ҙа, республика улар менән бергә икәнлеген тойоп йәшәргә тейеш йәштәребеҙ. Шуға күрә уҙғарған сараларыбыҙҙы ла ошо юҫыҡта ойошторорға тырышабыҙ. Башҡортостандан килгән йәштәр туған телдә иркенләп һөйләшһен өсөн сараларҙың күбеһен башҡорт телендә үткәрәбеҙ.
Шулай уҡ йәштәрҙең танышып, үҙ-ара аралашып йәшәүҙәрен, уҡыу менән бер рәттән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итеү ҙә үҙебеҙгә алған бурыстар. Уҡып бөткәс тә Ассоциация ағзалары менән тығыҙ бәйләнештә булабыҙ, эш урыны табыу буйынса ла ярҙам күрһәтәбеҙ.

Бөгөнгө көндә илһөйәрлек темаһы бик актуаль. Әйтеүегеҙсә, ассоциация эшмәкәрлегендә лә илһөйәрлеккә ҙур урын бирелә?

- Ысынлап та, илһөйәрлек тураһында бөгөн бик күп һөйләйҙәр, баланы тәрбиәләгәндә беренсе урынға ҡуйыуға баҫым яһайҙар. Ләкин шуны әйткем килә: илһөйәрлек хәҙер генә ҡалҡып сыҡманы, был тойғоно тәрбиәләүгә электән ҙур иғтибар бирелде.
Минеңсә, илһөйәр булыу мотлаҡ үҙең тыуып үҫкән ауылда, республикала йәшәүҙе аңлатмай. Ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, тыуған ереңде яратыу һәм уның үҫешенә хәлеңдән килгән тиклем үҙ көсөңдө һалыу ҙа илһөйәрлеккә инә. Туған телеңде белеү һәм уны балаларыңа өйрәтеү, халҡыңдың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмау шулай уҡ илһөйәрлек билдәһе. Һәм бының өсөн, билдәләп үтеүемсә, мотлаҡ Башҡортостанда йәшәү мөһим түгел.
Башҡортостандан сит төбәктәргә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында дәрәжәле уҡыу йорттарын тамамлап, үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлеген илебеҙ, шул иҫәптән республикабыҙ мәнфәғәте өсөн йүнәлтеүселәрҙе илһөйәр түгел тип әйтергә тел әйләнмәй. Беҙҙең илебеҙ ҙур - ул Рәсәй, бәләкәй тыуған илебеҙ - Башҡортостан. Ошо меңәр саҡрымдарға һуҙылған илебеҙҙең ҡайһы төбәгендә йәшәһәк тә, кәрәкле һәм файҙалы эштәр башҡарып йәшәһәк, тимәк, беҙ илһөйәрҙәр.

Һеҙ йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйһегеҙ. Уларҙың күңелендә илһөйәрлек тойғоһо бармы?

- Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ бик күп. Уларҙың һанын йыл һайын Башҡортостандан уҡырға, эшләргә тип сығып киткән йәштәребеҙ тағы ла тулыландыра. Миҫал өсөн, беҙҙең Ассоциация ағзалары булған йәштәрҙе күҙ уңында тотоп һүҙ йөрөткәндә, уларҙың һәр береһе тыуып үҫкән ерен, республикаһын яратҡан кешеләр. Үҙенең бихисап мөмкинлектәре менән әйҙәп, төрлө өлкәгә ҡағылышлы шөғөлдәрен тәҡдим иткән, әллә күпме дуҫтар булдырырға мөмкинлек биргән ҙур ҡалаларҙа йәшәп тә, үҙ милләттәштәре, Башҡортостандан сыҡҡандар менән аралашыуҙы эҙләп килеүселәрҙе берләштерә Ассоциация. Уларҙың һәр береһенең йөрәгендә илһөйәрлеккә ҙур урын бүленгән, тип ышаныслы әйтә алам. Туған телдә аралашыу, йыр-моң тыңлау, шатлыҡ һәм борсолоуҙары менән уртаҡлашыу өсөн улар бер урынға тупланыр утрау эҙләй. Был үҙе үк илһөйәрлек тураһында һөйләй.
Мәскәүҙә уҡып йөрөүсе студенттар араһында ла күптәр эш урыны итеп Башҡортостанды күрергә теләй. Хатта оҙаҡ йылдар баш ҡалала йәшәп, инде тормошта үҙ урындарын тапҡандар араһында ла республикаға ҡайтып эшләргә теләүселәр бар. Тимәк, илһөйәрлек кешенең йәшенә бәйләнмәгән, ул йә бар, йә юҡ.

Йәштәрҙең дөйөм тәрбиәһе тураһында нимә әйтерһегеҙ? Ғәҙәттә, оло быуын вәкилдәре араһында йәштәрҙе әрләргә яратыусылар бар, уларҙы ялҡаулыҡта, тәрбиәһеҙлектә ғәйепләгәндәр ҙә әҙ түгел...

- Йәшлек - хистәр, тойғолар, хыялдар мәле. Йәштәр, күберәген, нәҡ ошо тойғолар сорналышында йәшәй һәм башҡарған ғәмәлдәре лә күңел талабына бойһона. Әлбиттә, йәштәрҙең араһында ла төрлөләре бар: тәрбиә кимәле юғары булғандары ла, тәрбиә етмәгәндәре лә. Айырым бер кешене йәки ниндәйҙер төркөмдө күҙ алдына баҫтырып, тотош йәштәр тураһында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ. Насар милләт булмай, алама кешеләр генә була, тигәнде үҙгәртеп әйткәндә: "Йәштәр насар, тәрбиәһеҙ түгел, ләкин уларҙың араһында тәрбиә етмәгәндәре бар".
Беҙҙең замандағы йәштәрҙән бөгөнгө заман йәш кешеләре тәрбиәүи йәһәттән әллә ни айырылмай. Ә нимә менән айырыла? Хәҙерге йәштәр алдынғыраҡ ҡарашлы, замандың төрлө хәл-ваҡиғаларын тиҙ төшөнөп, уға яраҡлаша ала, тиҙ уйлайҙар, етеҙҙәр.
Йәштәрҙе тотошлайы менән ялҡаулыҡта ла ғәйепләй алмайым. Тирә-яҡҡа күҙ һалғанда, мәктәп йәшендәге балалар араһында ла йүгереп йөрөп аҡса эшләгәндәр күп, шул уҡ ваҡытта 40 йәшкә етеп тә ата-әсәһе елкәһендә йәшәгәндәр етерлек. Бәлки, элек баҫыу тулып эшләп йөрөүҙәр, фермаларҙа, ырҙындарҙа тауыштарҙың гөрләп тороуына өйрәнгән оло быуын кешеләренә күберәген офистарҙа, интернетта аҡса эшләүсе йәштәр ялҡау тойолалыр. Ләкин һәр замандың үҙ ҡалыбы - быны инҡар итергә түгел, ә ҡабул итергә кәрәк.
Интернеттың киң таралыуы балаларҙың, йәштәрҙең тәрбиәһендә ҙур роль уйнай. Был тенденцияны бөтөнләй юҡ итеп булмай, шуға күрә был тәрбиәнең дөрөҫ йүнәлештә булыуын контролдә тотоу кәрәк. Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан "15 йәшкә тиклем балаларға интернетты сикләү тураһында" тәҡдим дә булған ине. Был тәҡдимде күптәр ҡуш ҡуллап күтәреп алыр ине, тип уйлайым.

Мәғариф өлкәһендә эшләүегеҙҙе күҙ уңында тотоп, Берҙәм дәүләт имтиханы тураһындағы фекерегеҙ ниндәй?

- Берҙәм дәүләт имтиханына ҡарата ике төрлө ҡараштамын. Ҡайһы бер бик һәләтле балалар ҙа имтиханда кәрәкле минималь мәрәйҙәрҙе йыя алмайынса, уларҙың киләсәккә булған бөтә пландары боҙола. Икенсе яҡтан сығып ҡарағанда, Берҙәм дәүләт имтиханы бөтә абитуриенттарға ла берҙәй мөмкинлек бирә. Әгәр ҙә БДИ-ны уңышлы тапшырһалар, әллә ҡайҙағы төпкөл ауылда йәшәгән сығарылыш уҡыусыһы ла интернет аша илдең төрлө уҡыу йорттарына документтарын тапшырып, уҡырға инеп китә ала.
Тағы ла шуныһы: әгәр ҙә элекке кеүек һәр абитуриент уҡыу йортона барып имтихандар тапшыра башлаһа, был коррупцияға юл асасаҡ. Ул саҡта белем түгел, ә танышлыҡ тәүге урынға сығасаҡ. Ә хәҙерге ваҡытта, БДИ һөҙөмтәләре менән уҡырға ингәндә, бындай ғәҙелһеҙлеккә урын юҡ. Һәр кем үҙенең белемен файҙаланып ҡына уҡырға инә.

Шулай итеп...
Тыуған йортонан, ауылынан ситкә сығып киткән һәр кемгә таяныс кәрәк. Ә ҙур тормоштоң ишеген Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа асып инеүселәр өсөн был айырыуса көүҙәк мәсьәлә. Йәштәргә бөгөн бөтә яҡлап юлдар асыҡ, ә Ассоциация кеүек ойошмаларҙың булыуы уларға төрлө яҡлап үҫешергә мөмкинлектәр бирә. "Ҡайҙа барһаң, дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы сығып атың бәйләргә" тигән йыр юлдары көнүҙәк булыуҙан бер ҡасан да туҡтамай, шуға күрә йәштәребеҙҙе берләштереүсе, ярҙам ҡулы һуҙыусы һәм бөтә яҡлап та терәк булыусы Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһына ("BashStudents!") оҙайлы эшмәкәрлек насип булһын.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru