«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ-5
+  - 


V

Рядовой Заһретдин Итәлмасовты хужалыҡ взводына күсерҙеләр - йөк ташый торған ылаусы иттеләр. Ул тәүге көн ҡыҙылармеецтарҙың ашханаһына утын ташыны. Икенсе көн ҡала пекарняһынан икмәк килтерергә ҡуштылар.
Быныһы бик фажиғәле көн булды. Ул, ҡыҙылармеецтар һаҡлап торған пекарня ихатаһына инеп, атын икмәк ҡабул итә торған тәҙрә төбөнә туҡтатты. Бричкаһы өҫтөнә ҙур брезент йәйеп, өлгөһө алынған тәҙрә аша үҙ эскадроны өсөн ике йөҙ буханка арыш икмәге ҡабул итеп алды. Яңы ғына мейестән сыҡҡан, тәмле еҫ аңҡытҡан йылы буханкаларын брезент менән ҡапланы ла юлға сыҡты. Ҡала уртаһындағы баҙар майҙаны аша үткән саҡта ҡара бушлат кейгән ФЗО малайҙары көтмәгәндә Заһретдиндың арбаһына ябырылды. Береһе бысаҡ менән брезентты ярып ебәрҙе, ә ҡалғандары йөгөнән байтаҡ икмәген талап алды. Заһретдин айбарланып ҡулындағы сыбыртҡыһын болғауҙан башҡа артыҡ ырата алманы. Ашханаға килтереп икмәк тапшырғанда туғыҙ буханка икмәге етмәне. Быны шунда уҡ вазифаһынан бушаттылар ҙа ун биш тәүлеккә гауптвахтаға яптылар. Бына ошонда ғына ул үҙ яҙмышы тураһында ныҡлап уйланырға ваҡыт тапты... Нишләп кенә шул тиклем бешәлкәһеҙ кеше булып сыҡты? Атлы ғәскәрҙән бер ни ҙә ҡулынан килмәгән өсөн ҡыуып тигәндәй ебәрҙеләр, ә бында ниндәй бәләгә тарыны! Нисек инде ул, ә? Бөтә кешенеке кеүек башы бар, хатта яҡшыраҡ та, сөнки иҫәп-хисапҡа шәп, эш эшләрлек аяҡ-ҡулы ла имен, ә бына булдыҡһыҙлығы һәр яҡлап ҡырын һуға.
Уйлана торғас, бөтә ғәйепте ҡатыны Маһитапҡа япһарҙы. "Тик ул ғына мине иркә бала кеүек тәрбиәләне, тәмле-татлы ашатты, эсерҙе, йортта бер ниндәй ҙә эш ҡуш маны, ә үҙем, күрәһең, эшкә бик атылып тормағанмындыр инде. Тора-бара үҙемдең дә ҡара эшкә дәртем һүнде, тере ялҡауға әйләндем. Ысынлап та, минең ҡулға салғы тотоп бесән сапмағанға, балта алып утынға бармағанға биш былтыр заман үтеп китте бит. Бесәнен өмә менән саптырҙым, утынын старателдәр килтереп бирҙе. Аҙна һайын мунса яҡтырып арҡамды ла ҡайын миндек менән үҙем сапҡаным юҡ бит. Уныһын да, "ҡулыңды яндыраһың" тип, Маһитап саба торғайны. Алтын үлсәнең, күпме мәғдән һинең аша үтте, ә ат эйәрләп, шуға атланырға ла өйрәнмәгәнһең. Мәжнүн! Юҡ, был рәүешле йәшәп булмай киләсәктә..." Уйланды, ҡаты уйланды Заһретдин. Бер нисә көн үтеүгә, гауптвахтаға уның хәлен белергә тип талҡан килтергән Ғилмишәриф ауылдашын таныманы. Улар һөйләшкән рәшәткә артында маңлайы йыйырсыҡтар менән һырлана төшкән, элекке моңһоҙ, ғәмһеҙлек бәҫе баҫҡан битендә уйсан, етди һыҙаттар өҫтәлгән бөтөнләй икенсе кеше баҫып тора ине. "Үҙгәргән ағай, бик ныҡ үҙгәргән, бер нисә көн эсендә битенә ҡартлыҡ сырайы кергән, һөйләшеүе лә бөтөнләй икенсе", - тип уйланы Ғилмишәриф.
- Земляк, уйланым, уйланым да жалающи булып фронтҡа китергә хәл иттем, - тип оҙатып ҡалды Заһретдин. Гауптвахтанан сыҡҡас, уны фронтҡа әҙерләнеп ятҡан запас полкка оҙаттылар. Ул винтовканан атыу күнекмәләрен, практик занятиеларҙа дошманға һөжүм итеү, оборона тотоу, яҡын бойҙа ҡоралһыҙландырыу алымдарын өйрәнде лә үҙе теләп фронтҡа китә торған беренсе маршевый ротаға яҙылды.
Эшелонға тейәлерҙән алда өҫтөнә өр-яңы кейем кейенеп, ауылдашы янына килеп китте. Заһретдиндың рухы күтәренке, күңеле бик ашҡынған төҫлө күренде.
- Йә, Ғилмишәриф ҡусты, (был уның беренсе тапҡыр яҡташын исеме менән атауы ине) әҙме-күпме бергә хеҙмәт иттек. Ауылда саҡта ни осрашып һөйләшергә тура килмәгәс, мин һине сәпсим белмәгәнмен икән, һин ысын да ир икәнһең. Улай-былай булһа, ҡустым, бәхил итешәйек. Заманалар ауыр, бәлки, барыбыҙға ла тыуған төйәкте кире ҡайтып күрмәгә насип та булмаҫ, - тине. Ғилмишәрифкә төбәлгән һорғолт-йәшкелт күҙҙәрендә йәш күренде. Ҡулының һырты менән күҙ йәшен һөрттө лә: - Ярай ҡустым. "Фронтҡа оҙаттым" тип еңгәңә бер-ике ауыҙ булһа ла хат яҙып ебәрерһең. Минең нишләптер ҡулға ҡәләм тотҡо килмәй, хат яҙырға күңел төшмәй, - тип ашығыс ҡына ҡулын бирҙе лә йүгерә-атлап казарма мөйөшөнә йүнәлде. Боролошҡа еткәс, артына йәнә бер әйләнеп, һаман урынында баҫып торған ауылдашына тағы ҡарап алды. Ғилмишәриф тә, үҙенең берҙән-бер яҡынын юғалтҡан кеше кеүек, бойоҡ ҡына казармаға атланы.

VI

Оборона һуғыштарында сафтары байтаҡ һирәгәйеп, ныҡ ҡаҡшаған часты яңы ғына алғы һыҙыҡҡа килгән маршевый роталар алмаштырҙы. Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа: "Шырпы тоҡандырмаҫҡа!", "Тәмәке тартмаҫҡа!" - тигән команда килеп етте. Взвод командиры: "Бөгөн таң һарыһында һауаға атылған ҡыҙыл ракетанан һуң атакаға күтәреләбеҙ", - тип траншея буйлап йөрөп сыҡты. Марш менән килеп байтаҡ ҡына талсығыуға ҡарамаҫтан, бер кемде лә йоҡо алманы, һәр кем ҡоралын, ҡоралынан алда үҙен атакаға әҙерләне. Донъяны шомло тынлыҡ баҫты. Бындай мәлдә һәр кем үткәнен дә, алдағыһын да уйларға мәжбүр.
Заһретдин да һалҡын винтовкаһын Маһитабын ҡосаҡлаған кеүек ҡосаҡлап, күңел йомғағын тағатып, үткән ғүмерен, йылдар ҡатламын аҡтара. Уның ғүмере лә гел генә ал да гөл булманы бит. Ауыл халҡы ни күрһә, ул да шуны күрҙе, улар татығанын татыны. Аслыҡ та, яланғаслыҡ та, әсеһе-сөсөһө лә бөтә ауылдаштары менән ҡуша барҙы: крәҫтиән эше, комсомол, ликбез... Илгә алтын кәрәк булғас, үҙ атаһы менән ошо эшкә кереште. Забойға төштө, үҙҙәренең яңғыҙ ҡола атты кәлешкәгә егеп һары балсыҡ ташыны. Машерт төбөндә бер ҡулына көрәк тотоп балсыҡ болғаны, ә икенсе ҡулы менән үҙҙәре йырған канауҙан Дарыуҙы йылғаһының һыуын тартты. Бер аҙ эшләгәс иҫәп-хисапҡа сослоғон белеп ҡалған артель рәйесе уны алтын ҡабул итеүселәрҙең ҡыҫҡа сроклы курсына ебәрҙе. Бына шунан алып ошо көнгә тиклем старателдәрҙән көн һайын алтын ҡабул итте. Ҡайҙандыр алтын эҙләргә килгән кешеләр араһында үҙенең сибәрлеге, ҡиәфәте менән берҙәй айырылып торған, янбаштарына төшкән һап-һары сәсен ике толомлап үргән диңгеҙ кеүек сөмбәй ҙур зәңгәр күҙле Маһитап күп тә үтмәй уға йәр булды. Заһретдиндың артыҡ күркәмлеге булмаһа ла, битенең мәтелегенә ҡарап тормай Маһитап уға тормошҡа сыҡты, ауыл ҡыҙҙары кеүек: "Китсе, китсе, шул мәтене, төҫ тиһәң төҫө, һын тиһәң һыны юҡ, торғаны һыу мискәһе", - тип торманы, ир затының өҫтәл башында ултырыуын да, аҡсаны табыуын да яратты. Эйе, ирҙең һылыулығы бер кискә...
Хаталанманы ул, Заһретдиндың кеҫә тултырып алып ҡайтҡан бондары, турысайға тейәп алып ҡайтҡан төк-төк тауарҙары берҙе-ике, иште ҡуш итергә торған Маһитапҡа хуш килде. Өлгөрөм ҡатын турысайҙы егеп, сылтлап торған кырандасҡа төрлө-төрлө сатин, атлас тауарҙар тейәп, рудник баҙарына ла йөрөштөргөләп ҡайтты. Мал малды ишәйтте, бол болдо арттырҙы. Маһитаптың аҡсаһы, байлығы артҡан һайын, Заһретдиндың өйө лә, ихатаһы ла үҙгәрә барҙы. Элек күршеләре кереп йөрөр өсөн ситән аша уйылған бәләкәй ҡапҡа бөтөнләйгә ябылды, ә торараҡ емерек ситән урынына шәм һымаҡ ҡарағайҙан сысҡан да үтә алмаҫлыҡ бейек ҡойма пәйҙә булды. Нигеҙҙәре серей башлаған иҫке өйөн мал һарайы итеп эшләп, өр-яңынан йорт һалдылар. Ҡыйығын ҡалай менән яптырҙылар.
Маһитап өйгә, малға хужа булып алғас, Заһретдиндың, зимагорлыҡ ҡылыҡтарын әкренләп үҙ яйына ҡайыра башланы. Башта көн дә ҡайһыһы туҫтаҡ, ҡайһыһы моҡсай тотоп йомошҡа йөрөгән ауыл тулы туғандарынан биҙҙерҙе, ә унан инде зимагор старателдәрҙән айырҙы.
Иҫерек Заһретдинды ҡултыҡлап килеп ингән бер нисә старателде эт тә ашамаҫлыҡ һүҙҙәр менән баштан-аяҡ ҡойондорғайны, тегеләр нисек табан ялтыратҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Бына шулай итеп, ғүмер һөрә ине бит ул Заһретдин. Әгәр ошо ҡәһәр һуҡҡан Гитлер һуғыш башламаһа, әле лә хөрриәт донъяла типтереп йәшәп ятыр ине. Юҡ, бөгөнгө Заһретдин ғәмһеҙ, кеше хәсрәтенә күҙ йомоп үтә торған элекке Заһретдин түгел инде. Ошо ҡыҫҡа ғына армия хеҙмәте күп нәмәгә өйрәтте. Ауылдашы Ғилмишәрифкә әле лә тәме тел осонда торған бойҙай талҡаны өсөн мең рәхмәтле. "Имен-аман ауылға әйләнеп ҡайтырға насип булһа, Маһитаптың ай-вайына ҡарамай, ҡорбан салыр, бөтә мөлкәтемде уртаға һалып, ауылдаштарымдың береһен дә: олоһон да, кесеһен дә, ҡалдырмай ҡунаҡ итер инем. Өй беренсә йөрөп, ауылды урап сығыр инем. Тәкәбберлегемде ҡабул итә алмай, минән ситләшеп, оҙатырға ла килмәгән ағай-энемдең һәр береһенең тубығына ятып күҙ йәшем менән илап бәхиллек биреүҙәрен үтенер инем", - тип ант итте. Бына ниндәй уйҙар борсоно ҡыҙылармеец Заһретдинды атака алдынан булған был тын кисте.

* * *

Заһретдин ҡулындағы ҡоралын нығыраҡ ҡыҫып тотто. "Ни күрһәк тә бергә күрәсәкбеҙ, кәрәк ерендә атып та, штыгың менән сәнсеп тә дошманды бергә дөмөктөрәйек. Бирешмә инде, ныҡ тор", - тип Заһретдин мылтығы менән һөйләшеп алды. Ысыҡтан тирләгән винтовкаһын, штыгын гимнастерка салғыйы менән һөртөп ҡоротто. Бил ҡайышына беркетелгән патронташындағы патрондарҙы яңынан барлап сыҡты. Салбарының алғы бәләкәй кеҫәһенә һалынған: "Итәлмасов Заһретдин, 1902 йыл тыуған, 1050 уҡсы полк, 2 батальон, 3 рота, өй адресы: Башҡортостан, Ҡусҡар районы, Ялан ауылы, Итәлмасова Маһитап", - тип яҙылған медальонын да тағы бер һәрмәне. "Кеҫә төбөндә ҡыҫталып ятҡан, дошман менән алышҡан-фәләндә төшөп ҡалырлыҡ түгел", - тип үҙен тынысландырҙы. Ни өсөндөр, фотоға төшөргә йыйынған кеше һымаҡ, өҫ-башын һыйпап гимнастеркаһының сырыштарын тартҡыланы, пилоткаһын төҙәтте. Штыгының осо менән итек табанына йәбешкән еүеш бысраҡты таҙартты. "Ярай әле, кисә генә күлмәк-ыштанды өр-яңынан алмаштырҙылар. Атакала үлеп-фәлән ҡалһам, өҫ-башым шаҡшы фашистан пагыраҡ булһын, битемдә саң, ҡатҡан бысраҡ ҡалмаһын", - тип Маһитабы биргән сигеүле батист ҡулъяулығын сығарып, һурығып, яңаҡтары эскә батҡан йөҙөн һөрттө. Бәйге сабыр алдынан бер һыҙыҡҡа теҙелә алмай ярһыған аттарҙыҡы кеүек дөпөлдәп типкән йөрәген тотоп ҡараны. Ғәжәп, күңелендә бер ҡарыш та ҡурҡыу әҫәре юҡ, ә йөрәге ашҡына. Бына, ниһайәт, пушка, минометтарҙың гөрһөлдәгән тауыштары ишетелде. Әйтерһең дә, ҡиәмәт ҡупты, ерҙең аҫты өҫкә әйләнде - снаряд, мина шартлауынан ер һыҡранып һелкенде, ҡолаҡтар тондо, бөтә донъя геүләне. Ярты сәғәт самаһы барған артиллерия әҙерлеге уның туҡтауын түҙемһеҙлек менән көтөп ятҡан боецтарға мәңгелек булып тойолдо. Ҡапыл ер һелкенеү туҡталды ла, йөрәктәргә әллә ни төрлө шөбһә һалып, тирә-йүн бөтөнләй һил булып ҡалды. Күп тә үтмәй, күкһел томан менән ҡапланған иртәнге һалҡынса һауаны йыртып ҡыҙыл ракета юғарыға атылды ла, әкренләп һүнә-һүнә, ергә төштө.
- За Родину! За Сталина! - тигән ҡеүәтле оран яңғыраны. Һуғышсылар менән бергә Заһретдин да окобынан сыҡты. Мылтығын нығыраҡ ҡыҫып тотоп, себен кеүек, зыйлап осҡан пуляларға, снаряд, мина тауыштарына ҡолаҡ та һалмай алға йүгерҙе. Ошо секундта Заһретдин өсөн, ниндәй генә ауыр ғазаптар булһа ла еңеп, тау башына менеп етеүҙән дә оло бурыс юҡ ине. Бәләкәй генә ҡалҡыулыҡтың икенсе яғына төшкәс, япраҡтары ҡара янып ҡойолған сауҡалыҡ күҙенә салынды. Заһретдин уны Ирәндек ҡуйынына һырынып ултырған йәшел сауҡалыҡ тип хис итте. "Нисек тә ҡайындарға барып етергә кәрәк, шул саҡта тере ҡалырмын", - тип уйланы. Тере ҡайындар уның ус эсенә тотоп килгән йәнен ҡурсалап алып ҡалыр кеүек ине. Шәп йүгереүҙән тыны бөтөп, беренсе ағасҡа бәрелде лә уңға боролоуы булды, һул ҡолағының япрағын йыртып пуля зыйлап үтеп китте. Үҙ траншеяларын ташлап тау түбәненә ҡаса башлаған фашистарҙың береһе үксәһенә баҫып килгән Заһретдинға таба әйләнде лә яңынан атты. Ләкин был пуля Заһретдинды аяп үтте.
Үс алыу теләге менән йөрәге ярһыған ҡыҙылармеец бөгөлә-бөгөлә йүгереп ҡасып барған дошманды ҡыуып етте лә бөтә көсөнә штыгы менән немецтың артҡы һанына сәнсте. Ғүмерендә тәкә лә салмаған кешенең әҙәм ғүмерен ҡыйыуы Заһретдинда артабан да ҡаты үс алыу тойғоһон уятты, дошманға нәфрәт ҡомарын арттырҙы.

(Дауамы. Башы 29-32-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 99

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru