«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫ
+  - 


Яңы уҡыу йылына әҙерлек ниндәй мәшәҡәттәр, проблемалар тыуҙырҙы?

Мораҙым ӘЛИМБАЕВ, Мәсетле районы:
Былтыр өйҙән ике балабыҙ 1 синыфҡа уҡырға барҙы, шуға күрә төп сығымдар уҙған йылда булды. Өҫтәл һәм ултырғыстар, яҡтыртыу лампаһы, сумка, мәктәп формаһы һәм башҡалар өсөн яҡынса 100 мең һумдан күберәк аҡса сыҡты. Быйыл бары тик аяҡ кейеме һәм канцелярия тауарҙары ғына кәрәк, мәктәп формалары тап-таман әлегә, көҙ-ҡыш кейерлек курткалары ла бар.
Беҙҙең өсөн иң мәшәҡәтлеһе - балаларға сифатлы, тотош синтетиканан тормаған кейем табыу. Улар көндөң күп өлөшөн мәктәптә ошо кейемде кейеп үткәрә, шуға күрә "тын алған" тауарҙан тегелгән әйбер эҙләп хәл бөттө. Бер блузканы ҡатыным интернет магазиндан яҙҙырып алды, икенсеһен махсус тектерҙе. Ҡыйбатыраҡҡа төштө, ләкин һаулыҡта экономияларға кәрәкмәй.
Элек беҙ китапты гәзит менән тышлай ҙа йөрөй инек, хәҙер махсус тышлыҡ талап итәләр. Улары йә бәләкәй була, йә, киреһенсә, ҙур. Ғәҙәттә, тышлыҡтарҙы берәмләп түгел, ә күмәртәләп алаһың һәм улар кәрәкмәгән әйбер булып туҙып ята. Шуға күрә быйыл китаптарын таратып бөткәс, уларҙы магазинға алып барып, тышлыҡтарҙы кейҙереп ҡарап алырға булдыҡ. Мәшәҡәтле, әммә файҙалы эш.
Беҙҙең күрергә теләгән әйбер менән балаларҙың кейергә теләгән әйберҙәренең тура килмәүе тағы бер проблема. Беҙ сифатлы, оҙаҡҡа етерлек кейемдәр һәм канцелярия тауары ҡараһаҡ, уларға матуры, йылтырап торғаны, ғәҙәти булмағаны кәрәк. Ике быуындың бәхәсе тыуа һәм уны хәл итеү ваҡыт һәм көс талап итә. Еңеүселәр рәтендә ике яҡ та булғаны бар.
Мәктәпкә әҙерлекте мин мәшәҡәт итеп түгел, ә байрамға әҙерлек итеп ҡарарға саҡырам барыһын да. Әгәр ҙә ата-әсә борсолоу, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп йөрөй икән әҙерләнгәндә, уның хәл-торошо балаға ла күсә һәм ул мәктәпкә теләкһеҙ генә бара. Һәм тағы ла балалар алдында, бәләкәй булһынмы ул, ҙурмы, мәктәпкә әҙерлектең финанс яғы тураһында һөйләшмәҫкә кәңәш итер инем. Улар - беҙҙең балалар, уларҙың бәхетле, етеш һәм ҡәнәғәт бала сағы - беҙҙең бурыс. Әйҙәгеҙ, уларға негатив фекерҙәр менән ҡағылмайынса, матур итеп әҙерләп, белем усағына оҙатып ҡуяйыҡ.

Илмир ҒИБАҘУЛЛИН, Әбйәлил районы: Беренсе синыфҡа барғанынан алып колледжда уҡып йөрөгәненә хәтлем 5 бала беҙҙең ғаиләлә. Һуңғы ҡыңғырау булып, июндә иркен тын алып ҡалабыҙ ҙа, июль етһә, магазиндарҙағы хаҡтарға ҡарап, күҙ тартыша башлай. Хоҙайға шөкөр, эш урыныбыҙ бар һәм көнөнә-сәғәтенә тиклем эш хаҡы килеп тора. Ләкин беҙ кәрәк-яраҡты алдан алыу тигәнгә өйрәнә алманыҡ инде. Кеше йәтеш кенә итеп бөтә нәмәне алдан алып, әүеш-теүеш итеп ҡуя ла, сентябрҙә мәктәпкә эре генә барып инә. Беҙ иһә, һуңға тиклем һуҙып йөрөйбөҙ ҙә, август аҙағында саба башлайбыҙ.
Тәүҙә, беҙҙеңсә әйткәндә, городҡа, йәғни Мәғнит ҡалаһына, ололарын алып барабыҙ. Беҙ бала саҡта бөтә Әбйәлил халҡы балаларын цирк янындағы баҙарҙа кейендерҙе, хәҙер ҙә шулай. Бер машина булып тейәлешеп барып төшәбеҙ, геү килеп баҙарҙы бер урайбыҙ. Урайбыҙ тигәс тә, мин ҡатыным һәм балалар артынан эйәреп кенә йөрөйөм. Икенсе тапҡыр урағанда кейеп ҡарарға әҙер булабыҙ, өсөнсөһөндә инде, ниһайәт, һатып алабыҙ.
Минең өсөн иң проблемалы хәл - балаларҙың әллә ниндәй аңлайышһыҙ, һуҙылып, еңдәре тубыҡтарына тиклем һәленеп төшөп торған әйбер алдырыуҙарын ҡабул итеү булды. Малайҙары ла, ҡыҙҙары ла бер иштән кейенә, тиҙ генә айырып та булмай кемдең кем икәнен. Икенсе проблема аяҡ кейеме һайлағанда башлана. Һуң ҡыҙҙар матур ғына сандали, туфли кейеп йөрөгән заманалар бөтөнләй үттеме әллә шул? Ни өсөн барыһы ла кроссовкиға күсеп бөттө һуң? Был мәсьәләгә килеп етһәк, мин балаларҙан, улар минән баш тартыр хәлгә төшөп, ҡатын менән айырылыр сиккә етеп килеп сығабыҙ баҙарҙан. Уҡытыусылары ла бер нәмә әйтмәй, тиер инең, улар үҙҙәре лә күбеһе шул аяҡ кейемендә йөрөй.
Канцелярия тауарҙарына мин бөтөнләй ҡыҫылмайым хәҙер. Дәфтәр һатып алаһың, баҡтиһәң, һәр фәндең үҙенең әллә нисә өлөштән торған махсус дәфтәрҙәре була икән. Ат хаҡы түләп һатып алалар ҙа, уҡыу йылы бөтөүгә уларының яртыһы буш булып тороп ҡала. Ни бысағыма ул тиклем дәфтәр алдыралар, әгәр кәрәкмәй икән.
Колледжда уҡыған олоһо быйыл 3 курсҡа бара. "Һеҙгә быйыл ятаҡ булмай", тип яҙып ята кураторҙары. Бәй, ҡайҙа йәшәргә тейеш икән ул студенттар, аптырарһың. Фатирҙы ҡуртымға алып йәшәр өсөн, аҡса кәрәк. Шул мәсьәләне хәл итәһе бар яҡын арала.
Бәләкәстәренең әллә ни мәшәҡәте юҡ, ниндәй кейем алһаң да ризалар, етмәһә, башланғыс синыфтарҙа - берҙәм кейем. Һәр бер ручкаға һәм төҫлө ҡағыҙға ҡыуанып, мәктәпкә барасаҡ көндәрен түҙемһеҙләнеп һанайҙар. Беҙгә, ата-әсәләренә лә, уларҙың ошо энтузиазмдарынан бер өлөш сыҡһа, шәп булыр ине. Нисек кенә булмаһын, барыбыҙға ла, ата-әсәләргә, балаларға, уҡытыусыларға тыныс һәм һөҙөмтәле уҡыу йылы насип булһын.

Раушания АҪЫЛБАЕВА, Мәләүез районы: Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр ҙә аҡсаң булһа, мәктәпкә әҙерләнеүҙең хәҙер мәшәҡәте юҡ. Магазин тулы әйбер, интернеттан да яҙҙырып алырға мөмкин. Беҙ уҡыған саҡта ағай-апайҙарҙан ҡалған әйбер кейеп, мәктәпкә йөрөнөк, ручка йә ҡәләм юғалтыу тураһында һүҙ ҙә булманы, ҡәҙерләп-һаҡлап ҡына тоттоҡ. Ә хәҙер йәнең теләгән бөтә нәмә бар, ә әйберҙең ҡәҙере юҡ.
Балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә һәм уҡыу йылы барышында кәрәкле әйберҙәр алыуға, мәктәп фондына бирергә, уҡыу әсбаптарына һәм башҡа ваҡ-төйәккә тип иртә яҙҙан бер-ике быҙау алып үҫтерәбеҙ. Әле бына уларҙы 35-40 меңгә һатабыҙ. 4 баланың һәр береһен кейендереүгә генә лә кәмендә, 10-ар мең һум, ә колледждың кадет класында уҡыған ҡыҙыбыҙҙың махсус кейеменә 25 мең һум кәрәк. Иң күп сығым өҫ һәм аяҡ кейеменә китә. Бер-бер артлы үҫеп килгән ҡыҙҙарға көҙгө һәм ҡышҡы курткалар апайҙарынан ҡала, шуға был йәһәттән әллә ни күп аҡса түкмәйбеҙ. Иң бәләкәйе булған малайға ла башҡа туғандарҙан кейем-һалым килеп тора.
Быйыл беҙҙең алда торған иң ҙур проблема - улыбыҙҙың мәктәпкә барырға психологик яҡтан әҙер булмауы. 8 йәше тулып үтте июлдә, һаман мәктәпкә ебәрмәйенсә тотоп та булмай. Медосмотр үткәндә психолог та ошо проблемаға баҫым яһаны. Ауылда балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, һәр саҡ өйҙә, әсәһе янында, апайҙары ҡурсыуы аҫтында үҫкән иркә генә малай. Әле булһа, әсәһе булмаһа, өләсәләрендә лә ҡалмай хатта. Был беҙҙең кәмселек һәм уны төҙәтеүе еңел булмаясаҡ.

Гөлсөм ЯМАЛОВА, Өфө ҡалаһы: Ғаиләлә ике бала тәрбиәләйбеҙ. Улыбыҙ 4-се синыфҡа уҡырға бара, ҡыҙыбыҙ тәү башлап мәктәп ишеген асырға тора. Мәктәбебеҙҙә берҙәм форма кейеү ҡаралған, уныһы бик уңайлы, әлбиттә. Алмашҡа бер-ике күлдәк һәм блуза алһаң, етеп ҡала. Минең өсөн иң ауыры - аяҡ кейеме эҙләү. Көнө буйы мәктәптә булған баланың аяғы тирләмәһен өсөн сифатлы аяҡ кейеме алырға кәрәк. Ләкин хаҡына торошло түгел хәҙер әйбер: ҡыйбатын алһаң да сифатһыҙ булырға мөмкин. Шуға күрә бер нисә аяҡ кейеме алам да, аҙна һайын алмаштырып, йыуып-таҙалап торам. Тағы ла физкультура дәресе өсөн мотлаҡ аҡ табанлы кроссовки алып йөрөүҙе талап итәләр. Минең дә, мәктәптең дә талаптарына тура килерлек спорт аяҡ кейеме табыуы шулай уҡ еңел түгел.
Канцелярия әйберҙәренә килгәндә, мин уҡыу йылы бөтмәҫ элек үк киләһе йылға әҙләп әйберҙәр ала башлайым. Мәҫәлән, эргәләге "Фикс прайс" магазинына өйгә кәрәк-яраҡ алырға ингәндә мотлаҡ 10-ар шаҡмаҡ, буй һәм ҡыя дәфтәр, ручка йә ҡәләм тотоп сығам. Башҡа ваҡ әйберҙәрҙе лә шулай йыям. Ә ул магазинға аҙнаһына бер булһа ла ингәнде иҫәпкә алғанда, 1 сентябргә кәрәкле канцелярия тауарҙар әҙерләнеп бөтә тиерлек. Әлбиттә, яҙыуға яйлы булһын өсөн ҡулдарына тура килгән ручка, сифатлы төҫлө ҡәләм һәм буяу, юйғыс һәм башҡа әйберҙәрҙе махсуслаштырылған магазиндарҙан да һатып алам. Үҙем тотоп ҡарап алмаған әйберҙе үҙһенмәгәс, интернеттан заказ биреп алдырмайым.
Минең өсөн балаларға сифатлы, еңел, ҡулай, бөтә яҡтан да уңайлы мәктәп сумкаһы табыу иң ауыры булды. Иртән мәктәпкә барған балаларға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Сумка ауылығынан билдәренән бөгөлөп, танауҙары ергә тиклем тейеп тиерлек бара. Хәҙер бер дәрес өсөн әллә нисә китап һәм махсус дәфтәр, уға ҡушып ябай дәфтәр, шулай уҡ башҡа кәрәк-ярағын һалырға кәрәк. Ул сумканың ауырлығы иҫ киткес. Баланың һаулығына зарар килеүе көн кеүек асыҡ. Сит илдә йәшәгән танышым балаларҙың мәктәпкә бәләкәй генә тәгәрмәсле мәктәп сумкаһы менән йөрөүҙәрен әйткәйне, ҡыҙғанысҡа күрә, бында ундайҙы таба алманым. Күтәреп түгел, һөйрәтеп йөрөтөү күпкә яҡшыраҡ булыр ине.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 161

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru