«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САММИТ ТАРИХЫ ӨР-ЯҢЫ БИТЕН АСТЫ
+  - 


Үткән аҙнаның ғына түгел, ә донъя кимәлендәге ҙур, мөһим ваҡиға булды 22-24 августа Көньяҡ Африка Республикаһының баш ҡалаһы Йоханнесбургта булып үткән БРИКС илдәре (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы) саммиты.

"БРИКС-тың ошоға тиклемге бөтә йыйындары ла мөһим ине, һүҙ ҙә юҡ, ләкин быйылғы 15-се саммит айырыуса үҙенсәлеге менән айырылып торҙо һәм уны тарихи саммит тип атарға булыр ине", - тине был оло ваҡиға хаҡында Халыҡ-ара эштәр буйынса Рәсәй советы етәксеһе Андрей Кортунов. Был йыйынды сәйәсмән кеше ғүмеренең яуаплы ла, хәүефле лә 15 йәшлек үҫмер осоро менән сағыштырҙы. Ул үтәсәк көн яҡынлашҡан һайын халыҡ-ара йәмәғәтселектең уға иғтибары ла, шул уҡ ваҡытта һәр төрлө хәбәр һәм интригалар ҙа ҡуйыра барҙы, сөнки күптәрҙе унда Рәсәй тарафынан кемдең ҡатнашасағы, бөгөнгө халыҡ-ара сәйәси хәлдәрҙә ниндәй мәсьәләләр ҡараласағы, ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителәсәге - бөтәһе лә мөһим ине һәм төрлө илдәрҙең ябай граждандары ла хатта уға битараф ҡала алманы. Берҙән, билдәле сәбәптәр арҡаһында саммит эшендә РФ Президенты Владимир Путиндың туранан-тура түгел, ә видеобәйләнеш тәртибендә ҡатнашыуы һәм, саммитта шәхсән ҡатнашып та, бизнес-форумда Ҡытай Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин үҙе түгел, ә ҠХР сауҙа министрының сығыш яһауы көтөлгән тәьҫораттарҙы тоноҡландыра төшөүгә ҡарамаҫтан, Рәсәй лидерының онлайн сығышы сәйәси йәмәғәтселек аңын уятып ебәргәндәй булды. Уның белдереүенсә, БРИКС кемгәлер ҡаршы тороу йә емереү маҡсатын ҡуймай. Яңы блоктың бурысы яңы донъяуи тәртип булдырыу, яңы донъя төҙөү, күп полярлыҡҡа йүнәлеш тотоу; был донъя бер илдең хакимлығынан азат булып ысын мәғәнәлә ғәҙел, халыҡ-ара хоҡуҡ нигеҙҙәренә таянасаҡ; был блокта ағза булып тороусы илдәр халыҡтарының үҙ үҫеш юлы, үҙаллылығы ихтирам ителәсәк - ҡыҫҡаһы, күп полярлылыҡҡа йүнәлеш тотоласаҡ. Ә инде был Американы борсой икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда, тине В. Путин. Уның билдәләүенсә, Көнбайыштың үҫешеүсе илдәргә ҡаршы йүнәлтелгән колониаль сәйәсәте Көнбайыштың үҙенә зыян булып ҡайта: был әле үк донъяның күп өлөшөнөң АҠШ һәм Европа берлегенән йөҙ бороуында ла асыҡ күренә. Беҙ үҙен өҫтөн ҡуйған бер илдең икенсе ил өҫтөнән хужа булыуына, ниндәй ҙә булһа гегемонияға ҡаршыбыҙ, тине Владимир Путин.
Әммә Көнбайыш һаман булһа үҙенең колониаль сәйәсәте иллюзияһында йәшәүен дауам итә: Африка һәм Азия илдәрен талай, бөлгөнлөккә, төшөрә, ҡол итә. Бер заман ошо иҙелгән һәм кәмһетелгән илдәрҙең бергә тупланып, залимлыҡ сәйәсәтенә ҡаршы тора алыу мөмкинлегенә эйә булырын улар күҙ алдына ла килтермәй. Рәсәй Президенты шулай уҡ БРИКС илдәренең донъя аренаһындағы хәле, уларҙың бер-береһе менән бәйләнешен нығытыу һәм үҙ-ара иҫәп-хисапта милли валюта булдырыу мәсьәләләренә лә ҡағылды. Ысынлап та, Рәсәй генә түгел, ҡайһы бер башҡа илдәр ҙә Америка долларына бәйлелектән ҡотолоу юлдары эҙләй һәм альтернатив түләү системаһын файҙаланыуға күсә башланы. БРИКС ағзалары булып торған илдәр етәкселәре халыҡ-ара сауҙа өлкәһендә һәм финанс операцияларында милли валюта файҙаланыуҙы тиҙләтеү мәсьәләһен бер тауыштан хуплап ҡаршы алды. В. Путин әйтмешләй, долларҙан баш тартыу кире ҡайтарғыһыҙ күренешкә әйләнәсәк. БРИКС илдәре сиктәрендә экспорт-импорт алыш-бирешендә долларҙың өлөшө кәмей бара һәм ул былтыр ни бары 28,7 процент ҡына тәшкил итте.
Шуныһы ҡыуаныслы: БРИКС берлеге сафтары артыуға табан бара. Йомғаҡлау матбуғат конференцияһында сығыш яһап, Көньяҡ Африка Республикаһы президенты Сирил Рамафос 2024 йылдың 1 ғинуарынан берекмәнең тулы хоҡуҡлы ағзалары исемлеген уҡып ишеттерҙе. Донъяның төрлө тарафтарынан 6 ил - Аргентина, Египет, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Эфиопия БРИКС берлегенә ағза булып инергә теләк белдерҙе. Был факт Европа һәм АҠШ өсөн ярайһы ҙур юғалтыу ул, сөнки улар өсөн, мәҫәлән, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм уның ресурстары бик мөһим әһәмиәткә эйә ине бит. ТАСС иҫәпләүҙәре буйынса, яңы ағзалар менән тулыланғандан һуң БРИКС берлеге донъя нефть запастарының 44,3 процентына эйә буласаҡ, ә теге "етәү төркөмө"нә, йәғни АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Канада, Франция һәм Японияға (G7) - ни бары 3,9 процент тәтейәсәк. Хәҙер БРИКС илдәренә 48,5 млн кв.метр, йәғни Ер шары майҙанының тотош 36 проценты тап килә. Был инде "теге етәү"ҙән ике тапҡырға күберәк, тигән һүҙ. Киңәйтелгән БРИКС илдәренең тулайым эске продукты донъя күләменән 37 процент тәшкил итә, ә был илдәрҙә Ер шары халҡының 46 проценты йәшәйәсәк. Шуны ла әйтмәйенсә булмай, сөнки саммитта аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы мәсьәләгә лә ҙур иғтибар бирелде: 2021 йылда донъя аҙыҡ-түлек етештереү (иген) күләменең 49 проценты, йәғни ҡап яртыһы, шулай уҡ дөгө етештереү буйынса 55 проценты БРИКС илдәре өлөшөнә тура килә. БРИКС илдәренең тағы бер өҫтөнлөгө: юғары технологиялар өсөн кәрәкле металл табыу буйынса ла донъя күләме өлөшө "теге етәү"ҙекенән күпкә юғары: алюмин -79 процент (G7 - 1,3 процент) һәм палладий табыу өлөшө 77 процент (G7 - 6,9 процент). Был өҫтөнлөктәр һис тә сик түгел, сөнки БРИКС сафтарының артыуы киләсәктә лә дауам итәсәк.
Тап бына шуға күрәлер ҙә, моғайын, 15-се саммит эшмәкәрлеге, Вашингтон менән Брюсселдең яһалма битарафлығына ҡарамаҫтан, Көнбайыш тарафтарынан хәүеф ҡатыш көнсөл күҙәтеү аҫтында барҙы. Ә шулай ҙа АҠШ конгресы ағзаһы Тейлор Грин социаль селтәрҙәге диуарында БРИКС-тың АҠШ иҡтисадын ҡаҡшатыуы һәм долларҙы юҡ итәсәге хаҡында хафаланып яҙып сыҡты. Ә Франция сәйәсмәне Флориан Филиппо БРИКС-ҡа яңы илдәрҙең килеүен "глобаль революция" тип атаны, сөнки нефть табыусы туғыҙ илдең алтауһы БРИКС-ҡа китәсәк һәм был АҠШ позицияһын ҡаҡшатасаҡ, тип яҙҙы ул. Яңы йылдан БРИКС составына инәсәк алты илдән тыш, тағы ла 22 ил: Алжир, Бангладеш, Бахрейн, Беларусь, Вьетнам, Боливия, Венесуэла, Гондурас, Индонезия, Ҡаҙағстан, Палестина, Таиланд, Сенегал һәм башҡа илдәр ҙә берекмәгә инергә ғариза биргән. Саммит эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡлау матбуғат конференцияһында сығыш яһап, Көньяҡ Африка президенты Сирил Рамафос ошо айҡанлы, 15-се саммит үҙенең тарихында яңы битен асты, тип бик дөрөҫ әйтте. Киләсәктә теләһә ниндәй яҫҡыныуҙарға, үҫешкә аяҡ салыуҙарға бирешмәҫлек, үҙ-ара ихтирам һәм берҙәмлеккә ҡоролған, донъя илдәренең тигеҙ-тиң хоҡуҡлы үҫешенә юл асыусы берекмәнең киләсәге ғәйәт ҙур. Шулай булһын!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru