«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Боронғо башҡорттар мифологияһының зороастр әҙәбиәте менән уртаҡ тамырҙарын асыҡлау Башҡортостандың тарих фәнендә аҙ өйрәнелгән тема. Алдараҡ бәйән ителгәндәрҙе ошондай анализ эшләүҙең тәүге тәжрибәһе итеп ҡарау фарыз. Әлбиттә, беҙ әлегә ошо ике әҙәбиәт ҡомартҡыһы оҡшашлыҡтарының барса аспекттарын да ентекләп тикшереү маҡсатын ҡуйманыҡ, әммә килтерелгән миҫалдар уларҙың идея-композиция оҡшашлығының, персонаждар исемдәренең тап килеүенең һәм уларҙың ҡайһы бер сифаттарын нәфис тасуирлау уртаҡлығының меңәр йылдар үткәс тә һаҡланып ҡалыуына дәлил булып тора. Бының шулай булыуына һәм шулай булырға тейешлегенә бары тик боронғо башҡорттарҙың зороастр-маздеистик диндең төп гимндарын һәм йолаларын яҡшы белеүе һәм ошо белемдәрҙе быуындан быуынға тапшыра килеүе шарт булып тора.
Шулай итеп, беҙ үҙебеҙ ҙә көтмәгәндә Көньяҡ Уралда сак-массагеттар дәүеренән дә һуңыраҡ булмаған ваҡыттарҙа башҡорт халҡының формалашыуында мөһим роль уйнаған этнос йәшәүе хаҡындағы һығымтаға килдек. Үҙ ваҡытында Ж.Ғ. Кейекбаев һәм С.И. Руденко кеүек олуғ ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә интуитив рәүештә белдерелгән ошо фекер хәҙер ғилми яҡтан раҫланыу тапты. Әйтелгәндәр археология, антропология, тарихи этнография һәм башҡорт теле материалдарынан принципиаль рәүештә айырылып тормай. Әлеге замандың тарих фәнендә күп кенә хәҙерге халыҡтарҙың формалашыуын, ҡағиҙә булараҡ, сағыштырмаса һуңғы осор менән бәйләйҙәр. Беҙҙең һуңғы һығымталар фонында ошондай ҡараш примитив булып ҡабул ителә. Әммә беҙ башҡорттарҙың тарихи үҫешендә иң һуңғы булған компоненттарҙы инҡар итмәйбеҙ, ә тупланған материалдар уларҙың этногенезының башланғыс этаптарын иртә тимер быуаты менән бәйләү мөмкинлеген бирә, һәм был дәүерҙе беҙҙең эра рубежынан да һуңға ҡалдырып булмай.
Бер аҙ алғараҡ китеп, башҡорттарҙың "Урал батыр" героик эпосының тап археологик аспекты булыуы хаҡында әйтеп була, был уның, тарихи-генетик сығанаҡ булараҡ, әһәмиәтен арттыра. Эпоста Урал батырҙың ҡатындарының ҡош тундарын кейеү һәм һалыу сюжеттары йыш ҡабатлана. Улар ергә ҡош һынында ҡайта һәм, ҡош тунын һалғас, геройҙың ерҙәге һылыу кәләштәренә (ҡатындарына) әйләнә. Башҡорт фольклорында ҡатын-ҡыҙҙың, ҡош тунын кейеп, ҡошҡа әүерелеүе һәм, киреһенсә, уны һалыу менән кеше һынын алыуы хаҡындағы мотивтар киң таралған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡошҡа әйләнә алыуы һәм яңынан кеше булып китеүе, күрәһең, Урал төбәге халыҡтары фольклорында иң ныҡ таралған сюжеттарҙан булғандыр, һәм ул VI - XII быуаттарҙың бронзанан ҡойоп яһау сәнғәтендә сағылыш тапҡан, бында тиҫтәләрсә кеше башлы, киң ҡанатлы ҡоштарҙың скульптура-һындары табылыуын ошоға миҫал итеп килтерергә мөмкин. Урта Кама буйын ошондай табыштарҙың иң күп таралған территорияһы, тип иҫәпләйҙәр, әммә улар Көньяҡ Уралда һәм Себерҙә лә осрай.
Авторҙар ҡош-кеше һындарының ошо үтә киң төбәк ҡәбиләләренең һынлы сәнғәтенә ҡараған бай һәм төрлө йөкмәткеле предметтарҙың бер өлөшө генә икәнлеген яҡшы аңлай, әммә был осраҡта беҙ тап ошо табылдыҡтар төркөмөн айырып ҡарайбыҙ. Ошо һындарҙың "Урал батыр" эпосында тасуирланған ҡатын-ҡыҙ-ҡош кейеме менән ғәжәпләнерлек тап килеүе эпостың төп героиняһы булған Һомай (Һомайғош) образының Урал халҡының бронзанан ҡойоп яһау сәнғәтендәге сағылышылыр, тигән фекергә килергә мөмкинлек бирә. Һомай образының (Хуми, Умей, Хумай варианттары ла осрай) Евразияның боронғо һәм урта быуаттарҙағы халыҡтары мифологияһында бик киң территорияла таралыуын иҫтә тоторға кәрәк, әммә был осраҡта һүҙ Урал (анығыраҡ әйткәндә, Көньяҡ Урал) хаҡында бара, ул башҡорт халҡының тарихи тәү Ватаны, һәм тикшеренеүсе Тарихи (Боронғо) Башҡортостан биләмәләрендә табылған археологик предметтарҙың мәғәнәүи асылын асыу йәһәтенән "Урал батыр" эпосын ҡулланырға хаҡлы һәм был шулай булырға тейеш тә ул.
Шулай итеп, юғарыла бәйән ителгәндәрҙән сығып, фәндә бөгөн Көньяҡ Уралда иртә тимер быуатында (б.э. IV быуатына тиклем) йәшәгән этнос йөҙөндә башҡорт халҡының йыраҡ, әммә туранан-тура ата-бабаларын күрергә хоҡуҡлы икәнебеҙҙе дәлилләүсе раҫлауҙар системаһы бар, тип әйтә алабыҙ.
Беҙҙең ҡарашҡа, ошо замандың йәшәү рәүеше һәм мәҙәниәттәре менән бер-береһенән айырылып торған бик күп ҡәбиләләре араһынан ошондай ролгә төбәктең күсмә йә иһә ярым күсмә ҡәбиләләре дәғүә итә. Күрәһең, тап улар халыҡ үҙе ижад иткән иҫ китмәле эпик ҡомартҡы булған "Урал батыр" эпосы йөкмәткеһен, халыҡ тарихының поэтик формаһы булараҡ, быуындан быуынға тапшыра килеп, хәҙергә тиклем һаҡлап ҡала алған.
Алдараҡ әйтелгәнсә, иртә тимер быуаты ҡәбиләләрен урта быуат башҡорттары менән тоташтырыусы материалдар тик эпос менән генә сикләнмәй. Ошо мәғлүмәттәрҙе лә ҡушып, XX быуаттың күренекле төркиәтселәре С.Е. Маловтың, С.И. Руденконың, Ж.Ғ. Кейекбаевтың һәм башҡаларҙың әлеге ҡарашты раҫлаусы фекерҙәрен үҫтерә барып, беҙ бөтөн Көньяҡ Уралды боронғо башҡорттар иле, йәғни Боронғо Башҡортостан, тип атарға тәҡдим итәбеҙ. Ошо положениены нигеҙләгән саҡта беҙ ошо дәүерҙәге Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең этномәҙәни яҡтан бик ҡатмарлы булыуынан һәм улар араһында, боронғо төркиҙәр менән бер рәтттән, фин-уғыр (ултыраҡ тормошта йәшәгән ҡара абыҙ, пьянобор, иткүл һәм горохов мәҙәниәтттәре) һәм боронғо иран (күсмә һәм ярым күсмә ҡәбиләләрҙең бер өлөшө) телдәрендә аралашыусылар йәшәүенән сығып эш иттек. Шулай ҙа беҙ ошо ҡәбиләләр вариҫтарының башҡа телле, әммә урындағы компонент рәүешендә формалаша башлаған башҡорт халҡы составына инеп китеүенә инанғанбыҙ. Быны тарихи процесс үҫешенең тәбиғи барышы һөҙөмтәһе итеп ҡабул итеү зарур.
Бында донъяның төрки телле халыҡтары тарихының иң боронғо этаптары мәсьәләһе буйынса заманса ҡараштарҙы килтереү урынлы булыр, тибеҙ. Билдәле булыуынса, фән ҡарамағында ер шарының хәҙерге халыҡтары этногенезының иртә этаптары хаҡында ысынбарлыҡҡа тап килгән мәғлүмәттәр бирерҙәй бер ниндәй ҙә яҙма сығанаҡтар юҡ, археология һәм антропология материалдары үтә наҡыҫ, һәм, иң мөһиме, улар боронғо кешеләрҙең ниндәй телдә аралашҡанын аныҡ итеп асыҡлай алмай.
Ошо мәсьәлә буйынса мәғлүмәт эҙләүҙә халыҡтар телдәре һәм уларҙың хәҙерге ваҡытта көн иткән биләмәләрендә таралыуы этаптары хаҡында билдәле булған иң иртә яҙма сығанаҡтар бер ни тиклем йүнәлеш бирә. Алдараҡ, икенсе бүлектә, финдәрҙең һәм эстондарҙың иң боронғо ата-бабаларының Көнсығыш Балтика буйына һәм Скандинавияның хәҙер улар көн иткән биләмәләренә Урал-Волга буйы территорияһынан килеүҙәре, һәм ошо күсештең мезолиттан да һуңыраҡ булмауы хаҡында бәйән ителгәйне.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru