«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘМ МИН УЯНЫП КИТТЕМ...
+  - 

Лев Толстойҙың Кәрәлек буйы башҡорттары менән тығыҙ аралашып йәшәүе хаҡында байтаҡ мәғлүмәттәр бар, улар хаҡында күп яҙылды. Ә бына яҙыусының "Тәүбә итеү" ("Исповедь") тигән фәлсәфәүи яҙмаһын уҡығандан һуң мәшһүр фекер эйәһе тормошоноң әлегәсә асылмаған яҡтары күҙаллана. Унда яҙыусы йәш сағында ҡылған гонаһтары өсөн выждан ғазабы кисереп, тәрән һыҙлана, йәшәүенең мәғәнәһеҙлеген аңлап, үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә тиклем барып етә. Хатта аңғармаҫтан үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан ҡурҡып, яңғыҙы йоҡлаған бүлмәһенән аяҡ кейеменең бауын тышҡа сығарып ҡуя, мылтыҡ тотоп һунарға йөрөмәй башлай. "Ул йылдарҙы ытырғанып, сирҡанып, йөрәгемде ауырттырып иҫкә алам"... - тип башлана яҙмаларының гонаһтарын иҫкә алған өлөшө. Аҙаҡтан шундай һығымтаға килә: "Артабан үҙ-үҙемде алдап йәшәүҙән фәтеүә юҡ. Барыһы ла - бушҡа. Кем тыумаған, шул бәхетле, үлем тормоштан яҡшыраҡ; унан баш тартырға кәрәк..."
Тап шул мәлдә Толстой буласаҡ ҡайныһы Андрей Берстың кәңәше буйынса Һамар губернаһы башҡорттарына ҡымыҙ эсергә килә. Беҙ бында "Тәүбә итеү" авторын бөтөнләй башҡа сифатта күрәбеҙ. "Мин унда гәзиттәр ҙә алдырмаясаҡмын, хаттар ҙа уҡымаясаҡмын, китаптың ни икәнлеген дә онотасаҡмын, ҡымыҙ эсеп, һарыҡ ите ашап, ҡорһағымды ҡояшҡа ҡыҙҙырып тик ятасаҡмын, үҙем дә һарыҡҡа әүерелеп, һауығасаҡмын..." тип яҙа дуҫтарына яҙыусы. Һуңыраҡ дуҫы Алексей Фетҡа: "Бында сафлығынан яңы сығып килгән йәштәге һоҡланғыс ерҙәр, бигерәк тә ябай һәм боҙолмаған халыҡ... Геродотты уҡыйым, галактофак-скифтар хаҡында ул ентекле итеп яҙып ҡалдырған, шул скифтар менән хәҙер мин йәшәйем инде. Башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый..." - тип хат яҙа.
Толстойҙың Кәрәлек буйы башҡорттары менән артабан тиҫтә йылдар буйына аралашып йәшәүе хаҡында тағы ла бик күпте яҙырға мөмкин булыр ине. Бында шуны ғына әйтергә теләйем: үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә барып еткән яҙыусы 1862 йылда Кәрәлек буйында булғандан һуң кире ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта, өйләнә һәм 1863 йылдың февралендә "Һуғыш һәм солох" романын яҙырға ултыра, уны 1869 йылда тамамлай. Ә инде яҙыусының "Тәүбә итеү" яҙмаһы шундай һүҙҙәр менән тамамлана: "Һәм мин уянып киттем..."
Тарихта "әгәр ҙә..." тигән һүҙҙән башланған теләк-шарт һөйкәлеше юҡ. Шулай ҙа мәшһүр фекер эйәһенең "Тәүбә итеү" яҙмаһын уҡыһаң, "әгәр ҙә..." тип тә ҡуяһың. Эйе, әгәр ҙә Лев Толстой Кәрәлек буйы башҡорттары менән осрашмаған булһа, беҙ уның "Һуғыш һәм солох" романын уҡый алыр инекме икән? Әйтеүе ҡыйын.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru