«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҒЫМЛЫ БУЛЫУ АУЫРМЫ, ЙӘКИ ТҮРӘ БУЛҺАҢ ДА, ТУПАҪ БУЛМА!
+  - 


Үҙенә ҡарата башҡаларҙың мөләйем булыуын теләмәгән бер кем юҡтыр. Арабыҙҙа ябай, алсаҡ ир-егеттәребеҙ, гүзәлдәребеҙ бихисап, әлхәмдүлиллаһ. Әммә ҡайһы берҙә кәйефте ҡырыусылар ҙа табылып тора. Күңелдә тут ҡалдырыусы шундайҙар хәтерҙә лә һаҡланыусан. Ҡайһыларыбыҙ, бәлки, тупаҫыраҡ һүҙҙәргә әллә ни иҫе китеп тә бармайҙыр, әммә, ҡәҙерле туғандар, мин үҙем хатта бер аҙ ғына ҡорораҡ һүҙҙе лә ауыр ҡабул итәм. Ошо юҫыҡта айырыуса үҙ милләттәштәремә талапсан булыуымды тоям. Башҡа халыҡтарға ҡарата итәғәтле була белгән башҡорт бер-береһенә уғата асыҡ йөҙлө булырға тейеш, тигән инаныуҙамын. Ә сит тарафтарҙа йәшәгән осорҙары бындай хистәр айырыуса юғары булалыр.

Хәрби медицина факультетын әле генә тамамлап, Рәсәй өлкәләренең береһендә хеҙмәт итә башлаған мәлем. Башта полк врачы итеп бер часҡа тәғәйенләнеләр. Гарнизондағы коллегаларымды ла әле белеп етмәйем, әммә улар араһында яҡташтарыбыҙ барлығы хаҡында ишеткеләп йөрөйөм. "Их, шулар менән танышып алырға ине!" тип хыялланам. Ана шул саҡта тәүге мәртәбә госпиталь буйынса дежурға торҙом. Йәш табипты башта олораҡтарға беркетеп ҡуялар ине. Бәхетемә, мине майор званиеһындағы бер ағай - яҡташым менән бергә ҡуйғандар. Госпиталь начальнигы: "Товариш лейтенант, һеҙгә яҡташығыҙ Ғәзинуров менән (фамилияһын үҙгәрттем) бергә дежурҙа тороуы уңайлыраҡ та булыр", - тигәс, кәйефем күтәрелеп китте. Минең һымаҡ уҡ, башта Өфөлә, аҙаҡ Куйбышев хәрби медицина факультетында уҡыған был ағай дежурлыҡ башланғас та тәүҙә "Ҡайһы районданһың?" тигән һорау биреп ҡыҙыҡһыныр, тип өмөт иткәйнем. Әммә ул ҡабул итеү бүлмәһендәге аппаратура, документтар менән таныштырыуҙан башланы. Ярай, шулай кәрәктер. Эргәлә урыҫ ҡыҙы - медсестра йөрөгәнгә күрә, үҙ телеңдә аралашыу ҙа килешеп етмәйҙер, тип уйлайым. Әллә ҡайҙан күренеп тора: был майор урыҫ һүҙҙәрен нисек кенә матур итеп әйтергә тырышмаһын, һөйләшеү акценты - барыбер башҡорттоҡо шул! Уның үҙенең ҡайһы райондан икәнен белгем килгән һымаҡ, моғайын, минең дә кемлегемде, ҡайҙан булыуымды белеү уға ла ҡыҙыҡтыр бит, тигән уй баштан китмәй, шулай ҙа… Уңайлы пауза мәлен файҙаланып: "Товарищ майор, вы из Башкирии?" - тигән һорауым һауала аҫылынып тороп ҡалды. Һорауымды бөтөнләйгә "ишетмәгән" был ағай "лейтенант менән ваҡланаһы" килмәне, ахыры. Башҡортсалап һүҙ башлап ҡарарға тигән уйымдан баш тарттым… Башҡа ваҡыттарҙа ла осратҡыланым был яҡташты, әммә туған телдә һөйләшкәнен бер ҡасан да ишетмәнем. Уның урынында берәй сит милләт кешеһе булһа, ошо хәл хаҡында һис кенә лә һүҙ ҡуйыртып тормаҫ инем…
Бер нисә йылдан үҙем дә "ҙурайып" алдым. Маҡтана тип уйламағыҙ. Әлеге "майор" званиеһена ла етеп, хатта уны аша атлап, "подполковник" та булдым. Әммә хеҙмәт итергә килгән йәш офицерҙарға ғына түгел, ә һәр бер ябай һалдатҡа ла иң яҡшы мөнәсәбәт күрһәтергә, уларға гел ярҙам итергә тырышып ҡына торҙом. Яҡташтарыбыҙҙы айырыуса яҡын күрҙем. Ҡайһы берҙәренә юғарыраҡ вазифаға күсергә лә булышманым түгел. Башҡортостандан булған һалдаттарҙы өйгә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡылай торғайным. Командирҙары менән һөйләшеп, уларҙы оптпускыға ла ҡайтарғыланым (ул саҡта һәр һалдатҡа ла отпуск теймәй ине). Кешеләргә яҡшылыҡ эшләүҙән үҙем оло ҡәнәғәтлек кисерә инем…
Бәғзе берәү, бәлки, ҡапыл да иғтибар итмәҫлек, әммә минең күңелдә төйөр ҡалдырған тағы бер хәл. Туҡһанынсы йылдар уртаһы. Хәрби хеҙмәтем тамамланыуға ла алты-ете йыл ҡалғандыр. Өлкән улым гарнизоныбыҙҙағы урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас та, Өфөләге медицина университетына барырға ҡарар итте. Шул ваҡытҡа тура килтереп, сираттағы отпускымды алдым да, улым менән Башҡортостанға ҡайтып төштөк. Хеҙмәтемде тамамлағас, ситтә тәрән тамыр йәйеп өлгөрмәҫ элек үҙем дә ғаиләм менән Башҡорт ерендә ҡабаттан оя ҡороу тигән теләгемде тормошҡа ашыра башларға ине ниәтем. Улымды уҡырға инеү проблемаһы менән яңғыҙын ҡалдырғым да килмәй, уға үҙемдең ярҙамым кәрәк тип һанайым, янында ғына йөрөйөм. Ул саҡ Өфө вуздарында Башҡортостанда йәшәгән һәм ауыл мәктәбендә уҡыған "медалистар" өсөн ташлама бар ине: имтихандар башланыуға тиклем үк "тестирование" тигән бер процедура ғына үтеү һәм шунда күпмелер балл йыйып, имтиханһыҙ уҡыуға инеү мөмкинлеге. "Поселок Свободный" тип аталған беҙҙең гарнизондың да ауыл еренә тиңләнеүе, шул уҡ ваҡытта улымдың пропискаһы минең тыуып үҫкән ҡасабала - Баймаҡ районында булыуы, бер яҡтан ҡараһаң, ошо ҡабул итеү шарттарына тура килә һымаҡ.
Шул мәл миңә берәү ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: медицина университетына документтарҙы, имтиханды ла Өфөгә барып тормаҫтан, Башҡортостандың Урал аръяғы ҡалаларының береһендә биреү мөмкинлеге бар икән! Шул күсмә ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе - үҙебеҙҙең башҡорт кешеһе, тип әйттеләр. Беҙҙең документтар теҙмәһе әлеге талапҡа тап килеү-килмәүе икеле булғас, ошо хаҡта белешәйем әле тип, әлеге яуаплы сәркәтипкә мөрәжәғәт итмәк булдым. Хәрби кешегә ҡарата яҡташтарымдың ихтирамлы мөнәсәбәтен яҡшы белгәнгә күрә, был начальниктың бүлмәһенә яғаларына медицина эмблемалары тағылған подполковник формаһында инеүҙе кәрәк тип таптым. Ингәс тә, башҡортсалап, һаулыҡ һораштым. "Һаумыһығыҙ. Тыңлайым", - тине ул да саф башҡорт телендә. Әлеге проблемабыҙҙы ҡыҫҡаса аңлатып, бәйән итеп бирҙем. "…Бына шул "тестирование" мәсьәләһен һеҙҙең күсмә комиссияла хәл итергә булырмы икән? Әгәр мөмкин булмаҫтай булһа, бөгөн киске поезд менән Өфөгә китәйек, тигәйнек", - тип тамамлап ҡуйҙым һүҙемде. "Китегеҙ", - тине был ағай шунда уҡ. Ышанаһығыҙмы, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне! "Ярай, аңлашылды. Рәхмәт!" - тип мин дә уның бүлмәһенән мөмкин тиклем тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараным…
Теҙгенде бик ҡыҫҡа тоторға яратҡан был түрәнең яуабында, бер яҡтан ҡараһаң, һис бер тупаҫлыҡ юҡ. Миңә уның бер зыяны ла теймәне бит. Урыҫта "Краткость - сестра таланта" тигән әйтем дә йөрөй шул. Әммә миңә "Һаумыһығыҙ, тыңлайым, китегеҙ" тигән өс кенә һүҙен сарыф иткән был кеше ни өсөндөр йәнһеҙ роботты хәтерләтте. Уның бүлмәһенән сыҡҡанда кәйефем үтә ныҡ ҡырылған ине. Ыңғай яуап алмаған хәлдә лә, һис юғында, мин был кешенән яҡынса: "Был мәсьәләне баш ҡаланың үҙенә барып хәл итеү тейешле. Бер нисек тә һеҙгә ярҙам итә алмайым" - тигәнерәк һүҙҙәр көткәйнем.
Өфөләге яуаплы сәркәтип тә башҡорт кешеһе булып сыҡты. Минән йәшерәк тә ине булһа кәрәк (миңә ул саҡ ҡырҡ йәш тә юҡ ине). Уны төп корпус янында, тышта осраттым. Нәҡ әлеге һымаҡ уҡ был егеткә лә мөрәжәғәтемде еткерҙем. Ҡайҙалыр ашығып китеп барған булыуына ла ҡарамаҫтан, туҡтап, мине иғтибар менән тыңланы. Хатта фамилия, исемдәрҙе лә яҙып алды һәм: "Ике көндән ҡабул итеү комиссияһы ултырышы була, шунда һеҙҙең һорауығыҙҙы мотлаҡ күтәрәсәкмен", - тигәнерәк һүҙҙәр менән матур итеп яуап бирҙе. Һаубуллашты ла, артабан юлын дауам итте. Ә киләһе осрашҡанда беҙҙең мәсьәләбеҙҙе нисек хәл иткәндәрен ентекләп һөйләне. Комиссия ултырышында ректор (Тимербулатов ине булһа кәрәк) үҙе сығыш яһаған икән: "Хәрби гарнизондан килгән был абитуриентҡа, башҡа ватандаш медалистар менән бер рәттән, "тестирование"ға рөхсәт биреү кәрәк. Ата-әсәһенең хәрби хеҙмәттә булыуы уға беҙҙең вузға инеүгә ҡамасауламаһын…" - тип әйткән. Уның ошо һүҙҙәрен әлеге сәркәтип егеттән ишетеү беҙҙең өсөн оло шатлыҡ булды. Тесты уңышлы ғына үтеп, имтиханға ла барып етмәйенсә, улым университетҡа инеп тә китте…
Бына шулай, ҡәҙерле туғандар, ниндәй генә хәбәр булмаһын, башҡаларға уны мөмкин тиклем матурыраҡ формала еткерергә өйрәнәйек. Ҡыҫҡа ғына ошо ғүмеребеҙҙә бер-беребеҙгә йылы һүҙебеҙҙе бер ҡасан да йәлләмәйек. Үҙемдең баштан үткән хәлдәрҙе иҫкә алып, бер урынға йыйып һөйләгәс тә, ғүмер буйы шундай күңелһеҙ хәлдәргә генә юлығып торған икән был автор, тип уйлай күрмәгеҙ. Кешеләргә гүзәл мөғәмәле яҡташтарыбыҙ, бәхеткә, тирә-яғыбыҙҙа ифрат та күп. Һаулығым буйынса эшкә ярамағанымды яҡшы белеүҙәренә ҡарамаҫтан, миңә ҡала дауаханаһындағы үҙҙәре етәкләгән бүлектәрендә табип эше тәҡдим итеүсе коллегаларым да бар. Һәр саҡ ихлас, алсаҡ йөҙлө был яҡташтарыма тик ихтирамым ғына арта. Хатта министр портфелен биргән хәлдә лә, минең инаныуымса, улар ғүмер буйы үҙ асылында, йәғни, ябай кеше булып ҡаласаҡ. Бына шундайҙар хаҡында иң яҡшы иҫтәлектәр генә һаҡлана.
Яғымлылыҡ кешелә иң тәү нәүбәттә ата-әсәһе тарафынан, бала сағынан уҡ тәрбиәләнергә тейештер. "Ана һөтө менән инмәгән - тана һөтө менән инмәҫ", тигән боронғолар. Элегерәк өлкәндәр балаларына "Бүтәгәнән түбән бул", тип аҡыл өйрәтә ине. Быны, әлбиттә, "кеселекле бул", тип аңлау ҡатмарлы түгел. Үҙебеҙҙең ауыҙҙан сыҡҡан һәр матур һүҙ үҙебеҙҙе үк шатландырырлыҡ булһын. Тормош йәменең мөһим булған бер яғы тап ошо ла баһа.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 104

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru