«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ - 6
+  - 


Ул хәрәкәтһеҙ ятҡан бер немецты ашатлап үтте лә, "Ура!" ҡысҡырып һуғышсылар менән түбәнгә атлыҡты. Дошман икенсе һыҙыҡ траншеяла нығынып ҡалыу өсөн киңерәк ара ҡалдырырға ашыҡты. Әммә тәүге уңыш менән дәртләнгән ҡыҙылармеецтарҙың алдағы төркөмө икенсе һыҙыҡ траншеяға бәреп инә башланы. Көтмәгәндә Заһретдин алдында тирә-яғы әлморон, селек ҡаплаған тәрән генә соҡор пәйҙә булды. Был шунда уҡ уңға ялтайҙы. Ҡапыл уның алдына соҡор түгел, йәшел каска кейгән, ауыҙын арандай асып, зәңгәр күҙле һонтор немец ҡалҡып сыҡты. Билендә ялпаҡ алюмин котелок, яурынына дүрткел ранец аҫылған. Бына ике һалдат: береһе - илбаҫар, ә икенсеһе, үҙ илен һаҡлаусы, күҙмә-күҙ осрашты. Заһретдин шаҡ ҡатып торған немецҡа ташланды. Тегенең дә, Заһретдиндың да запас обойма сығарып мылтығын яһарға ваҡыты ҡалмағайны. Ҡапыл хәнйәр штыгын Заһретдинға һуҙған фашистың мылтығын ул бөтә көсөнә бер яҡ ситкә һелтәне лә, запас полкта өйрәткәндәренсә, "длинным с выпадом коли!" - тип үҙ-үҙенә команда биргәндәй булды. Аҙымын киң баҫып, уң тубығына сүкте лә немец ҡабырғаһына штыгын ҡаҙаны. Теге ҡанға мансылған ҡулдары менән үлемесле йәрәхәтен баҫып бөгәрләнеп йығылды ла әсе тауыш сығарып тыпырсынырға тотондо. Ярһыған Заһретдин: "Быныһы Маһитабым өсөн!" - тип уйларға ла өлгөрмәне, кемдер мылтығын ҡулынан бәреп төшөрҙө. Немец бит! Иҫерек шаҡшы ауыҙын йырҙы ла битенә мыҫҡыл ҡатыш йылмайыу йүгертеп: "Коммен-коммен, швайн", - тип ике буш ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған Заһретдинды үҙенә саҡырҙы. Был бер аҙым ситкә ялтанды ла ике ҡулы менән ҡораллы фашистың боғаҙыңа йәбеште. Шул секундта Заһретдиндың эсен яндырып ниндәйҙер йылы шыйыҡса аҡты. Күҙ алды ҡараңғылана башланы, күңеле болғанып ҡоҫҡоһо килде. Һауала йөҙгән болоттар нишләптер түбәнгә түңкәрелде, аяҡ аҫтындағы ер уйылып аҫҡа төшә башланы. Һүнеп йомола башлаған күҙҙәрен күккә, күк көмбәҙендә армыт-армыт булып һуҙылған Ирәндек тауҙарына оҡшаған болоттарға төбәне. Шул болоттар артынан алыҫта тороп ҡалған тыуған төйәгенә һуңғы сәләмен әйтәһе килде. Һалдат тора-бара, бөтөнләй иҫен юйҙы. Рядовой Заһретдин Ватандың бер бәләкәй генә киҫәген тәшкил иткән таҡтөйө, һөйгән Маһитабы өсөн өнһөҙ генә донъянан китте.
Шулай итеп, ире фронтҡа китеп, бер ай ваҡыт үтеүгә, Маһитап уның командирҙары яҙған хатты алды. "Иҫәнмеһегеҙ, Маһитап Мирғәлиевна! Ҡайнар сәләм тапшырғандан һуң часть командованиеһы һәм уның политик бүлеге үтә ҡайғылы хәбәр еткерә, һеҙҙең ирегеҙ, рядовой Итәлмасов Заһретдин, 1902 йылда Ялан ауылында тыуған, сентябрҙең 30-сы көнө Усть-Хоперск ҡалаһының көнбайышында 217,4 ҡалҡыулыҡ өсөн барған аяуһыҙ һуғышта, тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, батырҙарса һәләк булды. Атакаға ташланған беҙҙең сафтарҙың беренсеһе булып ул дошман траншеяһына бәреп инде. Ҡул һуғышында штыгы менән ике фашисты дөмөктөрҙө. Өсөнсөһө менән үлемесле алышҡан саҡта арттан атылған дошман пуляһы уның ғүмерен өҙҙө, мәгәр йән биргән саҡта ул фашисты ҡулынан ысҡындырманы, быуып үлтерҙе. Уның батырлығы тураһында "Ватан өсөн" гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләне һеҙгә иҫтәлек итеп һалабыҙ. Уның шәхси әйберҙәрен почта аша алырһығыҙ. Һеҙҙең ирегеҙ рядовой Итәлмасов күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң орденға күрһәтелде. Хөрмәтле Маһитап Мирғәлиевна! Һеҙ ирегеҙ рядовой Итәлмасовтың ҡаһарманлығы өсөн хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ. Немец фашистарына - үлем! Уны Усть-Хоперск ҡалаһынан көнбайыштараҡ, 30 км ерҙә, үҙе һуғышып алған 217,4 ҡалҡыулыҡ битендәге туғандар ҡәберлегенә оло хөрмәт менән күмдек.
Часть командиры полковник Яровой.
Политбүлек начальнигы подполковник Нагорный".

VII

Бөгөн төндә Ғилмишәрифтәр станцияға килгән аттарҙы бушатырға барҙы. Теплушкаларҙа килеп аяҡтары, кәүҙәләре ойоған меҫкен аттар ҡыя түшәлгән таҡтанан ергә төшә алмай интекте, үҙ-ара иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡан шикелле, кешнәшеп алды. Ергә төшкәс тә, ойоған аяҡтарында тора алмай кәүҙәләре менән ҡалтыранды, ә ҡайһы берҙәре шунда уҡ ергә йығылып, аунарға кереште.
Ғилмишәриф нуҡта чумбурынан тотоп сығарған ат уны күреү менән әкрен генә кешнәне лә таҡтанан төшкән саҡта, ирендәрен дерелдәтеп, ҡултығына башын тығырға маташты. Буйы-һынына, ҡойроҡ-ялына ҡарап Ғилмишәриф атты төҫмөрләргә лә самалағайны, ләкин бөтә ергә өлгөргән Заровняевтың: "Тиҙ ҙә тиҙ!" - тигән фарманы ентекләп ҡарарға мөмкинлек бирмәне. Етмәһә, ҡараңғы. Шулай ҙа ат уның артынан бер аҙым да ҡалмай йылы тынын уның елкәһенә бөркөп килә бирҙе. Хатта һарайға инмәй, аяҡтары менән ер сапсып бының артынан китергә ынтылды. "Был ни ғәжәп! Әллә мине таныны инде был хайуан?" - Ғилмишәриф бер аҙ аптырап торҙо ла казармаға атланы.
Башҡа яҡтарҙа сентябрҙә лә ҡояшлы, йылы көндәр була, ә бында төньяҡ Урал тауҙарына тартым ерҙә, сентябрь айы һалҡынса була. Бигерәк тә иртә менән, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ ҡараңғы төндөң таңға ялғанған сағында, ҡырау төшә лә ер өҫтөндәге уйһыу ерҙәрҙә йыйылып ятҡан күләүектәрҙе бер аҙ туңдырып, шөкәрә генә боҙ менән ҡаплап та ала. Бындай хәл һалдат халҡы өсөн бик шәп ваҡыт түгел. Ни көҙ, ни йәй. Әле йәйге форманы ҡышҡыға, йәйге норманы ҡышҡы нормаға - паекка алмаштырмаған осор, иртәле-кисле асҡаҡ һалдатты һыуыҡ бөрөп ала. Көнө лә йонсоу, һалдаттың да йәйге учениеларҙан үшәтләнеп талсыған сағы. Башҡа яҡтарҙа сентябрь айы икмәктең, йәшелсә, еләк-емештең өлгөргән сағы, муллыҡ айы. Малы ла, әҙәме лә оҙайлы ҡыш бауырына әҙерләнә, елеге май йыя. Ә бында нимә? Бер картуф, уныһын да, нигеҙҙә, станцияла үткән-һүткән поезд халҡына һаталар. Казармала ятҡан һалдаттарға өсөнсө нормаға тәғәйен аҙыҡ-әүҡәттән башҡа нәмә эләкмәй.
Бына бөгөн дә шундай бер ҡыраулы иртәлә старшина Заровняев "подъем" иғлан итте лә сәғәтен усына тотоп иҙән уртаһына баҫты. "Бер ҡараһаң, әҙәм аптырамалы инде был старшина", - тип хайран ҡала Ғилмишәриф. Был ни хикмәт? Һимермәй ҙә, ябыҡмай ҙа, бөтә кешенән һуң ята, иртә тора, ә тышҡы рәүешен ҡарасы: әйтерһең дә, кейгән кейемен кемдер иртүк кәлепләп, һылап-һыйпап биреп тора. Өҫтөндә бер сырыш юҡ, гимнастеркаһына таҡҡан еҙ төймәләре ҡыуыҡһыҙ зәғиф шәм яҡтыһында ла, бесәй күҙе шикелле, баҙлап тора. Башын аҫҡа эйһә, күләгәһе йып-йылтыр итеп таҙартылған итеге йөҙөндә сағылып китә. Ә яҫы ҡайышының еҙ айылы ялтлап балҡып тора, ә шпорҙары! Шул беҙ йөрөгән бысраҡтан йөрөй, беҙ тапаған ерҙе тапай ҙа баһа, бер ниндәй суҡраҡ та йәбешмәй микән бының тылсымлы итегенә?
Иртән, Ғилмишәрифтең ашҡынғанын һиҙенгәндәй, старшина уларҙы туп-тура ат һарайына алып китте. Килгәс тә, яңы аттарҙы урамға сығарып ҡулсаларына бәйләргә ҡушты. Ғилмишәриф кисәге атты бәйләгән денникка атлыҡты. Килеп инеү менән ишек аша башын һалып торған аҡ йондоҙло атҡа күҙ ташлауы булды, йөрәге һикереп китте, күҙенән бер нисә бөртөк шатлыҡ йәше бәреп сыҡты. Уның алдында "Ҡыҙыл ялан" колхозының өйөр айғыры Әүхәҙи тора ине.
Ишекте емереп сығырҙай булып тыпырсынған бурыл айғыр күҙҙәрен еүешләтеп, ҡылған төҫлө ял ҡаплаған муйынын Ғилмишәрифтең яурынына һалды. Ҡалтыранған ирендәрен элекке көтөүсеһенең күкрәгенә терәне. Әүхәҙи тыуған яҡтан сәләм тапшырырға, хәл-әхүәлен һөйләргә теләгәндәй, башын сайҡап алды ла Ғилмишәрифтең икенсе яурынына үрелде. Элекке көтөүсеһе генә өнһөҙ тора һәм атын ҡосаҡлап һөйә ине.
Аттарҙы сығарып бәйләнеләр. Старшина башта уларҙы урап ҡарап сыҡты. Йөрөнө-йөрөнө лә бөтә аттарҙан да берҙәй айырылып торған Әүхәҙи янына туҡтаны. Морононан һыйпарға уйлағайны ла, айғыр муйынын һуҙып, ҡолаҡтарын шымайтты. Күрәһең, күпте күргән старшина аттың кәйефен шундуҡ аңланы.
- Сильный конь, с норовом, - тип ситкәрәк китеп ҡарап торҙо ла, әүрәтергә тырышып, ауыҙ эсенән әллә ниҙәр һөйләнә-һөйләнә, ҡулын һоноп янына яҡынлашты. Был юлы айғыр старшинаның салғыйын умыра тешләп алды ла тешенә эләккән буҫтау киҫәген ергә төкөрҙө. Эскадрон "пырх" итеп көлөп ебәрҙе. Старшина атҡа ҡарата бер ниндәй ҙә тупаҫлыҡ күрһәтмәне: "Но ничево, ағайыңдар һинән былайыраҡтарҙы ла өйрәткән кеше әле", - тип үҙен тынысландырҙы.
Шул арала Әүхәҙи нуҡтаһының чумбурын тартып өҙҙө лә теҙелеп торған эскадронға табан китте. Ҡыҙылармеецтар ҡаса башланы - ҡурҡтылар. Ә Әүхәҙи, муйынын һуҙып, Ғилмишәриф эргәһенә килеп туҡтаны, томшоғон уның күкрәгенә ышҡырға тотондо. Бөтә эскадрон аттың был серле ҡылығына аптыраны. Ғилмишәриф айғырҙың муйынынан ҡосаҡлап нуҡтаһынан ғына тотто ла бүрәнәгә килтереп бәйләне. Старшина уның эргәһенә осоп тигәндәй килеп баҫты ла:
- Ҡыҙылармеец Яуымбаев, быны нисек аңларға? Мине умырып тешләп алды, ә һиңә иркәләнә!
- Был беҙҙең колхоздың гүләүәй йылҡыһының өйөр айғыры Әүхәҙи - "Ворошиловсы һыбайлылар" түңәрәгендә менеп өйрәткән атым.
Старшина ҡыҙылармеецтың һүҙенә ышаныр-ышанмаҫ ҡиәфәттә:
- Улай булғас, был айғыр тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе әйтеп сыҡ, - тине.
Ғилмишәриф бөтә кеше ишетерлек итеп:
- "Ҡыҙыл ялан" колхозы, 1938 йылдан алып РККА фонды, төҫө бурыл, маңлайында аҡ урайы - йондоҙо бар, айғыр, исеме Әүхәҙи, атаһы - Әбүбәкир, инәһе - Хаҙыя, таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомонан, 1935 йылдың 25 апрелендә тыуған. Тыштан артҡы уң аяғы өҫтөндә "ФКА" тигән, йәғни "Фонд Красной Армии" тигән тамғаһы бар. Промерҙарын әйтәйемме?
- Бейеклеген генә әйт тә...
- Бейеклеге мундаһынан ергә тиклем 170 сантиметр.
- Барыһы ла дөрөҫ. Хатта паспортында күрһәтелмәгән тыуған көнөн дә әйтеп ҡуйҙы, - тине ветврач.
Сит ерҙә ауылдашы, хатта үҙе атланып йөрөгән аты менән осрашыуына Ғилмишәриф кенә түгел, бөтә эскадрон шатланды. Тик эскадрон өсөн был дөйөм шатлыҡ ғәрсел, көнсөл старшина - "ат профессоры" Заровняев күңеленә бер таш булып ятты. Ошо сәғәттән алып Ғилмишәрифкә булған мөнәсәбәте ҡырҡа үҙгәрҙе. Ә үҙе Әүхәҙигә атланып, ҡала урамынан саптырып үтеү теләге менән яна башланы.
- Кисә килгән аттарға биш көн карантин! Устав буйынса карантин ике аҙна булырға тейеш. Ләкин срокты ҡыҫҡартабыҙ, ошо карантин мәлендә ат һарайына инеп, буталып йөрөүҙе ҡәтғи тыям! - тип иғлан итте бер аҙ баҫыла төшкән старшина. Һуңғы һүҙенең бигерәк тә Ғилмишәрифкә ҡарай әйтелгәнен бөтә кеше аңланы.
Ғилмишәриф, тойғоһона бирелеп, армияла йәшәп килгән икенсе бер тәртипте хәтеренән сығарҙы. Кемдең дәрәжәһе юғарыраҡ, шул кеше кавалерияла яҡшыраҡ атҡа атлана. Бармағы менән төртөп күрһәткән шул ат - начальниктыҡы. Армияла кешеһен дә, атын да үҙ начальниктарын хөрмәтләргә өйрәтә торған борон-борондан килгән йола, тәртиптәр етерлек. Башта үҙҙәрен яҡшылыҡ менән яраттырырға тырышалар, улай барып сыҡмаһа, башҡа юлдары ла бар.

(Дауамы. Башы 29-33-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 119

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru