«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӨЛФИРӘНЕ УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ...
+  - 


Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, беҙ йыш ҡына уҡыусыларыбыҙға "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәләрҙән ҡайһы бер авторҙарҙың яҙғандарын тәҡдим итәбеҙ. Социаль селтәрҙә оҫта, ҡыҙыҡлы итеп яҙа белгәндәр әллә ни күп түгел, ләкин улар беҙҙең баш мөхәррирҙең үткер күҙенән, иғтибарынан ситтә ҡалмай: Наилә Хәмбәлиева, Айһылыу Ғарифуллина һәм башҡалар. Шулай уҡ Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәүсе Зөлфирә Таһированың "Бәйләнештә"ге сәхифәһен дә рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Ауыл ҡатынының көндәлек мәшәҡәттәре, балалары менән булған тәрбиәүи мәлдәр, кешеләр менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында шул тиклем оҫта итеп, тәмләп яҙа. "Их, бер шәп журналист йә яҙыусы булыр ҡәләм оҫтаһы йәшәп ята бит шул алыҫ төпкөлдәге ауылда", - тип уйлап ҡуяһың. Ә ул яҙмышынан ҡәнәғәт булып, һәр мәлдән, һәр осрашыуҙан, хатта көтөү ҡаршылауҙан, өйҙәренә килеп төшкән ҡунаҡтарҙан, балаларының бәләкәй генә уңышынан да ҡәнәғәт һәм бәхетле. Үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ әле уның сәхифәһенән ҡайһы бер яҙмаларҙы.

Йәм өҫтәп йәшәйек

Ауылыбыҙҙа шәп парк асҡайныҡ бит. Шунда Сибай филармонияһы концерт ҡуйып, беҙҙе йырлатып, бейетеп ҡайтып китте. Өйҙәге эштәр бөткәс, һыйыр һауылғас, тышта, саф һауала рәхәтләнеп бер йөрөп ҡайтылды.
Эйе, ауыл халҡына ундай-бындай кәйеф-сафа бик тәтемәй бит. Хәҙер артистар төпкөлгә килеп тә бармай. Үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ асып, үҙебеҙгә үҙебеҙ концерт ҡуйып, саралар үткәреп, эләгә -тәгәрәй йәшәй бирәбеҙ.
Ә ауыл ҡатынының тормошо тәгәрмәс эсендә йүгергән тейенме, йомранмы кеүек. Таң һарыһынан күҙен тырнап аса ла, яулығын ябынып, түш тирәһе майланып ҡатҡан халатын кейеп, йәлпәшеп кенә көтөп ултырған калушын элеп, кәртә яғына тәпәйләй. Кәйеф булһа, һәүкәшен һөйөп ала, булмаһа "матур һүҙҙәр" менән "өшкөрөп" ебәрә. Һыйыр ҙа алйот түгел: беҙҙе ҡараштан аңлап тора. Артабан, күрше-тирәнең сепараторы тауышына һинеке лә ҡушыла. Унан быҙауға һөт эсерәһең. Ҡайтып килешләй өйрәк, ҡаҙ бәпкәләренең хәлен белеп сығаһың, ашарға бирәһең, һыу ҡояһың.
Һыйырҙарҙы этеп, һарыҡты ҡыуып сығарғас, һауыт-һаба менән айҡашып алаһың, унан инде өйҙәгеләр тороуға нимә бешерәйем икән, тигән мәсьәлә килеп баҫа. Уның араһында һөттө эшкәртеү, икмәк баҫыу, һыу индереү, йә сығарыу кеүек күнегелгән ваҡ-төйәк менән мәшәҡәтләнәһең. Ғаиләң уянып сығыуға бер талай эш башҡарып, арманһыҙ булаһың. Бына шулай көн дә бер тәртип менән көн артынан көн үтә, күҙ асып йомғансы йәй үтә...
Беҙҙең бер ҡалыпҡа һалынған тормошто йәмләп, ҡот өҫтәп, көс һәм дәрт биреп, рухландырып, күңелдәрҙе елкендереп китеүсе ябай артистар булыуы ҡыуандыра. Хәҙер ауылыбыҙҙа асыҡ һауала урынлашҡан, иркен, матур сәхнә бар. Бөтә йырсы, әртис халҡын көтөп ҡалабыҙ.

Иң ҙур бәхет - бала

Картуф утаныҡ бөгөн, арытты. Шулай ҙа бәпестәремдең күңелен күрәйем тип, ҡунаҡ кеүек һыйланым. Пицца, картуфтан бәлеш, пирожки, былау бешерҙем. Элек бер үҙем бер баҡсаны утап, күмеп ҡайта торғайным. Аллаға меңдән мең шөкөр, шәп балаларым бар.
Ошо арала төрлө күңелһеҙ хәлдәр булып алды. Көйәләнеп, илап та алдым, кәйеф тә булманы. Һәм ошо хәлдән һуң шундай һығымтаға килдем: минең иң ҡәҙерле кешеләрем, дуҫтарым, туғандарым - балаларым. Минең бөтә һөйөү хисем, иғтибарым уларға бирелергә тейеш. Тормош һынауҙарынан, әсе елдәрҙән, яуыз телдәрҙән уларҙы мин яҡларға, һаҡларға бурыслымын. Нимәгә миңә кешенең минең туралағы фекере, уйы? Ни эшләп мин кемгәлер нимәлер аңлатырға, аҡланырға, аңлашырға тейешмен?
Ошоно аңлағандан һуң, донъя яҡтырып китте. Хатта картуфлыҡты ҡый баҫҡанын, өйрәктәремдең ҡәҙимге күтәрелгәнен, иремдең ҡаҙ бәпкәһе алып ҡайтҡанын күреп ҡалдым. Донъя матур һәм сағыу төҫтәрҙән тора икән. Ярты көн буйы ҡаҙ бәпкәләрен ҡарап ултырҙым. Бәпкәләр бер-береһенең өҫтөнә баҫып китһә лә үпкәләмәй. Кешеләр ҙә шулай булһа икән. Берәүҙең башына баҫып ҡара әле, нимә булыр икән. Бәпкәнең береһе һыу эсендә рәхәтләнеп йөҙөп йөрөй, икенсеһе шуны эсеп китә. "Нимә унда йөрөп ятаһың, хәҙер мин нисек һыу эсәм!"- тип бола сығарып та йөрөмәй. Татыу ғыналар. Бер-береһенә һыйынып ҡына яталар...
Ҡыҙым менән оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул шул тиклем төплө, матур фекерләй, кәңәш тә бирә белгән була. Аптырап ҡарап ултырҙым. Яңыраҡ ҡына "Война и мир"ҙы уҡып бөткән. Ҡыҫҡа вариантын да түгел, ә тотош романды! Эй, ҡанатланып шул әҫәрҙе һөйләй. Күҙем тоноп, шуны ла абайламай йөрөгәнмен. Балаҡайымды. Матурымды.
Был донъяла иң мөһиме - бала. Бала - бәхет. Ул һине әсәй иткән. Әсәй бәхетен кисерергә мөмкинлек биргән. Балаларым һау, атайлы һәм әсәйле булһын.

Сепейҙәр "әсәһе"

Кисә ҡаҙ ите бешерҙем. Күптән ашаған юҡ ине, танһыҡҡа арыу булып ҡалды. Ҡоротлап тороп һурпаһын эсеп, төнгөлөккә мыңҡандай булып килеп ятып йоҡлап кителде. Ауылда шул инде, көнө буйы элмәндәп эш менән булаһың да, тәмләп тороп ашап, тәгәрәп китәһең.
Уралиә ҡаҙ ите ашамай. Шуны бешерһәм, өйгә лә инмәй. Кисә бейем:
- Уралиә, инеп ит ашап, һурпа эсеп алһаңсы, - тигән булды.
- Юҡ, мин үҙ бәпәйҙәремдең итен ашап ултырмайым! - ти бит инде был.
- Атағатаҡ, ҡаҙ нишләп һинең бәпәйең булһын!
- Бәпәйем инде, өс көнлөк сағынан ҡарап үҫтерәм, көнө буйы яндарында ултырам, һәр береһенә исем ҡушам, үлһә - илайым.
- Улай булһа ла, ул һинең балаң булмай! - тип ныҡыша бейем.
- Саҡырһам - йүгереп киләләр, мине яраталар, тыңлайҙар! Родитель не тот, кто родил, а тот, кто воспитал! - тип тормаһынмы.
Эй, көлдөм инде. Йәлләй икән.
- Ашай алмайым мин уларҙы! Күҙҙәренә ҡарай алмайым. Беҙҙең шулай мәкерле икәнде улар белмәй бит! Ҙурайһағыҙ, һеҙҙе ашайбыҙ, тип үҫтерә алмайым бит инде...
Элегерәк үҙе үҫтергән һуғымлыҡты ашай алмаған кешеләр тураһында ишетә торғайным, хәҙер өйҙә сепейҙәрҙең "әсәһе" менән йәшәргә тура килә.

Күстәнәсләмәй булмай...

Былтыр, Аллаһҡа шөкөр, картуф күп булды. Әле булһа ашап бөтөп булмай. Бөгөн картуф билмәне, өс босмаҡ бешерергә булдым. Мин ике төрлө ҡамыр баҫтым, күп итеп картуф әрсенем. Тышта ултырып әрсергә яратам. Эргәлә эләгеп-тәгәрәп бәпкәләр йөрөй.
Кисә мин уларға витамин алып ҡайтып эсереп, терелтеп ебәрҙем. Һикертә баҫып йөрөп яталар. Ҡуҡыш башындай ғына булһалар ҙа, өйрәкте сырылдатып таларға эшкинделәр. Өйрәк ҡаҙҙан, ҡаҙ тауыҡтан ҡурҡып, йөрөп яталар әле бер ишек алды булып. Сәскә-байғошҡа хут юҡ. Кемеһе тибеп төшә, кемеһе япрағын ашап китә. Анау несушкалар бигерәк холҡһоҙ икән. Ҡана, тағы нимәне боҙайыҡ, тигән кеүек, яман итеп ҡаш аҫтынан ҡарап йөрөйҙәр...
Иртәнсәк һыйыр һауа сыҡһам, өйрәк менән ҡаҙ һарайҙың таҡта тишегенән мине күҙәтеп бер була. Өйрөлтөп йөрөп ҡарап сығалар ҙа, кемеһенә ҡайһы тишек уңай, шунан баштарын ҡырын һалып, ҡарап тора бирәләр.
- Һеҙгә сират етмәй әле, тәүҙә һыйыр, шунан быҙау, шунан ғына һеҙ,- тип үтеп китәм.
Ваҡыт етеп, барып асһам, хәлдәре бөткәнсе ишек алдын арҡырыһынан буйына эт шикелле сабалар. Кемеһе эләгеп ҡолап ята, кемеһе төркөмдән тороп ҡалып, аҙашып алйып йөрөй. Үҙҙәре сарғалар бит әле: саҡ ҡына айырылып ҡалһалар ҙа паника башлана: "Кто я, что я, где я?"- тип борлап, йүгереп йөрөйҙәр. Картуф әрсеп бөткәнсе килеп итәктән дә тарталар, аяҡты ла суҡыйҙар. Саҡ ҡасып инеп киттем.
Индем дә иң беренсе өс босмаҡ бөрә башланым. Эслеге артып ҡалды ла ҡуйҙы. Шунан һыу ҡайнатырға ҡуйҙым да, картуф билмәне төрҙөм. Уныһының ҡамыры күп булған. Ғәҙәттә, бер нимә лә артмай торғайны. Ике малай, бейем өйҙә булмағас, әҙерәк бешерәм, тип уйлағайным, дөрөҫ иҫәпләмәгәнмен икән.
Кискә Зилә апай менән Нияз килеп төштө. Тәмле итеп тороп сәй эстек. Баяғы картуфтан уларға ла өлөш сыҡты, баҙға төшөп, тултырып алдылар. Улар үҙҙәре лә мул ҡуллы, шуға бер нәмә лә йәл түгел. Зилә апай һыйыр һауып, үҙенә тип өс литрлы банкаға тултырып алды. Холҡһоҙ несушкаларҙан да егерме дана күстәнәс тәтене. Эш бөткәс, тағы сәй эстек.
Мин уларға күстәнәс бирҙем, уның ҡарауы, улар миңә бер ҡосаҡ ромашка сәскәһе бүләк итте. Нияз еҙнә миңә тип еләк тә йыйып алып килгәйне...
Шулай итеп, тағы бер тығыҙ, әммә күңелле, матур көн артта ҡалды...

Зөлфирә ТАҺИРОВА.
Йылайыр районы.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru