«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМДӘР БЕҘҘЕҢ САФТАРҘА?
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең үткәндәге бер һанында тарихсы-этнограф Зәкирйән Әминевтың самауыр хаҡындағы ҡыҙыҡлы тарихи мәҡәләһен уҡып, бик ҡыуандым да, уйландым да. Бына бит, көнкүрешебеҙҙә ҡулланылған ниндәй генә әйберҙе алма, ул халҡыбыҙ тарихының тәрән тамырҙарына барып тоташа. Кем уйлаған, көн дә борҡой-йырлай, ялтырап табыныбыҙға килеп ултырған уңған самауырыбыҙҙың шундай боронғо тарихы бар тип! Кемдәр был хаҡта белмәй йә уҡымай ҡалған, "Киске Өфө"нөң 29-сы һанын табып, мотлаҡ танышып сығығыҙ.

Ғөмүмән, был гәзиттең һәр һанында ла мин үҙем өсөн файҙалы яңылыҡ, мәғлүмәт табам, шуға ла бынан өс йыл элек кенә Башҡортостаныбыҙға ситтән күсеп ҡайтыу менән балаларым йыл һайын бүләк итеп яҙҙыра килгән ошо гәзитте кинәнеп уҡыйым, ҡасан килерен ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек көтөп алам. Ә бына күршем уны тиҫтә йылдан ашыу өйөнә алдыра, рәхмәт яуғыры! Элекке һандарын ташламай, иренән төпләтеп алған хатта. Шуларҙың береһен миңә уҡырға биреп тә торҙо әле, тик ҡәҙерле нәмәһен юғалтыуҙан ҡурҡҡандай: "Зинһар, йырта, бысрата күрмә инде, биттәрен бөтәрләмә",- тип теңкәмде генә ҡоротто, әйтәгүр. Бөтәрләү ҡайҙа, ти, аулаҡ бүлмәмдең иркен өҫтәленә индереп һалдым. Ҡартым менән алмашлап инеп уҡыйбыҙ. Ысынлап та, ошоға тиклем ситтә башҡорт донъяһынан айырылып йәшәһәк тә, рухыбыҙ менән һәр саҡ тыуған төйәгебеҙгә яҡын, республика ваҡиғалары менән хәбәрҙар булып йәшәргә тырыштыҡ, тик шулай ҙа халҡыбыҙ тарихынан күп мәғлүмәттәрҙе әле бына һыуһын ҡандырыр юлсы төҫлө, гәзит-журналдан йәбешеп ятып уҡыйбыҙ. Тап шуның өсөн дә дуҫтарыбыҙ "Киске Өфө" гәзите менән "Ағиҙел" журналдарына яҙылырға кәңәш иткәйне. Рәхмәт, кәңәштәрен тотоп, уңдыҡ, ҡулыбыҙҙан төшөрмәй уҡыйбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр, мин яңылыҡтарҙы интернеттан уҡыйым, тип эре сирттерә. Интернетты беҙ ҙә файҙалана беләбеҙ ул, шөкөр, йәш пенсионерҙар булараҡ, компьютер, смартфондар беҙгә лә ят түгел. Тик барыбер мин "ташҡа баҫылғанға" нығыраҡ ышанам һәм матбуғат һүҙен ихтирам итәм. Интернетта, дөрөҫөн әйткәндә, болғаҡ: кем нимә теләй, шуны сығарып һала һәм бер ниндәй яуаплылыҡ тоймай, был авторҙарҙың күбеһенең ялған исем менән яҙыуынан да асыҡ күренә. Башҡортостаныбыҙҙа әллә нисә төрлө гәзит-журнал сыға, был бик ыңғай, яҡшы күренеш, тик уларҙың тираждары кәмей барыуы ғына күңелгә тынғы бирмәй. Ни тиһәң дә, яңыраҡ бер аҡыллы кешенең, гәзит-журналды бөгөн илһөйәрҙәр менән тәрбиәле кешеләр генә уҡый, тигәне раҫтыр, күрәһең. Ә шулай ҙа, бәғзе берәүҙәр, белер-белмәҫ көйгә, гәзиттәр бөтөүгә табан бара, тип күрәҙәлек ҡылһа ла, улар бөтмәйәсәк, ә әлегесә әйтмешләй, яҙма матбуғат уҡыусыларын "иләктән" үткәрә генә: ваҡсылланып, ярты йыл буйы рәхәтләнеп гәзит уҡыу өсөн бер меңен йәлләгәндәр беҙҙең сафтарҙан төшөп ҡала һәм шул аҡсаһына бер тапҡыр магазинға инеп сыға инде - бына шул ғына...

Лилиә БАЙТИМЕРОВА.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 138

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru