«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫРАҒАЙ БАҘАР, ЙӘКИ УРАМДАРҘА КЕМДӘР САУҘА ИТӘ?
+  - 


Һуңғы ваҡытта урамда сауҙа итеү тураһында йыш яҙыла һәм һөйләнелә. Минеңсә, был мәсьәләгә бер яҡлы ғына ҡарау бик үк дөрөҫ түгелдер. Һүҙ баш ҡаланың Үҙәк баҙар туҡталышында сәләмәт тормош алып бармаған (был уларҙың йөҙ-ҡиәфәтенә сыҡҡан), тамаҡ хаҡына, бигерәк тә кәйефләнеп алыу маҡсатында, Затон ҡасабаһындағы күмәртәләп һатыу базаһынан сифатһыҙ йәшелсә-емеш килтереп тәҡдим иткән кешеләр хаҡында бармай. Бында ысын мәғәнәһендә антисанитария хөкөм һөрә. Уларҙың йөҙөнә, ҡулдарына, һатҡан нәмәләренә ҡарау ғына ла ытырғаныс. Ә тауарҙарын алалар, сөнки арзан. Тегеләргә нимә, баш төҙәтергә, тамаҡ ялғарға эшләһә, ярай.

Бер нисә йыл элек араларындағы башҡорт ҡатыны менән һөйләшеп киттем. Үҙебеҙҙең милләт кешеһенең шунда тороуына әсендем, оялтырға уйланым, ниндәй сәбәп уны ошонда килергә мәжбүр итеүен асыҡларға тырыштым. Бөрйән яғынан булып сыҡты ул. Эшендә ҡыҫҡартыуға эләккән. Йәшәгән урынынан да ҡыуғандар. Ике балаһын әсәһе эргәһенә ҡайтарған. "Эҙләп ҡараһаң, эш табырға булалыр бит", - тигән булдым. "Эйе, шулай икәнен беләм, апай. Аҙыраҡ аҡса эшләйем дә балаларымды алып киләм, эшкә урынлашам", - тине. Тик бер нисә йыл рәттән Үҙәк баҙар эргәһендә уны йыш күрәм. Ваҡыт үтеү менән даими эскән кеше ҡиәфәтен ала бара, ауыҙында - тәмәке, эргәһендә үҙе ише ир-ат сыуала. Нимә тип әйтәһең инде, үҙе һайлаған яҙмыш...
Өфөнөң бер нисә урынында пенсионерҙар өсөн махсус сауҙа урындары булдырылды. Унда өлкәндәр үҙ баҡсаларында үҫтергән йәшелсә-емештәрҙе һата. Яҡын-тирә райондарҙан килеүселәр ҙә бар. Хаҡлы ялдағы өлкән кешеләр, исмаһам, миҙгелендә аҙ булһа ла баҡсаһының файҙаһын күреп ҡалырға тырыша. Улар өсөн баҙар бинаһының эсендә махсус урындар бар. Әммә халыҡ урамда, туҡталышта күберәк. Тимәк, тауар ҙа тиҙерәк һатылалыр. Пенсионерҙар ул урындарҙы үҙ-ара бүлешеп алған тиерлек. Яңы килгәндәрҙе араларына бик индереп бармайҙар. Миңә лә шундай күренештең береһенә шаһит булырға тура килде. Йәшәгән еребеҙгә яҡын сауҙа урынына картуф һатып алырға тип сыҡҡайным. Ситтәрәк торған ир менән ҡатын янына барҙым. Картуфтың иҫкеһен дә, яңыһын да тәҡдим итәләр ине. "Эре картуф ҡайҙа үҫкән икән?" тип ҡыҙыҡһындым.
- Шишмәнән беҙ, - тине ҡатын. Ауылын да, исем-фамилияһын да әйтте. Йылдың ҡоро килеүе, йәшелсәнең нисек үҫеүе хаҡында хәл-әхүәл һораша торғас, асылып китеп, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Килеүебеҙ булды, әбейҙәр ябырылды. "Бында райондыҡылар торорға тейеш түгел, китегеҙ, һеҙҙең өсөн баҙар бар", - тинеләр. Әйтмәгән һүҙҙәре ҡалманы. Яҡындағы магазин директорынан ҡыуҙыртабыҙ тип тә янанылар, - тип һөйләп аптыратты. Әммә уларҙың бында тороуы тормош хәлдәренә бәйле булып сыҡты. Баҡһаң, улдары ошо тирәлә уҡый икән. Уны бер нисә сәғәткә генә ялға сығарған арала ауылға алып ҡайтып, мунса индереп, өй ашы менән һыйлап килтерәләр. Шуға әлеге майҙансыҡ уңайлы, юл хаҡын булһа ла сығарайыҡ, тиҙәр.
- Тағы бер улыбыҙ бар, уны ла уҡытырға кәрәк. Үҙем эшләгән ойошма ябылды. Бухгалтер инем, эшһеҙ ҡалдым. Хеҙмәт биржаһында иҫәптә торғайным, бөтөнләй ят һөнәр тәҡдим итәләр. Маляр булып эшләй ҙә белмәйем, һаулығым да юҡ, буяуға аллергия ла. 26 йыл хеҙмәт стажлы килеш өйҙә ултырырға мәжбүрмен. Ирем ваҡытлыса ғына эшләп ала. Шишмә шәкәр заводында көҙ генә эшләп ҡалалар, ҡыш һәм йәй - өйҙә. Эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Баҡса үҫтерәбеҙ, мал аҫрайбыҙ. Нисек тә йәшәргә кәрәк бит, - тип тамамланы һүҙен.
Шишмә эшһөйәрҙәре 40 сутый ерендә картуф, һуған, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ, помидор, борос һәм башҡа йәшелсә үҫтерә. Үҙҙәренән артҡанын ҡала халҡына һата. Өфөнөң урамда сауҙа итеүселәренең уларға асыуы килеүенең сәбәбе бар.
Шишмәләр тиҙерәк һатыу өсөн хаҡты арзаныраҡ ҡуя, шуға башҡаларҙың тауарының хаҡы төшә. Ғөмүмән, былары - йәһәтерәк һатыу, тегеләре ҡиммәткәрәк тәҡдим итеү өсөн тырыша.
- Мал аҫрауы ла еңел түгел, - тип дауам итте ҡатын. - Бесәнде һатып алабыҙ. Ике һыйыр, ике башмаҡ һәм ике быҙауыбыҙ бар. 12 мең һумға төштө бесән. Бер төргәген 700-гә бирәләр, килтергәнгә 500-800 һум һорайҙар. Ике машина һалам да кәрәк. Аҙ булһа ла аҡса туплайһы урынға, ишетмәгәнде ишетеп, иларҙай булып ҡайтабыҙ...
Өфөлә урам баҙарҙары байтаҡ. Әлбиттә, унда төрлө халыҡ сауҙа итә. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, үҙен баҙар хужаһы кеүек тота. Арзанға алып, арттырып һатып ултырыусылар уға ярарға тырыша, сөнки ҡайһы саҡ быларға ла "тауар" тама. Тегеңә күмәртәләп ҡайҙандыр (ғәҙәттә, Ташкенттан, тиҙәр) килтерелгән йәшелсә-емеште алалар ҙа, ваҡлап һатып, үҙҙәренә "навар" сығаралар. Кемдер үҫтергәнде һатыу рәхәт, көн буйы баҡсаңда бөксәңләп, һыу һибеп, утап, йыйып, кисен ҡалаға килтереп, хәлдән тайып ултырыу түгел. "Тәмләткестәр ҡайҙан?" тип һораусыларға күҙ ҙә йоммай: "Үҙемдеке, бына бит таҙартып ултырам", - тиҙәр. Алты сутый ерҙә көндәр буйы һатырлыҡ итеп үҫтерерһең редисканы! Һыулы полиэтилен тоҡта оҙаҡ ятыуҙан япраҡтары серей башлаған тауарға "төҫ" индереп ултырғанын йәнәшәһендәгеләре күреп тора, әммә һатып алыусыға был хаҡта әйтергә ярамай.
- Мин үҫтергән йәшел һуған ҡояшта һулып бара, ә тегенеке көнө буйы ятһа ла бер нәмә лә булмай, сөнки химик ашлама менән эшкәртелгән, - ти инәйҙәрҙең береһе.
- Һеҙҙе урамға һатыу итергә сығырға нимә мәжбүр итә? - тип ҡыҙыҡһынам бер нисәһенән.
- Улым йорт һатып алды, әле эше бик күп. Уға ярҙам итәйем, тим. Яңыраҡ пенсиямдың 5 мең һумын бирҙем. Икенсе малайым да кредитҡа сит ил машиналы булды. Уныһына ла өлөш сығарғым килә, - тине береһе.
- Балалар баҡса өйөнә газ, ут, һыу үткәртте, байтаҡ аҡса тотонолдо. Шуға ҡыҙымдың баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емеште булһа ла һатып бирәйем тип ултырам, - тине йәнәшәһендәгеһе.
- Пенсиям аҙ, фатирға түләгәндән, дарыу алғандан һуң йәшәр өсөн ҡалмай ҙа тиерлек. Шуға үҙемдән артҡанын һатырға тура килә, - ти өсөнсөһө.
Бына шулай, урамға береһе лә сәбәпһеҙ сығып ултырмаған.
Бер бабай сәскә үҫтерә, уны баҙарҙа йыш күрәм. Яратып, күңел биреп шөғөлләнгәне әллә ҡайҙан һиҙелә, улар хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй.
Кемдер юҡ ҡына әйберен сығарып, алыу-алмауҙарына ҡарамай, көнө буйы үҙе ишеләр араһында ултыра. Ундайҙар, күрәһең, аралашыуға мохтаж: йә яңғыҙ йәшәйҙер, йә өйөндә аңлау тапмайҙыр.
Урамдағы баҙар һатып алыусылар өсөн уңайлы, әлбиттә. Эштән һуң алыҫҡа барып йөрөйһө түгел, юл ыңғайы кәрәк нәмәңде алаһың. Икенсенән, тәҡдим ителгән тауарҙар үҙ төбәгебеҙҙә үҫкән, экологик яҡтан таҙа, әллә ҡайҙан килтерелгән, оҙаҡ һаҡланһын өсөн махсус эшкәртелмәгән. Мәҫәлән, магазинда алма тулып ятһа ла, кешеләр уны урамда сауҙа иткән инәйҙәрҙән алыусан.
"Быларына әҙерәк ҡорт төшкән, - тип уңайһыҙланған әбейҙән бер ҡатын: "Миңә тап шул алмаларҙы бирегеҙ, улар таҙа була. "Алманың аҫылын ҡорт ашай" тигән мәҡәл юҡҡа ғына әйтелмәгән бит", - тип күп кенә итеп үлсәттерҙе. Шунан: - Яңыраҡ телевизорҙан ишеттем, Краснодар өлкәһенән сит илгә тап ҡортло алмалар ебәреүҙәрен һорағандар икән, - тине.
Ә беҙгә килтерелгәндәре өс ай ятһа ла бер нәмә лә булмай. Быйыл йәй ошондай хәлде күҙәтергә тура килде. Июнь уртаһында күстәнәскә тип алма һатып алдым. Тыштан бик матур ине, үҙебеҙгә лә ҡалдырҙым. Ни эшләптер ашалмай оҙаҡ торҙо, яңыраҡ ҡына ташланым. Бер генә лә үҙгәрмәнеләр. Тик өс ай һаҡланған алма ашарға яраҡлымы икән, тигән шик тыуҙы.
Әйтергә теләгәнем шул: урамдарҙа баҙар кәрәк, ләкин уларҙа ситтән килтерелгән һәм тикшерелмәгән йәшелсә-емеш, тәмләткес үләндәр һатылмаһын. Өфө өсөн махсус булдырылған баҙарҙар бик аҙ. Уларын да ныҡлап тикшереп, ҙур туҡталыштарҙағыларын ғына ҡалдырып, сауҙа итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәктер. Мәҫәлән, С. Перовская менән С. Кувыкин урамдары мөйөшөндә өҫтө япмалы бәләкәй баҙар бик тә ярап ҡалыр ине. Дөрөҫ, әллә ни йыраҡ та түгел Аврора урамында бар ул баҙар, ләкин кеше күп йөрөй торған урында түгел, эске яҡта. Бында әллә нисә урам киҫешкән, байтаҡ туҡталыш бар, шуға ла уңайлы булыр ине. Миллионлы ҡала өсөн баҙарҙың күп булыуы отошло. Тик улар һәр яҡтан уйланып, халыҡ өсөн уңайлылыҡ тыуҙырып ойошторолһон ине.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 89

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru