«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТТЕҢ АЛТЫН ФОНДЫН ОЙОШТОРОУҒА ҺӘР КЕМ КӨС ҺАЛЫРҒА, ҮҘ ӨЛӨШӨН ИНДЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ!
+  - 


"Иң тәүҙә һүҙ булған" тиелә изге китапта. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, ысынлап та, барлыҡ башланғыстарҙың нигеҙендә һүҙ ятҡанлығын аңлауы ауыр түгел. Һүҙгә һүҙ ялғанһа, төшөнсә, мәғлүмәт барлыҡҡа килә һәм шул мәғлүмәтте дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыусы кеше башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртә алыусы уҡытыусыға, яҙыусыға, сәйәсмәнгә әүерелә.
Ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) - йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВАның да барлыҡ башланғыстарының нигеҙендә һүҙгә, мәғлүмәт менән эш итеүгә туранан-тура мөнәсәбәт ята. Былар хаҡында уның менән ҡорған әңгәмәлә уҡырһығыҙ.

Эльвира Ринат ҡыҙы, һеҙҙең бала, үҫмер сағығыҙ совет осорона тура килгән. Ул саҡтарҙа малайҙарҙың күбеһе - шофер, космонавт, ҡыҙҙарҙың күбеһе уҡытыусы, әртис булырға хыяллана торғайны. Бөгөнгө ысынбарлыҡ менән сағыштырғанда һеҙҙең хыялығыҙ нисә процентҡа тура килә тип уйлайһығыҙ?

- Мин бер ҡасан да депутат булырмын, сәйәсәт менән шөғөлләнермен тип уйламағайным. Шул яҡтан ҡараһаң, бала, үҫмер сағым хыялдары менән хәҙерге ысынбарлығым бер нисек тә тап килмәй. Әсәйем уҡытыусы булғас, уға оҡшарға тырышып, туғандарымды, ҡурсаҡтарымды бергә ултыртып ҡуйып үҙемсә уҡыта торғайным. Йәй көндәрендә бәләкәй туғандарымды командаларға бүлеп, ярыштар, төрлө уйындар ойошторҙом. Тәүге хыялым уҡытыусы булһа, икенсеһе әртис булыу хыялы. Ул ваҡытта өйҙәрҙең стеналарында, шифоньерҙарҙа билдәле сәнғәт кешеләренең фотоһүрәттәрен ҡуйыу модала ине. Шуға күрә уларға ҡарап әртис булам тип тә хыялланып алдым.
Әле сәйәсәт менән шөғөлләнәм икән, был эшемде атҡарыр өсөн әҙерәк уҡытыусы ла, әҙерәк журналист булырға ла тура килә. Журналист булыуға килгәндә, инәйемдең иҫләүенсә, мин тараҡты микрофон итеп тотоп, кешеләр янына килеп, уларға һорауҙар биреп, һөйләндереп тә йөрөгәнмен икән. Шуның өсөн дә барыһын бергә алғанда хыял менән ысынбарлыҡ нисбәттәре, бәлки, тап киләлер ҙә. Мин шундай мәғлүмәт ишеткәйнем. Беҙҙең илдәге иң ҙур һаналған Һаҡлыҡ банкында бер нисә йыл элек етәкселәрҙең һәр береһенең педагогик белеме булыуы талап итеп ҡуйылған. Кеше әгәр ҙә балалар менән аралаша белһә, һәр бер кеше менән дә дөрөҫ итеп мөнәсәбәт ҡора алалыр тип уйлайым.
Икенсенән, журналист булараҡ тәжрибәмде ҡарағанда, журналист - ул профессиональ дилетант. Беҙҙең һәр бер өлкә буйынса, бик тәрәнгә төшмәһәк тә, мәҡәлә яҙырлыҡ белемебеҙ бар. Өсөнсөнән, уҡытыусы ла, журналист та иң беренсе нәүбәттә үҙе өсөн түгел, кешеләргә ярҙам итер өсөн тырыша, ә был сифаттар сәйәсмәнгә хас. Биографиямда ошо ике йүнәлештең булыуы артабанғы эшмәкәр-легем өсөн ныҡ ярҙам итте, эшемде еңеләйтте.

Шундай күҙәтеүем бар: юғары уҡыу йортона ингәнсе педучилище (хәҙер педколледж) тамамлаусылар тормоштарында күпкә өлгәшәләр. Педколледжда вузға тиклем уҡыу һеҙгә нимә бирҙе?

- Мин Белорет педучилищеһына һигеҙенсе кластан һуң килдем. Унда практик белем күп бирелә. Мин, мәҫәлән, башланғыс кластарҙа барлыҡ дәрестәр менән бер рәттән, хеҙмәт дәресен дә алып бара алам икән, бының өсөн сигергә лә, тегергә лә, бесергә лә, ашарға бешерергә лә белергә тейешмен. Әгәр ҙә быларҙы белмәһәң, педучилищела һиңә барыһын да, рәсем дәресен үткәрергә лә, физкультура уҡытыусыһы булырға ла өйрәтәләр. Һин музыка дәресен дә алып бара алаһың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең музыкаль белемем юҡ ине, әммә бер кем дә һинән "Бармы-юҡмы?" тип һорап тормай. Шул уҡ ваҡытта үҙең йырларға ла, бейергә лә, фортепьянола уйнарға ла бурыслыһың, сөнки үҙең белмәгәнде балаға өйрәтеп булмай. Дәресте алып барғанда үҙеңде нисек тоторға, дәрес планын яҙырға, балалар менән дөрөҫ аралашырға ла өйрәтәләр. Бындай практик белемде юғары уҡыу йортонда бирмәйҙәр.
Мин педучилищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфөгә, Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға килдем. Тәүҙә хайран ҡалдым, сөнки теләһәң - уҡыйһың, теләмәһәң - уҡымайһың. Ә педучилищела етди сәбәпһеҙ бер дәрес тә ҡалдырып булмай. Унда, ғөмүмән, дәрес ҡалдырыу тигән төшөнсә лә юҡ. Киске сәғәт унда барыһы ла йоҡларға ята, ут һүндерелә. Әгәр ҙә ниндәйҙер өйгә эшеңде эшләп өлгөрмәһәң, коридорға сығып ултырырға мәжбүр булаһың. Инәйем (әсәйем) уҡыған Белорет педучилищеһында белем алыу миңә ҙур тормош һабағы биргәндер. Әгәр ҙә урта мәктәптән һуң тура юғары уҡыу йортона ингән булһам, кем белә, бәлки, тормош юлым башҡасараҡ та булыуы мөмкин ине. Белоретта мине бик тәжрибәле, белемле педагогтар уҡытты, уларға бик рәхмәтлемен. Унда алған белем, тәжрибә миңә, үҙем уҡытыусы булып эшләмәһәм дә, бик кәрәк. Университеттың һуңғы курсында уҡығанда тормошҡа сығып, дипломды тап шул мәлдә тыуған ҙур ҡыҙым менән бергә алдыҡ. Бер үк ваҡытта гәзит, радио, телевидение редакцияларында ла эшләнем.

Бала сағығыҙҙың иң бәхетле мәлдәре ниндәй хәтирәләргә бәйле, мөмкин булһа, ҡайһы сағығыҙға әйләнеп ҡайтырға теләр инегеҙ?

- Инәйемдең оҙон күлдәген кейеп, ултырғысҡа баҫып, концерт ҡуя торғайным. Шул мәлдәрем иҫемә ныҡ уйылып ҡалған. Тыуған ауылым Яңы Байрамғол, унда әзәйем дә (өләсәйем дә) йәшәне, бик күп ваҡытымды уның менән үткәрә торғайным. Ул мине ҡумыҙ сиртергә, домино уйнарға өйрәтте, йәйҙәрен бергәләп еләккә йөрөнөк. Айырым ниндәйҙер бер ваҡиғаны әйтә алмайым, күрәһең, бала сағым тотошлайы менән тик яҡты нурҙар менән туҡылғандыр. Мин ауылдағы әбейҙәрҙе аптыратырлыҡ тел биҫтәһе булғанмын, әлбиттә, ул саҡтарыма ҡайтҡым килә. Ул саҡта беҙҙең ауыл ҙур һымаҡ, ә Учалы ҡалаһы йыһан һымаҡ булып тойола ине. Мин тыуған саҡта ул ҡалаға ун йәш кенә булған. Атайымдың ата-әсәләре Златоуст ҡалаһында йәшәне. Ә ул ҡала Учалынан да ҙурыраҡ, етмәһә, ул ҡалалағы ҙур магазинда торған ҙур ҡурсаҡ донъяның иң ҙур мөғжизәһе һымаҡ. Атайымдың "Муравей" тигән мотоциклы бар ине. Ул мине шунда ултырта ла ялан-ҡырҙар буйлап алып йөрөй, һабантуйға барабыҙ. Инәйем уҡытыусы булғас, уның менән күберәген мәктәптә осраша торғайныҡ.
Мин бик иртә уҡырға, һанарға өйрәндем. Мәктәпкә барам тип илай торғас, алты йәшем тулғас, октябрь айында мине 1972 йылғы балалар менән беренсе класҡа алып барып ултырттылар. Һуңғы партала ултырам, әммә минән уҡытыусы ҡул күтәрһәм дә һорамай. Кластағы балалар үҙ-ара дуҫлашып бөткән, миңә салага тип ҡарайҙар. Тағы ла илай торғас, инәйем мине өйгә алып ҡайтып, икенсе йылына тиңдәштәрем менән бергә уҡырға алып барҙы. Ҡыҫҡаһы, мин беренсе класҡа ике тапҡыр барҙым. Былар барыһы ла бала сағымдың яҡты иҫтәлектәре.

Һеҙ ике телдә лә, башҡортса ла, русса ла, логик фекерләй алаһығыҙ. Нисек уйлайһығыҙ, күп тел белеүҙең әһәмиәте нимәлә? Мәҫәлән, беҙ, башҡорттар, бер ваҡытта булмаҫ ваҡиға хаҡында "ҡыҙыл ҡар яуғас" тип әйтәбеҙ, ә урыҫтар "после дождичка в четверг" ти. Тимәк, ике телде лә яҡшы белеү һәм логик фекерләү һәләте ошоларҙың синтезын табырға ярҙам итә. Быны нисек аңлата алаһығыҙ?

- Ул минең ғаиләмдән килә. Минең инәйем ауылда үҫкән, ул башҡортса ғына һөйләшә, ә атайым Златоуста тыуып үҫкән, унда мәктәп тамамлаған, күберәк русса аралаша. Уның атаһы менән әсәһе башҡортса һөйләшә ине, әммә Златоуста мөхит урыҫ телендә ине. Шуға күрә мин бәләкәй саҡтан ике тел араһында үҫтем. Әйтәйек, атайым урыҫса бер һүҙ әйтһә, мин инәйемдән ул һүҙҙең башҡортсаһын һорайым. Инәйем менән башҡортса, атайым менән урыҫса һөйләшкәнгә күрә миңә ике телдә лә һөйләшеү еңел бирелгәндер.
Беҙ байтаҡ ваҡыт Ҡаҙағстанда йәшәп алдыҡ. Шуға күрә мин башта башҡортса иркен һөйләшә алманым. Аҙаҡ Өфөлә уҡый башлағас, рухлы башҡорт ғаиләһенә килен булып төшкәс, башҡорт теле миңә кире ҡайтты. Сөнки телем асылған саҡта зиһенемә һалынып ҡалған туған телем үҙ шытымын бирҙе һәм мин бөгөн башҡортса иркен һөйләшә, фекер йөрөтә алам.
Глобалләшеү шарттарында бер халыҡ та тик үҙенең генә телендә һөйләшеп йәшәй алмай. Шуның өсөн бөгөн һәр кемдең кәмендә ике телде белеүе мотлаҡ, ә инде күберәк телде белһә, тағы ла яҡшыраҡ. Ике телде белеү беҙгә конкурентлыҡта өҫтөнлөк бирә.
Элек йәштәр ауылдарҙан ҡалаларға сығып киткәс, мохтажлыҡтан сығып урыҫ телен өйрәнә башлай торғайны. Хәҙер интернет, телевидение йоғонтоһонда балаларҙың, үҫмерҙәрҙең барыһы ла тиерлек урыҫ телендә һөйләшеп, туған телен онота башланы. Әле ғилми яҡтан былар хаҡында ныҡ уйланам. Туған телдәрҙе, башҡа телдәрҙе белеү мәсьәләләре ғилми яҡтан ныҡ өйрәнелмәгән. Шуға күрә Мәскәүҙә ошо мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынған эксперттар менән бәйләнештәмен...

Ысынлап та, был хәл ҙур проблемаға әүерелде, уны нисек төҙәтеп була тип иҫәпләйһегеҙ?

- Иң беренсе нәүбәттә интернет селтәрендә башҡорт балалары өсөн контент булырға тейеш. Икенсенән, урыҫ телендәге йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итеү, үҙебеҙҙең телдәге йәнһүрәттәрҙе мөмкин тиклем күберәк төшөрөү мотлаҡ. Бының өсөн ҙур күләмдәге финанс талап ителә. Рәсәйҙәге һәр милли төбәк донъя стандарттарына ярашлы йәнһүрәт сығара алмауын да яҡшы беләбеҙ. Балаларҙың туған телен белеп үҫеүендә ғаиләнең дә роле ҙур. Мәғариф системаһына килгәндә, дәрестәрҙең ҡыҙыҡлы булыуы, уҡытыусыларҙың янып эшләүе талап ителә.

Һеҙгә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ һорау: бынан ун биш-егерме йыллап элек Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй өсөн милли идея тип дәүләтебеҙҙең һәр йәһәттән дә конкурентлылыҡҡа һәләтле булыуын атағайны. Бының менән килешергә була. Беҙ, башҡорттар, донъяның ҙур сәйәси донъяһында ҡатнаша алмайбыҙ, корпорациялар төҙөп, ҙур иҡтисади-финанс донъяһы төҙөй алмайбыҙ. Былар өсөн беҙҙең менталитет та тап килмәй. Беҙ әлеге донъяла нисек конкурентлылыҡҡа һәләтле була алабыҙ, заман башҡортоноң модуле ниндәй булырға тейеш тип иҫәпләйһегеҙ?

- Был турала ҡоролтайҙа бик йыш фекер алышабыҙ. Әлеге көнгә тиклем йәмәғәт ойошмалары, ғалимдар менән берлектә башҡорт халҡының стратегияһы ҡабул ителгән. Унда конкурентлылыҡ тураһында ла һүҙ бар. Әлбиттә, беҙгә хас түгел, тип әйткән хәлдә лә, беҙ корпорацияларҙа ҡатнаша алабыҙ. Беҙ ҡайһы ваҡыт үҙебеҙҙең образдың аманаты ла булып китәбеҙ. Был күренеш башҡорттарға хас түгел, тибеҙ ҙә, аяҡ һәлендереп нимәлер көтөп ултырабыҙ. Минеңсә, квоталар, льготалар ғына талап итеп ултырыу, улары ла кәрәк, оранжереяларҙа ғына ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән сәскәне хәтерләтә. Ә ул сәскәне теплица ҡурсаулығынан ситкә сығарһаң, һулыуға дусар. Шуның өсөн беҙгә теплицала ултырыу бөтөнләй ярамай. Сөнки беҙ донья халыҡтары ниндәй шарттарҙа йәшәһә, шундай уҡ шарттарҙа йәшәргә дусар ителгәнбеҙ. Беҙ балаларыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләп, уларға кәрәкле белемде биреп, үҙебеҙҙең элитаны үҙебеҙ үҫтерергә бурыслыбыҙ. Әле бына нимә асыҡланды: бөтөн донъяла химия фәне өлкәһендәге иң ҙур шәхес - ул башҡорт егете, Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисов. Ул быйыл июль айында Швейцарияла үткән халыҡ-ара химия олимпиадаһында 90 илдән ҡатнашҡан уҡыусылар араһында еңеп сығып, Алтын миҙал яуланы. Беҙҙең бурыс - ошондай милләттәштәребеҙҙе күтәреп, уларҙың эргәһендә мәктәптәр асыу. Был егетте шундай уңыштарға алып сығыусы уҡытыусыһы - ул Айнур Ғүмәров, ә Айнурҙың уҡытыусыһы- Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина. Лиза Ҡыям ҡыҙы химия фәненә һәләтле балаларҙы үҙ янына туплаған, уларҙы ҡурсалай, һәр уҡыусыһы менән үҙе шөғөлләнә. Шуға күрә лә маҡсатына өлгәшә. Һәр башҡорт шәхесенең үҙ йүнәлеше һәм ундағы тәжрибәһе бар. Тимәк, беҙ йәштәребеҙҙе үҙебеҙҙең йүнәлештә тәрбиәләй алабыҙ. Әммә был эш системаға һалынмаған әле.
Беҙ быйылдан һәр милли мәктәпкә билдәле шәхестәребеҙҙе беркетеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Шул мәктәптәрҙә талантлы балалар асыҡланһа, уларҙы бергәләп үҫтереү ҙә беҙҙең бурысҡа инә. Быны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы тәҡдим иткән "Атайсал" проекты эсендә лә тормошҡа ашырып була. Быға тиклем был проектта кемдең аҡсаһы бар, кем ауылда мәсет йә башҡа объект төҙөтә ала, шул ҡатнаша ине. Әммә иң ҙур байлығыбыҙ интеллектуаль базабыҙ икәнлеген дә оноторға ярамай. Ҙур трибуналарҙан тороп, юғары һүҙҙәр һөйләгәнсе, һәр ҡайһыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде эшләргә бурыслы. Алтын бөртөкләп йыйыла, тиҙәр халыҡта. Милләтебеҙҙең алтын фондын ойоштороу өсөн һәр беребеҙҙең көс һалырға, үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлеге бар.

Тимәк, беҙ конкурентлылыҡҡа һәләтле тип уйлайһығыҙмы?

- Һис шикһеҙ, һәләтле! Сөнки конкурентлылыҡҡа һәләтле булыу сифаттан ғына тормай, иң беренсе нәүбәттә, белемгә, тырышлыҡҡа бәйле. Балаларыбыҙға төплө белем, йүнәлеш биреп ярҙам итһәк, киләсәгебеҙ булыр. Бөгөн кемдең белеме, тәжрибәһе, старт мөмкинлектәре бар, шулар алға китә. Кемдәр халыҡҡа ярҙам итә, халыҡ уларға ла ярҙам итергә тейеш. Күп кенә халыҡтарҙа бер кеше үҫә башлаһа, уға күмәк көс менән ярҙам итә башлайҙар. Был үҙенә күрә селтәрле маркетингҡа оҡшаған.

Әйткәндәй, беҙҙең шәжәрә формаһы шул уҡ селтәрле маркетинг һымаҡ...

- Эйе, беҙ конкурентлылыҡҡа һәләтле булғаныбыҙ өсөн дә шәжәрәләребеҙ һаҡланып ҡалған. Беҙҙең шәжәрәләрҙә дини руханиҙар ҙа, юғары хәрби вазифа яулаған олатайҙарыбыҙ ҙа бар. Улар конкурентлылыҡҡа эйә булмаһа, быға өлгәшә алмаҫтар ине.

Урта быуаттар үлсәме буйынса ҡарағанда интернет меңәр йыллыҡҡа торошло үҫеште тәшкил итте. Мәғлүмәт туплауҙың, аралашыуҙың был ысулы кешегә бихисап мөмкинлектәр бирҙе. Интернет ярҙамында кешеләр бер-береһен табыша, уның ярҙамында милләтебеҙ берләшә, фекер алыша, ижадсылар яҙған әйберҙәренә лайк-баһа ала, үҙ-үҙен бойомға ашыра. Бер үк ваҡытта интернет ярҙамында донъяны юҡҡа сығарырға ла була. Социаль селтәрҙәрҙә ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн яуаплы булыуҙың талаптары юҡ. Гәзит-журналда, китапта баҫылған ялған мәғлүмәтең өсөн яуап бирәһең. Сөнки ул - документ. Интернетта урынлаштырылған мәғлүмәтең өсөн яуаплылыҡ сиктәре киләсәктә дәүләт тарафынан ниндәйҙер формаһын алырға тейештер бит, нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә былар булдырылмаһа, интернет милләтте һәм дәүләтте тарҡатыусы көскә әйләнеүе бар...

- Ҡануниәткә килгәндә, беҙҙә иң тәүҙә ниндәйҙер күренеш барлыҡҡа килә, артабан уға ярашлы йәмәғәт фекере туплана башлай, шунан һуң ғына закондар ҡабул ителә. Минеңсә, әле был өлкә үҫешә башланы. Дөрөҫ, беҙ бындай бумға әҙер түгел инек. Тәбиғәттә булған һәр нәмә йә дарыу, йә ағыу тип тә әйтәләр. Барыһы ла миҡдарына ҡарап. Шуның кеүек, интернет дарыу булһын өсөн, әлбиттә, сама кәрәк. Ә сама миҡдарын һәр кеше үҙе хәл итә. Закондарҙы ҡараһаҡ, ике-өс йыл элекке менән сағыштырһаҡ, беренсе аҙымдар эшләнгән. Әле фейктарға ҡаршы закон ҡабул ителде. Хәҙер элекке һымаҡ булмаған нәмәне баштан сығарып ҡотҡо таратыуға сик ҡуйылды. Дәүләт тарафынан финансланған матбуғат сараларында эшләүсе журналистың интернетта биш мең уҡыусыһы булһа, блогерҙарҙыҡы миллионлап. Шул уҡ ваҡытта блогерҙың яҙғандарын объектив тип атай алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә!

Тимәк, объективлыҡ мәғлүмәтте ҡабул итеүселәрҙең һанына бәйле түгел, тип әйтә алабыҙмы?

- Шулай, беҙ бөгөн блогерҙарҙың да эшмәкәрлеген закон нигеҙендә яйға һалырға тейешбеҙ. Улар ҙа яҙғандары өсөн яуаплы булырға бурыслы. Ҡыҫҡаһы, интернет селтәрендә тәртиптең зарурлығы барыһына ла билдәле. Быны барыһы ла таный. Ә бына ике йыллап элек барыһы ла һүҙ азатлығы яҡлы ине.

Ә бит һүҙ азатлығы менән объективлыҡ араһында ла айырма бар. Әгәр ҙә мәғлүмәт еткереүсе кемдәндер үс алыу, йөҙөн йыртыу, башҡалар алдында шәхсиәтен кәмһетеү маҡсатын ҡуйһа, объективлыҡ хаҡында фекер йөрөтөү ҙә мөмкин түгел...

- Бөгөн кем нимә теләй, шуны яҙа, хатта сәйәсмән булмаһа ла сәйәсәт тураһында фекер йөрөтә. Беренсенән, әлбиттә, һүҙ азатлығы ла кәрәк, икенсенән, кеше үҙенең фекерен еткереү хоҡуғын тормошҡа ашырырға теләй икән, уның эске контроле булырға тейеш, шунһыҙ йәмһеҙ күренеш килеп сығасаҡ. Әлбиттә, киләсәктә интернетта ла дөйөм ҡағиҙәләр барлыҡҡа киләсәк.

- Наполеон "Сәйәсмәндең йөрәге башында булырға тейеш", тигән. Ошоға ниндәй аңлатма бирер инегеҙ?

- Минеңсә, сәйәсмән булыуы бик ҡатмарлы. Ни өсөн тигәндә, популизм сәйәсмәндәргә хас булырға тейеш түгелдер. Бөгөн сәйәсәт донъяһы шулай ҡоролған: унда кешеләрҙең хистәрендә уйнау йыш күренеш. Кешеләрҙе илатыу, йәлләтеү тойғоһо уятыу өсөн бик күп технологиялар ҡулланалар. Күп илдәрҙә "төҫлө революциялар" ошо рәүешле тормошҡа ашырыла. Югославияны ошо юл менән бер нисә өлөшкә бүлделәр, Украина майҙан аша үтеп, бөгөн ниндәй хәлгә килеп баҫты. Бындай сәйәсәт халыҡтың хисендә уйнау юҫығында тормошҡа ашырыла. Сәйәсмән булараҡ, шуны ла әйтәм, ҡайһы ваҡыт бик ауыр ҡарарҙар ҙа ҡабул итергә мәжбүрһең. Һәр бер ҡарарҙы йөрәк аша үткәреп, баш аша тормошҡа ашыраһың. Бөгөн технологиялар шулай ҡоролған.

Һеҙ модератор булған бер нисә форумда булдым. Көтөлмәгән йүнәлештәрҙә дөрөҫ булған дәлилдәр килтереп, һөйләшеүҙе кәрәкле йүнәлештә алып китеү һәләте һеҙгә ҡайҙан килә? Был тәжрибәгеҙ һөҙөмтәһеме, әллә логик фекерләүегеҙ үҙенсәлегеме?

- Ул минең журналист булып эшләгәндә туплаған тәжрибәмдер, тием. Миңә телевизион журналист булараҡ тура эфирҙарҙа оҙаҡ эшләргә тура килде. Шул уҡ ваҡытта мин алдан йүнәлештәрҙең төрлө яҡҡа боролоу ихтималлығын иҫәптә тотоп, төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт туплайым. Эфирҙар аша үткәндә бер нисә сценарий башымда була.

Пушкин "Даһилыҡ парадокстың дуҫы" тигән. Тормошоғоҙҙа көтөлмәгән парадокс хәлдәр булғаны бармы?

- Сәйәсәт, ғөмүмән, көтөлмәгән күренеш. Ниндәйҙер үҙем көтмәгән хәлдәргә тарыһам, мин уларҙы булырға тейешле күренеш тип баһалайым, аптырамаҫҡа тырышам. Шул уҡ Дәүләт Йыйылышына барыуҙы тәҡдим итеүҙәре лә парадокс булғандыр. Шул уҡ ваҡытта Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына килеүемде лә ҙур һынау тип ҡабул иттем.

Дәүләт Думаһында профилле йүнәлештә эшләгән депутат булараҡ, мәғариф системаһына үҙгәрештәр индереүҙең мотивтарын нимәлә күрәһегеҙ? Был - бер, икенсенән, мәктәптә туҡтауһыҙ инновациялар үткәреп, балаларҙы "тәжрибә ҡуянына" әйләндермәйбеҙме?

- Минеңсә, һуңғы ике йылда мәғарифта барған үҙгәрештәр бик кәрәкле. Ә "тәжрибә ҡуяны"на килгәндә, беҙҙең балалар үҙҙәре шундай осорға тура килде бит. Элек уҡытыусыларға Хоҙайға табынған һымаҡ ҡаранылар, сөнки улар бер кемдән алып булмай торған белем бирә инеләр. Бөгөн иһә уҡыусы интернет аша мәғлүмәт туплап, уҡытыусынан да күберәкте белергә мөмкин. Балаларҙы беҙ бөгөн мәғлүмәт менән аптырата алмайбыҙ. Ә бына уларҙы тормошҡа әҙерләргә тейешбеҙ. Бында инде кешелек сифаттары, хеҙмәт тәрбиәһе биреү алға сыға.
Мәғариф системаһында бөгөн барған үҙгәрештәр саҡ ҡына һуңлабыраҡ башланды. Рособрнадзор вәкилдәре менән осрашыуҙа улар беҙгә ҡыҙыҡ ҡына фекер әйтте: беҙҙә стандартизация йәһәтенән күрһәткестәр йылдан-йыл яҡшырыуын сит илдәр күҙәтеп бара икән һәм тиҙҙән беҙҙең Рәсәй Федерацияһы донъялағы иң яҡшы системалар араһына инергә тейеш. Спорттағы кеүек, бында ла беҙгә санкциялар башлағандар, йәғни халыҡ-ара олимпиадаларға индермәйҙәр, командаларҙы РФ байрағы менән ҡатнаштырмайҙар, һ.б. Сөнки улар беҙҙең көсөбөҙҙө күрә. Шуның өсөн беҙгә тик үҙебеҙгә генә хас булған системаны ойошторорға кәрәк. Шуға микән, ҡайһы бер илдәр беҙҙең совет системаһын нигеҙ итеп алып, үҙҙәренең системаһын үҫтерәләр. Ә бына хеҙмәт тәрбиәһе беҙҙең системаның төп өлөшө. Беҙ әле шуға кире ҡайтып барабыҙ.
Былтыр беҙҙә "Мөһим дәрес" башланды, унда балалар дәүләт байрағын күтәрә, гимнды тыңлай. Был яңылыҡ башланғанда күпселек ата-әсәләр "Балаларға сәйәсәт нимәгә кәрәк?" тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне, ә бөгөн беҙ дөрөҫ юлда булғанлығыбыҙҙы аңлайбыҙ.
Уҡытыусыларға килгәндә, улар заманға яраҡлы булырға тейеш. Сөнки бала һәр ваҡыт бала булып ҡала, улар ҡатмарлы ситуацияларға эләккән саҡта уҡытыусы уларға дөрөҫ юл күрһәтергә бурыслы. Икенсенән, беҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең традициялар нигеҙендә үҙебеҙҙең рухта тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Әйтеүҙәренсә, Берҙәм дәүләт имтиханын уйлап сығарыусы кеше быны үҙенең тормошондағы иң ҙур хатаһы тип иҫәпләгән икән. Беҙҙең мәғариф системаһына ситтән ингән был яңылыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?

- Эйе, ул ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Минең фекергә килгәндә, БДИ ул форма ғына, уның йөкмәткеһен, йәғни контроль-тикшереү материалын үҙебеҙҙең уҡыу йөкмәткеһенә яраҡлаштырыу талап ителә. Һорауҙар беҙҙең мәктәп программаһына тап килергә тейеш. Уҡыусы ун бер йыл буйына алған белемен ошонда күрһәтергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, БДИ һорауҙары күпкә ҡатмарлаштырып бирелә, шул арҡала балалар һәм ата-әсәләр стресс кисерә. Сөнки ул һорауҙар мәктәп программаһында юҡ, шуға күрә аҡса сығарып, өҫтәмә рәүештә әҙерләнергә кәрәк була.
Ә формаға килгәндә, беҙҙең балалар илебеҙҙең төрлө-төрлө алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем алыуға өлгәшә. Элек, әйтәйек, Мәскәү дәүләт университетына инеү мөғжизә һымаҡ ҡабул ителә торғайны. Бөгөн бындай хәлдәр бер кемде лә аптыратмай. Элек ата-әсәләрҙең финанс мөмкинлеге, танышлыҡ принцибы был йәһәттән төп ролде уйнаны. Был йәһәттән БДИ беҙҙең балаларға трамплин ролен үтәгән оло мөмкинлек.

Һеҙ халыҡ араһында йөрөгән, халыҡ менән үҙ телендә һөйләшә алған Дәүләт Думаһы депутаты. Һеҙҙең коллегаларҙан Лилиә Ғүмәрова, Зариф Байғусҡаров шулай уҡ башҡорт телендә аралашыусылар. Хәҙерге көндә һайлаусыларығыҙ күберәгендә ниндәй мәсьәләләр буйынса һеҙгә мөрәжәғәт итә?

- 90 процент халыҡ үҙенең шәхси һорауы менән килә, уларҙың араһында табиптарға эләгеү мәсьәләһе менән килеүселәр - иң күбеһе. Шулай уҡ эшкә урынлашыу, мәктәп мәсьәләһе менән дә йыш мөрәжәғәт итәләр. Ҡайһы ваҡыт судтан һуң да киләләр - был осраҡта беҙ бер нисек тә ҡыҫыла алмайбыҙ, сөнки суд бөтөнләй айырым тармаҡ. Үҙенең идеяһын, ярҙамын тәҡдим иткән кешеләр ҙә бик күп. Мин быға бик шат, сөнки күп кенә милләттәштәребеҙ үҙҙәре өсөн түгел, халҡыбыҙ өсөн борсолоп йәшәй. Халыҡты иҫәпкә алыу кампанияһы барғанда беҙҙең төплө команда барлыҡҡа килде, тарихсыларыбыҙ, телселәребеҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре был йүнәлештә дәррәү эшкә тотонғас, күршеләребеҙ беҙгә был эшмәкәрлек өсөн күпме финанс бүленеүе менән ҡыҙыҡһынды. Ә ысынбарлыҡта барыһы ла үҙ халҡы өсөн бушлай, ҡайһы берҙә ваҡытын ғына түгел, үҙ аҡсаһын сарыф итеп эшләне. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең халыҡ араһында ысын фиҙаҡәрҙәр меңдәрсә.
Ҡайһы ваҡыт минең үҙемә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килә. Әйтәйек, минән ярҙам һорап килеүсегә ярҙам күрһәтә алыусыларҙы ошо юл менән табам. Бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һонғанда ғына алға китербеҙ, тим. Әлбиттә, ярҙам һораусыларға кисекмәҫтән, ҡапыл ярҙам талап ителә. Ә ул мәсьәләне хәл итеү өсөн заманға ярашлы программалар ҡабул ителгәнсе байтаҡ ваҡыт кәрәк була. Глобаль кимәлдәге һорауҙар барлыҡҡа килһә, мин ул һорауҙарҙы Дәүләт Думаһында мәсьәлә итеп күтәреү юлдарын эҙләй башлайым, коллегаларым менән аралашам.

Дәүләт Думаһында шәхсән инициативағыҙ менән ниндәй проблеманы закон кимәленә күтәрә алдығыҙ?

- Һәр бер инициативаны үткәрер өсөн бик күп процедуралар аша үтергә кәрәк. Бының өсөн егермегә яҡын экспертиза үтеү талап ителә. Күтәргән проблемаңа барыһы ла ыңғай ҡараһын өсөн уның актуаль булыуы мотлаҡ. Закондар ижад иткәндә автор булараҡ төркөм менән ҡатнашам. Мин был саҡырылышта туған телебеҙгә ҡарата инициатива менән сығыш яһаусылар төркөмөндә булдым. Был мәсьәләне бер нисә тапҡыр ойоштороп ҡараныҡ, тик ул бик ауыр бара. Быны асыҡтан-асыҡ әйтәм, сөнки беҙҙең милли телдәрҙе һаҡлау мәсьәләһенә төрлө яҡтан ҡарап мониторинг үткәрәләр. Рәсәй күп милләтле ил, был ил кимәлендә ҡабул ителгән закон булғас, Башҡортостанда ла, Рязанда ла ул закон эшләйәсәк, шуның өсөн быны тик Башҡортостан өсөн генә ҡабул итеү мөмкин түгел.

Ағымдағы йыл Рәсәйҙә "Педагог һәм остаз йылы" тип иғлан ителде. Һеҙҙең остаздарығыҙ бармы, беренсеһе - инәйегеҙ...

- Ниһайәт, ил кимәлендә уҡытыусыға иғтибар барлыҡҡа килде. Инәйемә килгәндә, ул минең уҡытыусым да, инәйем дә, остазым да. Көнөнә ике-өс тапҡыр шылтыратышып, кәңәшләшеп торабыҙ. Яңы Байрамғол мәктәбендә уҡығанда Наилә апай беренсе уҡытыусым булды. Уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлайым.
Профессиональ яҡтан алғанда, минең уҡытыусым-остазым Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева. Мин радиоға эшкә килгәс, ул минең беренсе етәксем булды. Ғәҙел, талапсан, кешелекле, мин уға ҡарап: "Етәксе шулай булырға тейеш", - тип өйрәндем. Теге йәки был ситуацияла: "Тәнзилә Абдулла ҡыҙы ошо осраҡта нимә эшләр ине?" - тип фекер йөрөтәм. Һәр бер кеше, ғөмүмән, һинең тормошоңда дуҫ та, дошман да түгел, ә уҡытыусылыр.

"Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел" тип өйрәтә халыҡ аҡылы...

- Эйе, һәр бер кешенән нимәгәлер өйрәнергә тырышаһың. Яҡшыһын алаһың, насарынан ҡотолаһың. Ҡайһы бер кешеләрҙә күркәм сифат күрһәм, йыш ҡына шулай уйлайым: был сифат уға тыумыштан бирелгәнме, әллә ул быға үҙ-үҙен тәрбиәләү юлы менән өлгәшкәнме? Шунан уның ул сифатын үҙемдә тәрбиәләргә тотонам...

Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Эльвира Ринат ҡыҙы! Һеҙҙе меңәрләгән гәзит уҡыусылар исеменән алтын юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, тыуған илебеҙ, республикабыҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн тынғыһыҙ эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru