«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШЛАУҒА ҺАРЫМҺАҠ СӘСӘЙЕК
+  - 


Йәйҙе йәйләп, алтын көҙгә лә аяҡ баҫтыҡ, шөкөр. Көндәр ҡыҫҡарҙы, һалҡынайтты, шулай ҙа баҡсала күңелле әле. Астралар, хризантемалар, гортензиялар, георгиндар сәскә ата, ағастар япраҡ ҡоя, уңғандар баҡсаһын ҡышҡа әҙерләй: көҙҙөң дә үҙенең йәме һәм хәстәрҙәре бар. Бөгөн баҡса миҙгелен ябыр алдынан башҡара торған эштәрҙең береһе - ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ сәсеп ҡалдырыу тураһында оҫта баҡсасы һм хужабикә Ләлә МОЗАФАРОВА менән әңгәмәләшәбеҙ. Ул Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәй.

Ләлә апай, һеҙ баҡса үҫтереү менән күптән шөғөлләнәһегеҙме? Нимәләр үҫтерәһегеҙ?

- Беҙ ирем менән Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иттек. Мин бәйләнеш өлкәһендә эшләнем. Бер бәләкәй генә хәрби ҡаласыҡта йәшәнек. Унда беҙҙәге кеүек тупраҡ юҡ, ере ҡомло. Шунда ла еләк үҫтерә торғайныҡ. Түтәлде нығытып берәй нәмә ҡуймаһаң, ямғыр яуғанда аға ла китә ине. 12 түтәл еләгем булды, ныҡ уңа торғайны.
1996 йылда пенсияға сығып, тыуған яғыбыҙ Ейәнсураға ҡайттыҡ. Миңә ул саҡта 37 йәш ине. Ҡараһаҡ, нимә генә юҡ баҡсаларҙа, кеше дәртләнеп эшләй. Беҙ ҙә район үҙәгендә төпләндек тә, баҡсаһын да үҫтерә башланыҡ. Былай миңә артыҡ әллә нимә кәрәкмәй, үҙебеҙ ашарлыҡ емеш, йәшелсә булһа, етә. Климат йылы, нимә ултыртһаң да уңа. Умарталығыбыҙ бар, баҡсамдың күберәге унда, картуфты ла шунда сәсәбеҙ, сөнки йәй башлыса шунда үтә. Яратып, йәйләү тип йөрөтәбеҙ уны. Күп йыллыҡ сәскәләр яратам. Флокстарым матур. Пиондарым күп төрлө, улар күңелемә яҡын. Әле бына һалҡындар төшкәс, хоста шул тиклем шатланып ултыра, уға ямғырҙар килеште, һыуыҡҡа ла бирешмәй, сәскә ата. Бәрхәт сәскәһен үҫтерәм, улар оҙаҡ сәскә ата. Матурлығы өсөн лаванданы ултыртам, уны яҙын йәлләмәй, ҡырҡһаң, тарбаҡланып, йәйелеп китә. "Төнгө матурҡай" ("Ночная красавица") тигән сәскә оҡшай, георгиндың күп йыллығына ҡушып, "Дружные ребята" тигән бер йыллыҡ сортын сәсәм. Алыҫ Көнсығышта йәшәгәс, лимонник үҫә беҙҙә, былтыр ҡыҙым багульник алып ҡайтты. Ул ҡарағат һымаҡ ҡыуаҡлыҡ, сәскә ата. Шунда тыуғас, үҙҙәренсә улар ҙа һағына ул яҡтарҙы. Шуға Алыҫ Көнсығыштан бер сәләм булып ултырһындар, тинек.
Ятыраҡ үҫентеләрҙән һап-һары булып сәскә атҡан, крыжовник һымаҡ оҙонса емешле ҡарағатым бар, уны үҙемсә төҫөнә ҡарап, "алтын ҡарағат" тип йөрөтәм. Ирга үҫтерәм. Уларҙың емештәрен йыйып алырға ҡабаланмайым, баҡсала үҫкән һәр бер ҡыуаҡ - емешен өҙөп алып, ашап йөрөр өсөн. Ҡурай еләге 3 төрлө, ремонтант сорты ҡышҡа тиклем яҡшы уңыш бирә, яңыраҡ һары ҡурай еләге ултырттым. Атайымдың баҡсаһынан ҡаҙып алып ҡайтҡаны ҡыр ҡурай еләге, тәрбиәләһәң, емеше лә эре була. Үҙебеҙ өсөн йөҙөм дә үҫтерәбеҙ, "Алешкин", "Изабелла" сорттары, һуңғыһын кеше әллә ни яратмай, минеңсә, компот өсөн бик яҡшы. 2 төрлө крыжовник, алма - барыһы ла бар.

Баҡса миҙгеле һеҙҙең өсөн ҡасан башлана? Үҫентеләрҙе лә үҙегеҙ сәсәһегеҙме?

- Үҫентеләрҙе тормош иптәшем сәсә, уның ҡулы еңел. Шулай ҙа күп ултыртмайбыҙ, хәҙер баҙарҙа ла йәшелсә күп бит. Әйтәйек, һары төҫтәге помидор күрһәң, ҡыҙыҡ өсөн булһа ла уны һатып алып ашап ҡарайһың. Ә былай баҡса эшен яратҡас, уны ауырлыҡ һанамайбыҙ. Барына шөкөр итеп, күңелле генә итеп эшләйбеҙ, улыбыҙ - Өфөлә, ҡыҙыбыҙ Иҫәнғолда, улар ғаиләләре менән ярҙам итә. Йәй баҡсаға ғына йәбешеп ятмайбыҙ, сәйәхәт итергә яратабыҙ, был йәһәттән балалар беҙгә матур өлгө. Беҙҙе лә ҡалдырмай йөрөтәләр.
Мин яратып еләк үҫтерәм. Ремонтант еләктәр үҫә миндә, исемдәрен дә онотҡанмын. Береһе ғәҙәти баҡса еләге, икенсеһе баҡсала үҫә торған ҡайын еләге, русса "земляника садовая" тип йөрөтөлә. Уныһы әле лә сәскә атып ултыра, ейәнем яңы ғына 4 литрҙай йыйып алды. Еләкте умарталыҡта ла үҫтерәм. Август тыуып, 15-тәре етһә, йыйып алынған һуған, һарымһаҡ урынына еләктең йәш үҫентеләрен күсереп ултырта башлайым. Еләк бит ул йәйелеп үҫергә ярата, шуларҙың яҡшыларын ҡырҡмай ҡалдырам да, 20 см аралыҡ ҡалдырып, яңы түтәлгә ултыртып сығам. Ошо үҫентеләр яҙын яҡшы уңыш бирә. 2-3 йылдан уны ҡаҙып ташлайым, ҡарт еләктән файҙа юҡ. Ошо рәүешле яйлап-яйлап яңырта барырға кәрәк. Май айында ла күсереп ултыртам, улары инде көҙгә уңыш бирә башлай. Еләктәрем майҙа шау сәскәлә була, 1 июнгә инде тәүге еләктәр бешә. Һуңғы арала Ейәнсурала ямғырҙар яуҙы, "садовая земляника" тигәне һыуға туйынып, ныҡ матурайып китте, әле лә уңышы менән ҡыуандыра.

Ремонтант еләкте йылына бер тапҡыр уңыш бирә торған баҡса еләге янында үҫтерергә ярамай, тиҙәр, был дөрөҫмө?

- Минең ундай сорты ла бар. Уныһы бигерәк тәмле шул, бер еләк менән дә алыштырып булмай. Ысынлап та, уларҙы ҡатнаштырып, бер-береһенә яҡын сәсергә ярамай. Ремонтант еләк яйлап шул бер тапҡыр уңыш биреүгә күсә, сорттың үҙенсәлеге боҙола.
Һәр хәлдә, ниндәй генә сорт булмаһын, еләккә ныҡ иғтибар кәрәк. Төп шарт - ҡуйыртмау, мыйыҡтарын ҡырҡып тороу. Мин йәлләмәйем, 10 көн һайын тигәндәй ҡарап, күсереп ултыртҡандайҙарын ҡалдырып, ҡалғанын ҡырҡып ташлап торам. Тотош келәм булып китһә, еләге булмай. Ваҡытында күп кенә итеп һыуын да һипһәң, уңыш яҡшы була. Ошо ваҡытта еләк ашап ултырыу күңелле лә инде. Көҙгә ваҡлана инде, шулай ҙа магазиндан алынған еләк түгел, үҙеңдеке. Эше күп, әммә һөҙөмтәһе лә яҡшы. Ҡайнатма ла яһамайым, туңдырмайым да. Шул килеш ашайҙар ейән-ейәнсәрҙәр, витамин туплап ҡалһындар ҡышҡа тейем. Үҙҙәре лә ярҙамлаша, йыйырға яраталар. Әле ейәнем артып ҡалғанын йыйып, һатырға ла өйрәнде. Ҡышҡылыҡҡа еләк ҡыуаҡтарын япмайым, яҙын инде ҡарап, таҙартаһың. Насарыраҡ япраҡтарын да мөмкин тиклем алам. Бер ниндәй ҙә ашлама ла ҡулланмайбыҙ, араһына көл генә һалам. Көл килешә былай, беҙҙә тупраҡ әсерәк. Бәлки, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн был кәңәш килешмәҫ тә, шуға ла тәүҙә тупраҡтың торошон асыҡларға кәрәктер.

Һеҙ һарымһаҡты ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырам, тигәйнегеҙ. Был йәшелсәне орлоҡтан да үҫтерәһегеҙ икән?

- Һарымһаҡтың башы орлоҡҡа китә бит инде, шуларҙың эре генә бер нисәһен өҙөп ташламай, ҡалдырам. Ҡойолоп төшмәһен тип ҡарап тороп, йыйып алам, киптерәм. Шул орлоҡтар сөгөлдөр орлоғо тиклем генә була. Берәмләп түтәлгә төртөп сығам. Быны ямғырҙар башланмаҫ борон, октябрҙә эшләргә кәрәк. Йылына ҡарап, һауа торошона ҡарап, үҙегеҙ самалайһығыҙ. Иртә сәсһәң, шытып сыға ла, һыуыҡҡа, сирҙәргә бирешә. Ултыртҡас, һыу ҡоймайым, өҫтөнә ҡул менән баҫҡылап, һуҡҡылап ҡуям. Шуны икенсе йыл августа ҡаҙып алаһың. Тағы ла сәсһәң, өсөнсө йылына ғәҙәти, бүлкәтле һарымһаҡ була. Әсәйемдәр ҙә элек, орлоҡҡа ҡалдырам, тип әйтә торғайнылар. Көҙөн өс төрлө һарымһаҡ сәсәм йыл һайын: орлоҡтан, бер йыл ҡышлағандарын һәм беҙ өйрәнгәнсә, бүлкәттәрҙән. Өҫтөнә ағас онтағы һибәбеҙ. Яҙын иң тәүҙә һарымһаҡтар ерҙе төртөп килеп сыға.



Һуғанды ла орлоҡтан сәсәм, "ҡара һуған" тип йөрөтәм уны. Ғөмүмән, һуғанды иртә сәсергә ярамай, ул орлоҡ ебәрә башлай. Орлоҡҡа китһә, уңыш насарая. Ә бына ошо орлоҡтарын өҙмәй ҡалдырып, киптереп, тупраҡҡа ҡом ҡатыштырып сәсһәң, һыу һипһәң, ашарға яраҡлы ҙур ғына һуғанбаштар алырға ла була. Мин уның тәмен яратам. Йәшел һуғаны ла тәмле. Яңы йылға тиклем ошо һуғанды тотонам. Шулай уҡ "Семейка" һуған үҫтерәм. Төбөндә бер генә түгел, бер нисә һуған була, шуға ла "ғаилә" тип атала. Уны бер сәсһәң, киләһе йылына тағы ултыртҡы килә, нисектер күңелле итеп, күмәкләшеп, бер-береһенә йәбешеп үҫәләр. Һаҡлар өсөн дә әллә нимәләр ҡыландырмайым, пластик йәшниктәргә һалам да, газ яға торған бүлмәлә һаҡлайым.

Шулай итеп...
"Үҙ ҡулдарың менән үҫтергәнде тыныс күңел менән ашайһың" - Ләлә апайҙың был һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Баҙарҙа бары ла бар ҙа, тик ул йәшелсә-емеште нисек үҫтергәндәр икәне барыбер билдәһеҙ. Шуға ла үҙегеҙ өсөн генә булһа ла баҡса үҫтерегеҙ һәм тәжрибәгеҙ менән мотлаҡ уртаҡлашығыҙ. Хәбәрҙәр көтәбеҙ һеҙҙән.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 97

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru