«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠИТҒАЛАРҘЫ БЕРЛӘШТЕРЕР ЙЫРҘАР
+  - 


Һуңғы арала байрамдар, фестиваль-конкурстар күбәйеп киткән кеүек булһа ла, сәхнәлә барған хәл-ваҡиғиларҙың шаһиты булғандан һуң, бөгөн халыҡҡа тап ошондай тамаша кәрәклегенә инанаһың, етмәһә, һәр сараның үҙ ҡатнашыусыһы, үҙ талап-ҡиммәттәре бар. Ул сараларҙы күҙәтеү генә лә күңел офоҡтарыңды киңәйтеп, һүнеп барған хәтер ҡуҙҙарын баҙратып, йөрәккә ут тоҡандырып ебәрә. Залдан асылың уянып, бөтөнләй икенсе кеше булып сығаһың ҡай ваҡыт. Яңыраҡ ҡына Ишембай районында булған ике мәҙәни сара ошондай уйҙарға һалды.

Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе

Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған "Һандуғас моңдары" башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың Этҡол ауылы Мәҙәниәт һарайында үткән асыҡ район конкурсы ысын мәғәнәһендә Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһенә әйләнеүе менән әһәмиәтле булды. Сара халҡыбыҙҙың милли вокал сәнғәтенең үҫешенә ҙур өлөш индергән данлыҡлы яҡташыбыҙҙың ҡәберенә зыярат ҡылыуҙан башланып китте. Ауылдаштары Мәүлетбай Сөләймән улын ҙур хөрмәт менән иҫкә алды.
Конкурстың үҙен Мәүлетбай ағайҙың йыры асты. Бәйге шарттарына ярашлы, һәр конкурсант Мәүлетбай Ғәйнетдинов репертуарынан бер йыр башҡарҙы, оло йәштәге йырсылар йырсы тураһында хәтирәләре менән дә бүлеште. Ваҡыты-ваҡыты менән Мәүлетбай Сөләймән улының туғандары түҙмәне, конкурсанттарҙы сәхнәгә ҡабат саҡырып сығарып, ағайҙары айырыуса яратып башҡарған "Һәләүегем", "Гармунсы", "Ҡурайсы егеткә", "Яратам мин һинең көлөүеңде", "Һуңлап килдең", "Сибай", "Буранбай", "Соҡан батыр" кеүек йырҙарҙы тағы ла бер башҡарыуҙарын һоранылар. Йырсының ҡыҙы Гөлнара Хәмзина атаһы тураһында йылы тойғолары менән бүлеште: "Туғандарҙы әле һаман атайымдың моңо берләштерә", - тине ул. Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары сәхнәләштергән күренештән күҙҙәргә йәш эркелде: йырлай-йырлай Һәләүек буйында ауыл көтөүен көткән үҫмер Мәүлетбай, ата-әсәһенең: "Ауылда ҡал, беҙгә терәк-таяныс булырһың", - тиеүенә ҡарамай, ямалған салбары менән Өфөгә юлланмаһа, Һәләүек буйы ғына түгел, Башҡортостан мәҙәниәте ниндәй моңло йырсыһын юғалтыр ине.
Хәтирәләр менән бергә үрелеп барған бәйге бер тынала үтте лә китте. Жюри ағзалары конкурсанттарҙың әҙерлеген юғары баһаланы. "Мәүлетбай ағай үҙе лә тура һүҙле, ғәҙел кеше ине, беҙ ҙә ғәҙел булырға тырыштыҡ", - тине жюри рәйесе, Башҡортстандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов бәйгенең еңеүсеһе, Уразбай ауылы ағинәйе Зөлфиә Вәлиеваға Гран-при тапшырғанда. Ғәзим Ильясовтың Этҡол ауылы биләмәһе башлығына төбәп әйтелгән һүҙҙәрен дә ҡул сабып ҡеүәтләне ауыл халҡы: "Киләһе йылда үткәреләсәк конкурс бәйгеселәрен ҙур хәрефтәр менән яҙылған Мәүлетбай Ғәйнетдинов исемендәге Мәҙәниәт йорто ҡаршы алырға тейеш". Был тәҡдим иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, моғайын. Башҡорт йыр сәнғәтенең моңло тарихын яҙыусы хаҡындағы Хәтер Мәүлетбай Ғәйнетдинов исемендәге мәҙәниәт усағына хаҡлы.

Ретро-шлягер-2023

Йыр сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрен барлау һәм пропагандалау маҡсаты менән тағы ла бер сара - ретро йырҙар конкурсы үтте Ишембайҙа. Ул сараны конкурс тип кенә атау байрамдың бәҫен төшөрөр һымаҡ - ысынлап та байрам булды ул. Йыр байрамы! Һәр хәлдә, ишембайҙарҙың әлегә тиклем бындай тамашаны күргәне юҡ. Конкурсанттарҙың жюри ағзалары менән бергә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдына лимузинда килеп туҡтап, тамашасыларҙың көслө алҡыштары оҙатыуында сәхнәгә тиклем ҡыҙыл келәмдән атлап үтеүе әйтеп аңлатҡыһыҙ ярһыу хистәр тыуҙырҙы. Ә жюри ағзалары һуң - торғаны менән Йондоҙҙар парады: Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Тимеров (жюри рәйесе), Әлфиә Юлсурина, Ғәзим Ильясов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Яровая.
Конкурсҡа килгән 130 ҡатнашыусының 80-е генә һайлап алыу туры үткән; конкурсанттар ике турҙан торған бәйгелә бер һалмаҡ, бер дәртле йыр башҡарып, Ҡала көнө сиктәрендәге Гала концертта 80 бәйгесенең иң-иңдәре - дипломанттары һәм лауреаттары ғына сәхнәгә күтәрелде. Еңеүселәрҙе билдәләү өсөн ниндәй бәхәстәр булғандыр - уныһын жюри ағзалары үҙҙәре генә белә, әммә көнө буйы дауам иткән бәйгенең иң ҡыҙыу мәлдәрен тамаша барған майҙан экран аша күҙәтте. Азамат Тимеров менән Әлфиә Юлсуринаның бәйгеселәргә ҡушылып йырлап ултырғанын күреү ниндәй йәнлелек тыуҙырғанын күрһәгеҙ! Бындай тамаша Ишембайҙа ғына түгел, Башҡортостанда булғаны юҡ! Үҙебеҙҙекеләр менән бергә, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Мәскәү өлкәһенән килгән йырсыларҙы тыңлап та хайран ҡалдыҡ. Рус телендә йырлаусылар башлыса Мөслим Магомаев йырҙарын һайлаған, башҡорт йырсылары Радик Гәрәев, Илһам Смаков, Рим Хәсәнов, Мәүлетбай Ғәйнетдинов йырҙарын үҙ иткән.
Уңыш Радик Гәрәевтың "Һуң түгелдер" йырын башҡарған сығышы менән Баймаҡ районы егете, Ишембай Мәҙәниәт һарайы йырсыһы Рәфис Ишбаевҡа йылмайҙы - тамаша майҙанынан ул "Ретро-шлягер - 2023" II Асыҡ район конкурсы еңеүсеһенә тәғәйенләнгән Лада Гранта автомобилендә ҡайтып китте. Автомобиль асҡысын уға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортстан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов тапшырҙы. Лауреаттар һәм дипломанттар ҙа ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды. Тамашасылар араһында ҡиммәтле приздар менән бергә лотереяла уйнатылған һыуытҡыс Ҡала көнө тамашасылары өсөн ҙур бүләк булды. "Конкурсанттарҙың әҙерлек кимәле һүҙ әйтерлек түгел, йырсылар көслө, - ти байрамды ойоштороусыларҙың береһе, жюри ағзаһы, ретро йырҙар конкурсы идеяһы авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов,- Халыҡ ысынлап та бай ул, талантлы ул. Үлемһеҙ йырҙарыбыҙ ҙа күп, уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шуға был конкурсты киләһе йылдарҙа ла үткәрергә ниәтләйбеҙ һәм ул мотлаҡ Ишембайҙың халыҡ-ара кимәлдәге бренды буласаҡ". Үлемһеҙ йырҙарҙың ҡитғаларҙы берләштерәсәгенә шик юҡ.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.23 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru