«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ БАҪМА КЕМГӘ КӘРӘК? ҮҘЕБЕҘГӘ! БАЛАҒЫҘҒА!
+  - 


Был ни хикмәт: милли матбуғат баҫмаларының тираждары кәмегәндән-кәмей. Мәҫәлән, заманында 74 мең менән сыҡҡан "Йәншишмә" лә мең дананан саҡ ҡына күберәккә тороп ҡалған. Әлеге ярты йыллыҡ өсөн яҙылыусылар һаны тағы ла әҙәйгән. Башҡа гәзит-журналдарыбыҙ хаҡында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин: йылдан-йыл алдырыусылар һаны кәмей бара.

Юҡ, был хәл балаларҙың йәки башҡортса уҡыған йәштәрҙең, ололарҙың әҙәйеүе менән генә аңлатылмай. Мәсьәләнең айышы төптәрәк ята, буғай. Донъялар үҙгәреү менән күп мөһим мәсьәләләр үҙағышына ҡуйылды түгелме? Мәктәптәр ябыла, туған телдәрҙе өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәр ҡыҫҡартыла. Милли матбуғатты һаҡлап ҡалыу өсөн, элеккесә, урындарҙағы етәкселәрҙән бер ниндәй ярҙам күрһәтелмәй. Элек, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғанға тиклем, мәҫәлән, республиканың Мәғариф министрлығынан һәр мәктәпкә хаттар ебәрелә торғайны. Унда балалар өсөн сыҡҡан "Башҡортостан пионеры"н һәр бала алдырһын, тигән, шулай уҡ башҡа баҫмалар буйынса ла, тәҡдим-кәңәш бирелә ине. Өҫтән шундай күрһәтмә бирелгәс, урындарҙа гәзит-журналдарға яҙылыу дәррәү барҙы. Уҡыусыһы булған һәр өйгә "Башҡортостан пионеры" ("Йәншишмә") гәзите менән "Пионер" ("Аманат") журналы, шулай уҡ "Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәре, "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдары килә торғайны. Шул йылдарҙа беҙгә йыш ҡына Балтик буйы илдәрен миҫалға килтерҙеләр: туған телдә сыҡҡан гәзит-журналдарын юғалтмаҫ өсөн хатта һәр бер өйгә өсәр дана баҫмаға яҙыла торғайны улар. Әле, беҙҙең милли гәзит-журналдарыбыҙға ябылыу ҡурҡынысы янағанда, урындағы етәкселәргә битараф ҡалыу халҡыңа, телеңә, милләтеңә хыянат итеүгә тиң түгелме? Күп етәкселәр был яуаплылыҡтан ҡасып, имеш тә, хәҙер беҙ матбуғатҡа яҙылығыҙ, тип баҫым яһай алмайбыҙ, тигән һүҙҙәргә ышыҡлана. Баҫым кәрәкмәй. Тәҡдим кәрәк. Кәңәш итеү мөһим. Хатта талап итеүҙән дә ҡурҡырға ярамай. Милләтте, телде, башҡорт баҫмаларын һаҡлап ҡалыу хаҡына. Ә инде ярҙам итергә теләмәгән, битараф етәкселәр иһә шул сифаттары менән тарихта ҡаласаҡтар бит, шуны ла уйлаһындар ине. Яйлап-яйлап гәзит-журналдарҙы электрон вариантҡа күсереү - милли баҫмаларҙы бөтөрөүгә, ябыуға йүнәлтелгән бер юл ул, минеңсә.
Матбуғат - ҙур тәрбиәүи көскә эйә булған сара. Хатта кире күренештәр, насар хәл-ваҡиғалар тураһында яҙылған мәҡәләләрҙең дә уҡыусыға ғибрәт, фәһем күҙлегенән йоғонтоһо ҙур. Ә ыңғай тәжрибәләр, хеҙмәт алдынғылары, күренекле шәхестәр, сәнғәт оҫталары тураһында яҙылғандары кешеләрҙе матурлыҡҡа өндәй, юғарылыҡҡа әйҙәй. Көнө-төнө интернетта, "Бәйләнештә" ултырған балалар, үҫмерҙәр гәзит, журнал, китап уҡыуҙан бөтөнләй төңөлмәҫме? Ә бит заманында "Башҡортостан пионеры" (хәҙерге "Йәншишмә") гәзитен уҡып үҫкәндәр араһынан ниндәй шәхестәр сыҡҡан! Әле гәзит "Йәш төҙөүсе" булып донъя күрә башлаған 30-сы йылдарҙан үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтырған Мостай Кәрим, Шәриф Бикҡол, Ғилемдар Рамазанов, Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев һәм башҡа әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре Башҡортостандың тарихи шәхестәренә әйләнде. Һуғыштан һуң яңынан 1959 йылда гәзиттең тәүге һанын әҙерләгән Шәриф Бикҡол, Мөкәрәмә Садиҡова, Миңлеғәле Яҡупов, Әлфинур Вахитова, Сәриә Мәһәҙиева һәм башҡалар башҡорт балаларының, милләттең киләсәге хаҡында уйлап, янып эшләгән. Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәне: бөгөн башҡорт әҙәбиәтенә арымай-талмай хеҙмәт иткән бик күптәрҙең исемдәре, ижад шишмәләре балалар баҫмаһынан - "Башҡортостан пионеры"нан ("Йәншишмә"нән) һуҡмаҡ алған. Былар әҙәбиәт өлкәһендә генә. Ә бит күпме сәнғәт кешеләре, геолог, архитектор, рәссам, журналистар сыҡҡан балалар гәзитен уҡып үҫеүселәр араһынан.
Бөгөн дә әле мәктәптә белем алыусы уҡыусыларҙың мәғлүмәт сығанаҡтары менән ҡыҙыҡһыныуҙарына битараф ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Улар туған телдә донъя күргән гәзит-журналдарҙы уҡып үҫмәй, халҡыбыҙ тарихын белмәй, бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынмай, киләсәк хаҡында борсолмай икән, тимәк, беҙ милли зыялыларыбыҙҙы юғалтабыҙ, тигән һүҙ. Туған телен белеү - ул кешенең мәҙәнилек билдәһе. Ә инде күп телдәрҙе үҙләштереүе донъяның төрлө илдәренең ишектәрен аса. Ҡайҙа ғына булһаң да, һин кем, ниндәй милләттәнһең, тип һораясаҡтар, ҡыҙыҡһынасаҡтар. Шул саҡта халҡы, теле, милләте хаҡында бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алмаған кеше үҙен теге йәки был халыҡтың вәкиле тип һанай ала микән?
Бер нисә йыл элек Украинала булып үткән йыр бәйгеһе "Евровидение" хаҡында уҡыусылар хәбәрҙарҙыр. Ниңә белер-белмәҫ көйө, вата-емерә, ятлап алған текстарын инглиз телендә йырлайҙар икән барыһы ла, тип гел аптырай инем. Ә унда бәләкәй генә илдән - Португалиянан килгән йырсы Сальвадор Собрал үҙ туған телендә йыр башҡарып, еңеүсе булды. Афариндан башҡа ни әйтәһең! Туған телен белгән, улай ғына түгел, уны донъяға танытҡан йырсыға бер кем дә кәмһетеп ҡараманы, киреһенсә, ул үҙенә ихтирам ғына яуланы.
Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Атай-әсәй ғәзиз балаһы менән үҙ телендә һөйләшһә, балалар баҡсаһында башҡортса аралашһа, мәктәптә уҡырға, яҙырға өйрәнһә, өҫтәлендә башҡорт милли матбуғат баҫмалары, китаптар ятһа, балалар туған телендә һөйләшәсәк. Ә беҙгә, өлкәндәргә, уларға ярҙам итергә кәрәк.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Милли баҫмаларға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, фекер алышайыҡ, конкурстарҙа ҡатнашайыҡ.
Олатай-өләсәйҙәр! Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә милли балалар матбуғат баҫмаларын бүләк итегеҙ. Улар әле "Аҡбуҙат", "Йәншишмә", "Аманат" уҡып үҫһә, бер нисә йылдан "Шоңҡар", "Йәшлек", "Башҡортостан", "Киске Өфө" менән дуҫлашыр. Үҙегеҙ алдырған "Ағиҙел", "Ватандаш" журналдарын да бергәләп уҡып, фекер алышығыҙ.
Мәктәптәрҙә эшләүсе хөрмәтле уҡытыусылар! Балаларҙың киләсәгенә, зинһар, битараф булмағыҙ. Үҙегеҙгә тәғәйен предмет дәрестәре биреүҙе генә ҡайғыртып, уҡыусыларығыҙҙың рухи тормошона вайымһыҙ ҡалмағыҙ.
Етәкселәр, эшҡыуарҙар! Өлкәндәргә лә, балаларға ла рухи аҙыҡ - гәзит-журналдарға яҙылып бүләк итһәгеҙ, үҙегеҙгә мең сауап алырһығыҙ. Туғандарығыҙға, тыуған ауылығыҙ мәктәбенә, китапханаларға яҙҙырған милли баҫмаларҙы йөҙәрләгән кеше уҡып ҡыуаныр һәм һеҙгә рәхмәттәр яуҙырыр.
Милләттәштәр! Гәзит-журналдарыбыҙҙың тираждары кәмеүенә юл ҡуймайыҡ. Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ һәм башҡаларҙан да шуны талап итәйек. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! Милли баҫмаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.23 | Ҡаралған: 135

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru