«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯПОНИЯ ОКЕАНҒА ЯҪҠЫНДЫ...
+  - 

Кем кем, ә бына радиация зарарына иң күп күләмдә дусар булған һәм бының нимә икәнен үҙ халҡының миллионлаған ҡорбандары миҫалында белгән Япония етәкселегенән бындай хаяһыҙлыҡ һәм ҡанһыҙлыҡты бер кем дә көтмәгәндер.

Японияның бынан 12 йыл элек ер тетрәү арҡаһында сафтан сыҡҡан "Фукусима-1" атом реакторҙарын һыуытыу маҡсатында ҡулланылған һәм үлемесле хәүеф менән янаусы һыуҙы... Тымыҡ океанға ағыҙа башлауы хаҡында бөтөн донъя тетрәнеп ҡабул итте. Юлын да уйлап тапҡандар бит: радиациялы һыу ярҙан 1 км аралыҡта океан аҫтынан махсус ҡаҙылған туннель буйлап ағыҙыла. Океан төбөнән юл ярып, был ҡара эште йәшерен башҡарырға уйланымы әллә самурай тоҡомдары? Ни өсөн тигәндә, был хаҡта улар донъя йәмәғәтселеген генә түгел, хатта күрше илдәрҙе лә алдан иҫкәртеп тороу кәрәклеген тапмаған. Дөрөҫ, Япония премьер-министры Фумио Кисида был эш хаҡында көнө килеп еткәс кенә белдерә, ләкин ул Ҡытай тарафынан протесты ишетмәмешкә һалыша, күрәһең, ә инде меҫкен балыҡсыларҙың ризаһыҙлығы уның өсөн - океандағы бер тамсы ғына.
Бында шуныһы ғәжәп: ни өсөндөр кешелеккә һәм, ғөмүмән, планетабыҙ хәүефһеҙлегенә ҡарата ҡот осҡос енәйәти ғәмәлдең тәүге этабы шым ғына үтеп тә китте. Көньяҡ Кореяның әүҙем гражданлыҡ төркөмдәре протест акцияһына сығып маташһа ла был әллә ни күҙгә лә эленмәне. Ҡытай Эске эштәр министрлығының да, әгәр Япония ниәтенән баш тартмаһа, яуап аҙымына барасағы ҡоро янау ғына булып ҡалды. Фәҡәт Рәсәй сигенә яҡын йәшәүсе ҡытайҙар беҙҙең Приморье крайынан ашығыс рәүештә һәм күпләп диңгеҙ тоҙо һатып ала башланы: Япония етештергән тоҙҙоң хәҙер кәрәге булмаясаҡ. Рәсәй тарафынан да ниндәйҙер иҫкәртеүҙәр булған, тиҙәр, ләкин ул "Мәскәү-24" каналынан ары китмәгән, буғай.
Был нимә, Японияның хәҙер, ҡасандыр үҙен атом бомбаһына тотҡан АҠШ-тан да кәм булмағанса агрессорлыҡ актымы? Әәә, бына ниҙә эш: Японияның был кешелекһеҙ ҡарарын АҠШ менән... "бөрсә" Тайвань яҡлап сыҡҡан! Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай, әлбиттә. Америка белдереүенсә, йәнәһе лә, Япония "дөйөм ҡабул ителгән ядро хәүефһеҙлеге стандарттарына" ярашлы эш итә, ә Тайвань "минең өйөм ситтә", тип йәшәй.
Ә ғалимдар нимә ти? Ҡараштар төрлөсә, тик дөрөҫөн әйткәндә, картаға күҙ һалып алыу ҙа етә: Куросио тигән ҡеүәтле ағым атом станцияһы янынан үтеп, Америка тарафына йүнәлеүсе Төньяҡ-Тымыҡ океанға килтереп ҡоя. Ғалимдар был ике көслө океан ағымының тиҙлеген иҫәпләп, радиоактив һыуҙың кәмендә дүрт айҙан Сиэтл ҡалаһына (Америка) килеп етәсәген күҙаллай. Бына шунда ни тиер Америка? Япондар ышандырырға маташыуынса, радиоактив һыу таҙартыу үткән, тик унда бер ниндәй тәьҫиргә бирешмәүсән тритий тигән элемент нисек бар, шул килеш ҡалған, ә ул, физиктар әйтеүенсә, ни бары 12, 5 йыл үткәс кенә бер аҙ тарҡалыуы мөмкин. Тимәк, уны юҡ итеүсе көс тә, сара ла юҡ - бына нимәлә хәүеф. Башҡалар менән бергә, шул уҡ американдар өсөн дә. Шуныһы ла өсләтә хәүеф булып тора: Японияның океанды зарарлауы әлеге хаяһыҙлыҡ акты менән генә тамамланырға уйламай: был енәйәти эштең башы ғына. Был бысраҡ туннель буйлап 17 көн буйы ағасаҡ. Ә киләсәктә бындай ыу "әҙ-әҙләп" 30 йыл буйы (!) ағыҙыласаҡ, сөнки резервуарҙа йыйылған ағыулы һыу күләме 1,34 млн тонна тәшкил итә...
Ошо хәл менән бәйле, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, РФ Дәүләт Думаһының "Ғәҙел Рәсәй - Хаҡлыҡ хаҡына" фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов, һәр ваҡыттағыса, ғәҙелһеҙлек күренештәренә битараф ҡала алманы. Ул "Фукусима-1" атом станцияһынан ағыулы һыу ағыҙылыу арҡаһында радиация менән зарарланған балыҡ төркөмдәрен асыҡлау буйынса Роспотребнадзорҙың мәжбүри өҫтәлмә эш башҡарғаны өсөн Япониянан хаҡ түләтеүҙе талап итте. "Япония донъяла бер кемдең башына килмәгәнсә, радиациялы һыуҙы күрәләтә Донъя океанына түгә башланы. Нимә тип кенә ышандырырға тырышһалар ҙа, радиация радиация булып ҡала һәм уның эҙемтәләре ниндәй буласағын берәү ҙә әйтә алмай. Әгәр шул арҡала РФ граждандары зарарлана икән, уларҙы кем дауаларға тейеш?" - тип асырғана депутат. Шул ыңғайҙан С. Миронов Рәсәй тарафынан радиация менән бысраныу масштабтарын өйрәнеү һәм уның зыянын асыҡлау өсөн бик күп көс түгергә тура киләсәген, тимәк, бының өсөн түләүҙән баш тартһалар, Японияның беҙҙәге активтарын дәүләт иҫәбенә күсереүҙе һәм беҙҙең сығымдарҙы шуның менән ҡаплатыуҙы талап итеп сығыш яһаны. Ә йомшаҡ ҡәнәфиҙәрендә ғәфләт йоҡоһона бирелгән башҡа "халыҡ хеҙмәтселәре"нән бер ниндәй өнымдың әлегә булғаны юҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.23 | Ҡаралған: 102

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru