«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТЕБЕҘҘЕҢ ҮҘ АСЫЛЫНА ҠАЙТЫУЫН СӘЛӘМЛӘЙЕК
+  - 


Һуңғы йылдарҙа һәр милләттең рухи ҡиммәттәрен күтәреүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Күп милләтле илебеҙҙә был бар халыҡ өсөн мөһим. Шәхсән беҙгә ҡағылышлы, бөтә донъяға ишетелерлек итеп башҡорт балын, башҡорт ҡымыҙын, башҡорт атын данлаусыларҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Райондарыбыҙҙа киң йәйелдерелгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген, "Айыҡ ауыл" хәрәкәтен хуплайым.

Башҡорт милли кейеме, биҙәүестәре хаҡында сығыш яһаған авторҙарыбыҙҙың илһөйәрлек рухы менән һуғарылған мәҡәләләрен уҡып, шундай темаға арналған телетапшырыуҙар ҡарап һөйөнәм. Республикабыҙ башлығы Радий Фәрит улының, уның яҡын ярҙамсыларының да, ҡайһы бер сараларға милли стилдә тегелгән кейемдә килеүе күңелгә ята. Башҡорт йолаларына ҡағылышлы төрлө кисәләр алып барыусы ҡыҙҙарыбыҙ, хатта төрлө тамашаға килеүсе тамашасыларҙың да йыш ҡына биҙәкле, тәңкәле түшелдеректә булыуы һоҡландыра. Боронғо өләсәйҙәребеҙҙең кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, ҡорама ҡорау һымаҡ йолаларын тергеҙеүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан, файҙалы ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан ағинәйҙәребеҙгә рәхмәтлемен. Үҙем бәләкәй сағымда ауылыбыҙҙа ҡайһы бер инәйҙәрҙең шундай шөғөлдәрен күргеләй ҙә торғайным. Һуңғараҡ, был һөнәр эйәләре баҡыйлыҡҡа күскәс, уларҙың балаларының инде "кәрәге ҡалмаған" балаҫ һуғыу станоктарын музейҙарға тапшырыуы хаҡында ишетеп үкенгәнем хәтеремдә (минең өләсәйемдең балаҫ һуҡҡысы ла музейҙарыбыҙҙың береһендә инде хәҙер).
"Киске Өфө"лә "Йәшлек йәшнәүҙәре" тип аталған махсус биттең беренсе һанын күрҙек. Шунда Сулпан Ғарипованың "Кемдер килен алып ҡыуанды…" тигән бәләкәй генә мәҡәләһенә иғтибар иттем. Башҡорт егете менән матур башҡорт ҡыҙының бергә төшкән фотоһүрәте лә ҡуйылған. Әле генә никах ҡорған был йәштәрҙең милли кейемдә булыуы күңелгә бәлзәм булып ятты. "…Милли костюм - мөһим сығанаҡ, ул халҡыбыҙҙың матурлыҡты нисек тәрән аңлауын сағылдырып тора. Дәүерҙәр үҙгәреп торһа ла, башҡорт бер ҡасан да үҙ асылынан ситкә кит-мәгән…" тигән юлдар бар мәҡәләлә. Ҡалай матур һүҙҙәр! Яҡташтарыбыҙҙың күптәренең күңел төбөндә "йоҡомһорап ятҡан" милли тойғоларын уятырҙай, бына шундай илһөйәр авторҙарҙың мәҡәләләрен уҡығандан уҡығы килеп тора.
Халҡыбыҙҙың борон туҡланған ризығына, кейгән кейеменә иғтибар итәйек әле. Башҡорттоң һәр милли ашы - хәләл, шулай уҡ өләсәйҙәребеҙҙең кейгән кейемдәре баштан-аяҡ динебеҙ талаптарына тап килә лә баһа! Күҙҙең яуын алып торған шундай кейемдә төрлө сараларға йыйылған ағинәйҙәребеҙгә ҡарап, боронғо гүзәлдәребеҙҙе күҙ алдына килтерәм: иҫ киткес нәфислек бит! Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ шул затлы кейемдәрен йылына бер-ике мәртәбә үткән сараларға ғына түгел, ә йышыраҡ, төрлө тамашалар, байрамдар ваҡытында, хатта мәсеттәргә, бына әле генә булып үткән һайлауҙар мәлендә лә кейһен ине. Уларҙан өлгө алып, йәш ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ундай кейемдәрҙе кейеүҙе ғәҙәт итер ине. Иғтибар итәйек: ир-егеттәребеҙҙең килештереп уйылған яғалы пинжәк, башҡорт ҡайыулы түбәтәй кейеүе һәм ыҡсым итеп һаҡал ебәреүе генә лә ата-бабаларыбыҙҙың ҡиәфәтен хәтерләтә бит!
Әйткәндәй, милли кейем хаҡында һүҙ сыҡҡанда һәр саҡ мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләктең "Башҡортлоҡ" тигән шиғыр юлдары иҫкә төшә:

Эй, егеттәр, ҡыҙҙар!
Ҡандай ихлас бейенегеҙ башҡорт бейеүен.
Һәр ҡайһығыҙ иҫбатланы булды
Үҙ халҡына булған һөйөүен.
Һәр хәлдә мин шулай теләнем.
Юҡһа, тотоп башҡорт ҡурайҙарын,
Ябынышып башҡорт еләнен,
Сәстәренә толом ҡушып үреп,
Сәхнә биләүҙәрен беләмен…
Ә бына һеҙ!..
Сәхнәлә һеҙ, кәмендә - Салауат,
Ҡыҙҙарығыҙ, хас та Әминә.
Салауаттың анау ыҙалары,
Ә башҡорттоң күргән нужалары
Таныш ҡайһығыҙҙың тәненә,
Таныш ҡайһығыҙҙың йәненә?
Һеҙ ҙә алдаһағыҙ…
Йәнем сатнар,
Телен белмәй үҫер ейәнемдәй,
Илен белмәй үҫкән улымдай.
Эй, башҡортлоҡ!
Сәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләндәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай…

Шағир мин юғарыла телгә алған күренештәрҙе - төрлө сараларға милли стилдә тегелгән пинжәктә килгән ир-егеттәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли кәсептәрҙе һәм милли кейем-биҙәүестәрҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу юлындағы ағинәйҙәр хәрәкәте эшмәкәрлеген күрмәй китте шул был донъяларҙан…
…Милләтебеҙҙең үҙ асылына ҡайтыу зарурлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуҙары була - шунда уҡ боронғо диндар ата-бабаларыбыҙ күҙ алдыма килә. Тиҫтә быуаттар Ислам дине ҡанундары менән йәшәгән халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, күпселек ғөрөф-ғәҙәттәре шәриғәт ҡанундарына тап килеп, шунан ситкә тайпылмай һаҡланып ҡалған булһа кәрәк. Борон-борондан олатайҙарыбыҙ ул-ҡыҙҙарына мосолман исеме ҡушырға тырышҡан, балаларын да мөмкин тиклем уҡытып, уларға дини белем бирергә ынтылған. Башҡорттар араһында уҡымышлы кешеләребеҙ һәр саҡ булған. Шуға ла дини асылыбыҙға ҡайтыуыбыҙ милләтебеҙ бөтөнлөгөн һаҡлау өлкәһендәге проблемаларыбыҙҙы хәл итер һымаҡ, тип уйланыла.
Берҙән, диндар халыҡта эскелеккә ҡаршы көрәш тә көнүҙәк мәсьәлә булып тормаҫ ине, сөнки динебеҙҙең хәмерҙе ҡәтғи тыйыуы бар кеше өсөн ҡанун була. Икенсенән, Ислам динен тотҡан ғаиләләр, ғәҙәттә, балаларын туған теленә өйрәтеү яғында. Үҙҙәре дин юлындағы ата-әсә ғәзиздәрен башҡорт мәктәбенә уҡырға бирергә тырышыуын беләм. Өсөнсөнән, Ислам дине рухында тәрбиәләнгән балаларҙа әхлаҡ мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә бара. Үкенескә, күптәребеҙ дин өлкәһендә бер ни өйрәнергә теләмәй, тик йылына бер мәртәбә йыйын йыйып, мулла уҡығандан һуң, һис нәмә аңламаған көйө, ҡуш ҡуллап бит һыпырып ултырыуҙан ғына ҡәнәғәт. Ғүмереңдә бер мәртәбә лә Аллаһҡа баш эймәгән көйө был донъянан китеп барыуы - аяныслы! Уҡымышлы имамдарыбыҙ күп бит хәҙер, ана шуларҙан дин ғилемен өйрәнһәк, файҙаға ғына булыр ине. Башҡорт милләтен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү эшендә дини мәсьәләләрҙе икенсе планға ҡуйыу, түтәлде төрлө ашлама менән туҡландырып, әммә уға һыу ҡойоуҙы бөтөнләгә инҡар итеүҙе хәтерләтә. Боронғо асылыбыҙға һәр тарафтан ҡайтып, шул иҫәптән динебеҙҙе лә мотлаҡ һаҡлап ҡалһаҡ ҡына, милләтебеҙ имен булыр, ин шәә Аллаһ.

Әйткәндәй, башҡорттоң "үҙ асылы" тигәндән, "асыл" һүҙе ғәрәпсәнән урыҫ теленә - "корень, основа, подлинник, оригинал, настоящий, первозданный вид", ә башҡортса-урыҫса һүҙлектә "суть, сущность" тип тәржемәләнгән. Һәр хәлдә, бында әллә ни айырма юҡ. Яҙыусы Әхмәр Үтәбай яҙыуынса, данлыҡлы Буранбай сәсәндең бер туған ҡустыһы Асыл исемле булған. Ҡаҙаҡтар балаларына әле булһа был исемде (Асель) ҡуша. Минең иң бәләкәс ейәнсәремә улым менән киленем дә ана шул исемде һайланы. Борон-борондан атай-олатайҙарыбыҙ улдарына Асылбай, Асылйән йә Аҫылғужа, ҡыҙҙарына Аҫылбикә тигән исемдәр биргән. Хаҡ динебеҙ менән килеп инеп, халҡыбыҙ лөғәтендә нығынып алған бихисап башҡа ғәрәп һүҙҙәре һымаҡ уҡ, был һүҙ ҙә ана шулай бер аҙ икенсерәк мәғәнәгә эйә булған "аҫыл"ға әйләнеп киткән булһа кәрәк.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru