«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Боронғо телдәр белгесе, академик Н.Я. Маррҙың фекерен белеү шулай уҡ ҡыҙыҡлы булыр. Ул төрки телдәренең килеп сығышын Үҙәк Азия менән генә бәйләүҙе тупикҡа илтеүсе тәғлимәт, тип яҙа. Азия материгының бер-береһенән алыҫ ятҡан ике яғында таралып йәшәгән боронғо төркиҙәр хаҡындағы бәхәсһеҙ факттарҙың ике төркөмөн иҫәпкә алһаҡ, төрки халыҡтары этногенезының иң боронғо этаптарын нисек аңлатырға була һуң? Үрҙә яҙылғандар үҙенән-үҙе һығымта эшләү мөмкинлеген бирә. Боронғо яҙма сығанаҡтарҙан алынған факттар б.э. тиклем IV - I быуаттарҙа уҡ Азия, Көнсығыш һәм Үҙәк Европа халыҡтарының этносы һәм телдәре яғынан үтә ныҡ ҡатнаш булыуын асыҡ күрһәтә: боронғо төркиҙәр ҙә унда башҡа тел системаларына (һинд-иран, фин-уғыр һ.б.) ҡараған ҡәүемдәр араһында йәшәй. Бындай һығымта боронғо төрки тел берлеге формалашыуының бик боронғо дәүерҙәрҙә башланғанын белдерә, әммә мезолит һәм неолиттан да һуңыраҡ түгел, шул уҡ ваҡытта боронғо төркиҙәр биләгән территория мәсьәләһе асыҡланмаған әле.
Неолит, энеолит һәм бронза эпохаларында Евразия далалары ҡәбиләләренең, шул иҫәптән Көньяҡ Урал төбәгенең дә, ниндәй этностарҙан хасил булыуы мәсьәләһенә кире ҡайтып, бындағы ҡәүемдәр составында боронғо төркиҙәрҙең дә булыуын иҫәпкә алмайынса, ошо халыҡтарҙыың иран, фин-уғыр, самодий ҡәбиләләренән генә тороуын раҫлауҙы дәлилле тип әйтеп булмай. Ысын фән ошондай нигеҙһеҙ раҫлауҙарҙан азат булырға тейеш: улар ғилми фекерләүҙең объектив йүнәлештә үҫеүен тотҡарлай.
II - IV бүлектәрҙә сағылдырылған мәғлүмәттәрҙән сығып, башҡорт халҡының боронғо ата-бабалары хаҡында бер нисә һығымта эшләйек.
1. Хәҙерге башҡорттарҙың һәм ҡайһы бер башҡа халыҡтарҙың (мәҫәлән, сыуаштарҙың) матди мәҙәниәтендә традицион халыҡ кейеменең бик мөһим элементтары (ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәксәләре, сәсҡаптары) һаҡланып ҡалған, килеп сығышы менән улар Көньяҡ Уралдың бронза быуаты (б.э. тиклем XIX - XIII бб.) ҡәбиләләренең шундай уҡ биҙәүестәренә барып тоташа. Бик күп башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының, йәшенә ҡарамайынса, әлегә тиклем күкрәксә һәм сулпылы сәсҡап кеүек биҙәүестәрҙе ҡулланыуы уларҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенең, башлыса, Тарихи Башҡортостан менән бәйле булыуына дәлил.
2. Көньяҡ Урал төбәгенең күсмә ҡәбиләләре хаҡында яҙған саҡта Геродот иҫкә алған ҡайһы бер этнонимдар башҡорттарҙа беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Уларҙан дай, дахо, даик (башҡорттарҙа - йайыҡ этнонимы, Яйыҡ гидронимы), исседон (башҡорттарҙа Исәт гидронимы) атамаларын миҫалға алырға мөмкин. Башҡорттарҙың матди мәҙәниәтенең сак-скиф замандарынан бирле һаҡланып ҡалған мөһим элементы - өҫкө өлөшө өсмөйөшлө итеп тегелгән баш кейеме. 3. Башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы - "Урал батыр" эпосы Көньяҡ Урал төбәгендә беҙҙең эра сиктәренән дә һуңыраҡ булмаған ваҡытта ижад ителгән. Бынан хәҙерге башҡорттар менән ошо эпик ҡомартҡыны сығарыусылар араһында туранан-тура генетик бәйләнеш булыуы күҙаллана.
4. Рәсәйҙең һәм бөтөн донъяның күренекле төркиәтселәре боронғолоҡтоң барса осорҙарында ла Евразия ҡәбиләләренең этник составы бик ҡатмарлы булғанын һәм улар араһында боронғо төрки телендә аралашыусылар ҙа булыуын ышаныслы факт, тип иҫәпләй. Археологик материалдар Ә.-З. Вәлиди Туғандың, Ж. Ғ. Кейекбавтың, С.Е. Маловтың, С.И. Руденконың, М.З. Зәкиевтың, Ф.Ғ. Ғарипованың һәм башҡаларҙың Дала Евразияһының иртә күскенселәре (гундар, сактар, усундәр, скифтар һ.б.) араһында төрки телле ҡәбиләләрҙең күберәк булыуы һәм башҡорт теле формалашыуының иртә этаптары тап ошо осорға ҡарауы хаҡындағы һығымталарына ҡаршы килмәй.
5. Башҡорт халҡының иң боронғо үҙәге формалашҡан территория, киңәйтеп алынған мәғәнәһендә, Көньяҡ Урал төбәге менән тап килә, был - башҡорт халҡының тарихи ватаны.
6. Башҡорттарҙың иң боронғо ата-бабалары Көньяҡ Уралда үтә боронғо дәүерҙәрҙән бирле йәшәгән. Боронғо башҡорт этносының үҙәге формалашыуҙа төрлө археологик осорҙарҙа (бронза, иртә тимер быуаты) көн иткән ҡәбиләләр төркөмдәре ҡатнашҡан, һәм хәҙерге башҡорттарҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенең иң боронғо элементтары уларҙың мәҙәниәтенә барып тоташа.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.23 | Ҡаралған: 108

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru