«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТТЕҢ МОҢОН ЙЫРҘАРЫНА КҮСЕРГӘН БЫЛ ХАЛЫҠ
+  - 

Сергей Гаврилович Рыбаков (1867 йылдың 27 сентябрендә тыуған) күренекле рус музыкант-фольклорсыһы булған. Рәсәй Фәндәр академияһы заданиеһы буйынса ул илдең төрлө төбәктәренә бер нисә экспедиция яһаған, шул иҫәптән Башҡортостанға 1893, 1894 һәм 1896 йылдарҙа килгән.

Уға беҙҙең яҡтар бик ныҡ оҡшай. Уралдың ғәжәйеп тәбиғәте башҡорт халҡының музыкаль-поэтик ижады үҫешенә ҙур йоғонто яһауына ышана ул. "Башҡорттар йәшәгән Урал тауҙары, уның тәбиғәте хозур, - тип яҙа Сергей Рыбаков. - Иҫәпһеҙ-һанһыҙ тауҙар теҙмәһе, туғайҙар, үҙәндәр, тарлауыҡтар бер-береһен алмаштырып, аҙым һайын тиерлек юлсыға береһенән-береһе матурыраҡ күренештәр бүләк итә. Ошондай сихри тәбиғәт ҡосағында йәшәп, башҡорт фантазия һәм шиғри хыялланыу өсөн бай аҙыҡ таба һәм үҙенең моңло йырҙарын тыуҙыра, легендар үткәне һәм мөһабәт тауҙарҙың, икһеҙ-сикһеҙ яландарҙың һәм үткеһеҙ урмандарҙың хуш еҫе менән һуғарылған аһәңле көй ижад итә".
Бай экспедиция материалдары ғалимға ҡыҙыҡлы хеҙмәттәр тыуҙырырға ярҙам итә. 1895 йылда ул "Ҡурай, башҡорт музыка ҡоралы" тигән тикшереүен тамамлай. "Урал мосолмандарының көнкүрешен сағылдырған йырҙары һәм музыкаһы" хеҙмәте 1897 йылда донъя күрә. Унда башҡорт музыка-шиғриәт фольклорына арналған бүлек - иң тулыһы һәм ҡыҙыҡлыһы. Китапта башҡорт һәм татар халыҡтарының 204 көйө бирелгән. Бына нисәмә тиҫтә йылдар инде төрлө быуын ғалимдары, фундаменталь тикшеренеү булараҡ, уға мөрәжәғәт итә.
Сергей Рыбаковтың үҙенең ижады ла тикшерелә. Сәнғәт фәндәре кандидаты Людмила Петровна Атанова үҙ ваҡытында уның "Башҡорт әкиәттәре, хөрәфәттәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәре" тигән ҡулъяҙмаһына иғтибар итә. Ҡулъяҙма Рәсәй География йәмғиәте архивында һаҡлана һәм быға тиклем уға тикшереүселәрҙең береһе лә иғтибар итмәгән була. Рыбаковтың 1894 йылда элекке Ырымбур губернаһының Орск һәм Верхнеуральск өйәҙҙәре башҡорттарынан яҙып алған ике әкиәте күсереп алына. Был "Батша улы Сиржатйән" һәм "Баһадир Ғәли" әкиәттәре. Рыбаков уларҙы башҡорттарҙан башҡорт телендә тыңлаһа ла, русса яҙып алған. Батша улы Сиржатйән тураһындағы әкиәт тапҡыр, сос, тоғро һәм ҡыйыу ҡатын тураһындағы әкиәт сюжеты варианттарының береһе. Ул мажараларға бай, тылсымлы әкиәттәргә хас фантастика элементтары ла күп. Баһадир Ғәли хаҡындағы әкиәткә килгәндә (Рыбаков уның жанрын легенда йөкмәткеле хикәйә тип билдәләй), профессор Ғ.Б. Хөсәйенов уны, XVII-XVIII быуаттарҙағы боронғо китаптар буйынса билдәле ҡисса, тип билдәләне, унда баһадир Ғәли тураһындағы сюжет дини мосолман ауыҙ-тел ҡомартҡыһы формаһында әйтеп бирелгән. Баһадир Ғәли тураһындағы был ҡиссаның русса тәржемәһе билдәһеҙ булған. Шулай итеп, Л.П. Атанованың Рыбаковтың архив ҡулъяҙмаһын тикшереүе башҡорт халыҡ ижадының элек билдәһеҙ булған өлгөләрен фәнни әйләнешкә индерергә булышлыҡ итте.
Бынан тыш, ғалим "Урал буйлап, башҡорттар араһында" тигән юлъяҙмалар, "Татар, башҡорт һәм типтәр халыҡ йырҙары тураһында" мәҡәлә һәм башҡа музыкаль-этнографик хеҙмәттәр яҙған. Рыбаковтың эҙләнеүҙәренең һәм тикшеренеүҙәренең дауамы булып уның тауыш һәм фортепиано өсөн башҡорт һәм татар көйҙәрен эшкәртеүе тора. Ул "50 татар һәм башҡорт йыры" йыйынтығын баҫмаға әҙерләгән. Йыйынтыҡтың бер өлөшө генә баҫтырып сығарылған. Шулай уҡ Башҡортостан буйлап йөрөгәндә йыйған башҡорт мәҡәлдәре, әйтемдәре һәм йомаҡтары ҡулъяҙма көйөнсә ҡалған.
Өфөнөң Орджоникидзе районындағы урамдарҙың береһе (элекке Микоян) 1957 йылдың ноябренән алып Сергей Рыбаковтың исемен йөрөтә. Был - башҡорт халҡының талантлы ғалимға ихтирам билдәһе.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.23 | Ҡаралған: 110

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru