«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ТӨПКӨЛДӘРЕНӘ СӘЙӘХӘТ, ЙӘКИ ҠАҘЫП АСЫЛҒАН ХӘҠИҠӘТ
+  - 


Ағымдағы йылдың 20 авгусында олуғ ғалим, билдәле тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Һис шикһеҙ, туған халҡы уны үҙенең иң арҙаҡлы улдарының береһе итеп таныны. Уның ҡыҙы, тарих фәндәре кандидаты, атаһы кеүек археолог һөнәрен үҙ иткән Әлфиә Нияз ҡыҙы СОЛТАНОВА менән әңгәмәбеҙ Н.А. Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Әлфиә Нияз ҡыҙы, атайығыҙ тураһындағы һүҙҙе ул тәрбиә алған ғаилә - олатай һәм өләсәйегеҙ тураһында иҫкә төшөрөүҙән башлайыҡ...

- Мин олатайым һәм оләсәйем тураһында башҡаларҙан ғына ишетеп беләм. Атайым һөйләүенсә, өләсәйем үтә баҫалҡы һәм ябай ауыл ҡатындарынан булған. Йөклө көйөнсә колхоз баҫыуынан ҡайта икән дә, тыуҙырыр мәле еткәс, өҫтәл аҫтына инеп ята һәм һис бер тауышһыҙ, тамсы ла ыңғырашмайынса ғына сираттағы балаһынан бушана. Шунан бер ни булмаған кеүек, йорт эштәренә тотона икән. Бына шулай ул ваҡыттағы ҡәҙимге башҡорт ғаиләһендә 8 бала донъяға килә: Фәриҙә, Шәһит, Рауза, Нажия, Рәйфә, Нияз, Клара һәм Винер. Олатайҙың барса балалары ла уҡыуға әүәҫ була, ул, күрәһең, үҙе лә уларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләй алған: һигеҙе лә юғары белем алыуға өлгәшә. Абдулхаҡ олатайым Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ғүмере буйына ауыл уҡытыусыһы булып эшләп, уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында донъя ҡуйған. Атайым Абдулхаҡ олатайымдың бик әүҙем кеше булыуын, йәш сағында Блюхер отрядында бергә һуғышып йөрөгән яуҙаштары менән йыйылышып, шул саҡтарҙы хәтерләп, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырыуҙарын иҫкә ала торғайны. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, олатайым һәм уның өлкән улы фронтҡа китә. Әсәләре колхоз эшенән бушамай, ғаилә йөгөнөң ҙурыраҡ өлөшө Нияздың оло апаһы Рауза иңенә төшә. Рауза Ташаҫты ауылы мәктәбендә башланғыс класс балаларын уҡыта, ул атайымдың тәүге уҡытыусыһы була. Атайым мәктәптә уҡыған сағын хәтерләгәндә, көлөмһөрәп, шулай ти торғайны: "Ҡайһы саҡта малайҙар өйгә эштәрен эшләмәй килә, апайым уларҙы әрләй-әрләй ҙә, асыуын миңә йүнәлтә - уңлы-һуңлы һелтәп тә ебәрә, малайҙарҙың һәлкәүлегенә мин ғәйепле булып сығам инде". Нәҫел яғынан ҡарағанда, атайыма әсәһенән баҫалҡылыҡ, йомшаҡ холоҡло булыу, хатта интеллигентлыҡ тип атап булырҙай сифаттар күсһә, олатайҙың дәртлелеге, маҡсатҡа ынтылышлылығы, әүҙем тормош алып барыуы уға ла хас ине.

Атайығыҙҙың тарих менән ҡыҙыҡһына башлауы мәктәп йылдарына тура киләме?

- Атайым мәктәптә уҡыған йылдары хаҡында һөйләһә, иң әүәл даими рәүештә асығыуын, ярым ас көйө уҡырға йөрөүен иҫләр ине. Өфөлә 1944 йылдан бирле аталары һуғышта үлеп ҡалған етем балалар өсөн мәктәп-интернат эшләп килә, атайымдың шул мәктәптә белем алыу теләге бик көслө була. Әммә уны тәүҙә атаһы тере булғас, был мәктәпкә ҡабул итмәйҙәр. Шулай ҙа уның ошо хыялы тормошҡа аша - тырыш һәм һәләтле малайға ошо мәктәптә уҡыу мөмкинлеге бирелә. Унынсы класта уҡығанда ул тәүҙә юрист һөнәренә эйә булырға, тип ниәт итә. Әммә уны тарих уҡытыусыһы: "Һин һәйбәт тарихсы булырһың", - тип, тарих факультетына уҡырға инергә күндерә. Шулай итеп атайым 1951 йылда М. Горький исемендәге Молотов дәүләт университетының (хәҙерге Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты) тарих-филология факультетының тарих бүлегенә уҡырға инә. Өйҙән бер ниндәй ҙә ярҙам булмай, өҫтөндә - күп йыуыуҙан таушала башлаған берҙән- бер костюм, аяҡтарында - иҫке ботинка, ә кеҫә - буш. Атайым университеттың профсоюз комитетына инеп, матди ярҙам һорай. Уны тәүҙә профсоюзға ағза итеп алалар, шунан бер аҙ аҡса бирәләр. Профкомда уға билдәле ғалим Отто Бадерҙың археологик лабораторияһына инеп сығырға тәҡдим итәләр. Лабораторияла уға эш табыла - әле генә археологик экспедицияларҙан алып ҡайтылған керамика ярсыҡтарын ҡағыҙға теркәп ҡуйыу (шифрлау) бурысы йөкмәтелә. Шифр һуғылған һәр ярсыҡ өсөн 2 тин аҡса түләнә. Атайым шулай итеп үҙенә йәшәрлек аҡса эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта ул тәүгә археология өлкәһе менән таныша.
Студенттарҙы элекке һалдат казармаларына урынлаштыралар, һәр бүлмәлә егермеләп кеше йәшәй. Фронттан ҡайтҡандар күп була, улар атайым һымаҡ йәш студенттарҙы ҡурсалап йөрөтә. Атайымдың студент сағында төшкән бер фотоһы бар, уның артына "Основателю ненаучного ниязовского коммунизма", тип яҙылған. Мин "Ул нимәне аңлата?" тип көләм. Ә атайым ошо яҙыуҙың ғилләһен ошолай аңлатты. Ул студенттар араһында иң ярлыларҙан һанала. Өҫтөнә кейеп йөрөргә берҙән-бер генә костюмы була. Берәй ҡыҙ менән күрешергә барырға булһа, атайымды күмәкләп кейендереп ебәрәләр - кем күлдәген, кем костюмын, кем яңыраҡ ботинкаһын биреп тора. Былар шулай итеп студент коммунаһын төҙөйҙәр, барыһы ла уртаҡ, хатта һәр көн коммуна буйынса дежурный тәғәйенләнә. Әгәр лектор студенттарҙы барлай башлаһа, лекцияға килмәгән студент урынына әлеге дежурный баҫып яуап бирә, журналға дәрес ҡалдырыусы теркәлмәй ҡала икән. Һуғыштан һуңғы совет осоро, студенттарға дисциплина яғынан ҡәтғи талаптар ҡуйыла. Ә ошо студенттар "коммунаһы"нда береһе өсөн икенсеһе яуаплы була, быны ошо замандың матур бер йолаһы итеп ҡарау фарыз.
Артабан атайым профессор Бадерҙың лекцияларын тыңлай, махсус ғилми баҫмаларҙы өйрәнә, уның археология менән ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта бара. Йәй көндәрендә ул ялан экспедицияларына йөрөй, ә өсөнсө курстан һуң уның үҙенә айырым үҙаллы эштәр тапшырыла, уға эш хаҡы ла түләйҙәр. Атайым 1956 йылда Пермдән Өфөгә ҡайта һәм Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Әлбиттә, уның төп шөғөлө - археологик тикшеренеүҙәр була. 1963 йылда СССР Фәндәр академияһының Археология институтында Бахмут мәҙәниәтен тикшереүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1968 йылда башҡорт телендә "Башҡорт археологияһы" монографияһын баҫтыра. 1976 йылда уның етәкселегендә республиканың археологик ҡомартҡыларының тәүге атласы - "Башҡортостандың археологик картаһы" ("Археологическая карта Башкирии") нәшер ителә. 1977 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында доцент, һуңынан профессор вазифаларында эшләй. Археология һәм этнография музейын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Һис һүҙһеҙ, атайым Башҡортостандың археология мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып таныла.

Нияз Абдулхаҡ улын археология өлкәһенә йәлеп итеүсе тәүге остазы Отто Бадер хаҡында ниҙәр әйтер инегеҙ?

- Нияз Абдулхаҡ улының тәүге уҡытыусыһы - күренекле совет археологы Отто Николаевич Бадер, тарих фәндәре докторы, профессор, Пермь археология мәктәбенә нигеҙ һалыусы ғалим. Ул бик күп археологик ҡомартҡыларҙы асҡан тикшеренеүсе, хатта бер Сунгирь ҡомартҡыһын өйрәнеүе генә лә үҙе ҙур асыш, тип баһалана археология фәнендә. "Бар күңелеңде биләп алыусы һәм мауыҡтырғыс археология фәне сирен миңә, II курс студентына, уҡытыусым Отто Николаевич Бадер "йоҡторҙо", - тип хәтерләй күп йылдар үткәс атайым. Отто Бадер сығышы менән этник немец кешеһе була, шуға күрә уны һуғыш ваҡытында Уралға хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Уның уҡыусыһы һәм коллегаһы Владимир Генинг та Уралға шул рәүешле килеп эләгә. Ошоға тиклем күп төрлө археологик ҡомартҡыларға бай булған Кама буйҙарында, Урта һәм Көньяҡ Уралда профессиональ археологтар юҡҡа иҫәп була. Бадер һәм Генинг археологтарҙың Урал төркөмөн ойоштороусылар, уларҙың һәм уҡыусыларының тынғыһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Пермь, Свердловск, Һамар, Ижевск, Силәбе һәм Башҡортостан археологик мәктәптәре хасил була. Отто Бадер Өфөгә килеп йөрөнө, атайымдың фатирында туҡтала торған булды. Уның интеллигентлылығы ғалимдарҙа ғына осрай торған осло һаҡалынан башлап бар йөҙөндә сағылыш тапҡандай тойола ине. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо кешеләр яһап ҡалдырған һүрәттәрҙе тикшерергә лә ваҡыт тапты оло ғалим. Атайым уға бик иғтибарлы булды, уны һәр саҡта ла яҡын кешеһендәй ҡаршыланы һәм ҡабул итте.



Замандаштарыбыҙ араһында археология фәненән файҙа юҡ, ҡәберлектәрҙән ҡаҙып сығарылған һөйәктәрҙең, көршәк ярсыҡтарының, уҡ башаҡтарының, башҡа нәмәләрҙең бер кәрәге лә юҡ, тиеүселәр ҙә бар. Әммә тарихты археологиянан башҡа уның бөтә нескәлектәрендә күҙ алдына ла килтереп булмай. Археология - тарихҡа алып инеүсе ҡапҡа ул, тип тә әйтеп булалыр...

- Мин студенттарыма шулайыраҡ аңлатам: яҙма сығанаҡтар буйынса тарихты башлыса 10 - 12 мең йыл ваҡыт арауығында ғына өйрәнеп була. Ә бына археология фәне аша беҙ кешелек донъяһының үҫеш йүнәлештәрен Homo һаbilis (оҫол кеше) тип аталған археологик табылдыҡтарҙан башлап беләбеҙ - улар йәшәгән дәүерҙәрҙән сама менән 2,3 - 1,5 млн йыл ваҡыт үткәне билдәле. Унан һуң Hоmo erectus (тура баҫып йөрөүсе кеше) 2 млн йыл - 30 мең йыл әүәл, неандерталь кешеһе бынан 300 мең йыл - 24 мең йыл әүәл, кроманьон кешеһе, йәғни Homo sapiens 40 мең йыл - 10 мең йылдар арауығында йәшәгән тәү кешеләр хаҡында мәғлүмәттәр өсөн беҙ археология фәненә бурыслыбыҙ. Шул уҡ Боронғо Мысыр (Египет), Боронғо Ҡытай, Междуречье, Ассирия, Шумер, башҡа Көнсығыш цивилизациялары хаҡында археологтарҙан башҡа ни белер инек? Археологтар боронғо ҡомартҡылар территорияларынан иң боронғо яҙмаларҙы тупраҡ, ҡом ҡатламдары аҫтынан ҡаҙып алып, тарих фәнендә иҫ китмәле асыштар яһаны.
Ҡаҙыу эштәре барышында табылған керамиканы ғына алып ҡарайыҡ. Балсыҡтан яһалған һауыт-һабала мотлаҡ төрлө биҙәк-билдәләр була. Бер территорияла оҙайлы ваҡыт дауамында йәшәгән ҡәбиләләрҙең һауыт-һабаһының формалары үҙгәрә бара, ә биҙәктәре шул көйө ҡала. Биҙәктәр - боронғо дәүер кешеләренең сакраль билдәләре. Һауыт-һабала кеше һыу, аҙыҡ-түлек һаҡлай, уны аш-һыу өсөн ҡуллана. Ә сакраль биҙәктәр уларҙы төрлө сирҙәрҙән ҡурсалау ролен үтәгән, тип фараз итергә була. Йәнә ҡомартҡыларҙағы әйберҙәрҙең орнаменты ҡырҡа үҙгәрә икән, тимәк, бында икенсе бер ҡәүемдәр йәшәй башлағанын күҙалларға була. Шул уҡ көршәктәрҙе яһау өсөн ҡулланылған балсыҡтың составы бер төрлө була, урындағы ҡәбилә кешеләренә хас булған состав үҙгәрмәй. Ә башҡа составлы балсыҡтан яһалған һауыт-һаба осрай башлаһа, был уларҙың ошо территорияға сит тарафтарҙан килтерелгәнлегенә дәлил. Тимәк, ҡәбиләләр араһында сауҙа бәйләнештәре булыуы хаҡында һығымта эшләп була.
Ҡомартҡыларҙа табылған әйберҙәр комплексы, үлгәндәрҙе ерләү йолалары кинәт кенә үҙгәрә икән, был да билдәле бер фекергә дәлил була: был урынға икенсе мәҙәниәт кешеләре үтеп ингән, ә элеккеләре йә ассимиляцияға бирелгән, йә башҡа тарафҡа күсеп киткән. Шулай итеп, археологик ҡаҙылмалар тикшеренеүселәргә боронғо кешеләр хаҡында байтаҡ ҡына ваҡ деталле факттарҙы туплау мөмкинлеге асыла. Тора-бара уларҙы билдәле бер логик сылбырға теҙеп анализлай алыу көтөлмәгән асыштарға нигеҙ бирә. Археолог тик бер нәмәне генә бер ҡасан да аныҡ рәүештә асыҡлай алмаясаҡ - иң боронғо ҡәбиләләрҙең атамаларын һәм уларҙың ниндәй телдә аралашҡанын. Был мәсьәләне бары тик яҙма сығанаҡтар аша ғына күҙалларға була. Шул уҡ ваҡытта археология ниндәйҙер бер этнос барлыҡҡа килгәнгә тиклем билдәле бер территорияла көн иткән ҡәбиләләрҙең матди мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Әлбиттә, иң боронғо кешеләрҙән хәҙерге заман этностарына тиклем килеп еткән мәҙәниәт ярсыҡтарын билдәләп була.

Нияз Абдулхаҡ улы 1957 йылдан башлап йыл һайын археологик экспедицияларға йөрөй, ошондай ялан эштәре уның ғилми эшмәкәрлегенә төплө нигеҙ булғандыр?

- Экспедицияларға сығып, ҡомартҡыларҙы ҡаҙып асмайынса, археологияла бер ни ҙә эшләп булмай. Йәйге экспедиция үҙе үк ғилми тикшеренеү формаһы. Атайым студент сағынан бирле ошондай ғилми экспедицияларҙа эшләп, археолог өсөн үтә мөһим булған белем һәм күнекмәләрҙе үҙләштерә. Нияз Абдулхаҡ улы - махсус белеме булған беренсе башҡорт археологы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән йылдарҙа атайым май айынан уҡ барса кәрәк-яраҡтарын әҙерләп, юлға ҡуҙғала һәм көҙ еткәс кенә кире Өфөгә ҡайта. Туҡланыу мәсьәләһен дә урында хәл итәләр: унлаған һарыҡ, тауыҡтар һатып алып, кәртәләп алынған яланда тоталар. Экспедицияға байтаҡ ҡына кеше йәлеп ителә ине, ҡаҙыу эштәрендә студенттар, өлкән класс уҡыусылары ла ҡатнашты. Мин үҙем дә йәй көндәрен ошо ялан лагерында уҙғарҙым, тәүләп ошонда аяғыма баҫтым. Әсәйем дә оҙайлы отпуск алып килә торғайны.
Атайым археолог булып эшләй башлаған йылдарҙа грандиоз археологик ҡомартҡылар асылды: Бөрө ҡәберлеге, Бахмут, Торбаҫлы, башҡа шундай ҡомартҡыларҙың тотош бер ҙур ҡатламы өйрәнелә башланы. Тарихи Башҡортостандың Урта быуаттар археологияһын булдырыу - һис шикһеҙ, Нияз Абдулхаҡ улының оло ҡаҙанышы. Ул Ырымбур өлкәһендә лә ҡаҙыныу эштәрен юлға һалды, ярты йыл буйына тиерлек экспедицияла була ла, ҡалған ярты йылды ҡомартҡыларҙа табылған әйберҙәрҙе тикшереп, анализлап, ғилми хеҙмәттәр яҙҙы, археология буйынса китаптар нәшер итте. Экспедицияла булған саҡта ла, унан аҙаҡ та ғилми эҙләнеүҙәрен дауам итте, объектив анализ нигеҙендә төплө ғилми һығымталар эшләне.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында эшләгән йылдарында Нияз Абдулхаҡ улы башҡорт халҡының иртә тарихы һәм этногенезы проблемаһын ентекләп өйрәнә, һөҙөмтәлә ул 1988 йылда "Южный Урал в VII-XIV вв.: данные археологии к вопросу о происхождении башкир" тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, 1994 йылда уның һеҙҙең менән авторҙашлыҡта "История Башкортостана с древнейших времен до XVI века" тигән ҙур күләмле монографияһы баҫылып сыға. Был хеҙмәттәрҙе Нияз Абдулхаҡ улының ғилми эшмәкәрлегенең апофеозы, тип нарыҡлап булыр ине. Олуғ ғалимыбыҙ ҙур асышҡа тиңләп булырҙай һығымталарға килә: Көньяҡ Уралда б.э. тиклем һәм унан һуңғы дәүерҙәрҙә йәшәгән боронғо ҡәбиләләр һәм хәҙерге башҡорт халҡы араһында билдәле бер күсәгилешлек булыуы хаҡындағы фекерҙе Рәсәй тарихсылары иғтибарына сығара. Һеҙ ошо идеяны нисегерәк аңлатыр инегеҙ?

- Һәр бер этностың килеп сығышы үтә ҡатмарлы проблемалар иҫәбенә инә. Тарихи процестар барса дәүерҙәрҙә тиерлек халыҡ төркөмдәренең ҙур миграцияһы менән бәйле бара. Йәмғиәттә этногенезға ҡарата ике диаметраль ҡараш йәшәй. Беренсеһе - ниндәйҙер этностың автохтон халыҡ булғанлығын, уның боронғолоғон раҫларға тырышыу. Икенсеһе - боронғо дәүерҙәрҙә ниндәйҙер территорияла билдәле бер этноним менән аталып йөрөтөлгән халыҡ йәшәүен билдәләп булмай, уның ҡайҙандыр күсеп килеп, этнос булараҡ формалашыуы, тарихи масштабтан ҡарағанда, һуңғы осорҙарҙа ғына башлана. Был фольклорҙа, легендаларҙа, эпостарҙа ла сағылыш тапҡан, шулай уҡ фәндә лә төрлө ҡараштар бар.
Башҡорт халҡының этногенезын ғилми өйрәнеү уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында, 60-сы йылдары башында башлана. Өфөлә ошо проблема буйынса Бөтә Союз ғилми конференцияһы уҙғарыла, уның эшендә тарихсылар, археологтар, этнологтар, филологтар, фольклор белгестәре ҡатнаша. Ниндәйҙер һығымталар эшләр өсөн ғилми ерлек булмай, әммә тәүләп яңы мәсьәләләр ҡуйыла, бурыстар билдәләнә. Ул саҡта археология фәне Башҡортостанда яңы ғына үҫешә башлаған мәл, ә Нияз Абдулхаҡ улы археологик тикшеренеүҙәр аша башҡорт этносының сығанаҡтарын билдәләү бурысын үҙ иңенә ала. Һәм ул барса ғүмерен ошо ғилми проблеманы хәл итеүгә арнай,тип әйтергә була. Әммә тик археология факттары нигеҙендә генә был мәсьәләне сисеү мөмкин түгел, комплекслы тикшеренеүҙәр талап ителә: этнографтар, лингвистар, фольклорсылар һәм башҡа белгестәрҙе йәлеп итеү зарурлығы тыуа. Бигерәк тә билдәле булған яҙма сығанаҡтарҙа башҡорттар тураһында теркәлгән мәғлүмәттәрҙе анализлау мөһим була. Тарихсы Петр Рычковтың, этнограф Сергей Руденконың, лингвист Ж. Кейекбаевтың һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрен яңынан ҡарап сығыу талап ителә. Академик Раил Кузеевтың башҡорт шәжәрәләре буйынса хеҙмәттәрендә, уның "История башкирского народа" тигән монографияһында ошо юҫыҡта күп мәғлүмәттәр сағылдырылған. Нияз Абдулхаҡ улы, төбәк тарихын археология материалдары нигеҙендә өйрәнә башлағас, тарих фәнендә, этнографияла, филологик хеҙмәттәрҙә башҡорт халҡының Көньяҡ Уралға сағыштырмаса һуңғы осорҙа ғына үтеп инеүе хаҡындағы һығымтаның яңы асылған факттарға тура килмәүен билдәләй. Мәҫәлән, ҡомартҡыларҙа табылған артефакттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың шул уҡ биҙәүестәрен, түшелдеректәрен, сәсҡаптарын ғына алып ҡарайыҡ: улар һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемендә әлегә тиклем һаҡланып ҡалған боронғо элементтар, деталдәр араһындағы бәйләнеш күҙгә бәрелеп тора бит.

Эйе, Нияз Мәжитов башҡорт халҡының иртә этногенезы проблемаһына арналған хеҙмәттәрендә лингвистика, фольклор өлкәләре менән бәйле факттарға ҙур иғтибар биргән. Боронғо Башҡортостан тураһында һеҙҙең менән авторҙашлыҡта яҙылған монографияһында ул ошо факттарға ентекле анализ эшләгән...

- Геродот яҙмаларындағы Даих - Яйыҡ, Ыҡ, сак - Суҡ, Һаҡмар (Сакмара) һәм башҡа атамалар боронғолоҡ эҙҙәрен һаҡлай. Ошондай параллелдәр комплексын ҡараһаҡ, Урта быуаттарға хас булған факттарҙы хәҙерге башҡорт этносы менән бәйләп була. Әйтергә кәрәк, Нияз Абдулхаҡ улы ошондай факттарҙы ғүмере буйына өйрәнде, тикшерҙе, төплө анализ эшләй алды. Тарих фәнендә башҡорттарҙың ата-бабаларының Урта быуаттарҙағы Көньяҡ Уралды төйәк иткән ырыу-ҡәбиләләрҙән булыуы билдәле ине. Әммә Нияз Мәжитов тарихҡа тағы ла төпкәрәк ҡараш ташлай алды: иртә тимер быуатында ошо территорияла йәшәгән ҡәбиләләр (протобашҡорттар) менән хәҙерге башҡорт этносы араһында этномәҙәни, генетик бәйләнеш булыуы объектив факттар менән раҫлана. Бронза йә иһә иртә тимер быуатында Көньяҡ Уралда йәшәүсе ҡәбилә кешеләре үҙҙәрен нисек атағандыр - быныһы билдәһеҙ. Нияз Абдулхаҡ улы башҡорттарҙың иң боронғо ата-бабаларын сак-массагет ҡәбиләләре менән бәйләй, ә уларҙың ҡасан һәм ни өсөн үҙҙәрен башҡорт этнонимы менән атай башлауын әлегә аныҡ билдәләп булмай.
Нияз Абдулхаҡ улы, алдараҡ әйтелгәнсә, ғилми эшмәкәрлегенең тәүге этабында, бронза һәм иртә тимер быуат ҡомартҡыларын өйрәнгән саҡта уҡ, ошо дәүерҙәрҙә йәшәгән ҡәбиләләр мәҙәниәте һәм хәҙерге башҡорт халҡы мәҙәниәте араһында билдәле бер бәйләнештәр, параллелдәр булыуына иғтибар итә. Шуға күрә ошо бәйләнештәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүен раҫлау уның өсөн ҙур ғилми проблемаға әйләнә. Башҡорт халҡының этногенезы мәсьәләләре буйынса унан алдараҡ та айырым тикшеренеүҙәр була, әммә уларҙы комплекслы анализлау, археология материалдары менән сағыштырыу һәм дөйөмләштереү бурысы Нияз Мәжитов иңенә төшә. Һәм ул ҡуйған маҡсатына өлгәшә: ғилми хеҙмәттәрендә башҡорт халҡының этник нигеҙенең иртә тимер быуаты дәүерендә үк Көньяҡ Уралда формалаша башлауын иҫбатлаусы дәлилдәр таба. Бына бер миҫал. Донъяла үҙ эпостары булған халыҡтар артыҡ күп түгел. Эпос билдәле бер этник мөхиттә ижад ителә һәм тик шул шарттарҙа быуындан-быуынға тапшырыла килә. "Урал батыр", "Аҡбуҙат" эпостары боронғо башҡорт мөхитендә, иртә тимер быуаты осоронда хасил булған һәм, һис шикһеҙ, унда үтә боронғо замандарға ғына хас булған күренештәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар сағылыш тапҡан. Ә археология, ҡомартҡыларҙы өйрәнеп, боронғо ҡәбиләләрҙә тап ошондай йолалар булыуын раҫлай.
Йәнә шуныһы ла хаҡ: Көньяҡ Уралға Урта һәм Үҙәк Азиянан, башҡа төбәктәрҙән миграция ағымдары өҙөлмәй, бында күсеп килеүсе ҡәбиләләр, бәлки, урындағы, ерле этник төркөмдәрҙән көслөрәк тә булғандыр. Әммә Нияз Абдулхаҡ улының бер фекерен инҡар итеп булмаясаҡ: бронза быуатынан алып иртә тимер быуатына тиклем һәм унан һуң уҙған дәүерҙәрҙә Көньяҡ Уралдың автохтон ҡәбиләләре юҡҡа сыҡмаған, улар был территорияла күп быуаттар буйына йәшәүен дауам иткән, мәҙәниәте һәм йолалары элементтарын быуындан-быуынға тапшыра килгән, ошонда хасил булған этностарҙың этногенетик нигеҙе ролен үтәгән. Әлбиттә, быуаттар дауамында барған миграция процестары барышында уларға икенсе бер ҡәүемдәр ҡушыла килгән, әммә улар үҙҙәренең тәү этник йөҙөн юғалтмай йәшәй алған, ә башҡа этник ҡатламдар ошо төп үҙәк тирәләй тупланған.

Нияз Абдулхаҡ улы иҫән булһа, мин уға ошондай һорау менән мөрәжәғәт итер инем: "Башҡорт халҡы составына 40-тан ашыу ырыу инә. Башҡорттар әлегәсә ҡайһы ырыуҙан булғанлығын онотмай, яҙма мәғлүмәттәр, шәжәрәләр менән бер рәттән, халыҡ хәтерендә лә ырыуҙар менән бәйле риүәйәттәр йәшәй. Төрлө сығышлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар барыһы ла тарих төпкөлдәренән бирле уртаҡ башҡорт этнонимын үҙ иткән. Быны ниндәйҙер бер парадокс итеп ҡабул итергә кәрәкме?"

- Юҡ, был феноменды парадокс тип атап булмай. Башҡорттарҙа ырыу-ҡәбилә төҙөлөшөнөң оҙайлы ваҡыттар буйына ғәмәлдә булыуының үҙ сәбәптәре бар. Билдәле булыуынса, һәр ырыу һәм ҡәбилә үҙ ерендә, үҙ биләмәләрендә йәшәй. Хатта малсылыҡ менән шөғөлләнгән күскенсе ҡәүемдәрҙең дә бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй торған билдәле территориялары булған. Шул уҡ Әйле ҡәбиләһе Арал буйы далаларынан Көньяҡ Уралға тиклем мал көтөүҙәре менән күсеп йөрөй алған. Һәр айырым ырыу үҙ ерендә эске тормошон үҙаллы алып барған. Әммә, мәҫәлән, оло яуҙар ҡупҡан мәлдә бөтөн ырыуҙар бер уртаҡ исем аҫтында дошмандарына ҡаршы сыҡҡан. Бына шул уҡ төрки империяһы составында төрлө сығышлы ырыуҙар була, әммә уларҙың ғәскәрендә барыһы ла төрөк (тюрк) этнонимы менән атала. Тимәк, беҙҙең башҡорт этнонимының да тап хәрби-сәйәси сәбәптәр арҡаһында нығыныуы хаҡында фараз итергә була. Йәнә, дәүләттәр барлыҡҡа килгәс, халыҡтан яһаҡ йә иһә һалым йыйыу шулай уҡ ырыу-ҡәбилә төҙөлөшөнә ярашлы ойошторола.

Беҙҙең бәғзе зыялыларыбыҙ башҡорт этносында күскенселәр компоненты булмаған, тип фараз итә. Ни өсөндөр күскенсе төшөнсәһенә негатив ҡараш барлыҡҡа килгән. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Тарихи күҙлектән ҡарағанда, күскенселәр Евразия далаларында бик позитив роль уйнаған. Бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөүсе ҡәүемдәр быға тиклем бер-береһенән алыҫ арауыҡтарҙа айырымланып көн иткән халыҡтар араһында бәйләнеш булдыра, уларҙың берләшеүенә, тупланыуына юл аса. Күсеп йөрөү барышында айырым ҡәбиләләрҙең матди мәҙәниәте, йолалары, башҡа ҡаҙаныштары икенсе ҡәүемдәр тарафынан үҙләштерелә. Бөйөк дала интеграцияһы процестары күсмә ҡәбиләләр хәрәкәтенән башлана. Аттарҙа һыбай йөрөй башлау, тәгәрмәсле арбалар уйлап табыу һәм уларҙы киң ҡулланыу йыраҡ араларға күсеп йөрөү мөмкинлеген бирә. Сауҙа итеү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә, шәхси милекселек хасил була. Дала кешеһенең туҡланыу сығанағы - малсылыҡ, ул аҡһым бирә. Әммә кеше организмына углеводлы ризыҡтар, шул уҡ икмәк, йәшелсә-емештәр кәрәк. Уларҙы табыуҙың ике юлы бар: сауҙа итеү һәм баҫып алыу.
Шуға күрә сауҙагәрҙәрҙән башҡа яугирлыҡ менән көн иткән күскенселәр ҡатламы үҫешә. Ҡәбилә өсөн яңы биләмәләр яулап алына, һуғышсанлыҡ, агрессивлыҡ арта. Күскенселәр йәмғиәтенең ошо юҫыҡта үҫешеүе Евразия далаларында ҡеүәтле империялар төҙөү өсөн төп шарт булып тора: һундар империяһы, Төрки ҡағанаттары шулай хасил була. Күсмә халыҡтар бик ҡеүәтле һәм бай дәүләттәр төҙөүгә өлгәшә - уларҙың вариҫтары булыу һис тә яҙыҡ түгел. Унан һуң, даланың бер ҡәүеме лә тулыһынса күсмә тормошта йәшәмәй - улар йыл әйләнәһенә даими күсенеп йәшәмәгән. Азия далалары ҡыштары ҡарлы була, ҡар ҡатламы 40 сантиметрҙан да ашып китә, ҡар өҫтөн ҡайырсаҡ ҡаплаһа, мал ҡыу үләнде тибенеп ашай алмай. Шуға күрә бәғзе ҡәбиләләр тауҙар араһына (Алтайға, Уралға), икенселәре көньяҡҡа табан күсеп китергә мәжбүр була. Ҡыш үтеү менән улар үләнле далаларға кире ҡайта. Саф күскенселәр Эске Монголияла ғына йәшәгән - ул зонала антициклондар өҫтөнлөк итә, яуым-төшөм дә наҡыҫ булғас, даими күсеп йөрөүҙән башҡа әмәл ҡалмай.
Башҡорттарға килгәндә, Алтын Урҙа осорондағы хандар, шул уҡ Нуғай хандары уларҙың боронғо көтөүлек ерҙәренә юлды бөтөнләйгә яба. Малсылыҡ менән көн күргән башҡорттарҙың хәле ауырлаша. Уларҙың байтағы Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы зонаһына күсеп китергә мәжбүр була. Ә тау-урман зонаһы башҡорттары бер ҡасан да күсмә тормошта йәшәмәгән. Бында һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ, мәғдән сығарыу, металл иретеү менән шөғөлләнгәндәр. Ә малдарын йәйләүгә сығарыу - уларҙың быуаттар буйына күнегелгән тормош рәүеше, быны бер нисек тә күскенселек менән бәйләп булмай.
Күскенселеккә кире ҡараш Себер тарафтарына тиклем барып йөрөгән рус сауҙагәрҙәре, Мәскәү батшалары ойошторған экспедицияларҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәр биргән мәғлүмәтттәр һөҙөмтәһендә таралып китә. Улар элегерәк етеш тормошта көн иткән дала кешеләренең бөлгөнлөккә, хатта хәйерселеккә төшөүен теркәп ҡалдырған, ошо ҡәүемдәрҙе ҡырағайҙар итеп һүрәтләгән. Ҡаҙаҡ яҙыусыһы һәм әҙәбиәт белгесе Олжас Сөләймәнов совет осоронда тәү башлап күскенселәр тип нарыҡланған төрки донъяһының боронғо цивилизация булыуы, боронғо төрки теленең башҡа телдәргә йоғонтоһо хаҡында ғилми-популяр әҫәрҙәр яҙа. Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта күсмә ҡәүемдәр тарихын фәндә лә ҡайтанан ҡарау идеяһы ҡабул ителде, был элекке хата ҡараштарҙан арыныу мөмкинлеген бирә.

Нияз Абдулхаҡ улы "Өфө-II" ҡаласығында бик ентекле археологик тикшеренеүҙәр ойоштороп, ошо урында оҙайлы ваҡыт дауамында "Башҡорт" тигән ҙур ҡала булыуы хаҡында һығымта эшләне. Ошо фаразды ҡабул итергә теләмәүсе ғалим-ғөләмә уның нигеҙле фекерҙәрен тәнҡитләп тә сыҡҡайны. Ошо турала әйтеп китһәгеҙ ине.

- Беҙҙең эраның I мең йыллығы урталарында Көньяҡ Уралда бахмут мәҙәниәтенә ҡараған ҡәбиләләр йәшәй, уларҙың фин-уғыр сығышлы булыуы фараз ителә. Артабан уларҙы торбаҫлы мәҙәниәте ҡәбиләләре буйһондороп, V - VII быуаттар арауығында ошо территорияла йәшәй ("Өфө-II" ҡаласығы, Яңы Торбаҫлы, Дежнев ҡурғандары, Шәрәй, Кушнаренко ҡәберлектәре, Имәндәш ҡаласығы һ.б.). Торбаҫлыларҙың йә уғыр, йә иһә сармат/алан сығышлы булыуы хаҡында фараздар бар. Нияз Мәжитов ғилми әҙәбиәттә уларҙың башҡорт этносы формалашыуында ҡатнашыуы хаҡында яҙып сыҡты.
Өҫтөнлөк алған ҡәбиләгә урындағы ҡәүем төркөмдәре менән идара итеү һәм ситтән килгән ҡәбиләләрҙең һөжүменән һаҡланыу өсөн нығытылған үҙәк кәрәк була. "Өфө-II" ҡаласығы тап ошондай нығытма рәүешендә барлыҡҡа килә. Бында этник сығышы яғынан бер-береһенән айырылып торған кешеләр йәшәй: бахмут, торбаҫлы, кушнаренко мәҙәниәтенә ҡараған табылдыҡ-артефакттар ошо хаҡта һөйләй. Торлаҡ конструкциялары ла төрлөсә: сыбыҡ өҫтөнә балсыҡ һыланып яһалғандары менән бер рәттән (бындай балсыҡ өйҙәр Көньяҡ Уралға хас түгел), ярым ер өйҙәр һәм ағастан буралған өйҙәр ҙә була был ҡаласыҡта. Өйҙәр бер-береһенә терәлеп тигәндәй тора, ҡаласыҡ буй һәм арҡыры урамдарҙан торған кварталдарҙан хасил була. Керамика өлгөләре, биҙәүестәр ҙә төрлө-төрлө. Көньяҡ далаларына илтеүсе ҡоро юлдар һәм Ағиҙел-Кама-Волга һыу юлы сауҙа алып барыу өсөн бик уңайлы була, сит ерҙәрҙән килтерелгән балсыҡ һауыт-һаба ярсыҡтарының күп булыуы ошоға дәлил. Көньяҡ Уралда элегерәк булмаған ишәк һәм дөйә һөйәктәре лә табылды. Бында ҙур сауҙа үҙәге - фактория хасил булған. Антропологтар хайуан һөйәктәренең ныҡ ватылған, сәрпәкләнгән булыуына иғтибар итте - тимәк, туҡланыу өсөн ит етешмәгән. Бында һатыуға сығара алырлыҡ тауар етештереүсе һөнәрселәр күп була. Нығытма стеналарынан ситтәрәк тә халыҡ йәшәгән торлаҡ урындары табылды, археологтар уны "Өфө-III" тип атай. Унда (посадта) йәшәүселәр ҡала халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ғөмүмән, Өфө ярымутрауының буйынан-буйына, 10 саҡрым арауыҡта кешеләр йәшәгән торлаҡтар була, уларҙың барыһының бергә Меркатор картаһындағы һәм Каталон атласындағы Паскерти ҡалаһы булыуын күҙаллап була. Нияз Абдулхаҡ улы билдәләүенсә, был ҡала беҙҙең эраның IV быуаты аҙаҡтарынан - V быуатынан XVI быуатҡа тиклем йәшәй. Ҡыҙғаныс, V - IX быуаттарға ҡараған мәҙәни ҡатламдар ғына һаҡланып ҡалған, ҡалғандары күп йылдар дауамында барған төҙөлөш барышында юҡҡа сыҡҡан, әммә ошо һуңғараҡ осорға ҡараған айырым предметтар осрай. Мәҫәлән, Алтын Урҙа осорона ҡараған 19 тәңкә (монета) табылды. Хәҙерге Опера һәм балет театры, медицина университеты, Аҡ йорт биләгән арауыҡта ғәҙәттән тыш ҙур некрополь булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфө дворяндары яңы ҡаланы төҙөү барышында табылған 2,5 кг ауырлығындағы ҡиммәтле биҙәүестәрҙе, алтындан ҡойолған әйберҙәрҙе Екатерина II бүләк иткән. Был хазинаның яҙмышы билдәһеҙ. "Өфө-II" ҡаласығын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап алып ҡалыу зарурлығы булды һәм әле лә бар... - Был ҡомартҡы бөтөн Рәсәй кимәлендәге уникаль археологик объект. Унда тарих төпкөлдәре хаҡындағы мәғлүмәттәр һаҡлана. Нияз Абдулхаҡ улы ошо ҡомартҡыны һаҡланы һәм яҡланы. Ошо ҙур булмаған майҙанға ҡул тейҙерергә лә ярамай, хатта археологтарға ла. Был эште киләсәккә ҡалдырайыҡ. Ғөмүмән, әлеге ваҡытта барса тарихи ҡомартҡыларҙы ла һаҡлауҙы дәүләт кимәлендәге бурыс, тип ҡабул итеү фарыз.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Археологик ҡомартҡылар материалдары нигеҙендә тарихи ысынбарлыҡты тергеҙеп, башҡорт халҡының боронғо тарихы буйынса уникаль асыштар авторы булған Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов үҙ-үҙенә рухи һәйкәл һалып ҡалдырған олуғ шәхестәрҙең береһе ине. Уның ғилми эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тарих фәненең өр-яңы биттәре асылды, олуғ тарихсыбыҙ ҡалдырған ғилми мираҫтың киләсәк быуындарға барып етәсәге хаҡында һис бер икеләнеүһеҙ әйтергә була.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru