«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ - 8
+  - 


IX

Кавалерия училищеһы бинаһы, хужалыҡ блоктары, ат һарайҙары, манежы ла бөтә ҡыҙыл кавалерияға үрнәк булырлыҡ итеп йыһазландырылған. Училищеның начальнигы - граждандар һуғышы осоронда атаҡлы Беренсе атлы армияла эскадрон командиры булып хеҙмәт иткән, атлы ғәскәрҙәрҙә исеме киң таралған, Ставрополь казагы генерал-майор Вербицкий ине. Генералдың ат йәнле кеше икәнен күптән белгән майор Пустовой Әүхәҙиҙе ике-өс көн ашатып тәрбиә итте лә училище начальнигына күрһәтергә теләп манежға алып сыҡты. Аттың генерал күңеленә хуш килеүенә уның бер ҙә шиге юҡ ине.
Вербицкий учениеларҙы өлгөлө үткәргәне өсөн Әрмән компартияһының Үҙәк Комитеты бүләк иткән Баликджан1 исемле аҡ күк айғырына атланып түгел, "Эмка" машинаһына ултырып килде. Билдәле, генерал ат ҡарарға сыҡҡас, башҡа командирҙар ҙа ҡалмай. Штаб начальнигы полковник Поддубный ҙа кабинетында нисек ултырһын? Ҡул ҡуяһы ҡағыҙҙарын тиҙ генә йыйыштырып йәшерен бүлексәгә тапшырҙы ла начальнигы артынан урамға сыҡты. Әүхәҙи тигән ат Вербицкий күңеленә хуш килһә, Поддубныйҙың күптән эсен көтөрләтеп йөрөгән аҡ күк Баликджан үҙенә ҡала ла баһа! Бер үҙе өс атҡа атланып йөрөмәҫ бит инде! "Уға училище начальнигының аты күсһә, үҙенең дончагы Аскетты миңә ҡалдырмай кемгә бирһен?" - тип уйлай штаб оператив бүлексәһе начальнигы майор Изотов.
Кавалерияла ҡупшы ат борон-борондан үҙ-ара дәғүә сығанағы. Бында һинең баһаңды атланып йөрөгән атыңа ҡарап билдәләйҙәр. Атың күркәм булһа, һиңә ихтирам да, хөрмәт тә бар. Мәгәр инде аҫтындағы атың бер баҡтаһын да ҡоймаған үжәт хайуан икән, теләһә ниндәй алтындай кеше самауыр еҙенә әйләнә. Хатта кавалерия часында хеҙмәт иткән командирҙарҙың ҡайһы саҡта ғаилә ныҡлығы ла ирҙең ниндәй атҡа атланып йөрөүе менән бәйле. Командир ҡатындары частағы бөтә яҡшы аттарҙы исемләп белә. Һүҙ араһында шуны ла әйтеп китәйем: командир ҡатындары, балалары - часта үткәрелгән ат спорты ярышының иң актив тамашасылары. Ҡайһы берҙә бисәләре, судья ҡуйған очкоға риза булмайынса, ярышта ҡатнашҡан ирҙәрен яҡлап үҙ-ара талашыуға, илашыуға тиклем барып етә.
Бына ни өсөн начальниктың бөгөн манежға ат ҡарарға килеү теләге бөтә кавалерия училищеһының командирҙарын ҡужғытты. Ҡулына ғәҙәттәге шыйыҡ сыбығын тотоп, өҫтөнә һылап ҡуйғандай, килешеп торған өр-яңы мундирын кейеп машинаһынан килеп төшкәс тә, манежда йыйылған командирҙарын күреп, генерал аптырабыраҡ та ҡалды. Уға килеп рапорт биргән майор Пустовойға:
- Бында ниндәй командирҙар йыйылышы? Уны кем тәғәйенләгән? - тип һораны. Әммә тауышына ни тиклем генә ҡатылыҡ билдәһе ҡушып ҡуйыртырға тырышмаһын, ирендәренә, көлөп торған күҙҙәренә ҡарап бының тик яһалма ғына ҡәтғилек икәнен барыһы ла аңланы.
- Ҡайҙа, теге ҡанатлы дөлдөлөгөҙҙө күрһәтегеҙ әле, ниндәй мал икән? - тип генерал бәйле торған ат яғына йүнәлде.
- Рәхим итегеҙ, иптәш генерал! - Пустовой алдан төштө. Әүхәҙи үҙенә яҡынлашҡан ят кешеләрҙе күргәс, йәшкелт күҙҙәрен тәгәрәтеп алды ла көслө муйынын дуға һымаҡ бөгөп башын өҫкә сөйҙө, нуҡта чумбурын өҙөргә маташты. Ә быны алдан һиҙенгән Пустовой чумбурға өҫтәп нуҡта дүңгәләгенә тимер сынйыр ҙа бәйләп ҡуйғайны. Әүхәҙи башын ергә эйеп, дүрт аяғын бөрә баҫты ла бар көсөнән чумбурға аҫылынды.
- Был ат түгел, ысын йыртҡыс! - тине тәжрибәле генерал. - Бер ҡулда яҡшы итеп өйрәтеп алғанда бының менән спортта ла, сабыш буйынса ла рекордтар ҡуйырға була. Ғөмүмән, ат шәп. Башҡорт аты булыуға ҡарамаҫтан, уларҙан байтаҡ бейек, буйы оҙон, һомғол, тимәк, йөрөк ат. Алғы бәкәлдәре нәҙек, ҡоро, тояҡтары текә, йомро - саптарҙар тоҡомонан. Промерҙары классик аттарҙыҡынан бер ҙә ҡайтыш түгел, - тип бөтә кеше ишетерлек итеп үҙ-үҙе менән һөйләшеп алды.
Бер аҙ торғас, теҙгенен бушатҡан атҡа тағы ҡараны:
- Шулай ҙа был дөлдөл минең өсөн түгел. Был атҡа атланырға йәшем үткән инде минең. Бәлки, берәй йәшерәк кеше өйрәтергә тотонор, - тип үҙ командирҙарына һорау менән ҡараны. Ләкин бәйле көйөнсә лә теләһә ниндәй сит кеше өҫтөнә ташланырға торған өйөр айғырына атланырға теләп алға аҙым атлаған берәү ҙә табылманы. Генерал яҡты хыял менән манежға йыйылған командирҙарының өмөтөн өҙөп ҡайтып китте. Ошонан һуң Әүхәҙиҙе ат һарайына яптылар ҙа бөтөнләй унан төңөлдөләр.
Ошо ваҡиғанан күп ваҡыт та үтмәне ат һарайының бер башындағы тренер бүлмәһенең ишеген шаҡынылар. Эстән: "Инегеҙ!" - тигән көр тауыш ишетелде. Әкрен генә асылған ишектән яуырын, киң яңаҡлы бите көнгә янған, ҡыҫығыраҡ, ләкин үткер күҙле бер ҡыҙылармеец килеп инде лә, ҡапыл аптырап аҫтан өҫкә ҡараш атҡан майорға:
- Һеҙгә ремонт эскадроны ҡыҙылармеецы Яуымбаев мөрәжәғәт итә, - тип һүҙ башланы.
- Йә, йә, иптәш ҡыҙылармеец, йомошоғоҙҙо һөйләп бирегеҙ, - тип майор өҫтәл артына уңайлаңҡырап ултырҙы ла, - "вольно!", - тип өҫтәп ҡуйҙы. Һап-Һары итеп йыуылған иҙәндә үҙенең бысраҡ аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй алмашлап баҫып торған Ғилмишәриф, башта ыҡ-мығыраҡ итте лә һуңынан һүҙен шыма ғына теҙеп алып китте. Ул һис бер нәмәнән дә шикләнеп тормай:
- Минең көтөү көткәндә менеп йөрөгән колхоз айғырын беҙҙең старшина бына ошонда оҙатҡан булырға кәрәк, - тип туп-тура һүҙ башланы. Ә үҙе, әйтерһең дә, айғырҙың ҡайһы денникта тороуын да алдан белгән шикелле, бармағы менән төртөп һарайҙың ат торған икенсе осона күрһәтте.
- Йә, йә, бик ҡыҙыҡ. Ул ниндәй айғыр? Ғөмүмән, был ни тигән һүҙ? "Колхоз айғыры, мин менеп йөрөгән ат!" Ҡыҙыл Армияға алынған бөтә айғырҙарҙы ла ҡасандыр, кемдер менеп йөрөгән, ә хәҙер уларға кемгә ҡушыла, шулар менә. Һеҙгә аңлашыламы?
- Аңлашыла.
- Шулай булғас, шуның менән әңгәмә тамам, - тип майор урынынан тора ла башланы, һүҙҙең ошо рәүешле бөтөүен көтмәгән Ғилмишәриф, үҙ ҡарашын ҡайҙалыр ситкә төбәп:
- Иптәш майор, ул атты күпме генә яфалаһағыҙ ҙа уға атланып йөрөргә минән башҡа бер кемдең дә ҡулынан килмәйәсәк. Минең һуңғы һүҙем шул, - тине лә Ғилмишәриф ҡулын козырек аҫтына алып, китергә рөхсәт һораны. Боролоп сығып китергә әҙерләнгән ҡыҙылармеецтың киң арҡаһына бер ҡараш атты ла майор:
- Туҡта әле, әҙерәк сабыр ит, - тип сөйҙә элеүле торған ҡамсыны ҡулына алып итегенең ҡуңысына бер нисә тапҡыр шапылдатып һуҡты. Берәр нәмәгә икеләнгәндә уның электән дә шулай итек ҡуңысына һуҡҡылап ала торған ғәҙәте бар ине. Ишек төбөндә туҡтап ҡалған Ғилмишәрифтән:
- Йә, ул ат тураһында ниҙәр беләһең?, - тип һораны. Әҙерәк йәнләнә төшкән Ғилмишәриф яуап урынына:
- Барыһын да, - тип кенә ҡуйҙы.
- Йә, һөйләп ебәр, - тип Ғилмишәрифте алдына ултыртты ла, имтихан алған уҡытыусы шикелле, уны тыңларға әҙерләнде. Эстән әҫәрләнеп, күңеле ашҡынған Ғилмишәриф:
- Айғырҙың исеме Әүхәҙи, 1935 йылдың 25 апрелендә тыуған, - тип ҡабаланып урыҫ һүҙҙәрен бутай-бутай һөйләй башлағайны, майор уны ҡапыл туҡтатты ла:
- Иптәш ҡыҙылармеец, әгәр беҙ уны һиңә күрһәтһәк, ул һине танырмы? - тип һорауы булды, Ғилмишәриф ҡапыл ике усынан төрөпкә яһаны ла ирененә терәп бөтә һарайҙы яңғыратып: "Әүхәҙи!" - тип ҡысҡырҙы. Ат һарайының теге башында сыңғырлатып кешнәгән тауыш ишетелде. Шатлыгын йәшерә алмаған майор, ишекте асты ла:
- Рәхим ит, иптәш ҡыҙылармеец, - тип Әүхәҙи торған денниктың ишегенә күрһәтте. Ғилмишәриф йүгереп килеп денниктың ишеген асты ла Әүхәҙиҙең муйынына ташланды. Ҡыуанысынан ирендәрен дерелдәтеп иркә генә кешнәү тауышы сығарҙы ла Әүхәҙи, элекке үҙ көтөүсеһенең ҡояшҡа ҡарайып янған тоҙло битен яланы. Ат менән кеше башҡа бер ҡасан да айырылмаҫҡа һүҙ биргән төҫлө ҡосаҡлашып ҡына торҙолар. "Ҡыҙыл Ялан" колхозының өйөр айғыры Әүхәҙи оло һынауҙар, ғазаплы яраланыуҙар үтеп үҙенең элекке хужаһын эҙләп тапты, инде башҡа мәңге айырылмаҫҡа табышты улар.
Майор Пустовойҙың икенсе көн Вербицкийға инеп, хәлде аңлатып, ҡыҙылармеец Яуымбаевты ремонт эскадронынан училищеға үҙенә тренерлыҡҡа өйрәнсек итен күсереүен һорауҙан башҡа әмәле ҡалманы. Бер нисә көн үткәс, күңеле тынысланып, ашай-эсә башлаған, инде хәҙер йөндәре ҡояшҡа ялтырап торған бурыл айғырҙы Ғилмишәриф манежға сығарҙы. Эйәрле атына, әйтерһең дә, ул ҡулынан ысҡынып ҡасып бара, һырынған Ғилмишәрифтән майор ҡоро ғына һорап ҡуйҙы:
- Һин үҙең һәм атың ниндәй әҙерлек үткән?
- Был ат колхозда "Ворошиловса һыбайлылар" программаһын үтте, ә мин инде ремонт эскадронында "Кавалеристың тәүге хәрби әҙерлек" кимәлендә күнекмәләр өйрәндем.
Майор Пустовой ат менән бер йәнгә әйләнгән, шатлығынан битендә яҡты нурҙар балҡыған Ғилмишәрифкә бер аҙ ҡарап торҙо ла:
- Йә, әйт әле, иптәш ҡыҙылармеец, манежға сменаны2 сығарғанда аттарҙы Устав буйынса ни рәүешле теҙергә тейешбеҙ? - тип һораны. Эскадронда тәүге ат күнекмәләре алған Ғилмишәриф бик аптырап ҡалманы.
- Трензель3 аҫтынан ат тотоп торған кеше менән икенсе йәнәш ат араһында аралыҡ ике метрҙан да кәм булырға тейеш түгел. Был яҡын торған аттар бер-береһе менән тибешмәһен өсөн шулай эшләнелә.
Яуабына ризалығын белдереп, тренерҙың башын һелкеп торғанын күргәс:
- Ә манежда аллюр4 башлағанда иң алға айғырҙы, унан аттарҙы, ә иң арттан бейәләрҙе ҡуябыҙ, - тип өҫтәп ҡуйҙы.
- Ә һуң нишләп смена йөрөшөн манежда айғыр башлай?
Ғилмишәриф әҙәпле генә көлөмһөрәне лә:
- Айғыр булған өсөн ул манеждағы хәрәкәтте алдан башларға тейеш, шунһыҙ айғыр алдында торған ат менән талаша башлай, - тине. Тамам күңеле бөткән тренерҙың:
- Атҡа мен! - тип команда биреүе булды, Ғилмишәриф, ҡанатлы ҡош кеүек, Әүхәҙиҙең һыртына менеп тә ултырҙы. Байтаҡтан бирле атланмау сәбәпле, эйәрләүҙе һәм атланыуҙы онота ла башлаған айғыр бер урында тыпырсынып алды. Ләкин өҫтөндә таныш кешенең ултырыуын белеп, ул башын ташлай-ташлай команда көттө. Тренерҙың манежға, әйтерһең дә, бөтә училище сыҡҡан, көр тауышлы командаһы яңғыраны.
- Смена, по головному номеру, дистанция две лошади, ездой налево шагом ма-..-р..-ш!
Йөрәге ярһыған Әүхәҙи сыҙамай юртыуға күсергә самаланы, ләкин Ғилмишәриф уға эйелеп ҡолағына ниҙер шыбырлаған төҫлө итте лә, уның башын тартты. Әүхәҙи тиҙ генә тыныслана алманы. Манежды урталағас, тренерҙың икенсе командаһы ишетелде. "Строевой рысью ма-а-рш!" Әүхәҙи тренерҙың шул командаһын ғына көткән шикелле, еңелсә юртыуға күсте. Ә инде Ғилмишәриф шенкелдарын5 ҡыҫып, ҡулына тотҡан теҙгенен бушатты. Ғилмишәрифтең үҙен-үҙе онотоп ҡапыл артын эйәр өҫтөндә яңылыш һуғып алғанын күреп ҡалған тренер яңынан ҡысҡырҙы:
- Облегчайся под внутреннюю левую ногу! - Быныһы инде Әүхәҙи алғы һул аяғын күтәргән моментта ғына эйәр өҫтөндә күтәрел, ә ергә баҫҡанда эйәргә лыпын ултыр, - тигәнде аңлата ине. Шунан һуң Әүхәҙиҙе тренерҙың командаһы менән Ғилмишәриф строевой, йәғни иң шәп, юртыуға күсерҙе. Тренерҙың бөгөнгө занятиеһы Әүхәҙиҙе атланған Ғилмишәрифтең ҡаҡ, тигеҙ манежды шаңҡытып, кавалеристар телендә "гладкие скачки" тип аталған йәнфарман сабыуы менән тамамланды. Сәғәтенә ҡарап торған тренер ярһыған атынан һикереп төшкән Ғилмишәриф арҡаһынан ҡағып:
- Һуңғы ике йөҙ метр аралыҡта һинең атың сәғәтенә 65 километр тиҙлек менән үтте, беренсе көн өсөн бик юғары һөҙөмтә, - тип маҡтап ҡуйҙы.

(Дауамы. Башы 29-35-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.23 | Ҡаралған: 107

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru