«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАНЫ ЛА ШӘХЕС ИТЕП КҮРҺЕН ӨЛКӘНДӘР!
+  - 


Күптән түгел Венгрияның Сегед ҡалаһында уҙғарылған IOI-2023 Информатика буйынса халыҡ-ара олимпиадаһында Рәсәй командаһындағы дүрт уҡыусы ла алтын миҙал яулап ҡайтты. Олимпиадала ҡатнашҡан 89 ил вәкиле араһында бындай юғары баһаға Ғимран Марат улы АБДУЛЛИН атлы башҡорт егете лә лайыҡ булғайны. Ошо форсаттан файҙаланып, һәләтле яҡташыбыҙ менән гәзит уҡыусыларын да таныштырабыҙ.

Һин Өфө егетеһең бит инде, эйеме?

- Эйе, мин Өфө ҡалаһында тыуғанмын, тамырҙарым Әбйәлил районына барып тоташа. Бишенсе класты тамамлағансы Өфө районының Шамонино ауылы мәктәбендә белем алдым, хәҙерге көндә Ҡаҙан ҡалаһының 2-се лицей-интернатында 10-сы класта уҡыйым. Бала саҡтан кубик Рубика йыйыу, шахмат уйнау, футбол менән мауыҡтым, мәктәптә математика дәрестәре ҡыҙыҡлы була торғайны. Ә инде лицей-интернатҡа килгәс, информатика дәрестәрен оҡшаттым: бирелгән төрлө эштәрҙе атҡарыу уйын һымаҡ тойола ине. Шулай яйлап информатиканың математикаға ҡарағанда ла күңелемә яҡыныраҡ булыуын аңланым һәм уның менән етдиерәк шөғөлләнә башланым. Компьютерҙың минән миллион, миллиард тапҡырға аҡыллыраҡ булыуы, әммә уға күрһәтмәләр биреп кенә төрлө эштәрҙе атҡартып булыуы оҡшаны. Быға уҡытыусымдың дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп алып бара белеүе лә, һәр матур башланғысымды хуплап торған ата-әсәйем дә булышлыҡ иткәндер.

Һин әле уҡыған белем усағы башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Унда уҡытыу нисек ойошторолған?

- Ҡаҙан ҡалаһының 2-се лицей-интернатына бишенсе йәки алтынсы класты тамамлаған уҡыусыларҙы ҡабул итәләр. Бында теүәл һәм гуманитар фәндәр йүнәлештәрендә тәрәнәйтеп белем бирәләр. Тағы ла белем усағында тик малайҙар ғына уҡый, шуныһы менән дә айырылып тора ул. Уҡыусыларҙың барыһына ла шәхси уҡыу планы тәҡдим итә алалар: беҙ үҙебеҙҙе ҡыҙыҡтырған предметҡа күберәк иғтибар бүлә, ә дөйөм үҫеш өсөн кәрәк булған башҡа предметтар буйынса уҡытыусынан шәхси өйгә эштәр алып үҙаллы өйрәнеп, ваҡытында тапшыра барыу ҙа етә. Мәҫәлән, мин география, химия кеүек дәрестәргә йөрөмәйем, уҡытыусылар миңә айырым күнегеүҙәрҙе эшләргә бирә, үҙаллы уҡыйым һәм эште тапшырам. Иң мөһиме, бында тик яҡшы өлгәшкән, аҡыллы, көслө уҡыусыларҙың бер урынға тупланыуы күңелемә яҡын. Тиҫтерҙәремдең һәр береһе күңеленә ятҡан өлкәлә юғары уңышҡа өлгәшергә ынтылышлы, маҡсатлы, алдынғылар. Минең менән бер класта химия, астрономия, информатика буйынса Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, еңгән малайҙар уҡый.

Халыҡ-ара кимәлдә иң яҡшылар араһына инеү өсөн ниндәй әҙерлек үттең?

- Информатика менән етенсе кластан уҡ етди шөғөлләнә башланым. Һигеҙенсе класта уҡығанда Бөтә Рәсәй олимпиадаһында 350 ҡатнашыусы араһында 37-се урын алдым һәм көмөш миҙал яулаусы абсолют еңеүсе тип танылдым. Шуны әйтеп китергә кәрәк, башҡа фәндәрҙән олимпиадаларҙа уҡыусылар нисәнсе класта белем алыуына ҡарап бүленеп, үҙенең тиҫтерҙәре менән генә ярышһа, информатика буйынса олимпиаданың шарттары башҡасараҡ. Бында нисә йәштә, нисәнсе класта белем алыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә бер төрлө мәсьәләләрҙе сисә, бер төрлө эш башҡара. Шуға мин 8-се класта булһам да, 9-сы, 10-сы, хатта 11-се класс уҡыусылары менән ярыштым. Әйткәндәй, был Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һөҙөмәләре буйынса билдәләнгән 120 призерға илдең теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона һынауҙарһыҙ уҡырға инә алыу хоҡуғы бирелә. Мин был хоҡуҡты 8-се класта уҡ яуланым.
Ғөмүмән, информатиканы яҡшы аңлау өсөн математика, инглиз телен дә белергә кәрәк. Юғары һөҙөмтәгә өлгәшәм тиһәң, инглиз телен бик яҡшы аңлау талап ителә, сөнки мәсьәләләр ҙә, алгоритмдар, код та, бөтә донъя белеме шул телдә. Информатика буйынса уҡытыусы аңлатып, һөйләп тормай, интернетҡа инәһең дә, үҙеңә кәрәкте табып, өйрәнәһең. Шуға үҙаллылыҡ, эске тәртип, маҡсаттар ҡуйырға һәм шуларға ирешеү теләге булырға тейеш. Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадала миңә шулай уҡ спортсыларға хас сәм, үҙ-үҙемә ышаныс та ярҙам итте. Үҙ көсөмә ышанмаһам, бәлки, быйыл булдыра алмам, тип ҡул һелтәр ҙә ҡуйыр инем. Ныҡышмаллыҡ, түҙемлек тә кәрәк ярышта. Шунһыҙ бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.

Венгриянан алған тәьҫораттар ниндәй?

- Әлбиттә, минең иң көслө тәьҫораттарым олимпиаданың барышына бәйле. Беҙ ике көн ярыштыҡ, һәр көн бирелгән эштәрҙе бишәр сәғәт үтәнек. Тәүге өлөшөн насарыраҡ яҙған һымаҡ инем, алтын миҙалға бер аҙ өмөтөмдө лә өҙгәйнем. Шуға алтын миҙалсылар араһында исемемде күргәс, шул тиклем ғәжәпләндем!
Был олимпиада яңы үрҙәр яуларға этәргес биреүҙән тыш, яңы дуҫтар табырға ла ярҙам итте. Будапешт аэропортына килеп төшкәс, Сегед ҡаллаһына беҙ Ҡытай һәм Черногория йыйылма командалары менән бер автобуста юлландыҡ. Ҡытайҙарҙың бик көслө ҡатнашыусылар булыуын белгәс һәм күңелемдә оло ихтирам хисе йөрөткәс, мин уларға барып һүҙ ҡушырға ҡыймайыраҡ торғайным. Ярай әле, үҙҙәре килеп танышты һәм бик ихлас аралашып, дуҫлашып ҡайттыҡ.

Өлкәндәр бөгөн бөтә балалар телефондар, гаджеттар, компьютерҙар артында ултыра, урамға сығып уйнамай, үҙ-ара аралашмай, туған телдәрен онота тип йыш зарлана. Һин нимә уйлайһың был турала?

- Мин был мәсьәләлә өлкәндәр яҡлы, сөнки ул балаларҙың күбеһе ваҡыттарын шулай буштан-бушҡа уҙғара. Һәр хәлдә, бөтәһе лә телефондан уҡып, ниндәйҙер яңы белем үҙләштерәлер тип уйламайым. Дуҫтары менән аралашырға, социаль селтәрҙәр киңлеген гиҙергә, видеолар ҡарарға инәләр бит. Быларҙың барыһы ла кәрәк түгел. Балаға компьютер ул өҫтәмә белем алһын, үҙенә ҡыҙыҡлы өлкәлә үҫешергә ярҙам иткән мәғлүмәтте уҡыһын, ҡараһын өсөн генә бирелергә тейеш. Сөнки бөтә белемде лә мәктәп сиктәрендә генә алып бөтөп булмай, өҫтәлмә уҡырға кәрәк. Шәхсән мин компьютерҙы шуның өсөн генә ҡулланам, бер минут буш ваҡытымды ла файҙалы үткәрергә тырышам. Мин социаль селтәрҙәрҙә ултырмайым, хатта ютубҡа инеүҙе лә контролдә тотам. Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулынан телефон төшмәүен күреп ғәжәпләнәм, бер тапҡыр "Бәйләнештә", "Телеграм" йә башҡа селтәргә инмәй ҡалһалар ҙа бер нәмә булмаҫ ине. Шулай ҙа был насар ғәҙәттән арындырам тип, өлкәндәр балаларын әрләмәһендәр ине, үҙҙәре өлгө күрһәтеп тәрбиәләргә тырышһындар. Баланы шәхес итеп күреп һөйләшһендәр.

Шулай ҙа һиңә компьютер артында оҙаҡ ултырырға тура киләлер бит? Һаулығыңа зыян килтермәһен өсөн ниндәй саралар күрәһең?

- Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәйҙер махсус күнегеүҙәр яһамайым. Әммә мин бик әүҙем кеше һәм спорт яратам, футбол, баскетбол уйнайым. Компьютер артында арҡаны төҙ тотоп, билдәле бер арауыҡ һаҡлап ултырырға кәрәк, ҡояш йәки өҫтәл лампаһынан яҡты төшөп торорға тейеш икәнде беләм һәм шулай итәм. Ваҡыты-ваҡыты менән күҙҙәрҙе ял иттереп алам: мәсьәләнең сиселеше тураһында уйланған саҡта дәфтәремде, тирә-яҡты байҡайым. Саф һауала күп йөрөйөм. Шулай ҙа үҙемдең күҙәтеүҙәрҙән сығып, кешеләрҙең күреү һәләте түбәнәйеүе гендарына ла бәйле, шикелле. Шөкөр, был йәһәттән мин бәхетле - ата-әсәйем, ике яҡтан да нәҫелем һау-сәләмәт, беҙгә лә сәләмәт тормош алып барыу өлгөһөн күрһәтеп йәшәгән кешеләр.

Информатиканы яҡшы белеү ниндәй һөнәрҙәргә юл аса? Был һөнәрҙәргә ҡайҙа уҡырға була?

- Әлбиттә, программист була алам. Бөгөн был һөнәр кешеләре ҡайҙа ла кәрәк, шуға теләһә ниндәй компанияла эш табырға мөмкин. Уны үҙләштереү өсөн үҙаллы интернет мөмкинлектәрен файҙаланып, оҫталығыңды арттырырға ла, юғары уҡыу йорттарында махсус белем алырға ла була. Мин инде 30-40 йәшкә еткәндә берәй ҙур компанияла код ҡына яҙып ултырырға бик үк теләмәйем, үҙ эшемде асырға йәки кешелеккә кәрәкле ниндәй ҙә булһа эш башҡарырға хыялланам.

Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш?

- Бик ауыр һорау. Тәү сиратта, маҡсаттарына ирешеүсән һәм барыһы ла ҡулынан килеүен аңлаған кеше булырға тейештер. Асыҡ күңелле, аҡыллы, Башҡортостан менән генә сикләнмәгән булыу ҙа мөһим. Бөтә донъя беҙҙең өсөн асыҡ булырға тейеш. Ғөмүмән, үҙеңде ниндәйҙер сиктәргә индерергә ярамай.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Һөнәре бар үргә йөҙөр", тигән боронғолар. Ғимран тап ана шундай шәп милләттәштәребеҙҙең береһе, уның үрнәге башҡаларҙы ла дәртләндерһә һәм үргә әйҙәһә - шат булырбыҙ. Үҫмер ҙә бит тиҫтерҙәренә әйтер һүҙҙәрендә: "Кеше - шул тиклем текә зат, шуға һәр кемдең ҡулынан теләгән бер эш килә ала", - тип яуап бирҙе. Тәүәккәлләгеҙ!

Камила ҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.23 | Ҡаралған: 135

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru