«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДУҪТАР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ
+  - 


Үткән аҙналарҙа донъяны шаулатҡан ваҡиғаларҙың иң мөһим беренсеһе - Көнсығыш иҡтисади форум (ВЭФ-2023) һәм уның пленар ултырышында РФ Президенты Владимир Путиндың сығышы булһа, ҡалғандары хаҡында мәҡәлә һуңында әйтелер.

Ил етәксеһенең телмәре был юлы йыйнаҡ һәм ҡыҫҡа булды, сөнки ул нигеҙҙә Алыҫ Көнсығыш мәсьәләләренә генә бағышланғайны. Шуға ла, күрәһең, Коmmersant-ru күҙәтеүсеһе мәрәкәләүенсә, икенсе сәғәт поясынан килгән вәкилдәр хатта "серем итергә лә" өлгөрмәй ҡалды. Ҙур залдың тәүге "почетлы" рәтенән Рәсәй бизнесмендары урын алғайны. Уларҙан тыш, беренсе рәттә ярайһы ҙур делегацияны тәшкил иткән Ҡытай бизнесмендары ултырҙы. Дөйөм алғанда, форум эшендә 62 илдән 7000-гә яҡын кеше, ә уның сессияларында 700 спикер һәм журналист ҡатнашты. "Рәсәйгә теләктәшлек күрһәткән илдәрҙән тыш, унда АҠШ, Бөйөк Британия, Япония, Германия һәм Франциянан да вәкилдәр килде. Күрәһең, Алыҫ Көнсығыш мәсьәләләре уларҙы ла ныҡ ҡыҙыҡһындыра",- тине вице-премьер һәм Президенттың ошо төбәк буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Юрий Трутнев.
Үҙенең сығышында Владимир Путин Алыҫ Көнсығыштың һуңғы ун йылдағы үҫешенә йомғаҡ яһаны. Был йылдар эсендә, Президент билдәләүенсә, Алыҫ Көнсығыш проекттарын бойомға ашырыуҙа дәүләт ярҙамы менән 7,7 триллион һумдан ашыу инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылған, 125 мең эш урыны булдырылған, 700-ләп яңы предприятие эш башлаған. Бынан тыш, федераль округ төбәктәренә финанс ағымы үҫеше дөйөм Рәсәй күрһәткесенән өс тапҡырға артып киткән. "Алыҫ Көнсығыш федераль округы Рәсәй территорияһының 40 процентын тәшкил итә, - тине сығышында В.Путин. - Бында беҙҙең урмандарҙың һәм алтын запасының яртыһы тип әйтерлек тупланған, балыҡтың һәм алмаздың - 70 проценты, титан, баҡырҙың - 30 проценттан ашыуы һәм башҡалар. Мөһим стратегик предприятиелар, диңгеҙ порттары һәм тимер юлдары эшләй. Ҡыҫҡаһы, илебеҙ, уның киләсәге, күп йүнәлешле донъяла Рәсәйҙең урыны өсөн Алыҫ Көнсығыштың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ... Алыҫ Көнсығыштың алдынғы темптар менән үҫеше - тотош XXI быуатҡа беҙҙең иң ҙур приоритет", - тип билдәләне ил Президенты. Артабан был төбәккә бәйле ниндәй мөһим пландар һәм ниәттәр менән таныштырҙы ул форумда ҡатнашыусыларҙы? Был, иң беренсе сиратта, Алыҫ Көнсығыш үҫеше сиктәрендә бойомға ашырыласаҡ "Себер ҡеүәте" менән Сахалин - Хабаровск - Владивосток газ үткәргестәрен берләштереп, уны илдең берҙәм газ тәьминәте системаһына индереү. Шуның менән бергә БАМ һәм Транссиб тимер юл магистралдәрен яңыртыуҙы дауам итеү, башҡа мөһим проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Президент В. Путиндың сығышынан һуң пленар ултырыш "сәхнәһе" уны алып барыусы РБК телеканалы директоры Илья Доронов ҡарамағына күсте, тиһәң дә була, сөнки артабан формат уның һорауҙарына Президент яуаптарынан торҙо һәм был залда бермә-бер йәнләнеш тыуҙырҙы. Ни тиһәң дә, Илья Доронов былтырғы баҫалҡыраҡ тәжрибәһенән һуң быйыл ярайһы ҡыйыулана төшкән һәм ил етәксеһенә урыны менән "уңайһыҙыраҡ" тойолған һорауҙар биреүҙән дә тартынып торманы. Хәйер, Владимир Владимирович та юғалып ҡала торғандарҙан түгел, ул модераторҙың һәр һорауына ентекле яуаптар бирҙе, хатта бер нисә тапҡыр залдағыларҙы көлдөрөп тә алды. Ғөмүмән, уның тура һорауҙарға тура яуаптары ихлас ҡул сабыуҙар менән хупланды.
Шулай ҙа бер-ике моментҡа туҡталып китеү кәрәктер. Доронов Путиндың Рәсәй бизнесмендарына төбәп: "Аҡсағыҙҙы Рәсәйгә инвестициялағыҙ! Ниндәй хәлдәр барғанын күреп торабыҙ - бер үк тырмаға икенсе тапҡыр баҫмағыҙ!" - тип өндәшеүенә бәйле: "Уларға һаман барып етмәйме, ни өсөн ул хаҡта ҡабатлайһығыҙ?" - тигәнерәк һорау бирҙе. Президент капиталдарҙы Рәсәйгә һалыу ышаныслыраҡ, тине, сөнки, күреүебеҙсә, сит илдә Рәсәй бизнесмендары "ҡыҫымға алынды": Рәсәй активтары, шул иҫәптән санкция исемлегенә ингән дәүләт структураларының да, айырым кешеләрҙең дә аҡсалары "туңдырылды", ә уларҙың дөйөм суммаһы 280 млрд доллар тәшкил итә. Был аҡсаларҙы Көнбайыш властары Украинаға ярҙамға йүнәлтеүе ихтимал, тине Путин һәм бизнесмендарҙы ошонан ғибрәт алырға, бер үк тырмаға икенсе тапҡыр баҫмаҫҡа саҡырып, бер нисә тапҡыр иҫкәртеүе хаҡында әйтте.
Модераторҙың долларға ҡарата һумдың көсһөҙләнә барыуы хаҡындағы һорауы ла көнүҙәк ине. "Эйе, был мәсьәлә Үҙәк банк, РФ Хөкүмәте һәм "шулай тип аталыусы финанс властары" тарафынан ентекле тикшереүҙе көтә. Дөйөм алғанда, мин бында көс етмәҫтәй ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар барҙыр, тип уйламайым... Был идара ителә торған хәл", - булды яуап. Сит ил, Рәсәй һәм Ҡытай машиналары, ил чиновниктарын ватан машиналарына күсеп ултыртыуҙы талап итеү, үҙебеҙҙең автомобиль төҙөлөшө тармағын үҫтереү хаҡында төплө һөйләшеү булды. Яғыулыҡҡа хаҡ артыуы мәсьәләһе менән Хөкүмәттә шөғөлләнеүҙәре хаҡында ла белдек, тик бынан әлегә бер ниндәй һөҙөмтә лә юҡ... Сит илгә китеүселәргә һәм унан кире ҡайтыусыларға Президент тыныс ҡарауын белдерҙе: "Рәсәй дәүләте сәйәсәте менән риза булмаҫҡа мөмкин, ләкин барыбер ошонда йәшәргә була, уларҙы бер кем дә ҡыумай... Ә бит улар сит илдәрҙә күсемһеҙ милек - йорт, фатирҙар һатып алған. Аҡсалары шунда. Улар шуны юғалтыуҙан ҡурҡа. Ҡайһыларына Рәсәйҙе тәнҡитләргә, ҡаршы һүҙ һөйләргә ҡушалар, талап итәләр..."
Шулай итеп, 10-13 сентябрҙә Владивостокта булып үткән 8-се Көнсығыш форумы Рәсәй менән Азия-Тымыҡ океан илдәренең эшлекле даирәләре өсөн һөйләшеп килешеү, аңлашыу майҙансығы булды. Унда "Рәсәй- АСЕАН", "Рәсәй-Һиндостан", "Рәсәй-Ҡытай", "Рәсәй-Монголия", "Рәсәй-Филиппиндар" берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу буйынса бизнес-диалогтар алып барылды. "Торт өҫтөнә - сейә" тигәндәй, был форумдың иң төп сит ил ҡунағы кем булды, тип беләһегеҙ? Төньяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ын. Ул Рәсәйгә бронепоезда килеп төштө - бына кемдең визиты Көнбайыш киң мәғлүмәт сараларында шау-шыу тыуҙырҙы! Эйе, был үҙенә күрә Көнбайыш менән АҠШ алдында иғтибарға лайыҡ ваҡиға ине, сөнки бөтөн донъяға ябыҡ булған илдең "серле" етәксеһе үҙе килеп төшһөнсәле! Путин менән Ким Чен Ындың осрашыуы АҠШ, Япония һәм Евросоюзда ярайһы ғына борсолоу тыуҙырҙы, тип яҙҙы мәғлүмәт сығанаҡтары бер тауыштан. Әйткәндәй, улар Төньяҡ Корея етәксеһенең, "Бөгөн Рәсәй үҙенең дәүләт суверенитетын һәм хәүефһеҙлеген яҡлау өсөн изге көрәшкә күтәрелде", тигән һүҙҙәрен цитата итеп килтерәләр. АҠШ менән "коллектив Көнбайыш" Рәсәйҙең Ҡытай һәм Төньяҡ Корея менән яҡынлашыуынан үҙҙәре өсөн сиктән тыш хәүефле коалиция барлыҡҡа килеүен күреп, асыуҙарынан шартлар хәлгә еттеләр, ләкин бер ни эшләй алмайҙар: яңы донъя ҡоролошона "поезд" ҡуҙғалды, аҙағы хәйерле булһын.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
10 сентябрҙә Владивостокта УШ Көнсығыш иҡтисади форумы башланған мәлдәрҙә Һиндостандың Нью-Дели ҡалаһында G20 төркөмөнөң саммиты, Рәсәйҙең Украиналағы хәрби операцияһы мәсьәләһен ҡарап тормайынса, донъя иҡтисады үҫеше, уны тотороҡло итеү мәсьәләләре буйынса йомғаҡлау декларацияһы ҡабул итеү менән тамамланды. Мәскәү был документты Рәсәйгә теләктәшлек күрһәтеүсе Глобаль Көньяҡ илдәре вәкилдәренең әүҙемлеге арҡаһында ирешелгән уңыш тип баһаланы. Декларацияла аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм тирә-яҡ мөхиттең пластик һәм углеводород ҡалдыҡтары менән бысраныуы, яһалма интеллект, терроризм, ядро ҡоралы ҡулланмау кеүек пункттар теркәлде. Саммитҡа рәйеслек итеүсе Һиндостан яғы Украина мәсьәләһен ҡарауҙан баш тартыуын G20-нең геосәйәсәт бәхәстәре урыны түгел, ә иҡтисад форумы, тип белдерҙе.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.23 | Ҡаралған: 100

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru